Лекции.Орг


Поиск:




Категории:

Астрономия
Биология
География
Другие языки
Интернет
Информатика
История
Культура
Литература
Логика
Математика
Медицина
Механика
Охрана труда
Педагогика
Политика
Право
Психология
Религия
Риторика
Социология
Спорт
Строительство
Технология
Транспорт
Физика
Философия
Финансы
Химия
Экология
Экономика
Электроника

 

 

 

 


Хөрмәтле Президиум, депутаттар һәм район ойошмалары етәкселәре! 5 страница




 

Илебеҙҙә халыҡҡа, бигерәк тә йәштәргә социаль, финанс ярҙам итеү йәһәтенән федераль, республика кимәлендә маҡсатлы программалар эшләп килә.

Уға ярашлы йәш ғаиләләр торлаҡ һатып алыуға һәм төҙөүгә субсидия, бала тыуғанда банктарға кредит бурысы булһа уны өлөшләтә ҡаплауға, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн өҫтәмә социаль ярҙам танытмаһы ала.

 

2016 йылда бөтәһе 6 граждан, йәш ғаилә һәм белгес «2014-2017 йылдарҙа һәм 2020 йылғаса ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше» федераль маҡсатлы программаһына ярашлы 6,7 млн. дәүләт ярҙамына эйә булды. «Торлаҡ» федераль маҡсатлы программаһының «Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү» бүлегенә ярашлы 1 ҡатнашыусыға 882 мең һумлыҡ субсидия бирелде. Шулай уҡ 5 ғаиләгә бала тыуғанда, уллыҡҡа йәки ҡыҙлыҡҡа алған осраҡта бүленә торған социаль түләүҙәр тапшырылды.

 

Бөгөнгө көндә 142 программала ҡатнашыусы сиратта тора, шул иҫәптән «Торлаҡ» федераль маҡсатлы программаһында – 83 ғаилә, йәшәү шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы республика программаһында – 18 ғаилә, «2014-2017 йылдарҙа һәм 2020 йылға тиклемге осорҙа ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше» федераль маҡсатлы программаһында – 41 йәш белгес һәм ғаилә.

 

Йәштәргә бәйле проблемалар һәм мәсьәләләрҙең күбеһе эш, торлаҡ юҡлығына, хеҙмәт хаҡы түбән булыуына бәйле. Йәш быуындың башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү, етеш тормошон булдырыу оло маҡсат булып тора.

 

Районда спортты үҫтереү эше һөҙөмтәле бара. Район Хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитетының эш планы халыҡтың һаулығын, физик һәләтен яҡшыртыу, уның әүҙем ял ойоштороу һәм төрлө кимәлдәге ярыштарҙа ҡатнашырға спортсыларҙы әҙерләү маҡсатында үтәлде.

 

Райондың физик культура һәм спорт өлкәһе 22 мәктәпкәсә, 23 дөйөм белем биреү учреждениеһын, Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбен, “Мәсем” йәштәр һәм үҫмерҙәр клубын, Район мәҙәниәт һарайының 2 спорт ҡоролмаһын, “Урал” физик культура һәм сәләмәтләндереү комплексын, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының филиалын үҙ эсенә ала. 38 физик культура хеҙмәткәре иҫәптә тора. Уларҙың 30-ы физкультура уҡытыусылары, 5үһе Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең тренерҙары, 4-әүһе физик культура һәм сәләмәтләндереү комплексының инструкторы,1-әүһе Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының физик тәрбиә уҡытыусыһы һәм район Хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитетының етәксеһе.

 

Отчет йылында спорт сараларын ойоштороуға район бюджетынан – 540 мең һум бүленде. Спортсылар 18 спорт төрө буйынса республика ярыштарында ҡатнашып, ҡыуанырлыҡ һөҙөмтәләргә иреште.

 

2016 йылда Саратов ҡалаһында уҙғарылған Бөтә Рәсәй спорт уйындарының һауынсылар конкурсында 67 төбәк араһынан район командаһы 1-се, механизаторҙар бәйгеһендә 7-се, бесән сабыусылар араһында 4-се урын яуланы.

 

Нәилә Ғәлина һәм Сыңғыҙ Яхин гер күтәреү буйынса спорт мастеры кандидаты, Әлфиә Иманғолова дартс буйынса спорт мастеры нормативын үтәне.

 

Район Хакимиәтенең ҡарарына ярашлы, хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығын нығытыу маҡсатында район ойошмалары араһында 13 спорт төрө буйынса Спартакиада ойошторолдо. Комплекслы бәйгелә йыл әйләнәһенә 570 кеше ҡатнашты. Бөрйән үҙәк дауаханаһы, “Газпром газораспределение Өфө” ААЙ-нең Белорет ҡалаһындағы филиалының Бөрйән комплекслы хеҙмәте, “Урал” физкультура һәм һауыҡтырыу комплексы, Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе, мәғариф бүлеге, район Хакимиәте, Иҫке Собханғол урта мәктәбе, район электр селтәрҙәре һәм Бөрйән юл төҙөү һәм ремонтлау идаралығы командалары әүҙемлек күрһәтте.

 

Отчет йылында “Урал” физик культура һәм сәләмәтләндереү комплексы халыҡҡа хеҙмәт күрһәтеүҙән 1,1 млн. килем алды. Сығымдар өлөшө 6,9 млн. һум тәшкил итте, сумманың айырмаһы район бюджеты иҫәбенән түләнде.

 

Район ойошмаларының айырым коллективтарын “ГТО” нормаларын тапшыртыу буйынса саралар, мини-футбол, волейбол, гер күтәреү, хоккей, күңелле старттар, баскетбол, бильярд, йөҙөү, теннис, шашка, шахмат һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса саралар үткәрелде.

 

Ағымдағы йылда ла район халҡының ялын маҡсатлы рәүештә ойоштороуҙы дауам итеп, булған спорт залдарының, майҙансыҡтарҙың ҡәҙерен белеп, сәләмәт тормошто пропагандалауға бар көстө һалып, эффектлы эшләргә бурыслыбыҙ.

 

ХОҠУҠ ҺАҠЛАУ ҺӘМ ҠАНУНИӘТ ҮТӘЛЕШЕ

Кешелек тормошонда хоҡуҡ һәм тәртип һаҡлау мөһим роль уйнай. Йәмәғәт тәртибен тейешле кимәлдә тотоу уның үҫеш кимәлен билдәләй, граждандарҙың тыныслығын, именлеген, хәүефһеҙлеген тәьмин итә.

 

Полиция бүлексәһе тарафынан Бөрйән районының территорияһы 8 административ участкаға бүленгән. 2016 йылда хоҡуҡ һаҡлау органында 3116 мөрәжәғәт теркәлгән, был күрһәткес алдағы йылға ҡарағанда 224–кә артҡан.

 

Һаулыҡҡа еңел һәм уртаса зыян килтереү, туҡмау, үлем менән янау осрағы буйынса 57 енәйәт асыҡланған, шулай уҡ 7 эш аңлайышһыҙ шарттарҙа килеп сыҡҡан. 2015 йыл менән сағыштырғанда 9-ға артып, 40 ауыр һәм үтә ауыр енәйәт ҡылынған, уларҙың 11-е урамда башҡарылған. 1 үлтереү, 2 һаулыҡҡа ауыр зыян килтереү осрағы теркәлгән. Бер факт законһыҙ ҡорал әйләнеше билдәләнгән, 50 милек урлау осраҡтары асыҡланған. Уҙған йылдарҙа асылып, тамамланмаған 7 енәйәт эше ябылған.

 

Эҙәрлекләү хеҙмәте буйынса 4 эш бар, шул иҫәптән хәбәрһеҙ юғалған 1, туғанлыҡ ептәрен юғалтыусы 2 граждан, 1 енәйәтсе. Йыл дауамында бары 1 кеше табылған. Полиция бүлексәһенең тәфтиш линияһы буйынса 134 енәйәт эше ҡабул ителгән, шул иҫәптән 40 эш 39 гражданға ҡарата ғәйепләү заключениеһы менән судҡа ебәрелгән, төрлө сәбәптәр арҡаһында 4 эш туҡтатылған. Судҡа ебәрелгән эштәр буйынса зыян күләме аҡса эквивалентында 5097 мең һум булып, 1703 меңе түләтелгән. Бәлиғ булмағандар эше буйынса инспектор иҫәбендә 12 үҫмер, 14 ата-әсә тора. Административ күҙәтеү аҫтында 33 кеше, шул иҫәптән ваҡытынан алда шартлы азат ителгән 14 иркенән мәхрүм ителеүсе. Ваҡытлыса ҡарау изоляторында 122 кеше ултырып сыҡҡан, шул иҫәптән административ арестланған 78 граждан.

 

Ағымдағы йыл башына Юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенең Дәүләт инпекцияһы бүлексәһендә район буйынса 7450 берәмек транспорт теркәлгән, шул иҫәптән 5860 –ы физик шәхестәрҙеке. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтары йышайыуы ҙур ҡурҡыныс тыуҙыра. Бүлексә хеҙмәткәрҙәре тарафынан 2545 (+757) административ хоҡуҡ боҙоусы теркәлгән. Шуларҙың 119-ы иҫерек килеш руль артына ултырһа, автомобиль йөрөтөү танытмаһынан ҡолаҡ ҡағыусылар – 15, водитель танытмаһы булмай тороп транспорт йөрөткән 76 кеше, хәүефһеҙлек ҡайышын таҡмаусылар – 290. Административ язалары була тороп та ҡабаттан юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 19 енәйәт эше асыҡланған.

 

Район территорияһында теркәлгән 14 юл-транспорт фажиғәһендә 17 граждан тән йәрәхәте алды һәм һаулығына зыян күрҙе. 1 юл-транспорт фажиғәһе бәлиғ булмаған балалар ҡатнашыуында булды. ЮХХДИ (ГИБДД) линияһы буйынса 5,9 млн. штраф һалынып, сумманың 3,9 млн. түләтелгән.

 

Эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре тарафынан 428 административ эш ҡаралды, штраф түләтеү күләме 87 % тәшкил итте. 39 алкоголь ҡануниәтен боҙоу осрағы теркәлеп протоколдар төҙөлдө, улар һөҙөмтәһендә 231,5 литр иҫерткес эсемлек тартып алынды.

Полицияның Бөрйән районы миграция һорауҙары буйынса бүлексәһе тарафынан 1149 кешегә Рәсәй Федерацияһы гражданы паспорты бирелде. Йәшәү урыны буйынса 1408 граждан теркәлде, прописканан 346 кеше төштө.

 

Бүлексәнең тикшеренеүҙәренә ҡарағанда 2016 йылда район территорияһына килеүсе сит ил граждандарының кәмеүе күҙәтелә. Әле районда 99 сит ил гражданы иҫәпләнә. Уларҙың төп массаһын Урта Азиянан килеүселәр тәшкил итә. 14 сит ил гражданы ваҡытлыса, 11-е даими йәшәүгә рөхсәт алған. 2 кеше Рәсәй Федерацияһы гражданлығын алыуға ғариза яҙған.

 

2016 йылда федераль ҡануниәт үтәлешен күҙәтеү йәһәтенән Бөрйән районы прокуратураһы тарафынан 1215 хоҡуҡ боҙоу осрағы асыҡланған. 128 закон талаптарына тулыһынса яуап бирмәй төҙөлгән хоҡуҡи актҡа протест килтерелгән, судҡа 459 мең һумлыҡ талаптар менән 300 иск ғаризаһы ебәрелгән, ҡанунды боҙоу осрағын бөтөрөү өсөн 215 күрһәтмә (представление) нигеҙендә 171 вазифалы кеше дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылған. Законды боҙоу ярамағанлығын белдереп 2 кешегә иҫкәртеү яһалған. Шулай уҡ надзор органының материалдары буйынса 90 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылған, 18 материал буйынса прокурор тарафынан сығарылған мотивацион ҡарарға ярашлы 10 енәйәт эше асылған.

 

Бәлиғ булмағандарҙың хоҡуғын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлау тураһындағы ҡануниәттең үтәлешен тикшергәндә 143 хоҡуҡ боҙоуҙар осрағы асыҡланып, 44 кеше дисциплинар, 6 граждан административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.

 

Тәбиғәтте һаҡлау өлкәһендәге ҡануниәттең үтәлешен ҡарағанда теркәлгән 335 хоҡуҡ боҙоу осрағы буйынса 17 күрһәтмә индерелгән, судҡа 236 иск ебәрелеп, 35 граждан административ, 2 кеше дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылған, 13 енәйәт эше асылған. Был күрһәткестәрҙең күп өлөшөн законһыҙ ағас ҡырҡыу факттары тәшкил итә (306 хоҡуҡ боҙоу).

 

Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәтендә ҡануниәт үтәлешен күҙәтеү буйынса 12 хоҡуҡ боҙоу осрағы аныҡланған, 9 протест индерелеп, 2 кеше дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылған.

 

Районда экстремизм һәм терроризмға ҡаршы эшмәкәрлек өлкәһендә 53 ҡануниәтте боҙоу осрағы асыҡланыу һөҙөмтәһендә 10 иск ғаризаһы судҡа ебәрелгән, 7 ҡанунды боҙоу осрағын бөтөрөү өсөн күрһәтмә индерелгән, һөҙөмтәлә 9 вазифалы кеше дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылған.

 

Коррупцияға ҡаршы көрәш, бюджет үтәлеше буйынса ҡануниәт өлкәһендә 64 факт аныҡланып, 32 протест, 23 күрһәтмә индерелгән.

 

Отчет осоронда прокурор ҡарарына ярашлы 3 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Надзор органдың хеҙмәткәрҙәре судтарҙа 131 кешегә ҡарата асылған 127 енәйәт эше ҡаралғанда дәүләт ғәйепләүен еткерә.

 

Прокуратураға 204 граждан мөрәжәт иткән, уларҙың 130-ына ыңғай ярҙам ителә, 67 мөрәжәғәт хәл ителеү өсөн башҡа ойошмаларға ебәрелгән.

 

Отчет йылында суд прис­тавтары федераль хеҙ­мә­тенең Бөрйән райо­ны бүлегендә үтәлештә 5945 башҡарыу эше булып, уларҙың 3121 –е тулыһынса ҡаралған. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының административ протоколдары буйынса 1402 башҡарыу эше ҡуҙғатылған.

 

Бурысын ҡапламаусыларға ҡарата хеҙмәт хаҡынан, пенсияһынан тотоп алып ҡалыу, банктағы иҫәбенә, мөлкәтенә арест һалыу, административ протоколдар төҙөү, алимент түләмәүселәргә енәйәт эше асыу кеүек мәжбүри эштәр башҡарыла. Ошо йәһәттән 8 енәйәт эше асылып, 96 административ протокол төҙөлгән. 2016 йылда суд приставтары хеҙмәткәрҙәре тарафынан 2,1 млн. һум һалымдар буйынса түләүҙәр, 70 меңдән артыҡ башҡарыу йыйымдары һәм 2,9 млн. һумлыҡ штрафтар алынған. Йыйылма бюджетҡа бөтәһе 5,5 млн. һум килем индерелгән.

 

МАТБУҒАТ ҺӘМ ПОЧТА ХЕҘМӘТЛӘНДЕРЕҮЕ

Бөрйән мәғлүмәт үҙәге – Башҡортостан Ресубликаһының “Республика Башкортостан” Нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы (“Таң” гәзите) отчет йылында 26 теманы яҡтыртты.

 

Башҡортостан Республикаһы Башлығы мөрәжәғәтнәмәһе, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһына һәм муниципаль район Советына һайлауҙар, Рәсәй киноһы йылына бағышлап үткәрелгән саралар, йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләү, төҙөлөш, социаль сәйәсәт, иҡтисад һәм ауыл хужалығы, хоҡуҡ һаҡлау өлкәләрендәге әһәмиәтле темалар даими яҡтыртылды. Йәмғиәттәге кире күренештәрҙе кәметеүгә гәзит биттәрендә донъя күргән тәнҡит материалдары буйынса район Хакимиәте, барлыҡ ойошма етәкселәре тарафынан ваҡытында тейешле саралар күрелеп тора.

 

Дәүләт заданиеһына ярашлы гәзиттең 104 һаны баҫылды. Сығымдар 3,9 млн., уның бары 930 меңе республика бюджетынан финансланды, ҡалған өлөшө үҙ килем иҫәбенән ҡапланды.

 

Отчет йылының тәүге яртыһында тираж буйынса план үтәлеше 2450 дана тәшкил итһә, икенсе ярты йыллыҡта почта хеҙмәттәре өсөн дәүләт субсидияһы туҡтатылыу сәбәпле, матбуғатҡа яҙылыу хаҡтары ла күтәрелде. Һөҙөмтәлә тираж кәмеп, 1985 дана булды. 2017 йылдың беренсе ярты йыллығына 2232 ойошма һәм граждан район гәзитенә яҙылған.

 

Ағымдағы йылда гәзит уҡыусыларҙы арттырыу, тиражды һаҡлап ҡалыу маҡсатында редакция Рәсәй Федерацияһының милли матбуғат өлкәһендәге эксперт комиссияһына кәрәкле документтарҙы тапшырып, гәзиткә яҙылыу хаҡын 55 һум 18 тингә төшөрөүгә өлгәште.

 

Бөрйән районы ауылдарында 10 почта бүлексәһе тарафынан 93 төр хеҙмәт күрһәтелә. 2017 йылдың беренсе яртыһына ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу ойошма һәм предприятие етәкселәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары ярҙамы менән 100,8 %-ҡа (2016 йылда 97%) үтәлде.

 

ЙӘМӘҒӘТ ҺӘМ ДИНИ ОЙОШМАЛАР

Йәмәғәт ойошмалары – йәмғиәт һәм айырым граждандарҙы власть органдары менән бәйләп тороусы еп. Ауылдарыбыҙҙың йәшәйешендә лә йәмәғәт ойошмалары ҙур роль уйнай.

 

2016 йылда район Хакимиәте үҙенең көндәлек эшмәкәрлеген ветерандар, ҡатын-ҡыҙҙар, атайҙар, йәмәғәт Советтары, Бөрйән районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, ағинәйҙәр клубы, инвалидтар ойошмаһының беренсел бүлексәһе кеүек йәмәғәт ойошмаларына таянып башҡарҙы.

 

Йәмәғәт ойошмаларының ярҙамы менән йыл дауамында төрлө саралар, түңәрәк өҫтәлдәр, йыйылыштар, кисәләр, халыҡ менән осрашыуҙар үткәрелде, ауылдарҙа төҙөкләндереү эштәре башҡарылды һәм тирә-яҡ тәртипкә килтерелде.

 

Район Хакимиәте янында ойошторолған йәмәғәт Советы отчет осоронда 2 тапҡыр аҙыҡ-түлек, көнкүреш тауарҙарын һатыу нөктәләрендә хаҡтарҙы, Бөрйән үҙәк дауаханаһының эшмәкәрлеген тикшерҙе. Һөҙөмтәлә дауахананың эше ҡәнәғәтләнерлек кимәлдә тип табылды, һатыу нөктәләренең хаҡтары күҙәтеүгә алынды, тәҡдимдәр индерелде. Ағымдағы йылда был юҫыҡтағы эштәрҙе дауам итеп, фельдшер-акушерлыҡ пункттарының эшмәкәрлеген тикшереү күҙаллана.

 

Отчет йылында район ҡатын-ҡыҙҙар Советы “Ғаилә һаулығы копилкаһы” республика конкурсында әүҙем ҡатнашып, Башҡортостан Республикаһы ҡатын-ҡыҙҙары Союзының рәхмәт хатына лайыҡ булды. Әтек, Байназар һәм Ҡыпсаҡ ауылы биләмәләренең ҡатын-ҡыҙҙар Советы бик әүҙем эшләй. Кейекбай ауылының ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы үҙ эшен ауыл биләмәһе менән тығыҙ бәйләнештә алып бара.

 

2016 йылда атайҙар Советы ағзалары Иҫке Собханғол ауылының Сейәле тауына ағас ултыртты, “Атай, әсәй һәм мин – спорт һөйөүсе ғаилә” бәйгеһен ойоштороуҙа ярҙам күрһәтте һәм башҡа төрлө саралар ойошторҙо.

 

Районда дин өлкәһендә хеҙмәт итеүсе 30 ойошма бар, шул иҫәптән Башҡортостан мосолмандары диниә назаратына - 27, Рәсәй мосолмандарының үҙәк диниә назаратына 2 мәхәллә ҡарай, шулай уҡ Ырғыҙлы ауылында бер православ приход иҫәптә тора. Дини ойошмаларҙың Һәр ауылда тиерлек культ зданиеһы бар. Бөгөнгө көндә 23 иман йорто сафта тора, шул иҫәптән Яңы Усман һәм Кейекбай ауылдарында икешәр мәсет.

 

2016 йылда Мәндәғол, Килдеғол ауылдары мәхәлләләре дини ойошма булараҡ Рәсәй юстиция Министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында юридик теркәү үттеләр. Уларға мәсет һалыр өсөн муниципаль ер түләүһеҙ, ваҡытлыса ҡулланыу хоҡуғында тапшырылды.

 

Отчет осоронда иман йорттары сафҡа инмәне, әммә был йүнәлештә төҙөлөш йылдам бара. Иҫке Собханғол ауылының үҙәк өлөшөндә урынлашасаҡ “Фурҡан” мәсетен төҙөү эштәре дауам итә, бөгөнгө көндә зданиеның беренсе ҡатын һалырлыҡ кәрәкле материал тупланған. Яңы Монасип, Килдеғол, Мәһәҙей ауылдары халҡы мәсеттәрен күтәреп, башын ябып ҡуйҙы. Ҡурғашлы ауылы мәсетен төҙөү эштәре тамамланыуға бара, быйылғы йылда объект сафҡа инер, тип ышанам. Мәндәғол ауылы мәсете буралып, нигеҙе ҡойолдо. Нәби, Мораҙым ауылдарында буласаҡ мәсет биналарының бураһын бурау эштәре башланып тора. Шулай уҡ Ырғыҙлы ауылында Николай Чудотворец исемендәге часовня төҙөлөп бөтөп бара, объекттың эске эштәре ҡалған. Ошо барлыҡ ыңғай күренештәр халҡыбыҙҙың күңел сафлығына, изге ғәмәлдәр ҡылыуға, мәҙәнилеккә, кешелеклелек ҡиммәттәрен һаҡлап ҡалыуға ынтылыуы хаҡында һөйләй.

 

Халыҡты дөрөҫ, айыҡ тормошта йәшәүгә саҡырыуҙа, йәштәрҙе рухи яҡтан тәрбиәләүҙә имамдарҙың роле ифрат ҙур. 2016 йылда белем биреү учреждениеларында һәм район мәҙәниәт йортонда улар ҡатнашлығында социаль әһәмиәтле бик күп саралар үткәрелде. “Фурҡан” мәхәлләһенә Баҙал биҫтәһендәге элекке мәктәп-балалар баҡсаһы ҡуртымға тапшырылды. Дини ойошма был бинаға ремонт эшләп, бөгөнгө көндә халыҡҡа дини ғилем нигеҙҙәрен өйрәтеү эшен башлаған.





Поделиться с друзьями:


Дата добавления: 2017-03-12; Мы поможем в написании ваших работ!; просмотров: 458 | Нарушение авторских прав


Поиск на сайте:

Лучшие изречения:

Свобода ничего не стоит, если она не включает в себя свободу ошибаться. © Махатма Ганди
==> читать все изречения...

2307 - | 2069 -


© 2015-2024 lektsii.org - Контакты - Последнее добавление

Ген: 0.008 с.