Лекции.Орг


Поиск:




Категории:

Астрономия
Биология
География
Другие языки
Интернет
Информатика
История
Культура
Литература
Логика
Математика
Медицина
Механика
Охрана труда
Педагогика
Политика
Право
Психология
Религия
Риторика
Социология
Спорт
Строительство
Технология
Транспорт
Физика
Философия
Финансы
Химия
Экология
Экономика
Электроника

 

 

 

 


Исра (Төнгө йөрөү, Яҡуп улдары) сүрәһе 3 страница




37. Дуҫы уға яуап булараҡ әйтте:

— Һин үҙеңде тупраҡтан, һуңынан тамсынан (шәһүәттән) яралтҡан, унан һуң һине әҙәм рәүешенә килтергән Аллаһты инҡар итәһеңме ни? — тине. — (38) Ләкин ул Аллаһ минең Раббымдыр һәм мин Раббыма һис бер нәмәне тиңләмәйем. (39) Ни эшләп һуң һин баҡсаңа кергәндә:

— Машаллаһ, ҡөҙрәт бары тик Аллаһтандыр, — тип әйтмәйһең? Әгәр ҙә һин мине мал яғынан да, балаларым яғынан да кәмһетәһең икән. (40) Кем белә, Раббым миңә һинең баҡсаңдан да яҡшырағын бирер; һинең баҡсаңды, бәлки, йәшен һуғар, баҡсаң ҡоп-ҡоро тупраҡ өйөмөнә әүерелер. (41) Йәки баҡсаңдан дым ҡасыр ҙа, һин ул дымды кире ҡайтара алмаҫһың.

42. Шунан һуң тегенең баҡсаһы (байлығы) һәләкәткә дусар ителде. Күпме көс сарыф иткән, (баҡсасының харап булғанына ҡарап) ул ҡулдарын ыуғылай ине. Баҡсаһындағы йөҙөм ағасын бәйләп ҡуйған терәктәр ҡырылып ергә ауған ине.

Ул:

— Аһ, әгәр ҙә мин Раббыға тиңдәрҙе эҙләмәгән булһа инем, — тине.

43. Уға ярҙам итеүсе булманы һәм ул үҙен (фәҡир­лектән) ҡотҡара алманы. (44) Ярҙамды, дуҫлыҡты ла бары тик Аллаһтан ғына көт. Бүләкләүсе лә Ул, яҙмышты хәл итеүсе лә Ул.

45. Һин уларға ғибрәт итеп күрһәт. Донъя тормошо ул Күктән аҡҡан һыу кеүек. Ер йөҙөндәге үҫемлектәр ул һыуҙы йотоп бөтөрә (үләндәр, ағастар шаулап үҫә, сәскә ата). Һуңынан ул ҡырҙар ел-дауылдар уҙғас, ҡоро сүп булып ҡала. Аллаһтың һәр нәмәгә ҡөҙрәте етә.

46. Ул малдар, ул улдар (бары тик) донъя тормошо­ның биҙәктәре генә. Изгелекле ғәмәлдәр генә мәңгегә ҡала­саҡ, Раббы алдында (ул ғәмәлдәр) сауап буласаҡ, һәм дә өмөткә нигеҙ буласаҡ.

47. Ул Көндө тауҙарҙы урындарынан күсергәс, һин Ер йөҙөн яланғас хәлдә күрерһең, һис бер кемде онотмай­ынса, уларҙы (мәйеттәрҙе) Мәхшәрҙә бергә туплаясаҡбыҙ.

48. Һәм улар берәм-берәм сафҡа теҙелешеп, Раббының хозурына баҫтырыласаҡ.

— Әүүәлендә һеҙҙе нисек яралтҡан булһаҡ, шул рәүештә (яланғас, малһыҙ, меҫкен хәлдә) Беҙгә килерһегеҙ. Һеҙ (фани донъяла) киҫәтүҙәрем тормошҡа ашмаҫ (Ҡиәмәт көнө килмәҫ, килһә лә беҙгә яза булмаҫ), тип уйлайһығыҙ, шулай түгелме?

49. Китап (ғәмәл дәфтәре) уртаға ҡуйылғас, яҙылған гөнаһтарын күреп, нисек ҡурҡҡандарын күрерһең.

— Харап булдыҡ. Был ниндәй китап һуң, (ҡылмыштарыбыҙҙың) ҙуры ла, бәләкәйе лә, берһе лә онотолмайынса яҙып ҡуйылған, — тип әйтерҙәр.

Шулай итеп, ҡылғандары улар ҡаршыһында булыр. Раббың һис бер кемгә ғәҙелһеҙ булмаҙ.

50. Фәрештәләргә әйттек:

— Әҙәмгә сәждә итегеҙ, — тинек.

Иблистән ҡалғандары барыһы ла сәждә итте. Иблис ул ен нәҫеленән ине. Раббының әмеренә буйһонманы. Хәҙер һеҙ Мине инҡар итеп, уны һәм уның тоҡомонан булғандарҙы дуҫ итерһегеҙме? Юҡһа, улар бит һеҙҙең дошманығыҙ. Кәферҙәр өсөн был әүерелеш (Аллаһтан йөҙ сөйөрөп, шайтанға эйәреү) ҡот осҡос ҙур әфәттер.

51. Мин уларҙы (иблис менән уға эйәргәндәрҙе) күктәр һәм Ерҙе яралтҡанда ла, үҙҙәрен яралтҡанда ла ярҙамсым (һәм шаһит) итеп саҡырманым. Мин юлдан яҙҙырыусыларҙың ярҙамына мохтаж түгелмен.

52. Ул Көндө (Аллаһ кәферҙәргә):

Миңә тиңләштергән (уйҙырма тәңреләрегеҙ) ҙе, саҡы­рығыҙ, — тип бойорор.

Улар саҡырыр, ләкин улар яуапһыҙ булыр. Беҙ улар (мөшриктәр менән боттары) араһына ҡурҡыныс упҡын яһаныҡ. (53) Гөнаһлылар (тамуҡ) ут (ын) күрер-күрмәҫ, шунда эләгәсәктәрен аңлап алыр. Унан ҡотолош юлын да таба алмаҫтар. (54) Ысынлап та, Бҙз был Ҡөръәндә кешеләр өсөн һәр төрлө ғибрәтле ҡиссаларҙы ҡат-ҡат миҫалға килтерҙек. Ләкин әҙәм заты, ғәҙәттә, киреһенә тарта.

55. Тура юлга өндәүсе (Ҡөръән, пәйғәмбәр) килгәс, ке­шеләрҙе иман килтереүҙән һәм Раббының ярлыҡауын һорап ялбарыуҙан (намаҙ уҡыуҙан) тыйған нәмә — ул ата-бабаларының башына килгән (һәләкәтте) үҙ баштарына ла килеүен көтөү һәм вәғәҙә ителгән яза менән йөҙгә-йөҙ осрашырға теләүҙәренән килә.

(Йәғни, кәферҙәр, мөшриктәр Аллаһтың язаһын үҙ күҙҙәре менән күрмәйенсә, иман килтермәҫ. Яза килгәс, иман килтерүҙәре ҡабул булмаҫ.)

56. Беҙ рәсүлдәребеҙҙе (йәннәткә керерһегеҙ тип) һөйөнсө алыр өсөн һәм (гөнаһлылар тамуҡҡа керәсәк тип) киҫәтергә генә тип, ебәрәбеҙ. Кәферҙәр иһә, Хәҡиҡәтте ҡаҡшатыр өсөн, хаҡты ялған, ялғанды хаҡ тип ғауғалашалар. Улар аяттарыбыҙҙан һәм (йәһәннәм ғазабы менән) ҡурҡытыуыбыҙҙан мыҫҡыллы көләләр.

57. Раббының киҫәтеүҙәрен иҫтәренә төшөрөп тә, уларға арҡа менән боролған, үҙҙәре ҡылғандарын (гөнаһтарын) онот­ҡан кешенән дә залимыраҡ кеше булырмы? Беҙ уларҙың күңе­ленә, быларҙы аңламаҫлыҡ итеп, ҡолаҡтары ишетмәҫлек итеп, ҡорма ҡуйҙыҡ. Һин уларҙы тура юлға саҡырһаң да, улар мәңге лә тура юлға баҫмаҫ.

58. Шулай ҙа, ярлыҡау мәрхәмәте киң булған Раббың уларҙы (гөнаһтары өсөн) язаларға теләһә, бик тиҙ язала­ған булыр ине. Ләкин уларға бирелгән бер мөҙҙәт (ваҡыт) бар. (Шул ваҡыт уҙып киткәс) улар (язанан) ҡасып ҡото­лор урын таба алмаҫ. (59) Шулай итеп, Беҙ ғәҙелһеҙ-әхлаҡһеҙ шәһәрҙәрҙе (ң кешеләрен) һәләк иттек. Уларҙы һәләк итеү өсөн билгеле бер ваҡыт тәғәйенләгән инек.

60. Бына бер ваҡыт Муса бер йәш егеткә әйтте: — Ике диңгеҙ ҡушылған урынға хәтле барып етмәйенсә, йылдар буйы барһам да, мин туктамаясаҡмын, — тине.

(Муса пәйғәмбәрҙең әмерендәге ул егеттең исеме Юшағ ине. Аятта телгә алынған ике диңгеҙ тураһында төрлө фекерҙәр бар. Берәүҙәре: уларҙың береһе — Ҡара диңгеҙ, икенсеһе — Хазар (Каспий) диңгеҙе, ти. Берәүҙәре иһә: Зәңгәр Нил менән Аҡ Нил, тигән фекерҙә тора. Өсөнсөләренең фаразыңса, ике диңгеҙ күсермә мәғәнәләге ғибәрә, йәғни хәҙрәти Муса менән Хозер (ғәләйһиһәслләм) ике диңгеҙгә тиңләштерелә.)

61. Һәр икеһе лә диңгеҙҙәр ҡушылған ергә барып еткәндә балыҡтары тураһында оноттолар. Балыҡ иһә, диң­геҙгә сумып, юҡ булды.

(«Тәржемәләр, тәфсирҙәр был турала төрлөсә һөйләй. Ноғманиҙа: балыҡтары терелеп, һыуҙы ярып, диңгеҙгә ҡарап китте. Пороховала: прямо к морю (дивным образом) направила свой путь. Кочигитта: балыҡ та диңгеҙҙә юлын табып, юҡ булды. Чантайҙа: ба­лыҡ диңгеҙҙә (хасил булған ярыҡҡа) тура юлды тотто». Хәсән Чантай тәфсиренән.)

62. (Осрашыу урынынан) күсеп киткәс, Муса егеткә әйт­те:

- Тамаҡ ялғарға ризығыбыҙҙы әҙерлә, - тине. - Ысынлап та юл йөрөп бик тә йонсоноҡ.

63. — Беләһеңме, — тине йәш егет. — Ял итергә ултырған ҡая янында балығымды онотоп ҡалдырғанмын. (Был турала һиңә әйтергә) шайтан ғына онотторҙо, башҡаһы түгел. Ул (балыҡ) мөғжизә көсө менән (терелеп) диңгеҙгә төшөп, йөҙөп китте.

(«Йәнһеҙ балыҡ терелеп, диңгеҙгә төшөп киткән урын Хозер (ғәләйһиссәлләм) менән осрашаһы урын ине. Балыҡ терелеп төшөп киткәнде хәҙрәти Муса күрмәй ҡалды. Егет был хәлде Мусаға әйтергә онотто.» Хәсән Чантай тәфсиренән.)

64. Муса әйтте:

— Эҙләй торған еребеҙ бына шул булыр, — тине.

Һәм улар килгән эҙҙәре буйлап кире китте. (65) Улар ҡолдарымдан бер ҡоломдо (хәҙрәти Хозерҙы) осратты, уға Беҙҙән бер рәхмәт (уахи һәм пәйғәмбәрлек) бирелде, йәнә Беҙуға ғилем өйрәттек. (66) Муса уға әйтте:

- Үҙеңә өйрәтелгәндәрҙе миңә өйрәтерһеңме, һиңә эйәрәйемме? — тине.

67. Ул (Хозер) әйтте:

— Минең менән йөрөргә һинең сыҙамлығың етмәҫ шул, тине. (68) — Асылын аңламаған көйөнсә, һин нисек сабыр итерһең икән?

69. Муса әйтте:

— Инша'аллаһ, һин минең сыҙамлығымды күрерһең. Һинең әмереңдән сыҡмам.

70. — Әгәр миңә эйәрәһең икән, үҙем мәсьәләнең асылы­на әйләнеп ҡайтҡансыға ҡәҙәр, бер нимә тураһында ла һорашма, — тине (Хозер ғәләйһиссәлләм).

71. Шулай итеп, улар юлға ҡуҙғалды. Ниһайәт, кәмәгә ултырғас, ул (хәҙрәти Хозер) кәмәнең төбөн тиште.

Муса:

— Кәмәләгеләрҙе батырыр өсөн кәмәне тиштеңме? — тине. — Ысындан да һин зарарлы эш ҡылдың.

72. — Миңә эйәрһәң, сабырлығың етмәҫ (һорашмайынса түҙә алмаҫһың), — тип әйтмәнемме?

73. Муса:

— Онотҡаныма күрә, һин мине шелтәләмә, зинһар, эшемдә миңә ауырлыҡ йөкләмә, — тине.

74. Алға табан киттеләр. Ниһайәт, уларға бер үҫмер осраны. Хозер уны үлтерҙе.

Муса әйтте:

— Ҡан үсең булмаған килеш, гонахһыҙ бер саф йәнде үлтерҙең. Ысындан да, һин яман эш ҡылдың, — тине.

75. — Миңә эйәреп йөрөһәң, түҙемлегең етмәҫ, тип мин һиңә әйтмәнемме? — тине (хәҙрәти Хозер).

76. Муса әйтте:

— Әгәр тағын берәй нәмә тураһында һораһам, мине юлдашың итмә. Ысынлап та, (яныңдан ҡыуһаң да), мин һиңә үпкәләмәм, — тине.

77. Тағын алға табан киттеләр. Ниһайәт, бер ауылға ке­реп, улар ашарға һораны. Ләкин ауыл халҡы уларҙы ҡунаҡ итеүҙән баш тартты. (Шулай ҡаңғырып йөрөй торғас) улар ауыр­ға торған бер ҡойма янына килеп сыҡты. (Хозер) тиҙ генә ҡойманы турайтып, төҙәтеп ҡуйҙы.

Муса:

— Әгәр ҙә теләһәң, һин был эшең өсөн түләү алыр инең, -тине.

78. (Хозер) әйтте:

— Бына ошо була инде беҙҙең айырылышыуыбыҙ. Хәҙер мин һиңә сабыр итмәйенсә һорағандарыңдың асылын аңлатып бирәм, — тине. (79) — Кәмә мәсьәләһе былай тора. Ул кәмә фәҡир балыҡсыларҙыҡы ине. Мин ул кәмәне яраҡһыҙға сығарҙым. Сөнки уларҙан йыраҡ түгел генә кәмәләрҙе талап алыусы бер (юлбаҫар) батша бар ине. (80) (Баяғы аҙғын) үҫмергә килгәндә, уның ата-әсәһе мосолман ине. Һәм беҙ: (ул үҫмер) аҙғынлығы һәм сиктәрҙе уҙыуы менән (ата-әсәһенә тағын) зыян-зәхмәт килтерер, тип был эште башҡарҙыҡ. (81) Беҙшулай теләнек:

— Раббы (аҙғын үҫмер) урынына унан паҡ һәм мәрхәмәтле бала бирһен, — тинек. (82) Ҡойма мәсьәләһе былай булыр. Ул ҡойма ике йәтимдеке ине. Аҫтында уларға тейешле хазина ята ине. Аталары бик изгелекле кеше ине. Раббың теләне, ул ике сабый бәлиғлеккә ирешкәс, Раббының рәхмәте булараҡ, шул хазинаны табасаҡ. Был эште лә мин үҙ белдеклегем менән башҡарманым (Аллаһ ҡушҡанса ғәмәл ҡыл­дым). Бына, һине ҡыҙыҡһындырған, сабырһыҙ иткәндәрҙең асылы шулдыр.

83. (Ий, Мөхәммәд) улар (кәферҙәр) һинән Зөлҡәрнәй тураһында һорар. Әйт:

— Мин уның тураһында һөйләрмен, — тип.

(«Бәйзәүи тәфсиренә күрә, Зөлҡәрнәй — ул Искәндәрҙең (Алек­сандр Македонскийҙың) ҡушаматы икән. Уның пәйғәмбәр булған­мы, юҡмы икәнлеге теүәл асыҡланмаған. Ләкин уның изгелекле шәхес икәнлеге, донъяны яулап алғанға, Иранды, Римды үҙенә буй­һондорғанға, тажында ике мөгөҙ булғанға күрә, уны Зөлҡәрнәй, йәғни Ике мөгөҙлө тип йөрөткәндәр. Ҡайһы бер тәфсирселәр иһә, Искәндәр Зөлҡәрнәйҙән элек шул исемде йөрөткән башҡа бер пәйғәмбәр булғанлығы тураһында яҙалар, ысындан да, был фекер хәҡиҡәткә яҡын» Хәйретдин Ҡараман тәфсиренән)

84. Хаҡтыр, Беҙ уны (Зөлҡәрнәйҙе) Ер йөҙөндә ха­ким иттек, уға бөтөн юлдарҙы астыҡ. (85) Ул (һайлаған) юлынан китте.

86. Ниһайәт, Ҡояш батҡан ергә килеп етте, Ҡояш иһә ҡара-ғусҡыл һыулы диңгеҙгә бата икән. Уның янында ке­шеләр барлығын күрҙе.

Шунда Беҙ:

— Әй, Зөлҡәрнәй, һин уларҙы язалай алаһың йәки һин уларға изгелек ҡыла алаһың, — тинек.

87. Ул шулай тине:

— Хаҡһыҙ ҡыланғандарҙы язаларбыҙ, һуңынан улар Раббы янына килтереләсәк. Шунда Аллаһ уларға ҡурҡыныс ғазаптар тәғәйенләйәсәк. (88) Иман килтереп, изгелек ҡылғандарға иһә, беҙҙән гүзәл бүләктәр булыр. Беҙ уларға үтәүе еңел булған әмерҙәр бирербеҙ.

89. Ул тағын юлға сыҡты. (90) Ниһайәт, ул Ҡояш сыҡҡан ергә килеп иреште. Шунда шундай халыҡ йәшәй ине. Өҫтәренә Ҡояш сыға, беҙ уларға күләгә яһарлыҡ нәмә бирмәнек.

91. Бына шулай итеп, Беҙ уның нимә ҡылғанын, нимә ҡылмағанын — бөтөнөһөн белеп торҙоҡ.

92. Һуңынан ул тағын юлға сыҡты. (93) Ниһайәт, ул ике тау араһына килеп етте, шунда һис бер һүҙ аңламай тор­ған бер халыҡ менән осрашты. (94) Улар (тәржемәселәр аша) әйтте:

- Әй, Зөлҡәрнәй, был ерҙәрҙә Йәжүж менән Мәжүж боҙоҡлоҡ ҡыла. Ике араға бер ҡойма һалып бирһәң, беҙ биргәндәрҙе алырһыңмы? — тинеләр.

95. Әйтте:

— Раббым миңә биргән ниғмәттәр һәм ҡөҙрәт (һеҙ түләгәндәрҙән) хәйерлерәк. Һеҙ миңә эшсе ҡулдар менән ярҙам итегеҙ, ике араға кеше менә алмаҫ бейек ҡойма ҡорормын.

96. — Миңә тимер терәктәр килтерегеҙ, — тине. Ниһайәт, тау араһын (тимер менән) тоташтырғас (ти­геҙләгәс):

(Күректәр менән) өрҙөрөгөҙ, — тине. Өрҙөргәс:

— Алып килегеҙ, өҫтөнә эретелгән баҡыр ҡоярбыҙ, — тине.

97. Шунан һуң (дошмандар) уға (ҡоймаға) менә алманылар, емерә лә алманылар. (98) Зөлҡәрнәй әйтте:

— Был эш Раббымдан бер рәхмәттер. Ләкин Раббымдың вәғәҙә (Ҡиәмәт) Көнө килеп еткәстен, был ҡойманы ер менән тигеҙләр. Раббымдың вәғәҙәһе хаҡтыр, — тине.

99. Ул Көндө Беҙ уларҙы үҙ-ара ҡысҡырышҡан хәлдә, тоташ ағым-тулҡын булып өйөрөлөшкән хәлдә ҡалдырырбыҙ. Сур борғоһо ҡысҡыртыр, шунда беҙ уларҙы бергә йыйыр­быҙ. (100) Һәм Беҙ уларға тамуҡтың нимә икәнен күрһәтербеҙ. (101) Улар(ҙың күңел күҙҙәре) аяттарымды уҡымаҫлыҡ дәрәжәлә томаланған ине. (Ҡөръәндәге) һүҙҙәремде ишетмәҫлек һаңғырау ине ҡолаҡтары.

102. Ул кәферҙәр Мине инҡар итеп, ҡолдарымды (Ғайса менән Гозәйерҙе) үҙҙәренә яҡлаусы, ярлыҡаусы итеп таныны­лар. Беҙ йәһәннәмде улар (гөнаһлылар) өсөн әҙерләнек.

103. Әйт:

— Ҡылмыштары арҡаһында иң күп зыян күргәндәр тураһында һөйләймме? —тип. — (104) Изгелек ҡылабыҙ тип, фани донъяла тырышҡандары бушҡа киткәндәр, (105) Раббының аяттарын һәм Уның менән (Әхирәттә) күрешәсәктәрен инҡар итеүселәр - ҡылған ғәмәлдәре заяға киткән кешеләр буласаҡ. Ҡиәмәт көнөндә Беҙ уларға бер ниндәй ҙә бизмән тотмаясаҡбыҙ (уларҙы һаңға һуҡмаясаҡбыҙ) (106) Ана, уларҙың бүләге — йәһәннәм. Аллаһҡа инанмағандары, аяттарымды инҡар иткәндәре һәм рәсүлдәремде мыҫҡыллағанда­ры өсөн. (107) Иманлы кешеләр өсөн, изгелек ҡылғандарға торор урын - Фирҙәүес йәннәтенең баҡсалары булыр. (108) Улар шунда мәңгегә тороп ҡаласаҡ. Унан һис тә сығырға теләмәҫтәр.

109. Әйт һин:

— Диңгеҙҙәрҙең һыуы яҙыу ҡараһына әүерелһә лә, Илаһтың һүҙҙәре (хикмәттәре, мөғжизәләре) төкәнмәҫ, яҙа-яҙа диңгеҙ һыуы бөтөр ине. Хатта тағын шул ҡәҙәр ҡара диңгеҙе яһа­һаҡ та, — тип.

110. Әйт һин:

— Мин һеҙҙең кеүек үк кеше, - тип. - Миңә бары тик Аллаһыбыҙҙың бер икәнен әйтеү генә йөкләнгән. Инде кем дә кем Раббыһы менән ҡауышырға өмөт итә, изгелек ҡылһын һәм Аллаһҡа ғийбәҙәттә саҡта һис бер башҡа тәңрегә йөҙ тотмаһын (табынмаһын), — тип.

 

Мәрйәм (Мәрйәм) сүрәһе

 

(Мәрйәм сүрәһе 98 аяттан тора. Был сүрәлә хәҙрәти Мәрйәмдең Ғайса пәйғәмбәребеҙҙе донъяға килтереүе тураһында һөйләнә, шуға күрә, исеме лә «Мәрйәм сүрәһе» тип атала.)





Поделиться с друзьями:


Дата добавления: 2017-04-03; Мы поможем в написании ваших работ!; просмотров: 289 | Нарушение авторских прав


Поиск на сайте:

Лучшие изречения:

Слабые люди всю жизнь стараются быть не хуже других. Сильным во что бы то ни стало нужно стать лучше всех. © Борис Акунин
==> читать все изречения...

3363 - | 3189 -


© 2015-2026 lektsii.org - Контакты - Последнее добавление

Ген: 0.014 с.