153. Әйттеләр:
— Һин сихырҙан тилергәнһең, — тинеләр. (154) — Һин үҙең дә әллә кем түгел, беҙҙең кеүек үк ғәҙәти бәндәһең. (Мин — Аллаһтың илсеһе, тигән) һүҙҙәреңде раҫлар өсөн һин бер мөғжизә эшләп күрһәт (шунан һуң беҙ һиңә ышанырбыҙ).
155. (Таш эсенән тере дөйә сығарғас) Салих әйтте:
— Бына, һеҙгә әсә дөйә. (Шишмәнән) бер көндө ул һыу эсер, икенсе көндө — һеҙ. (156) Уға бер ҙә яманлыҡ эшләмәгеҙ. (Юҡһа) һуңынан, бөйөк Көн килгәс, һеҙҙе хәтәр яза тотар.
157. Шуға ла ҡарамаҫтан, улар дөйәне һуйҙы. Ләкин һуңынан бик ныҡ үкенделәр. (158) Сөнки улар язаһын алды. Шик юҡтыр, бында ғибрәт бар. Ләкин уларҙың күбеһе иман килтермәне. (159) Хаҡтыр, һинең Раббың — һәр ваҡыт еңеүсе һәм сикһеҙ мәрхәмәтле.
160. Луттың халҡы ла пәйғәмбәрҙе ялғансы тип атаны. (161) Лут үҙтуғандарына әйтте:
— Аллаһтан ҡурҡмайһығыҙмы ни? — тине. (162) — Хаҡтыр, мин һеҙгә тоғро пәйғәмбәр булараҡ күндерелгән кешемен. (163) Инде Аллаһтан ҡурҡығыҙ һәм миңә эйәрегеҙ. (164) Был эшем өсөн мин һеҙҙән һис бер түләү һорамайым. Миңә тигән бүләк бары тик Аллаһ хозурында ғына. (165, 166) Раббығыҙ һеҙҙең өсөн яралтҡан ҡатындарығыҙҙы яңғыҙ (нәүмиз) ҡалдырып, донъяла булмағанды, һеҙ генә (енси ихтыяжығыҙҙы ҡәнәғәтләндерер өсөн) ирҙәр менән яҡынлыҡ ҡылаһығыҙ түгелме? Хаҡтыр, һеҙ (хәләлде ташлап, харамға күсеүсе) аҙғын халыҡ икән.
167. Әйттеләр:
— Әй, Лут, һин был эшеңдән ваз кисмәһәң, һис шикһеҙ, һине ҡыуасаҡбыҙ, — тинеләр.
168. Лут әйтте:
— Ошо ҡыланмыштарығыҙ өсөн һеҙгә нәфрәтләнәм, — тине. (169) — Йә, Раббым, мине һәм минең халҡымды был ҡылмыштарынан ҡотҡар, — тине Лут.
170. Шунан һуң Беҙ уны һәм (иман килтергән) бөтөн ғәйләһен ҡотҡарып ҡалдыҡ. (171) Иман килтермәгәндәр (һәләк булғандар) араһында уның ҡатыны ла бар ине. (172) Унан һуң ҡалғандарҙың барыһын да һәләк иттек. (173) Өҫтәренә шундай (хәтәр дауыллы, дәһшәтле ташлы) ямғыр ҡойҙорҙоҡ, киҫәтелгәндәр (әммә иман килтермәгәндәр) өсөн бик тә хәтәр ямғыр ине ул. (174) Шик юҡтыр, бында ғибрәт бар. Ләкин уларҙың күбеһе иман килтермәй. (175) Хаҡтыр, һинең Раббың һәр уаҡыт еңеүсе һәм сикһеҙ мәрхәмәтле.
176. Әйкә (тигән урман) халҡы ла пәйғәмбәрҙе (Шөғәйепте) ялғансы тип атаны. (177) Шөғәйеп уларға әйтте:
— Аллаһтан ҡурҡмайһығыҙмы ни? — тине. (178) — Хаҡтыр, мин (һеҙгә күндерелгән) тоғро пәйғәмбәр булам.
(179) Инде Аллаһтың язаһынан ҡурҡыр уаҡытығыҙ етте һәм миңә эйәрегеҙ. (180) Был эшем өсөн мин һеҙҙән бер ниндәй ҙә түләү һорамайым, миңә тигән бүләк бары тик ғәләмдәрҙең хужаһы булгғн Аллаһ хозурында ғына. (181) Үлсәүҙә теүәл үлсәгеҙ. Кәм үлсәмәгеҙ (кеше хаҡы ашамағыҙ). (182) Дөрөҫ бизмән менән үлсәгеҙ. (183) Кеше хаҡына кермәгеҙ. Ер йөҙөндә боҙоҡлоҡ (ғәҙелһеҙлек) таратмағыҙ. (184) Һеҙҙе һәм килеп-киткән нәҫелдәрҙе яралтҡан Аллаһтың язаһынан ҡурҡығыҙ, — тине.
185. Әйттеләр:
— Һин (сихырҙарҙан) тилергән кеше икәнһең, — тинеләр. (186) - Һин үҙең дә (әллә кем түгел), беҙҙең кеүек үк ғәҙәти бәндә икәнһең. Беҙ һине, ысындан да, ялғансы, тип уйлайбыҙ. (187) Әгәр һүҙең дөрөҫ булһа (пәйғәмбәрлегеңә ышандыраһың килһә), өҫтөбөҙгә бер киҫәк Күкте индер. (188) Шөғәйеп әйтте:
— Һеҙҙең ҡылмыштарығыҙҙы Аллаһ яҡшы белеп тора, — тине.
189. Шулай ҙа улар уны ялғансы тинеләр һәм уларға яза иреште. (Ҡояшты ҡаплаған) күләгәле, болотло көндө уларға ғазап килде. Хаҡтыр, ул хәтәр яза ине.
190. Шик юҡтыр, бында ғибрәт бар. Ләкин уларҙың күбеһе иман килтермәне. (191) Хаҡтыр, һинең Раббың һәр саҡ еңеүсеҙер һәм сикһеҙ мәрхәмәтлеҙер.
192. Ул (Ҡөръән), һис ялғанһыҙ, ғәләмдәрҙең хужаһы Раббынан индерелде. (193) Уның менән бергә имен рух (Жәбраил фәрештә) иңде. (194) (Аллаһтың ҡолдарын) киҫәтеүсе (өгөтсө) булһын тип, һинең күңелеңә (Ҡөръән) индерелде. (195) Ғәрәпсә асыҡ итеп индерелде. (196) Ысынлап та, (Ҡөръән тураһында хәбәрҙәр) бынан элек килгән китаптарҙа ла бар.
197. Исраил тоҡомо араһындағы ғалимдарҙың (Мөхәммәд һәм Ҡөръән тураһында) белгәндәре уларға дәлил була алмаймы ни? (198) Беҙ уны башҡа ҡәүемдән булған кешегә индергән булһа инек, (199) шунан ул уны халыҡҡа (әсә телендә) уҡыһа ине, барыбер улар иман килтермәгән булыр ине. (200) Шулай итеп, Беҙ гөнаһлыларҙың күңеленә кәферлек керттек. (201) Хәтәр язаны үҙ күҙҙәре менән күрмәйенсә улар иман килтермәҫ. (202) Ғазап уларға абайламаҫтан (көтмәгәндә) килер. (203) Шул саҡ улар:
— (Ғазапты) кисектереп булмаҫмы? — тип ялбарыр. (204) Улар тиҙерәк язабыҙҙың (был донъяла уҡ) килеүен теләйме ни?
205. Һин әйтеп бир (ий, Мөхәммәд): оҙаҡ йылдар дауамында Беҙ уларға ниғмәт бирһәк, (206) һуңынан улар өҫтөнә вәғәҙәбеҙ (хәтәр ғазап) төшһә, (207) донъялағы файҙалы малдары уларҙы ҡотҡарып ҡалыр инеме?
208. Иң башта киҫәтмәйенсә (пәйғәмбәр ебәрмәйенсә), Беҙ бер генә халыҡты ла харап итмәнек. (209) Беҙ бер ҡасан да ғәҙелһеҙ булманыҡ, (нахаҡҡа яза бирмәнек). (210) Ул (Ҡөръән) шайтандар тарафынан индерелмәне. (211) Был уларҙың ҡулынан килә торған эш түгел, уларҙың ундай ҡеүәте юҡ. (212) Шик юҡтыр, улар — (фәрештәләрҙең һүҙен) ишетеүҙән мәхрүм ҡалған заттар. (213) Шуға күрә, һаҡ бул, Аллаһҡа тиң тип, башҡа бер Илаһ саҡырма. Һуңынан ғазаптарға дусар булырһың. (214) Яҡын туғандарыңды ла (гөнаһ ҡылғандарҙы Аллаһтың ҡаты язаһы көтә тип) киҫәтеп ҡуй. (215) Һиңә эйәргән мөьминдәргә (изгелекле ярҙам) ҡанатыңды йәй. (216) Әгәр улар инҡар юлына баҫып, буйһонмаһалар, әйт:
— Мин һеҙҙең был эштәрегеҙҙән йыраҡ торам, — тип.
217. Һин һәр саҡ еңеүсе һәм ярлыҡаусыға (Аллаһҡа) һыйын. (218, 219) Ул намаҙ уаҡытында башҡа бик күп ғибәҙәт ҡылыусылар араһында һинең нимә эшләгәнеңде күреп тора. (220) Хаҡтыр, ул барыһын да ишетеп, күреп тороусы.
221. (Һәй, мөшриктәр) шайтандарҙың кем янына ингәндәрен һеҙгә әйтеп бирәйемме? (222) Улар гөнаһ ҡылыусылар, ялғансылар башына төшә. (223) Улар (гөнаһлылар, ялғансылар шайтанды) тыңлайҙар һәм уларҙың күбеһе ата ялғансы.
224. Шағирҙарға килгәндә, эш былай тора. Уларға ла аҙашҡандар эйәрә. (225) Күрмәйһеңме ни, улар нимә ҡылғандарын белмәйенсә (тилереп), болондар буйлап йөрөй. (226) Һәм тормошҡа ашмаҫтай хыялый һүҙҙәр һөйләнәләр. (Үҙҙәре булдыра алмаған эшкә башҡаларҙы өндәйҙәр.)
227. Бары тик иман килтереп, изгелек ҡылғандар, Аллаһты онотмағандар һәм үҙҙәренә ғәҙелһеҙлек ҡылғандарҙан үҙҙәрен яҡлай алғандар, улар (Хаҡҡа ҡаршы шиғыр яҙған хыянатсы шиғырсылар) рәтендә түгел. Ғәҙелһеҙлек ҡылған залимдар үҙҙәренең ҡайҙа барасаҡтарын оҙаҡламай белерҙәр.
Нәмел (Ҡырмыҫҡа) сүрәһе
(Нәмел сүрәһе 93 аяттан тора. Мәккәлә ингән. «Нәмел» — ҡырмыҫҡа тигән һүҙ. 18 нсе аятта ҡырмыҫҡалар тураһында һөйләнгәнгә күрә, сүрәгә ошо исем бирелгән.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Та. Син. Былар Ҡөръәндең, (яҡшы менән яманды) ап-асыҡ айырып биреүсе Китаптың аяттарыҙыр. (2) Мөьминдәр өсөн тура юл күрһәтеүсе һәм һөйөнөс хәбәре килтереүсеҙер.
3. Намаҙҙы дөрөҫ уҡығандар, зәкәт биреүселәр — ысын мосолмандыр. Улар—Әхирәт көнөнә лә ысын күңелдән инанған кешеләр, (4) Әхирәт көнөнә ышанмағандарҙың яман эштәрен Беҙ яҡшы итеп күрһәттек (улар яҡшы эш ҡылабыҙ, тип уйлайҙар). Ләкин уларҙың күңел күҙҙәре һуҡыр килеш ҡала. (5) Улар шундай кешеләрҙер, улар хәтәр язаға мәхкүм. Улар — Әхирәттә лә иң күп зыянға дусар ителгән кешеләрҙер. (6) Шик юҡ, Ҡөръән һиңә һәр нәмәнең асылын белеүсе, берҙән-бер, хикмәт эйәһе тарафынан бирелде.
7. Иҫегеҙҙәме, нисек итеп Муса ғәйләһенә:
— Мин ут күрҙем. Шунда барып юл һораштырайым йәки утлы киҫәү алып киләйем, йылынырһығыҙ, — тине. (8) Шунда барғас, бер ауаз ишетелде:
— Ут янындағы (Муса), әйләнә-тирәләге (фәрештә)ләр мөбәрәк ҡылынды (уларға бәрәкәт бирелде). — Ғәләмдәрҙең Раббыһы Аллаһ (камил) һис кәмселекһеҙ. (9) — Әй, Муса, Хәҡиҡәт — Мин ул, һәр уаҡыт еңеүсе, берҙән-бер хөкөм һәм хикмәт эйәһе Аллаһ. (10)
— Ҡарышҡыңды (таяғыңды) ташла! —тине Аллаһ. (Муса таяғын ташланы) ул шунда уҡ йыланға әүерелде, уны күреп (Муса) артына боролоп ҡарамайынса, ҡаса башланы.
- Әй, Муса, ҡурҡма. Мин бында ғына. Мин булғанда пәйғәмбәр бер нимәнән дә ҡурҡмаҫ, — тигән тауыш ишетелде.
11. Әгәр ҙә берәйһе яманлыҡ ҡылғандан һуң (тәүбә итеп) изгелек ҡылһа, һис шикһеҙ Мин уны ярлыҡармын һәм уға сикһеҙ мәрхәмәтле булырмын.
12. Ҡулыңды ҡуйыныңа тыҡ та, Фирғәүенгә һәм тоҡомона туғыҙ мөғжизәнең берһен күрһәт: (ҡулың) һис зыян күрмәйенсә, (күҙ яуын алырҙай) ап-аҡ булып (нур сәсеп) күренер. Шик юҡ, улар аҙғын халыҡ булып сыҡты.
13. Аяттарыбыҙ ап-асыҡ булып килгәс, улар:
— Был, һис шикһеҙ, бер күҙ буяу-сихыр ғына, — тинеләр.
14. Гәрсә улар эстән генә аяттарҙың дөрөҫ икәненә ышанһалар ҙа, тәкәбберлектәре һәм кирелектәре арҡаһында, телдәре менән инҡар иттеләр. Ҡара әле, боҙоҡлоҡ таратыусыларҙың ахыры нимә менән бөттө!
15. Хаҡтыр, беҙ Дауытҡа һәм (уның улы) Сөләймәнгә ғилем бирҙек. Улар әйтте:
— Беҙҙе мөьмин ҡолдарының күбеһенән өҫтөн ҡылған Аллаһҡа маҡтауҙар булһын, — тинеләр.
16. Сөләймән Дауытның вәриҫе булды. Әйтте:
— Әй, кешеләр, беҙгә ҡоштар теле өйрәтелде. Беҙгә бар нәмәнән дә өлөш сығарылды. Шик юҡ, был Аллаһ Тәғәләнең беҙгә булған айырыуса мәрхәмәте һәм йомартлығы, — тине.
17. Сөләймән янында ендәрҙән, кешеләрҙән, ҡоштарҙан торған ғәскәр тупланды. Быларҙың барыһы ла (уның тарафынан) идара ителә ине. (18) Ҡырмыҫҡалар күп булған үҙәнгә килеп сыҡҡас, бер ҡырмыҫҡа әйтте:
— Әй, ҡырмыҫҡа халҡы! Ояғыҙға кереп ҡасығыҙ. Һаҡ булығыҙ, Сөләймән ғәскәрҙәре, үҙҙәре лә белмәҫтән, һеҙҙе таптап-һытып китмәһен, — тине.
(«Нужно отметить, что выражение вади-л-намл нельзя перевести как «долина Муравьев», ибо «Намл» — это имя собственное; согласно Т(см. коренъ вади), долина Намл расположена между Джибрином и Аскаланом. «Намлах» — это название племени...» Мөхәммәд Али тәфсиренән.)
19. (Ҡырмыҫҡа әйткәндәрҙе ишеткәс) Сөләймән ғәжәпләнде һәм йылмайҙы ла әйтте:
— Йә, Раббым, — тине. — Үҙемә һәм атам-әсәмә биргән ниғмәттәреңә шөкөр итергә һәм Һинең ризалығыңды алырҙай изгелектәр ҡылырға миңә форсат бир. Рәхмәтең менән миңә лә (йәннәттә) башҡа тоғро ҡолдарың менән бер рәттән урын бир, — тине.
20. Ул (Сөләймән) ҡоштарҙы күҙҙән кисергәс:
— Ни өсөндер һөҙһөттө күрмәйем. Әллә ул юғалып ҡалдымы? — тине. (21) — Һәр хәлдә мин уға ҡаты яза бирәсәкмен йәки уның башын саптырасаҡмын, әгәр ҙә ул ни өсөн килмәгәнен аҡларлыҡ асыҡ дәлил килтермәһә.
22. Оҙаҡ та уҙмаҫтан, Һөҙһөт килеп етте һәм әйтте:
— Мин һин белмәгән нәмәне беләм, — тине. — Сәбәнән мин һиңә бик тә мөһим бер хәбәр килтерҙем; (23) хаҡтыр, мин шунда батшалыҡ итә торған бер ҡатынды осраттым. Уның бөтөн нәмәһе бар. Ул бик ҙур тәхеткә эйә; (24) улар Аллаһ урынына Ҡояшҡа табына торған халыҡ. Яман ғәмәлдәрен матур күрһәтеп, шайтан уларҙы юлдан яҙҙырған. Шунлыҡтан улар тура юлды тапмай; (25) күктәрҙә һәм Ерҙәге асыҡ һәм йәшерен нәмәләрҙең бөтөнөһөн белеп тороусы Аллаһҡа улар сәждә итмәй; (26) бөйөк Ғәрештең хужаһы, Үҙенән башҡа һис бер тиңе булмаған Аллаһ — берҙән-бер Илаһ (тип танымай).
27. Сөләймән әйтте:
— Ҡарап ҡарайыҡ, һин дөрөҫөн һөйләнеңме, әллә ялғанланыңмы? — тине. (28) — Һин ошо хатты алып кит, уларға тапшыр. Бер аҙ уаҡыт яуап көт. Нисек яуап бирерҙәр икән?
29. (Хатты алғас, батшабикә яҡындарына) әйтте:
— Әй, ярандарым, хаҡтыр, миңә бик тә әһәмиәтле бер хат килеп төштө; (30) ул хат Сөләймәндән һәм ул рәхимле, мәрхәмәтле Аллаһ исеме менән: бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим, тип башлана: (31) «Миңә ҡаршы баш ҡалҡытмағыҙ. Баш эйеп, яныма килегеҙ,» тип әйтелгән. (32) Батшабикә:
— Әй, кәңәшселәрем, — тине. — Фекерҙәрегеҙҙе миңә әйтегеҙ. Һеҙҙән башҡа был мәсьәләне үҙемә генә сисеүе бик ҡыйын булыр.
33. Әйттеләр:
— Беҙ — көс-ҡеүәт эйәләре, ҡаты һуғыш өсөн яралтылған. Әмер — һинәндер, үтәү — беҙҙәндер, (Ниндәй әмер биреү Һинең ихтыярыңда.) — тинеләр.
34. — Хаҡтыр, батшалар берәй илгә баҫып керһә, шул илде туҙҙырып ташлай. Шул халыҡтың абруйлы әҙәмдәрен хур итеп, мәсхәрәгә ҡалдыралар. Былар ҙа беҙҙе шулай итәсәк; (35) мин уларға берәй бүләк юллайым, илселәрем ниндәй яуап алып ҡайтыр, ҡарап ҡарайыҡ.
36. Илсе килеп еткәс, Сөләймән әйтте:
- Һеҙ мал биреп ярҙам итергә булаһығыҙмы ни? Аллаһтың миңә биргән ниғмәтттәре, һеҙгә Аллаһ биргән ул бүләгегеҙҙән хәйерлерәк. Һеҙ шул бүләктәрегеҙ менән ғорурланаһығыҙмы? (37) Кире ҡайт (ып әйт), һис шикһеҙ, еңелмәҫ ғәскәрем менән мин һеҙгә яу асам, уларҙы хур итеп, пыран-заран килтереп өйҙәренән ҡыуып сығарып, ҡайтып китәсәкмен. (38) Һәм тағын әйтте:
— Әй, оло кәңәшселәрем, улар миңә баш эйеп килгәнгә саҡлы, ҡайһығыҙ шул тәхетте миңә алып ҡайта ала? — тине.
39. Ендәр араһындағы бер ғифрит шикеллеһе:
— Һин урыныңдан ҡалҡҡансы уҡ, мин уны һиңә алып ҡайтырмын. Был эште башҡарырға ышанысым, ҡеүәтем етәрлек, — тине.
40. Китап уҡып белем алған берәү:
— Күҙ асып йомғансы мин (ул тәхетте) һиңә алып ҡайтырмын, — тине.
Һәм ул (Сөләймән) уны (тәхетте) алдында күрҙе лә әйтте:
— Был Раббымдың мине һынап ҡарауыҙыр, моғайын: шөкөр итәсәкме мин, әллә шөкөр итеүҙән баш тартасаҡмынмы, тип.
Шөкөр итеү кешенең үҙ файҙаһына булыр. Кем шөкөр итмәй, (үҙенә зыян), хаҡтыр, Аллаһ уның шөкөрөнә мохтаж түгел. Сөнки Аллаһ Үҙе байлыҡҡа хужа.
41. Әйтте:
— Был тәхетте ул танымаҫлыҡ итеп үҙгәртегеҙ, — тине. — Күрербеҙ, ул уны танырмы, юҡмы? Дөрөҫ юлдамы был батшабикә, әллә ҡыйыш юлдамы? (42) Ханым килгәс, һоранылар:
— Был һинең тәхетеңме? — тинеләр. Ҡатын әйтте:
— Әйе, шул буғай, — тине. (Сөләймән әйтте):
— Бынан элек беҙгә (Аллаһ) белем бирҙе һәм беҙ мосолман булдыҡ.
43. Аллаһты инҡар итеп, табына торғандары (Ҡояш) Исламды ҡабул итергә ҡамасаулыҡ иткән. Сөнки ул ҡатын кәферҙәр тоҡомонан ине.
44. Уға (батшабикәгә) әйттеләр:
— Һарайға кер, — тинеләр. (Аҫтына һыу ебәрелгән бәллүр-быяла иҙәнгә баҫыр алдынан) тәрән һыуға керәм тип, батшабикә итәген күтәрә төштө, уның матур балтырҙары күренде. (Сөләймән) әйтте: