(Ибраһим сүрәһе 52 аяттан тора. Бер өлөшө Мәҙинәлә, бер өлөшө Мәккәлә ингән. Ибраһим Пәйғәмбәрҙең доғаларын үҙ эсенә алғанға күрә, сүрә шулай аталған.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Әлиф. Ләм. Ра. Раббының рөхсәте менән кешеләрҙе ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡҡа әйҙәп, һәр нәмәне еңеүсе, маҡтауға лайыҡ Аллаһтың юлына сығарыу өсөн һиңә индергәнебеҙ бер Китап ул — Ҡөръән.
2. Аллаһ ул шундай, күктәрҙә һәм Ерҙә нимә булһа, шуларҙың барыһы ла Аллаһтыҡы. Дәһшәтле ғазап кәферҙәргә ҡайғы килтерәсәк. (3) Донъя тормошон Әхирәттәгеһенә ҡарағанда өҫтөн ҡуйыусылар — Аллаһ юлынан яҙҙырыусылар; шул юлды кәкерәйтергә теләгәндәрҙең барыһы ла Хаҡтан йыраҡта аҙашып ҡалдылар.
4. (Аллаһтың әмерҙәрен) Уға телендә яҡшылап аңлатһындар тип, (үҙ араларынан) пәйғәмбәрҙәр күндерҙек. Аллаһ (мосолман булырға) теләмәгәнде аҙаштырыр, теләгәнен тура юлға сығарыр. Аллаһ көс һәм хикмәт эйәһе.
5. Мусаны ла Беҙ:
— Халҡыңды ҡараңғылыҡтан (наҙанлыҡтан) алып сыҡ, уларҙы (элек йәшәгән халыҡтарҙың башына Аллаһ килтергән һәләкәт көндәре тураһында) иҫкәрт, — тип аяттар биреп күндерҙек, һис шикһеҙ, бында (был хикмәттәрҙә) сыҙам-сабыр, итеп, шөкөр ҡылыусылар өсөн ғибрәттәр бар. (6) Шунан һуң Муса үҙ халҡына былай тине:
— Аллаһ биргән ниғмәттәрегеҙҙе иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. Ул һеҙҙе хәтәр язалар менән язалаусы, улдарығыҙҙы һуйып, ҡатын-ҡыҙҙарығыҙҙы ғына иҫән ҡалдырыусы Фирғәүен тоҡомонан ҡотҡарҙы. Бына, һеҙгә һөйләгәндәрҙәгесә, Раббығыҙ һеҙҙе шулай һынау менән һынаны. (7) Иҫегеҙҙәме, Раббығыҙ һеҙгә:
— Шөкөр итһәгеҙ, әлбиттә, һеҙгә (ниғмәтте) арттырасаҡмын, әгәр ҙә кәферлек ҡылһағыҙ, һис шикһеҙ, бирәсәк язам бик тә хәтәрҙер, — тип хәбәр итте.
8. Муса тағын әйтте:
— Әгәр ҙә Ер йөҙөндә һәр берегеҙ һәм барса кешеләр ҙә кәферлек итһә, белеп тороғоҙ (берегеҙ ҙә Уға зыян итә алмаҫ). Аллаһ (һеҙгә) мохтаж түгел. Ул маҡтауға лайыҡ, — тине.
9. Һеҙҙән элек йәшәп киткәндәр: Нух, Ғәд, Сәмуд халыҡтары һәм уларҙан һуң йәшәгәндәр тураһындағы хәбәрҙәр һеҙгә килеп ирешмәнеме ни? Уларҙы Аллаһтан башҡаһы белмәҫ шул. Пәйғәмбәрҙәре уларға мөғжизәлар (аяттар) килтерҙе. Улар үҙ ҡулдары менән шул пәйғәмбәрҙәрҙең ауыҙын томаланы, һәм улар әйтте:
- Һеҙ алып килгәндәрҙе беҙ инҡар иттек һәм ышанырға ҡушҡанығыҙға (Аллаһҡа, Әхирәт көнөнә) ышанмайбыҙ, — тинеләр.
(«Үҙ ҡулдары менән шул пәйғәмбәрҙәрҙең ауыҙын томаланы» ғийбәрәһе башҡаса ла тәржемә ителгән. Мәҫәлән, они ж к устам своим протягивали руки (персты кусая от досады). Ш. Но ғманиҙа ла шуға яҡын тәржемә: Рәсүлдәренә асыуланып, бармаҡтарын тешләнеләр. И.Крачковскийҙа: они вложили руки в уста свои. X. Чантайҙа: ҡулдарын ауыҙҙарына этеп, тип әйтелгән. Беҙ С. Ғумуш фаразын алдыҡ.)
10. Пәйғәмбәрҙәре әйтте:
— Күктәрҙе һәм Ерҙе яралтҡан Аллаһ хаҡында шигегеҙ бармы? Гәрсә, Ул һеҙҙең гөнаһтарығыҙҙың бер өлөшөн ярлыҡап, һеҙҙе мәғлүм бер вуаҡытҡа ҡәҙәр йәшәтер өсөн, һеҙҙе (хаҡ дингә) саҡыра.
Тегеләре әйтте:
— Һеҙ ҙә беҙҙең кеүек үк әҙәм заттары ғына. Һеҙ беҙҙе аталарыбыҙ табынған нәмәләрҙән биҙҙерергә тырышаһығыҙ. Шулай булғас, беҙгә ап-асыҡ (беҙ ышанырлыҡ) дәлилдәр килтерегеҙ, — тинеләр. (11) Пәйғәмбәрҙәре уларға әйтте:
— Әлбиттә, беҙ һеҙҙең кеүек үк әҙәм заттары ғына. Аллаһ Үҙе теләгән (гөнаһаһыҙ) кешеләргә ниғмәтен (пәйғәмбәрлекте) бирә. Аллаһтың рөхсәтенән башҡа беҙ һеҙгә бер ниндәй ҙә дәлил килтерә алмайбыҙ. Мосолмандар бары тик Аллаһҡа ғына һыйынһындар. (12) Тура юлды күрһәткән Аллаһҡа ни эшләп әле без ышанмаҫҡа тейеш? Һеҙ килтергән яфаларға беҙ түҙәрбеҙ. Тәүәккәл итергә теләгәндәр бары тик Аллаһҡа ғына тәүәккәл итһен.
13. Кәферҙәр пәйғәмбәрҙәренә әйттеләр:
— Һеҙҙе йортоғоҙҙан ҡәтғи ҡыуасаҡбыҙ йәки үҙебеҙҙең дингә кертәсәкбеҙ, —тинеләр. Раббы уларға:
— Залимдарҙы, һис шикһеҙ, харап итәсәкбеҙ, — тине. (14) — Уларҙан һуң ул ерҙәргә һеҙҙе урынлаштырасаҡбыҙ. Ҡаршымда баҫып (яуап биреп) тороуҙан һәм вәғәҙә иткән язанан ҡурҡһындар өсөн.
15. (Пәйғәмбәрҙәр) еңеү теләне (Аллаһ ярҙамында улар еңде). Йәберләүселәр иһә бөлдө. (16) (Үҙ һүҙле ул йәберләүселәрҙең) артында йәһәннәм тора. Шунда уларға эренле ҡайнар һыу эсерәсәктәр. (17) Һыуҙы улар йотомлап эсергә маташасаҡ, ләкин йота алмаясаҡ (тамаҡтарынан уҙмаясаҡ), уларға һәр яҡтан үлем килгән кеүек булыр, ләкин улар үлмәҫ. Бындай ғазаптарҙан башҡа ла (улар өсөн) хәтәр язалар бар. (18) Динһеҙҙәрҙең яҙмышы дауыллы көндә өйөрмә туҙҙырып алып киткән көл һымаҡ. (Ғәҙелһеҙлек менән) йыйған байлыҡтарынан һис нимә ҡалмаҫ. Был — Хаҡтан йыраҡҡа китеп аҙашыу булыр.
19. Күктәрҙе, Ерҙе, ысындан да, Аллаһ яралтҡанын күрмәйһегеҙме? Әгәр Ул ихтыяр итһә, һеҙҙе юҡҡа сығарып, урынығыҙға башҡаларҙы бар итә ала. (20) Быны башҡарыу Уның өсөн һис тә ауыр түгел.
21. Бөтөнөһө лә Аллаһ хозурына килеп баҫасаҡ. Фәҡирҙәр тәкәбберҙәргә (байҙарға, көс менән маҡтаныусыларға) әйтерҙәр:
— Беҙ һеҙгә табынып, артығыҙҙан эйәреп йөрөнөк. Хәҙер һеҙ беҙҙе Аллаһтың язаһынан ҡотҡара алаһығыҙмы?
Улар әйтәсәк:
— (Бер нимә эшләр хәл юҡ) Аллаһ беҙҙе тура юлға күндергән булһа, беҙ ҙә һеҙҙе тура юлдан йөрөткән булыр инек. Хәҙер һыҙланһаҡ та, сабыр булһаҡ та барыбер файҙаһы булмаҫ инде. Сөнки беҙҙең өсөн һыйыныр урын юҡ.
22. Иҫәп-хисап бөткәндән һуң, (иманлылар - йәннәттәргә, гөнаһлылар йәһәннәмдәргә урынлаштырылғас) шайтан әйтер:
— Һис шикһеҙ, Аллаһ һеҙгә вәғәҙә иткәнде еренә еткерҙе. Мин дә һеҙгә вәғәҙә иттем, әммә һеҙҙе алданым. Һеҙгә ярҙам итерлек көс миндә юҡ. Мин бары тик һеҙҙе инҡарға саҡырҙым. (Аллаһҡа ышанмаҫҡа өндәнем). Хәҙер мине ғәйепләмәгеҙ инде, үҙегеҙҙе ғәйепләгеҙ. Мин һеҙҙе ҡотҡара алмайым, һеҙ ҙә мине ҡотҡара алмаҫһығыҙ. Һеҙҙең мине Аллаһҡа тиңләүегеҙҙән бөгөн мин ваз кисәм, — тип әйтер.
Шик юҡ, залимдар өсөн әрнетеүле язалар бар.
23. Иман килтереп, изгелек ҡылғандар, Раббының рөхсәте менән арыҡтарынан йылғалар аға торған йәннәттәрҙә мәңге йәшәп ҡаласаҡ. Шунда барыһы ла ҡапма-ҡаршы осрашҡас:
— Сәләм! — тип күрешәсәк. (24) Аллаһтың ниндәй миҫал килтергәнен һин белмәйһеңме ни? Яҡшы һүҙҙе Ул тамыры ерҙә, ботаҡтары юғарыла булган ниғмәт ағасына оҡшата. (25) (Ул ағас) Раббының рөхсәте менән һәр ваҡыт емеш бирә. Үрнәк-ғибрәт алһындар һәм иҫтә тотһондар тип, Аллаһ кешеләргә шундай миҫалдар килтерә. (26) Яман һүҙ (нахаҡ һүҙ, яла һүҙе, кәфер һүҙ) төбө-тамыры менән ҡуптарылып, ергә ауҙарылған затһыҙ ағасҡа оҡшаш. (27) Паҡ һүҙҙәр менән иман килтергәндәрҙе Аллаһ Тәғәлә һәм фани донъяла, һәм Әхирәттә лә нығытыр. Залимдарҙы иһә аҙаштырыр. Аллаһ Тәғәлә теләгәнен башҡара. (28) Аллаһтың теләгәненә ҡаршы кәферлек ҡылған һәм һуңынан үҙ халыҡтарын һәләкәт йортона һөйрәгән (етәкселәр) ҙе күрмәйһеңме? (29) Улар йәһәннәмгә керәсәк. Ул — ҡот осҡос әшәке урын. (30) Кешеләрҙе Аллаһтың тура юлынан яҙҙырыр өсөн, Уға «тиң» (уйҙырма) тәңреләр таптылар. Әйт һин уларға:
— (Теләһәгеҙ нисек) йәшәгеҙ. Ҡайтышығыҙ барыбер тамуҡҡа булыр, — тип.
31. Иман килтергән кешеләремә әйт: намаҙҙарын ҡалдырмайынса, дөрөҫ уҡыһындар, алыш-биреш һәм үҙ-ара дуҫлыҡ булмай торған Көнгә (Ҡиәмәткә) саҡлы үҙҙәренә тапшырылған ризыҡтарын (Аллаһ юлында) кешегә күрһәтмәйенсә лә, кешеләр күргәндә лә сарыф итһендәр.
32. Аллаһ күктәрҙе һәм Ерҙе яралтты. Күктән ямғыр яуҙырып, дым менән үҫтереп, һеҙгә төрлө ризыҡ, емештәр бирә. Рөхсәте менән диңгеҙҙә йөҙөп йөрөһөндәр өсөн, һеҙҙең ҡарамаҡҡа кәмәләр (яһау һәләте) бирҙе. Һеҙгә ҡулай итте йылғаларҙы.
33. Теүәл тәртип менән гиҙеүсе Ҡояшты һәм Айҙы файҙалы ҡылды. Төндө һәм көндө һеҙгә ҡулай итте. (34) Ул һеҙгә нимә теләһәгеҙ, шуны бирҙе. Аллаһтың ниғмәттәрен һанарға ни ҡәҙәр тырышһағыҙ ҙа, осона сыға алмаҫһығыҙ. Дөрөҫөн генә әйткәндә, кеше ул — залим, уйы гел кәферлектә булыр (булғанына шөкөр итмәүсе зат).
35. Иҫегеҙҙәме, Ибраһим ғәләйһиссәлләм былай тигән ине: - Раббым, был шәһәрҙе (Мәккәне) имен ҡыл. Мине һәм улдарымды һындарға (таштарға, һәйкәлдәргә) табыныуҙан йыраҡ тот. (36) Сөнки боттар, һындар байтаҡ ҡына кешеләрҙең тура юлдан яҙыуына сәбәпсе булды. Хәҙер кем миңә эйәрә, шул минең тарафдарым булыр. Кем ҡаршы төшә... Һин, ысындан да, ярлыҡаусы, мәркәмәтле. (37) Йә, Раббыбыҙ, әй, Хужабыҙ, намаҙҙы дөрөҫ уҡыһындар өсөн, мин ҡәрҙәштәремдең бер нисәһен Һинең Бәйт-и Харам (Кәғбә) янындағы таҡыр ерҙә урынлаштырҙым. Кешеләрҙең күңелдәрендә уларға ҡарата мәрхәмәт урынлаштыр, емештәреңдән ризыҡ бир, зинһар. Өмөт итәм, улар шөкөр итәсәктәр. (38) Йә, Раббыбыҙ, шөбһәһеҙ, Һин беҙҙең йәшерен эштәребеҙҙе лә, асыҡтарын да белеп тораһың. Ерҙә лә, Күктә лә Аллаһ белмәгән серҙәр юҡ. (39) Ҡартлыҡ көнөмдә миңә Исмәғил менән Исхаҡты биргән Аллаһҡа барса маҡтауҙар булһын. Шик юҡ, Аллаһ доғаларҙы ишетеүсе.
40. Йә, Раббым, мине һәм минең нәҫелдән булғандарҙың барыһын да өҙлөкһөҙ намаҙлы ит. Йә, Раббым, доғаларымды ҡабул әйлә. (41) Йә, Раббыбыҙ, хисап Көнөндә мине, атам-әсәмде һәм мөьминдәрҙе ярлыҡа.
42. (Ий, Рәсүлем) залимдарҙың нимә ҡылғандарын Аллаһ белмәй, тип уйлама. Ләкин Аллаһ уларға яза биреүҙе ҡурҡыуҙан күҙҙәре аҡайған Көнгәсә (Ҡиәмәткәсә) кисектерә килә. (43) Баштары артҡа ташланған хәлдә, аҡайған күҙҙәре, аҡ-ҡара күрмәҫтән, Күккә табан текәлгән килеш, ҡурҡыуҙан бушап ҡалған күңелдәре менән улар саҡырыусы (Аллаһтың) янына йүгерешеп килер. (44) Шуға күрә, һин уларҙы бөгөндән үк киләсәк ғазаптар тураһында һөйләп, киҫәтә башла. Ул Көн килгәс, улар әйтер:
— Йә, Раббыбыҙ, исмаһам, беҙгә ҡыҫҡа ғына вуаҡытҡа форсат бир, Һинең саҡырыуҙарыңа эйәрер инек, пәйғәмбәрҙәрҙе лә ҡабул итер инек, — тип әйтерҙәр. Шул саҡта уларға әйтелер:
— Теге саҡта һеҙ: беҙгә яза булмаясаҡ, (беҙҙең байлығыбыҙ сикһеҙ, беҙ Ҡиәмәт көнөнә ышанмайбыҙ), тип ант итмәнегеҙме?
45. — (Һеҙҙән элек йәшәп, үҙҙәре башына үҙҙәре бәлә саҡырғандарҙың) йорттарына урынлашығыҙ. Уларҙы нимә эшләткәнебеҙ тураһында һеҙ яҡшы беләһегеҙ. Был турала Беҙ һеҙгә ғибрәтле миҫалдар менән хәбәр иттек.
46. Улар мәкерле хәйлә ҡорҙо. Хәйләле тоҙаҡтары, хатта тауҙарҙы күсереп йөрөтөр ҡөҙрәткә эйә булһа ла, бөтөн хәйләләр ҙә Аллаһ хозурында.
47. Шулай булғас, Аллаһ пәйғәмбәрҙәренә биргән һүҙендә тормай, тип уйлай күрмәгеҙ тағын. Аллаһ мотлаҡ өҫтөндер, ҡылынған яманлыҡтар онотолмаҫ (бер генә гөнаһ та язаһыҙ ҡалмаҫ).
48. Ер башҡа ергә, күктәр башҡа күктәргә алмаштырылған Көндә (Әхирәттә) кешеләр башҡа бер генә заттың да көсө етә алмаҫ ҡөҙрәте Аллаһтың хозурына китерелеп баҫтырылыр. (Бөтөн ғәҙелһеҙҙәргә-залимдарға яза бирелә торған Көн шул булыр.)
49. Ул Көн гөнаһлыларҙың муйынына сылбыр аҫылған Көн икәнен күрерһең. (50) Улар кейгән кейемдәр һумаланан булыр, йөҙҙәрен ут алған булыр. (51) Ҡылған гөнаһтарының хаҡын түләр өсөн, Аллаһ (уларҙы Әхирәттә терелтер), һис шикһеҙ, Аллаһ иҫәп-хисапты кисектермәҫ.
52. Был (Ҡөръән) — Аллаһтың берҙән-бер Аллаһ икәнен белһендәр өсөн һәм зиһенле кешеләр уйлап-аңлап, өгөт алһындар тип, кешеләргә индерелгән белем Китабы.