Лекции.Орг


Поиск:




Категории:

Астрономия
Биология
География
Другие языки
Интернет
Информатика
История
Культура
Литература
Логика
Математика
Медицина
Механика
Охрана труда
Педагогика
Политика
Право
Психология
Религия
Риторика
Социология
Спорт
Строительство
Технология
Транспорт
Физика
Философия
Финансы
Химия
Экология
Экономика
Электроника

 

 

 

 


Нбийә (Пәйғәмбәрҙәр) сүрәһе




(Әнбийә сүрәһе 112 аяттан тора. Мәккә ҡалаһында ингән. Пәйғәмбәрҙәр тураһында хәбәрҙәр бирелгәнгә күрә, «Әнбийә», йәғ­ни Пәйғәмбәрҙәр сүрәһе исемендә йөрөй.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

1. Кешеләрҙең иҫәп-хисап тотаһы көндәре яҡынлаша. Шулай ҙа улар томаналыҡтары арҡаһында (Хаҡтан) йөҙ сөйөрә. (2) Раббынан үҙҙәренә киҫәтеү-күрһәтмәләр килгән һайын, улар (аяттарҙы) ысын күңелдән тыңламайынса, уйын-көлкөгә ала кил­де. (3) Битараф күңелле ул залимдар йыйналып шулай аҫ­тыртын бышылдаша ине: — Ул (Мөхәммәд) һеҙҙең кеүек үк бер кеше булмай, кем булһын? Һеҙ (көпә-көндөҙ) ап-­асыҡ күреп торғанығыҙ килеш, уның сихырына ышанаһығыҙмы?

4. (Пәйғәмбәр) әйтте:

— Раббым Ерҙә һәм Күктә (нимә һөйләнһә шуны) ишетеп торор. Хаҡтыр, Ул — ишетеп, белеп тороусы.

5. Улар әйтте:

— Әйе, был (аяттар) уның йоҡлағандағы һаташыуҙарының нәтижәһелер. Шик юҡ, ул уларҙы үҙенән уйлап сығар­ған. (Аллаһтан иңде, тип ялғанлай.) Сөнки ул — шағир. (Әгәр ысынлап та ул пәйғәмбәр икән) алдан индерелгәндәргә (башҡа пәйғәмбәрҙәргә бирелгән китапҡа) оҡшаш берәй аят (мөғжизә) күрһәтһен, — тинеләр.

6. Быларҙан элек йәшәгән һәм һәләк ителгәндәрҙең (шәһәрҙәрҙең, халыҡтарҙың) берһе лә иман килтермәне. Была­ры иман килтерер, тип өмөтләнәһеңме?

7. (Эй, Мөхәммәд) һиңә саҡлы ла Беҙ уахи тапшырыл­ған кешеләрҙе генә пәйғәмбәр итеп ебәрҙек. Әгәр (был турала) белмәйһегеҙ икән, белгәндәрҙән (китаплы халыҡтан) һорағыҙ.

(«Аяттағы «әһлүз-зикр», йәғни «белгәндәр» һүҙен, Тәүрәт менән Инжилде яҡшы белгән кешеләр, китаплы халыҡ, тип аңларға кәрәк» Мостафа Чагрыжы тәфсиренән)

8. Беҙ уларҙы (пәғәмбәрҙәрҙе) ризыҡ ашамай торған кәүҙәләр итеп яралтманыҡ. Улар (фани донъяла) үлемһеҙ ҙә түгел. (9) Ахырҙа Беҙ уларға биргән вәғәҙәбеҙҙе теүәл үтәнек. Уларҙы һәм ихтыяр иткән кешеләребеҙҙе ҡотҡарҙыҡ. Хаттин ашҡандарҙы (сиктәрҙе уҙғандарҙы) һәләк иттек.

(«Хаттин ашҡандар», йәғни тыйылғандарҙың хатен, сиген уҙып, гөнаһ ҡылғандар, артығын ашағандар, артығын ғәҙелһеҙ булған­дар, дөрөҫ үлсәмәгәндәр, алдаусылар, ғәйбәт таратыусылар, ҡараҡтар һәм, ғөмүмән, енәйәтселәр, әхләҡһеҙҙәр — барыһы ла хаттин ашыусылар.)

10. Хаҡтыр, һеҙҙәң шундай бер Китап индерҙек: шунда һеҙгә өгөт-нәсихәт тә, шәрәфтәр ҙә туплан­ған. Һаман шуны аңламайһығыҙмы? (11) Беҙ кәферлек ҡыл­ған (ғәҙелһеҙ булған) күпме мәмләкәтте (халыҡтарҙы) тар-мар килтерҙек, ахырҙа улар урынына башҡаларҙы яралттыҡ.

12. Язабыҙ килгәнен самалағас та, улар ҡаса башлай.

13. (Фәрештәләр):

Ҡасмағыҙ, байлығығыҙ янына, мул тормошҡа кире ҡайтығыҙ, йорттарығыҙға яңынан урынлашығыҙ, һорау алыу баш­лана, — тинеләр. (14) Улар әйтер:

— Харап булдыҡ, ысындан да, беҙ ғәҙелһеҙ залим булған­быҙ икән, — дип ҡысҡырырҙар.

15. Ниһайәт, Беҙ уларҙы сабып ташлаған бесән кеүек итеп, уты һүнгән усаҡ көлө һымаҡ, харап итеп ташлағаны­быҙға саҡлы шулай аҡырыуҙарынан туҡтамаҫтар. (16) Беҙ Күкте лә, Ерҙе лә, улар араһындағыларҙы ла шаярыр өсөн генә (Үҙ рәхәтебеҙгә күрә генә) хасил итмәнек. (17) Шаярыр­ға теләһәк, (ул шаярыуҙарҙы) Үҙ тирәбеҙҙә (Үҙебеҙҙең дәрәжәлә генә) эшләгән булыр инек. Әммә Беҙ шаярыуҙарҙан йыраҡ тора­быҙ.

18. Һис шикһеҙ, Беҙ ялғандың башына Хәҡиҡәт менән һуғып (ялғандың) мейеһен сәсрәтәсәкбеҙ. Шунда һеҙ күрерһегеҙ, ул (ялған) юҡҡа сығыр. (Аллаһҡа ҡаршы) ялғандар-ялалар һөйләгәнегеҙ өсөн, һеҙҙе хәтәр яза көтә.

19. Күктәрҙәге, Ерҙәге һәммә-барсаһы Уныҡы. Уның яҡындағылар (фәрештәләр) тәкәбменәннмәй, Уға ғибәҙәт ҡылыуҙан (туҡтамай) арымай. (20) Улар арымай-талмай, кис-көндөҙ (Аллаһҡа маҡтау) тәсбих әйтә.

21. (Мөшриктәр) Ер аҫтынан сыҡҡандарҙан (алтын-көмөштән, таштан, балсыҡтан) үҙҙәренә тәңреләр яһанылар. Әллә һуң уларҙың шул тәңреләре йәнһеҙҙән йәнле яһай аламы (үлеләрҙе терелтә аламы)!

22. Әгәр һәр икеһендә лә (Ерҙә һәм Күктә) Аллаһтан башҡа Илаһи ҡөҙрәт эйәләре булһа, улар (Ер менән Күк һәм ул эйәләр) әллә ҡасан буталып, боҙолошоп бөткән булыр ине инде. Алла һаҡлаһын! Тимәк, Ғәрештең Раббыһы бул­ған Аллаһ уларҙың ғәйбәтенән өҫтөн һәм паҡтыр, азаттыр.

23. Аллаһ Үҙе башҡарғандар өсөн (бер кем ҡаршыһында ла) яуап тотмаҫ; фәҡәт улар (кешеләр үҙҙәренең ҡылмышта­ры өсөн) Аллаһ ҡаршыһында яуаплы.

24. Унан башҡа тәңреләрҙе уйлап сығарҙылар. Һин уларға әйт:

(Аллаһтан башҡа тағын хоҙайҙар бар, тип) дәлил килтерегеҙ (әгәр дәлилегез булһа, әлбиттә). Бына, миңә эйәргән мосолмандарҙың Китабы (шунда ялған юҡ). Бына, минән элек килгәндәрҙең китабы (шунда кешеләр өҫтәгән ялған бар), — тип. Юҡ, уларҙың күбеһе дөрөҫлөктө белмәй. Шуға күрә, (наҙанлыҡтары арҡаһында Ҡөръәндән) йөҙ сөйөрәләр.

25. «Минән башҡа (Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм) Тәңре бу­лырҙай һис бер кем юҡ. Шуға күрә, Миңә генә табынығыҙ», тигән дөрөҫлөктө уахи итмәйенсә, Беҙ һинән әүүәл бер генә пәйғәмбәр ҙә ебәрмәнек.

26. —Ярлыҡаусы (Аллаһ) бала атаһы булды, (Фәрештәләр - Аллаһтың ҡыҙҙары), - тинеләр. Әстәғфирулла! (Был – кәфер һүҙ!) Аллаһ ундай эштәрҙән паҡ. Улар үҙҙәре (әйткән «Аллаһтың улдары, ҡыҙҙары» тигәндәр Аллаһтың) хеҙмәткә ҡуйыл­ған ҡолдары. (27) Улар Аллаһ әмеренән алда һүҙ һөйләмәй. Улар бары тик Аллаһ әмере буйынса ғына ғәмәл ҡыла. (28) Ул уларҙың уҙғандарын да, алда нимә күрәсәктәрен дә белеп тора. Улар Аллаһ рөхсәтенән башҡа һис кемгә шәфәғәт итмәҫтәр. Улар үҙҙәре Унан ҡурҡып-ҡалтырып торалар.

29. Берәйһе:

—Унан башҡа мин дә тәңре, —тип әйтһә, уны йәһәннәм ғазабына ташлаясаҡбыҙ. Залимдарҙы Беҙ ана шулай язалаясаҡ­быҙ.

30. Әллә һуң ул иманһыҙҙар күктәр менән Ерҙең ҡасандыр бергә уҡмашҡан хәлдә булғанын белмәйҙәрме? Беҙ уларҙы айырҙыҡ та, һәр тереклекте дымдан яралттыҡ. Шунан һуң да улар (мөшриктәр) иман килтермәйҙәрме? (31) Беҙ Ер өҫтөндә тауҙар ҡалҡыттыҡ, улар һелкенмәйенсә торһон­дар өсөн. Улар араһында тарлауыҡлы юлдар хасил иттек, улар тура юлдан барып, маҡсаттарына ирешһен өсөн. (32) Беҙ Күк йөҙөн ҡаплауыс (һаҡлаусы түбә) түшәм кеүек итепяралттыҡ. Улар (кәферҙәр иһә Күк йөҙөнең дәлилдәренән, Аллаһтың) аяттарынан баш тарта. (33) Аллаһ төндө, көндө, Ҡояшты, Айҙы яһаны. Уларҙың һәр береһе үҙ әйләнәһе тирә­һендә Күк йөҙө буйлап йөҙөп-осоп йөрөргә тәртип ителде.

34. Без һинән элек йәшәгәндәрҙең берһенә лә үлемһеҙ­лек бирмәнек. Һин үлһәң, улар мәңге йәшәйәсәкме? (Әлбиттә, йәшәмәйәсәк!) (35) Һәр йән эйәһе үлем әсеһен татыр. Һеҙҙе мул­лыҡ, ләззәт һәм яманлыҡ менән (ымһындырып) һынайбыҙ. Унан һуң һеҙ (ҡылғандарығыҙ өсөн яуап тотарға) ҡайта­рыласаҡһығыҙ.

36. (Рәсүлем) кәферҙәр һине күргәс тә:

— Ошомы инде беҙҙең Илаһтарыбыҙ менән ауыҙ сайҡау­сы кеше? — тип мыҫҡыл итәсәктәр. Улар мәрхәмәт менән яр­лыҡаусы Аллаһтың Китабын инҡар итеүселәрҙең нәҡ үҙҙәреҙер. (37) Түҙемһеҙлек кешенең тәбиғәтендә бар. Һеҙгә аяттарымды (һәм язаларымды) күрһәтермен. Ләкин һеҙ мине ашыҡтырмағыҙ. (38)

— Дөрөҫөн һөйләйбеҙ, тип әйтәһегеҙ икән, ҡасан тормошҡа аша­саҡ һуң ул вәғәҙәләрегеҙ? — тип әйтәләр.

39. Ул кәферҙәр йөҙҙәре, арҡалары ялҡын эсендә янғанда ярҙам күрмәйәсәк заман киләсәген белһәләр ине! (40) Эйе, иҫкәртмәҫтән килер ул (Ахырзаман), улар ҡаушап ҡалыр. Улар уны кире ҡаға алмаҫ һәм (ул ғазап) уаҡытлыса кисек­терелмәҫ.

41. Хаҡтыр, һинән әүүәл килгән пәйғәмбәрҙәрҙе лә улар шулай мыҫҡыл итте. Ләкин ул мыҫҡылсылар мыҫҡыл сәбәпсеһе (Ҡиәмәт язаһы) менән сорнап алыныр. (42) Әйт:

— Кис-көндөҙ һеҙҙе Аллаһ язаһынан кем ҡотҡара ала? — тип. Шуға ла ҡарамаҫтан, улар Раббыларын зикер итеүҙән йөҙ сөйөрә. (43) Әллә һуң уларҙың Беҙгә ҡаршы торорҙай ҡөҙрәт эйәләре бармы? (Уларҙың Илаһҡа һанаған нәмәләре) үҙҙәренә үҙҙәре лә ярҙам итә алырлыҡ көскә эйә түгел. Улар Беҙҙән дә иғтибар-ярҙам күрмәҫ, язабыҙҙан ҡотола алмаҫ.

44. Әлбиттә, Беҙ уларҙың ата-бабаларын да муллыҡта йәшәттек. Ысындан да, улар (бөтмәҫ-төкәнмәҫ кеүек тойолған) оҙон ғүмер йәшәнеләр. Шулай ҙа улар инде лә күрмәйҙәрме ни һуң, ихтыяр итеп, Беҙ ипләп кенә уларҙың ерҙәрен һәр яҡлап кәметә барабыҙ. Шунан һуң да улар еңеүсе булып ҡала алырмы?

45. Әйт:

— Мин бары тик уахи менән һеҙҙе киҫәтәм. Бары тик (күңеле) һаңғырауҙар ғына был саҡырыуҙарҙы ишетмәҫ, — тип. (46) Хаҡтыр, уларға Раббы тарафынан бәләкәй генә (ға­зап) еле иҫеп ҡуйһа ла, улар шунда уҡ:

— Харап булдыҡ! Ысындан да, беҙ залим булғанбыҙ икән, — тип ҡысҡыра башлайҙар.

47. Ҡиәмәт көнөндә Беҙ ғәҙеллек бизмәндәре ҡороп ҡу­ясаҡбыҙ. Ул Көндө инде һис бер кемгә ниндәй ҙә булһа ғәҙелһеҙлек ҡылынмаҫ. (Ҡылған эштәрегеҙҙең) хәрдәл бөртөгө ҡәҙәрен дә (дөрөҫ бизмәнгә) һалырбыҙ. Иҫәп-хисап өҙөр өсөн Минең үҙемдең дә булыуым еткән.

48. Хаҡтыр, Муса менән Һарунға тәҡүәлектәре өсөн, бер яҡтылыҡ — өгөт һәм Фурҡан бирҙек.

(«Фурҡан» һүҙенең тәржемә мәғәнәһе изге китаптарҙы күҙ уңын­да тота. Йәғни, яҡшылыҡты ямандан айырыу ғилеме. Ҡөръәндең, бүтән атамаһы ла Фурҡан булыр».

Мостафа Чагрыжы тәфсиренән.)

49. Эске бер ҡурҡыу менән Аллаһҡа инанғандар Сәғәт һуғыуын (Ҡиәмәт килеүен) тетрәнеп көтәләр. (50) Бына был (Ҡөръән) Беҙ индергән хәйерле һәм файҙалы киҫәтеү-өгөттәр (Китабыҙыр). Һеҙ хәҙер шуны инҡар итерһегеҙме?

51. Хаҡтыр, бынан әүүәл Ибраһимға ла (бәлиғле­генән алда) өлгөргәнлекте (аҡты ҡаранан айыра белеүҙе) бир­ҙек. Һәм Беҙ уның шундай икәнен белеп торҙоҡ. (52) Шул уаҡытта ул атаһына һәм ҡәүеменә әйтте:

— Һеҙ ниндәй һәйкәлдәргә (таш һындарға) табынаһығыҙ? — тине. (53) Улар әйтте:

— Беҙ ата-бабаларыбыҙҙың шуларға (ҡарышып) та­бынғандарын күреп үҫтек, тинеләр. (54) (Ибраһим) әйтте:

—Аталарығыҙ ҙа, үҙегеҙ ҙә яңғылышыу-һаташыу юлында, — тине. (55) Улар:

— Һин беҙгә хәҡиҡәт алып килдеңме (һин дөрөҫөн һөйләйһеңме)! Әллә һин беҙҙән көлөргә теләйһеңме (ялғанлай­һыңмы)? — тинеләр. (56)

— Юҡ! — тине Ибраһим. — Һеҙҙең Раббығыҙ күктәрҙең һәм дә Ерҙең хужаһы. Уларҙы яралтыусы — Аллаһ. Мин шуға (Аллаһтың ҡөҙрәтенә) шаһит булғандарҙың (инанған­дарҙың) береһе булам. (57) — Валлаһи, улар (туғандарым) арҡа ҡуйып киткәндән һуң, мин һеҙҙең һындарығыҙға бер-бер хәл ҡыласаҡмын. — (тине Ибраһим).

58. Шунан һуң ул боттарҙы ватып-емереп бөтөрҙө. Бары тик уларҙың иң ҙурын ғына ватмайынса ҡалдырҙы. Тегеләр (кәферҙәр) уларға мөрәжәғәт итһен өсөн.

59. Тегеләре килеп һораны:

— Кем шулай беҙҙең Илаһтарыбыҙҙы ватты? Хаҡтыр, ул кеше бик тә ғәҙелһеҙ икән, — тинеләр. (60) Берһе әйтте:

— Бер йәш егеттең Илаһтарыбыҙҙы һүгеп йөрөгәнен ишеткән инек. Ул егеттең исеме — Ибраһим, — тинеләр. (61) Әйттеләр:

—Улайһа, уны халыҡ ҡаршыһына алып килегеҙ. Кешеләр үҙ күҙҙәре менән күрһен. (62) — Әй, Ибраһим, — тинеләр. — Илаһтарыбыҙҙы һин шулай харап иттеңме? (63) Ибраһим әйтте:

— Был эште, ана, теге ҙуры башҡарҙы, — тине. — Теле булһа, унан һорағыҙ.

64. Шунан һуң улар (боттарға табыныусылар) үҙ-ара һөйләшә башланы.

— Ысындан да, беҙ үҙебеҙ ғәйепле, — тинеләр.

65. Һуңынан улар ҡыйынһынып әйттеләр:

— Һин бит уларҙың һөйләшә алмағандарын белеп тора­һың (ни өсөн уларҙан һорарға ҡушаһың)! — тинеләр. (66) Ул (Ибраһим) әйтте:

— Улайһа, ни эшләп һуң һеҙ Аллаһты инҡар итеп, (хатта һөйләшер һәләте лә булмаған, телһеҙ, һаңғырау) бер зарар ҙа, бер генә файҙа ла килтерә алмаҫтай меҫкендәргә (боттарға) та­бынаһығыҙ? — тине. (67) — Һеҙгә лә, һеҙ тәңре тип табына тор­ған (шул таштарығыҙ) өҫтөнә лә — тфу! Инде лә аҡылға ки­леп, һабаҡ алмаҫһығыҙмы ни?

68. — Уны (Ибраһимды) утҡа ташларға кәрәк! — тинеләр. Икенселәре иһә:

— Илаһтарығыҙҙы унан яҡлап ҡалығыҙ, әгәр ҙә һеҙ тәүәккәл кешеләр булһағыҙ, — тинеләр.

69. — Һәй, ялҡын! - тинек. — Ибраһимға зарар килтермә, һалҡынсалыҡ бир. (70) Шулай итеп, улар хәйлә ҡорған ине лә, Беҙ уларҙы меҫкен хәлдә ҡалдырҙыҡ. (71) Беҙ уны ла, Лутты ла ҡотҡарып ҡалдыҡ. Уларҙы ғәләм халыҡтары өсөн етәрлек бәрәкәтле ергә урынлаштырҙыҡ.

72. Уға (Ибраһимға) Исхаҡты һәм Яҡупты, айырым бер бүләк булараҡ бирҙек һәм барыһын да изгелеклеләрҙән ҡыл­дыҡ. (73) Әмеребеҙ буйынса, уларҙы тура юл күрһәтеүсе юлбашсы­лар иттек һәм үҙҙәренә хәйерле эштәр башҡарыуҙы, намаҙ уҡыуҙы, зәкәт биреүҙе уахи иттек. Улар Беҙгә өҙлөкһөҙ ғибәҙәт ҡылыусылар булды.

74. Лутҡа ла хөкөм һәм ғилем бирҙек. Уны бысраҡлыҡтар ҡылыусы халыҡтан ҡотҡарҙыҡ. Улар, хаҡтыр, фет­нәсе, боҙоҡ ҡәүем ине. (75) Уны (Лутты) рәхмәтебеҙгә ҡа­бул ҡылдыҡ. Сөнки ул изгеләрҙән ине. (76) Унан да элегерәк Нух та доға ҡылды. Беҙ уның доғаһын ҡабул ҡылдыҡ. Шу­лай итеп, үҙен һәм иман килтергән яҡындарын ҙур әфәттәрҙән ҡотҡарып ҡалдыҡ. (77) Уны аяттарыбыҙҙы инҡар иткән ҡәүемдән ҡотҡарҙыҡ. Хаҡтыр, улар боҙоҡ ҡәүем ине. Шуға күрә, уларҙың бөтөнөһөн дә һыуға батырҙыҡ.

78. Шулай уҡ Дауыт менән Сөләймәнде иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. Бер заман улар иген баҫыуында бәхәскә керҙе. Бе­рәүҙәренең һарыҡ көтөүе, киске яҡта икенселәренең иген ба­ҫыуына кереп, бик күп зыян килтергән ине. Беҙ уларҙың хөкөмдәренә шаһит булып торҙоҡ.

(«Был ғауғаны хөкөм итеүсе Дауыт менән ун өс йәшлек Сөләймән — икеһе ике төрлө ҡарар сығара. Дауыт: «Зыян күргән игенсегә һарыҡ көтөүен бирергә», — ти. Ләкин Сөләймән: «Күрелгән зыянды ҡапла­ғанға ҡәҙәр генә баҡса эйәһе һарыҡтарының йөнө, һөтө, итенән файҙалана ала, зыян ҡапланғас, һарыҡтар хужаһына ҡайтарып бирелергә тейеш», — ти һәм Дауыт сабый улының хөкөмө менән риза була.» Мостафа Чагрыжы тәфсиренән.)

79. Шулай хөкөм йөрөтөргә Сөләймәнгә Беҙ әмер иттек. Беҙ уларҙың һәр икеһенә лә хөкөм хоҡуғы һәм ғилем бир­ҙек. Ҡоштарҙы һәм тәсбих әйтеүсе тауҙарҙы Дауытҡа буйһондоҙоҡ. Был эштәрҙе Беҙ әмер иттек. (80) Һуғыш уаҡытында һеҙҙе (ҡылыстан) һаҡлар өсөн, тимер көбә яһау ғилемен уға өйрәттек. Инде шөкөр итәсәкһегеҙме?

81. Сөләймән әмеренә Беҙ дәһшәтле иҫкән елде бирҙек. Уның ҡушыуы буйынса, ул ел эсе тулы бәрәкәттәр булған урынға тура ҡарап иҫә. Беҙ барыһын да белеп торабыҙ. (82) Уның өсөн диңгеҙгә сумып (ынйы-мәрйендәр алып сыҡһындар, тип) һәм башҡа төрлө эштәр эшләр өсөн, шайтандарҙы буйһондорҙоҡ. Беҙ уларҙы күрҙәтеп торҙоҡ. (Шайтан, Иблис, ендәр мәсьәләһенә М. Али был шәкелдә ҡарай: слово шайтан (т. е. дьявол) означает того, кто чрезмерно занозчив и непокорен, независимо от того, человек это, джинн или зверь. 654 бит, 1647 нсе аңлатма.)

83. Әйүпте иҫенә төшөр. Нисек итеп ул Раббыһына:

— Башыма бәлә килде. Һин мәрхәмәтлеләрҙең иң мәрхәмәтлеһе бит (зинһар, ярҙамыңдан ташлама), — тип ялбарған ине. (84) Беҙ уның был доғаһын ҡабул иттек. Уның ба­шына төшкән бәләне алдыҡ. Үҙ тарафыбыҙҙан рәхмәт бул­һын тип, ғибәҙәт ҡылғандар өсөн бер һабаҡ булһын тип, уға ғәйләһен, малдарын һәм башҡа ниғмәттәрҙе артығы менән ҡайтарып бирҙек.

(«Әйүп ун йыл ауырып, йорто емерелеп, байтаҡ ҡына ҡәр­ҙәштәрен юғалтып, яза сигә ине.»

Хәйретдин Ҡараман белән Хәсән Чантай тәфсирҙәренән.)

85. Исмәғилде лә, Иҙристе лә һәм Зөлкәфилде иҫе­геҙгә төшөрөгөҙ. Барыһы ла сабыр (түҙем) кешеләр ине. (86) Уларҙы яҡланыҡ. Улар, ысындан да, изгелекле кешеләр ине.

87. Балыҡ хужаһы Зүннүн (Юныс) тураһында ла онотмағыҙ. Ул (үҙенең ҡәүеменә) бик ныҡ үпкәләп, асыу­ланып киткән ине. Үҙенә көсөбөҙ етмәҫ, тип уйлаған ине ул. Ниһайәт, ҡараңғылыҡҡа (балыҡ эсенә барып) эләккәс:

— Һинән башҡа Һиңә тиң һис бер зат юҡ. Һине генә пак, тип таныйым. Ысындан да, мин ғәҙелһеҙ булғанмын икән, - тип Аллаһҡа ялбара башланы.

(«Зүннүн, Зөлнүнхәҙрәти Юныстың ҡушаматы, йәғни «Балыҡ кешеһе (хужаһы)» тигән һүҙ. Юныс пәйғәмбәр оҙаҡ уаҡыттар халҡын хаҡ дингә өндәй. Яҡшы нәтижәләргә ирешә алмағас, ул үҙ халҡына үпкәләп, кәмәгә ултырып, диңгеҙгә сыға. Һәм һыуға бата, уны ҙур балыҡ йота. Ләкин уны Аллаһ Тәғәлә ҡотҡарып ҡала». Хәйретдин Ҡараман тәфсиренән.)

88. Шунан һуң беҙ уның доғаһын ҡабул иттек һәм уны бәләнән ҡотҡарҙыҡ. Бына, шул рәүешле Беҙ мөьминдәрҙе ҡотҡарабыҙ.

89. Зәкәрийәне лә иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. Нисек итеп ул Раббыһына доға ҡылды.

— Раббым, мине яңғыҙ ҡалдырма (миңә тоҡом, нәҫел бир). Һин вәриҫтәр араһында иң мәрхәмәтлеһе, — тине.

90. Беҙ уның доғаһын ҡабул иттек. Уға ул (Йәхйәны) бирҙек. Ҡатынын да үҙе өсөн (бала таба торған итеп) ҡулай ҡылдыҡ. Улар изгелек өсөн ярышып, яҡшы эштәр башҡарҙы. Ҡурҡыу менән өмөт араһында Беҙгә ғибәҙәт ҡылдылар. Улар Беҙгә тәрән мөхәббәт тәрбиә иттеләр.

91. Ғиффәтлелек мөһөрөн (оят ерен) һаҡлаған (хәҙрәти Мәрйәмде лә) иҫегеҙгә төшөрөгөҙ, зинһар. Беҙ уға рух өрҙөрҙөк; уның үҙен һәм улын (Ғайсаны) бөтөн ғәләмгә үрнәк ҡылдыҡ.

92. Ысынлап та, был өммәт (бер диндәге мосолмандар) бары тик һеҙҙең өммәтегеҙ генә. Һеҙҙең Раббығыҙ — Мин. Шулай булғас, Миңә генә ғибәҙәт ҡылығыҙ.

93. Кешеләр (дин һәм мал өсөн) үҙ-ара талашып, берҙәм­лекте боҙҙолар. Гәрсә, уларҙың барыһы ла (яуап тотар өсөн) ҡаршыма баҫасаҡ. (94) Иман килтереп, изгелек ҡылған кешенең тырышыуҙары заяға китмәҫ. Уларҙы уның файҙа­һына (ғәмәл дәфтәренә) яҙа барабыҙ. (95) Һәләк ителгән шәһәрҙәр (енең кешеләре донъяға кире ҡайтмаҫлыҡ итеп) ҡар­ғалған.

96. Ниһайәт, Йәжүж менән Мәжүж (ҡоймалары) асылып, улар бейектән ташҡын булып аҫҡа төшкәнсегә ҡәҙәр һәм (97) ысын вәғәҙәбеҙ (үлем, Ҡиәмәт көнө) яҡынлашҡансы­ға саҡлы, инҡар иткәндәрҙең күҙҙәре тоноп, шар асыҡ ҡалыр.

— Харап ҡына булдыҡ, — тип ҡысҡырырҙар. — Ысындан да, беҙ былай булыр, тип уйламаған инек. Беҙ, ысындан да, кәферҙәр булғанбыҙ икән. (98) Һез ҙә (кәферҙәр) һәм: «Илаһ» тип, Аллаһтан башҡаға (һындар, боттарға) табынғандарығыҙ ҙа йәһәннәм киҫәүе буласаҡһығыҙ. Һеҙ шунда керәсәкһегеҙ. (99) Әгәр улар, ысындан да, Илаһ булһалар, шунда (йәһәннәмгә) кермәгән булырҙар ине. Хаҡтыр, уларҙың барыһы ла (та­бынғандар ҙа, Илаһ урынындағы һындар, һәйкәлдәр ҙә) шунда (йәһәннәмдә) ҡаласаҡ. (100) Улар шунда ыңғырашырҙар һәм һис нимә ишетмәҫтәр.

101. Шик юҡ, Беҙҙең тарафтан иң яҡшы әжерҙәр би­рергә вәғәҙә ителгәндәргә килһәк, бына шулар була инде йәһәннәмдән йыраҡлашҡандар. (102) Былар күңелдәре теләгән ниғмәттәр эсендә мәңге йәшәп ҡалырҙар һәм уның (йәһәннәмдең) тауышын ишетмәҫтәр. (103) Иң хәтәр (яза) ҡурҡыныстар ҙа уларҙы (изгелекле мөьминдәрҙе) ҡурҡытмаҫ (ғәйебе булмаған кеше ҡурҡмаҫ). Уларҙы фәрештәләр былай ҡаршы­лар:

— Бына, был һеҙгә вәғәҙә ителгән (бәхетле) көнөгөҙ, — тип әйтерҙәр.

104. Яҙған ҡағыҙҙарын нисек итеп төрәләр, Беҙ ҙә ул Көндө Күкте шулай төрөрбөҙ. Иң башта яһай башлағандағы хәлгә килтерербеҙ. Беҙ шулай ҡылырға вәғәҙә иткән инек. Беҙвәғәҙәбеҙҙә торорбоҙ. (105) Хаҡтыр, Тәүрәттән һуң Зәбүрҙы ла Беҙ яҙҙыҡ: бары тик тоғро ҡолдарым ғына Ер йөҙөнә вәриҫ булып ҡаласаҡ. — тинек. (106) Шик юҡтыр, бында (Ҡөръәндә) ысын күңелдән Аллаһҡа инанғандар өсөн күрһәтмәләр, саралар бар.

107. (Эй, Мөхәммәд) Беҙ һине бары тик рәхмәт билгеһе итеп ғәләмдәге халыҡтарға күндерҙек. (108) Әйт:

— Миңә бары тик: Аллаһтан башҡа Илаһи ҡөҙрәткә эйә һәм Тәңре булырлыҡ һис бер кем юҡ, тип уахи бирелде. Әлеһаман да мосолман булмаҫҡамы иҫәбегеҙ? – тип әйт. (109) Әгәр (һинең өндәүҙәреңдән) йөҙ сөйөрһәләр, әйт:

(Хәҡиҡәтте) һеҙҙең барығыҙға ла тигеҙ белдерәм (мосолманына ла, кәференә лә). Һеҙгә вәғәҙә ителгәндәр (йәннәт менән йәһәннәм) ҡасан була (бөгөнме, иртәгеме), мин белмәйем, — тип әйт. (110) — Шик юҡ, Аллаһ ҡысҡы­рып әйткән һүҙҙәрҙе лә, йәшертен һөйләгәндәрҙе лә белеп тороусы. (111) Мин белмәйем. Бәлки, был эштәр һеҙҙе уаҡыт­лыса һынап ҡарау (һәм донъя ниғмәттәренән файҙаланды­рыу) ғынаҙыр. Ихтимал.

112. (Мөхәммәд әйтте):

- Раббым, Үҙең ғәҙеллек менән хөкөм ит. Беҙҙең Раббыбыҙ рәхимле. Аллаһҡа хас булмаған сифаттар өҫтәп, ял­ған һөйләгәндәргә ҡаршы көрәшергә Аллаһтан ярҙам һора­ғыҙ.

 

Хаҗ(Хаж) сүрәһе

(Хаж сүрәһе 78 аяттан тора. Мәҙинәлә, Мәккәлә ингән.)

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

1. Әй, һеҙ, кешеләр! Раббығыҙ (гөнаһ ҡылыу) ҙан ҡурҡығыҙ. Сөнки ул Сәғәттә (Ҡиәмәт көнөндә) ге тетрәү бик тә дәһшәтле булыр.

(«Төп нөсхәлә» «әл-сәғәт» һүҙе Ҡиәмәт көнө мәғәнәһендә ҡулланыла. Сәғәтебеҙ һуҡҡас, йәғни Ҡиәмәт еткәс, ғәләмдәге тәртип боҙола. Ҡояш Көнбайыштан сығасаҡ, ер тетрәүҙәр, ҡот осҡос ғәрәсәт башланасаҡ». Хәсән Чантай тәфсиренән.)

2. Ул Көндө күргәс, сабыйын имеҙеп ултырыусы ҡатын сабы­йын онотор, йөклө ҡатындың (ҡурҡыуҙан) балаһы төшөр. Кешеләр айныҡ булһалар ҙа, иҫерек кеүек күренер, тик улар иҫерек түгел. Аллаһтың язаһы шулай ҡаты буласаҡ.

3. Кешеләр араһында наҙан килеш Аллаһ хаҡында бәхәсләшергә әүәҫ кешеләр бар. Улар — аҙғын шайтанға эйәргән кешеләр. (4) Шайтан хаҡында былай яҙып ҡуйылған: уны юлдаш иткән кеше белеп торһон, (шайтан) уны юлдан яҙҙырасаҡ һәм ялҡынлы утҡа (йәһәннәмгә) алып керәсәк.

5. Әй, халыҡтар! Яңынан терелеүгә шикләнһәгеҙ, шуны белеп тороғоҙ: һеҙҙе тупраҡтан, һуңынан шәһүәттән, унан һуң ғәләҡтән (ҡан күҙәнәгенән), унан һуң күҙәнәктәре беленер-беленмәҫ йәнле ит киҫәгенән (яралғы итеп) яралттыҡ. Ҡөҙрәтебеҙҙе һеҙгә белдерер өсөн. Һәм мәғлүм бер уаҡытҡаса (яралғының кем буласағын билгеләгән хәлдә) әсә ҡарынында тотабыҙ. Һуңынан һеҙҙе бер сабый бала рәүешендә донъяға сы­ғарабыҙ. Унан һуң аҡылға, көскә эйә булһын, тип үҫте­рәбеҙ. Ҡайһы берҙәрегеҙ (йәшләй) вафат була, ҡайһы берҙәрегеҙ ҡар­тайып, хәлдән тайғансыға саҡлы йәшәй, ни ҡәҙәр генә ғилем­ле булһа ла, ҡартлыҡ көнөндә барыһын да онотоп бөтөрә. Һин ҡоп-ҡоро (үле-йәнһеҙ) Ер йөҙөнә ҡарап тораһың, әммә Беҙ өҫтөнә ямғыр яуҙырғас, ул терелә, бүртә башлай һәм төрлө (тоҡомдан булған) үҫемлектәр үҫтерә.

(«Аналыҡта яралған яралғының үҫеш дәүерен күрһәткән был аяттағы һүҙҙәрҙе төрлөсә тәржемә итәләр. X. Чантайҙа: тоҡомон кеше һыуынан, һуңынан ойошҡан ҡандан, унан һуң (составы) күҙәнәктәре беленер-беленмәҫ бер ит киҫәгенән яралттыҡ. X. Ҡараманда: тупраҡтан, һуңынан шәһүәттән, һуңынан күҙәнәктәре бе­ленер-беленмәҫ йәнле ит киҫәгенән яралттыҡ. Ш. Ноғманиҙа: балсыҡтан халыҡ ҡылдыҡ, һуңынан нәҫелегеҙҙе үрсетер өсөн бер тамсы мәни һыуынан, һуңынан ул һыуҙы ойошҡан ҡан ҡылдыҡ, һуңынан ҡанлы ит киҫәге ҡылдыҡ, кәрәк — ул һүрәтләнгән булһын, кәрәк — һүрәтләнмәгән булһын, уның кем буласағын билгеләйбеҙ... М. Чагрыжыла: «Ғәләҡә» һүҙенең төрлө мәғәнәләре бар: бәйләнеш, ара­лашыу, элемтә, мөнәсәбәт бағланыштары, ойошҡан ҡан. Ойоған ҡан түгел, ойошҡан ҡан. Составта ойошҡан, ҡатлаулы составы булған ҡан. Кешенең яралыуында ҡатнаша торған матдәләр бына былай аңлатыла: ҡатындың һәм ирҙең күкәйлектәре эшләп сығарған ике орлоҡ ҡушылып, аралашып, ҡатнашып аналыҡҡа кереп урынлашҡан яралғы ла «ғәләҡә» тип атала. Ошо ҡатлаулы эште башҡара алған Аллаһҡа үлеләрҙе терелтеү кеүек эш һис тә ауыр түгел».)

6. Сөнки Аллаһ ул — Хәҡиҡәттең үҙе. Аллаһ үлене те­релтер. Аллаһ бар нәмәне лә булдыра ала торған ҡөҙрәт эйәһе.

7. Хаҡтыр, ул Сәғәт (Ҡиәмәт) һуғыр. Аллаһ ҡәберҙәр­ҙәге барса кешеләрҙе терелтеп ҡубарыр (сығарыр).

8. Кешеләрҙең ҡайһы берҙәре, белемһеҙ килеш, тура юл күрһәтеүсеһе, зиһендәрен яҡтыртыусы китабы булмаһа ла, Аллаһ тураһында «фәлсәфә» ҡуйырта. (9) Тәкәббер рәүештә (күкрәк ки­реп) кешеләрҙе Аллаһ юлынан яҙҙырырға теләйҙәр. Улар өсөн фани донъяла хурлыҡ әҙерләнгән. Ҡиәмәт көнөндә иһә уларға яндырып-көйҙөрөүсе ғазаптар булыр.

10. (Гөнаһлыларға әйтелер):

— Был — үҙең (ҡулдарың менән ҡылған гөнаһтарыңа күрә) әҙерләгән ғазаптарыңдыр. Шик юҡ, Аллаһ бәндәләренә ғәҙелһеҙ булмаҫ.

11. Бар шундай кешеләр, ҡайһыларылыр, Аллаһҡа ышаныр-ышанмаҫ ҡына (динһеҙлек менән иман эргәһендә) ғи­бәҙәт ҡылалар; эштәрендә уңыш килһә, бик ныҡ шатланалар; ҡыйынлыҡтар килһә, сырайҙары үҙгәрә (был диндән ваз кисеп, Аллаһтан) йөҙ сөйөрәләр. Улар донъялағыһын да, Әхирәттәгеләрен дә юғалталар. Бына ошо булыр ап-асыҡ мәхрүм ҡалыу.

12. Аллаһты инҡар итеп, үҙҙәренә файҙа ла, зыян да эшләргә көстәренән килмәгән нәмәләрҙе ярҙамға саҡы­рыусылар (уларҙың исеме менән ғибәҙәт ҡылыусылар) бар. Был — кире сыҡмаҫлыҡ бер аҙашыу-һаташыу. (13) Файҙаһына ҡарағанда зарары күберәк булған ул нәмәләргә табыналар. Ул (боттар, таштар) — шикле ярҙамсы, ышанысһыҙ дуҫтар.

14. Хаҡтыр, Аллаһ иман килтергән һәм изгелек ҡыл­ған кешеләрҙе арыҡтарынан шишмәләр ағып тороусы йәннәттәргә ҡабул итер. Шик юҡтыр, Аллаһ ихтыяр иткә­нен ғәмәлгә ашыра торған сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе.

15. — Был донъяла ла, Әхирәттә лә Аллаһ (Пәйғәмбәренә) ярҙам итмәһен ине, — тип уйлаған кеше Күккә бау таҡһын да, (аяҡтарын) ерҙән айырһын (шул бау буйлап өҫкә менһен, Аллаһтың Мөхәммәд Пәйғәмбәргә ярҙам ебәрә тор­ған уахи юлын кисһен!) Уның был хәйләһе асыуын килтергәнде (Аллаһтың ярҙамын) юҡҡа сығарырмы икән? (Кәфер кешеһе нимәләр генә ҡыланһа ла, Аллаһтың Мөхәммәдкә булған ярҙамын киҫә алмаҫ!)

16. Бына шулай итеп, Беҙ уны (Ҡөръәнде) асыҡ аяттар хәлендә индерҙек. Хаҡтыр, Аллаһ ихтыяр иткән һәр кешеһен тура юлға күндерә ала.

17. Мосолмандар, йәһүдтәр, сабийҙәр, христиандар, мәжүсиләр һәм мөшриктәр: Аллаһтан башҡа тәңреләр ҙә бар, тип табыныусыларға килгәндә, хаҡтыр, Ҡиәмәт көнөндә Аллаһ быларҙың һәр береһен айырым-айырым хөкөм итер. Аллаһ барыһын да белеп тороусы.

18. Күрмәйһегеҙме ни, Күктәгеләр ҙә, Ерҙәгеләр ҙә, Ҡояш та, Ай ҙа, йондоҙҙар, тауҙар, ағастар, хайуандар һәм кешеләрҙең күбеһе Аллаһҡа сәждә итә; язаға тарығандары ла байтаҡ. Аллаһ кемде лә булһа хурлыҡҡа төшөрә икән, уны ҡотҡарырлыҡ башҡа берәү ҙә юҡ. Уларға Аллаһ янында хөрмәт һәм абруй булмаҫ. Хаҡтыр, Аллаһ теләгәнен еренә еткерә.

19. Раббы тураһында бәхәслшәкән ике төркөм бар. (Мосолмандар менән кәферҙәр). Инҡар итеүселәргә уттан тегелгән күлдәк булыр. Уларҙың башына шау ҡайнар һыу түгеләсәк. (20) Шулай итеп, уларҙың бөтөн ағзалары, тиреләре янып-бешәсәк. (21) Улар өсөн шунда тимер сыбыҡтан үрелгән ҡамсылар булыр. (22) Был әрнеүҙәрҙән ҡотолорға теләрҙәр. Улар­ҙы кире утҡа ташлаясаҡтар. Һәм:

— Был үҙәк өҙгөс ут ғазаптарын татығыҙ, — тип әйтелер.

23. Хаҡтыр, иман килтереп, изгелек ҡылғандарҙы арыҡтарынан шишмәләр ағып ятыусы йәннәттәр ҡабул итер. Улар шунда алтын беләҙектәр кейеп, ынйылар тағырҙар. Кейемдәре иһә ебәктән тегелгән булыр. (24) Улар иң татлы-гүзәл һүҙгә ирешер, маҡтауға лайыҡ Аллаһтың юлына күндерелгәндәр шулар булыр.

25. Хаҡтыр, кәферҙәр кешеләрҙе Аллаһ юлынан, Мәсжед-и Харамға кереүҙән тыялар, Беҙ уны ғибәҙәт ҡы­лыр өсөн ҡорҙорҙоҡ, шунда тороусыға (ерле халыҡҡа) ла, ситтән килгән юлсыларға ла тигеҙ хоҡуҡтар бирҙек. Берәй­һе ул мәсеттә нәжеслек ҡылһа, Беҙ уны әрнетеүле ғазап менән язалаясаҡбыҙ.

26. Бер уаҡыт Беҙ Ибраһимға Бәйтулла (Кәғбәтулла) бу­ласаҡ урынды күрһәттек һәм әйттек:

— Һис бер кемде, һис бер нәмәне миңә тиңдәш ҡылма, тауаф итеүселәр (изге йортто әйләнеп йөрөүселәр), аяҡ өҫтө ғибәҙәт ҡылыусылар, рәкүғ һәм сәждәгә киткәндәр өсөн йортомдо паҡ тот, — тинек.

27. Кешеләр араһында Хажға барыуҙың кәрәклеге тураһында хәбәр тарат; улар йәйәүләп тә, оҙон юл йөрөп арыған дөйәләргә атланып та килер. (28) (Улар Хаж сәфәрендә кешеләр менән аралашып, мәғлүмәт йыйып, пакланып, Хаждың файҙа­һын күрһендәр), махсус билгеләнгән көндәрҙә үҙҙәренә ризыҡ өсөн бирелгән ҡорбанлыҡ хайуандар салып, Аллаһты зикер итһендәр (шуның өсөн Хажға килһендәр). Шул ҡорбан ит­тәрен һәм үҙегеҙ ашағыҙ, һәм дә бәхетһеҙ ярлыларға, фәҡирҙәргә лә ашатығыҙ.

29. Унан һуң керҙәрҙән (һаҡал-мыйыҡ, сәсле-төклө урын­дарын, тырнаҡтарын киҫһендәр) арынһындар. Нәҙерҙәрен үтәһендәр һәм Боронғо Изге Йортомдо (Кәғбәтулланы) тауаф итһендәр.

30. Бына (Хаж сәфәрендә) шундай хәлдәр. Аллаһтың әмерен хөрмәт менән үтәп, тыйылғандарҙы ҡылмаған һәр кемгә Раббы ҡатында бик тә хәйерле эш булыр. Харам тип иғлан ителгән хайуандарҙан тыш (хайуандар) һеҙгә хәләл ителде. Шуға күрә, нәжестән, (Аллаһҡа тиң күрелгән) боттарға табы­ныуҙан һаҡланығыҙ. Ялған һөйләүҙән ҡурҡығыҙ.

31. Аллаһтан башҡаны Илаһ итмәйенсә, уның Хәнифтәре (йәғни, Аллаһтың берлеген таныусы мөьминдәр) булығыҙ. Аллаһ янына тағын бер Илаһ килтереп ҡушҡан кеше Күктән йығы­лып төшкән, (үләкһә ҡоҙғондары тарафынан) ботарланған (мәйет) кеүек булыр йәки дауыл өйөрмәһе әллә ҡайҙарға илтеп ташлаған үләкһәгә тиң булыр. (32) Эштәр бына шулай тора. Шөбһә юҡтыр, Аллаһтың хөкөмдәрен хөрмәт иткән кешенең күңеле тәҡүәлектәҙер.

33. Уларҙа (ҡорбанлыҡ хайуандарҙа йәки Хаж ғәмәлдәрендә) һеҙҙең өсөн, мәғлүм бер уаҡытҡа ҡәҙәр, файҙалар барҙыр. Унан һуң уларҙың барасаҡ ере Боронғо Йорт (Кәғбәтулла) булыр.

34. Беҙ һәр өммәт өсөн ҡорбан салыуҙы тәртип иттек. Үҙҙәренә ризыҡ булырға тейешле, дүрт аяҡлы малдарҙы (сал­ғанда) Аллаһ исемен телгә алһындар, тип. Бына, һеҙҙең Тәңрегеҙ — Ул берҙән-бер — Аллаһ. Шулай булғас, Уға тәслим итегеҙ. (Ий, Мөхәммәд) һин ихлас күңеллеләрҙе һәм тыйнаҡ итәғәтселәрҙе һөйөнсөлә.

35. Аллаһ исемен ишетеүгә үк уларҙың йөрәктәре хөрмәт менән тетрәр. Баштарына төшкән ауыр һынауҙарҙы улар са­бырлыҡ менән уҙҙыра. Улар намаҙҙы дөрөҫ уҡый. Үҙҙәренә бирелгән ризыҡтарҙан (Аллаһ юлында) башҡаларға ла өлөш сығаралар.

36. Беҙ дөйәләрҙе лә һеҙҙең өсөн Аллаһтың (дини) ишара­ларынан (ҡорбанлыҡ) ҡылдыҡ. Уларҙа һеҙҙең өсөн файҙа бар. Улар аяҡтары өҫтөндә торғанда ла, Аллаһтың исемен әйтегеҙ. Янбаштарына төшкәндә (салғандан һуң йән биргәндә лә Аллаһтың исемен әйтегеҙ). Уларҙың итен үҙегеҙ ҙә ашағыҙ һәм дә һораған мохтаждарға ла өлөш сығарығыҙ. Бына шул хайуандарҙы Беҙ, шөкрәнә ҡылырһығыҙ, тип һеҙҙең файҙаға бирҙек. (37) Уларҙың (ҡорбанға салынған хайуандарҙың) ни ите, ни ҡаны Аллаһҡа түгел, Уға фәҡәт һеҙҙең тәҡүәле­гегеҙ генә барып ирешә. Һеҙҙе тура юлға баҫтырыусы Аллаһтың бөйөклөгөн танырһығыҙ, (Уға тәҡбир әйтегеҙ) тип был хайуандарҙы шулай итеп һеҙҙең файҙағыҙға бирҙек. (Ий, Мөхәммәд) изгелек ҡылғандарҙы һөйөнсөлә.

38. Аллаһ иманлыларҙы һаҡлар. Шуныһы ла хаҡтыр, Аллаһ хыянатсы һәм кәфер һәр кешене мөхәббәтенән мәхрүм итер. (39) Үҙҙәренә ғәҙелһеҙ һөжүм иткән осраҡта, йәберләнгән мосолмандарға һуғышырға рөхсәт ителде. Шуға күрә, уларu





Поделиться с друзьями:


Дата добавления: 2017-04-03; Мы поможем в написании ваших работ!; просмотров: 360 | Нарушение авторских прав


Поиск на сайте:

Лучшие изречения:

Студент может не знать в двух случаях: не знал, или забыл. © Неизвестно
==> читать все изречения...

2754 - | 2314 -


© 2015-2024 lektsii.org - Контакты - Последнее добавление

Ген: 0.012 с.