Лекции.Орг


Поиск:




Категории:

Астрономия
Биология
География
Другие языки
Интернет
Информатика
История
Культура
Литература
Логика
Математика
Медицина
Механика
Охрана труда
Педагогика
Политика
Право
Психология
Религия
Риторика
Социология
Спорт
Строительство
Технология
Транспорт
Физика
Философия
Финансы
Химия
Экология
Экономика
Электроника

 

 

 

 


Хөрмәтле Президиум, депутаттар һәм район ойошмалары етәкселәре! 3 страница




 

Район ветеринар станцияһы белгестәре тарафынан эхинококкоз ауырыуын асыҡлау йәһәтенән шәхси ихаталарҙа һуғым һуйыу осоронда тикшереүҙәр үткәрелеп, 23 кг паренхиматоз ағза яндырылды.

 

2016 йылда мал зыяраттарын тәртиптә тотоу өсөн республика ҡаҙнаһынан 768 мең һум аҡса бүленде. Был эш Әтек, Байғаҙы, Ырғыҙлы, Тимер һәм Байназар ауыл биләмәләрендә тейешле кимәлдә ойошторолған. Бөгөнгө көндә 10 подрядсы ойошма 16 мал зыяратын хеҙмәтләндерә.

 

Зарарлы булған йоғошло сирҙәрҙе профилактикалау маҡсатында 53 мең квадрат метр майҙан хужалыҡтарҙың мал ҡураларында, 16 мал зыяраттарында дезинфекциялау, дезинсекциялау һәм дератизациялау кеүек ветеринар-санитар эштәр башҡарылды.

 

Малдарҙың ҡотороу осраҡтарын булдырмау маҡсатында йорт хайуандары, мал-тыуар вакцинацияланды. Ҡорт ғаиләләренә дауалау-профилактика саралары уҙғарылды.

 

Халыҡты төрлө йоғошло ауырыуҙарҙан һаҡлап ҡалыу һәм ауыл хужалығы продукттарының кеше организмына зыян килтереүенә юл ҡуймау йәһәтенән ветеринар-санитар лаборатория отчет йылында 2657 тикшереү үткәрҙе. Улар һөҙөмтәһендә 150 кг малсылыҡ продукты яраҡһыҙ тип табылды һәм үтилләштерелде.

 

Райондың ветеринар станцияһында ситтән ингән һәм урындағы ҡорттарҙың тоҡомон асыҡлау, балдың сифатын билдәләү өсөн лабораторияла 17 умарталыҡ тикшерелде.

 

Ветеринар участкаларҙы, хужалыҡтарҙы һәм шәхси ихаталарҙы биопрепараттар һәм медикаменттар, ҡортсоларҙы төрлө кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итеүсе дарыухана эшләп килә.

 

Бөгөнгө көндә бәйһеҙ, берәҙәк эт-бесәйҙәр көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Ҡарауһыҙ йөрөгөн дүрт аяҡлы “дуҫ”тарҙан зыян күреүселәрҙең һаны арта бара. Был йүнәлештә эштәрҙе яйға һалыу маҡсатында республика Хөкүмәтенән районға 463 мең һум субсидия бүленде. Муниципаль контракт нигеҙендә шәхси эшҡыуар Рәмил Ишемғужин район халҡының, ауыл биләмәһе хакимиәттәренең ғаризалары буйынса эш башланы. Отчет йылында бөтәһе 284 эт, 103 бесәй тотолоп, приют аша үтте.

 

Әлеге мәлдә райондың ауыл хужалығы тармағы еңел булмаған осор кисерә. Ерҙәрҙе рациональ файҙаланыу буйынса эштәр етәрлек. Сәсеүлек ерҙәрен малдан тапатыуға юл ҡуймай, ныҡлы аҙыҡ базаһы булдырыу зарур. Заман менән бергә атлап, тоҡомсолоҡҡа, малдарҙы яһалма ҡасырыуға иғтибарҙы арттырһаҡ, ауыл хужалығында ла һынылыш булыр, тигән өмөт бар.

 

ЕР ҺӘМ МИЛЕК МӘСЬӘЛӘЛӘРЕ

Муниципаль район Хакимиәте һәм Башҡортостан Республикаһы Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығының Бөрйән районы буйынса милек менән идара итеү комитеты араһындағы килешеүгә ярашлы муниципаль милек һәм ер участкалары менән идара итеү функцияһы комитетҡа тапшырылған.

Бөгөнгө көндә райондың муниципаль милек реестрына 724 объект индерелгән, уның дөйөм баланс хаҡы 50,5 млн. һум тәшкил итә.

Милек менән идара итеү һөҙөмтәһендә 2016 йылда район бюджетына дөйөм 7,9 млн. инергә тейеш ине, план 127 %-ҡа үтәлеп күрһәткес 10,1 миллионға етте. Аукцион аша 4 объект 1,8 млн. һумға һатылды. Ер участкаларын ҡуртымға тапшырыуҙан 4,3 млн. килем инеп, план 113 %-ҡа үтәлде. Йәшәлмәгән (нежилое) объекттарҙы ҡуртымға тапшырыуҙан бюджетҡа 2 млн. һум инде, йәғни план 99,57 процентҡа үтәлде. Шулай уҡ 1,63 гектар майҙандағы 14 ер участкаһы 1,1 млн. һумға, 3 ер участкаһына ҡуртым хоҡуғы 115 меңгә, шул иҫәптән 18,2 гектар 2 ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ер бүлеме 11 мең һумға аукцион аша һатылдылар. 42 ер участкаһы льгота хаҡы менән 447 мең һумға хосусилаштырылды (приватизацияланды).

Гражданлыҡ ҡануниәтенә ярашлы, килешеүҙәр буйынса үҙ бурысын ваҡытында түләмәүселәр менән претензион-иск эштәре алып барыла. Йәшәлмәгән объекттар фонды буйынса 373 мең, ер участкаларының ҡуртымы буйынса 2,5 млн. күләмендә арендаторҙарҙың бюджетҡа бурысы бар ине. Милек менән идара итеү комитеты тарафынан был юҫыҡтағы эште яйға һалыу маҡсатында дөйөм 164 претензия, 15 иск ғаризаһы судҡа тапшырылды, һөҙөмтәлә бурыстарҙың бары 804 меңе ҡайтарылды. Был йүнәлештә граждандарҙың үҙ бурыстарына намыҫлы ҡарауын теләр инем.

2016 йылда льгота тәртибендә бер тапҡыр бушлай бирелә торған ер участкаһын алыу хоҡуғына эйә булған граждандарға бөтәһе 149 ер бүлеме бирелде, шул иҫәптән 134-е өс һәм унан да күберәк балалары булған, 15 ер участкаһы инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләгә бирелде. Әлеге мәлдә сиратта 60 льготалы категорияһы булған ғаилә тора.

2017 йылдың 1 ғинуарына ҡарата 1786 кв.м. майҙандағы 34 йәшәлмәгән (нежилое) объект ҡуртымға тапшырылған. Муниципаль милек менән ышаныс нигеҙендә идара итеүгә ике, милекте бушлай ҡулланыуға 16 килешеү төҙөлгән. Дөйөм 1406 гектар майҙандағы 1327 ер участкаларын ҡуртымға биреү килешеүе ғәмәлдә тора.

Район Хакимиәтенең муниципаль ер контроле буйынса баш инспекторы тарафынан ер ҡануниәтенең үтәлешен күҙәтеү өсөн 54 пландан тыш тикшереү уҙғарылды. Улар һөҙөмтәһендә 29 ер ҡануниәтен боҙоуҙар асыҡланды, 8 эш БР Росреестр идаралығының Белорет ҡалаһы, Белорет һәм Бөрйән районындағы бүлегенә ебәрелде. Был өлкәлә дөйөм 35 мең һумлыҡ штраф һалынды.

«Землемер» муниципаль унитар предприятиеһы 2015 йыл менән сағыштырғанда эштәр күләмен 16 процентҡа арттырып, 3,2 млн. һумлыҡ ер-кадастр эштәре башҡарҙы. Ойошма тарафынан 665 документ, 413 межа планы төҙөлдө, Тимер ауылының сиктәрен киңәйтеү буйынса карта эшләнде. Шулай уҡ Ҡыпсаҡ, Байғаҙы һәм Аҫҡар ауыл биләмәләрендә пай ерҙәрен бүлеү буйынса кадастр эштәре үтәлде.

Ағымдағы йылда ла муниципаль мөлкәтте эффектлы ҡулланыу маҡсатында, хужаһы билдәһеҙ милекте иҫәпкә ҡуйыу, маҡсатһыҙ тотонолған йәки бөтөнләй ҡулланылмаған ер биләмәләрен тартып алыу, файҙаланылмағанын һатыуға сығарыу эштәре дауам итәсәк.

 

ХАЛЫҠТЫ СОЦИАЛЬ ЯҠЛАУ ҺӘМ ХЕҘМӘТЛӘНДЕРЕҮ

Район тормошонда социаль мәсьәләләрҙе ыңғай хәл итеү мөһим урынды биләй.

 

Ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам күрһәтеү бүлексәһе 2016 йылда 1637 гражданды хеҙмәтләндерҙе, шул иҫәптән 46 кеше 2 айҙан күберәк ваҡыт арауығында хеҙмәтләндерелде. Ваҡытлыса ярҙам алған 1591 кешенең 622-һе “әйберҙәр банкынан” кейем-һалым, тәү сиратта кәрәк булған кәрәк-яраҡтар һәм аяҡ кейеме алды, 602 кешегә психологик консультация күрһәтелде, 253 гражданға социаль пособиены юллауҙа йәки юғалған документтарҙы барлауҙа булышлыҡ ителде, 2 кеше психоневрологик интернатҡа юллама алды. Башҡа төр кәңәш алыусылар һаны 72 булды. 40 мөмкинлеге сикләнгән балаға Белорет ҡалаһындағы реабилитация үҙәгенә юллама бирелгән.

 

Бүлексә ғаиләне, әсәлекте, аталыҡты һәм балалыҡты яҡлау мәсьәләләре буйынса ведомство-ара Советының координаторы булып сығыш яһай. Отчет йылында 43 ғаилә Совет иҫәбенә ҡуйылды, 30 ғаилә иҫәптән төшөрөлдө. Коллегиаль орган тарафынан 82 ғаиләгә психологик, 59-ына консультатив, 6 ата-әсәгә эскелек ҡоллоғонан арынырыуҙа ярҙам күрһәтелде, 1 ғаиләгә сирҙән дауа алыуға булышлыҡ ителде, 53 ғаилә “әйберҙәр банкынан” кәрәк-яраҡтар алды.

 

Белорет районы һәм ҡалаһы буйынса халыҡты социаль яҡлау республика филиалының Бөрйән районындағы бүлеге менән берлектә 14 ғаиләгә 556 мең һумлыҡ аҡсалата ярҙам күрһәтелде. Отчет йылында бүлексә тарафынан 7 мәрхәмәтлек акцияһы ойошторолдо. Һөҙөмтәлә янғында зыян күргән һәм мохтаж ғаиләләргә 270 мең һумлыҡ аҡсалата һәм матди ярҙам күрһәтелде.

 

“Атайсал” коммерцияға ҡарамаған автономлы халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге тарафынан социаль ярҙам һәм өйҙә социаль-медицина хеҙмәте күрһәтелә. Бөгөнгө көндә ойошмала бөтәһе 34 эшсе, шул иҫәптән 24 социаль һәм 5 медицина хеҙмәткәре иҫәпләнә. Яуымбай, Ҡотан, Мәһәҙей һәм Иҫке Монасип ауылдарында хеҙмәт хаҡының түбән, заказдарҙың аҙ булыуы сәбәпле социаль хеҙмәткәрҙәр эштән сыҡты, был ауылдарҙағы участкалар ябылды.

 

Отчет йылында 438 оло йәштәге һәм мөмкинлеге сикләнгән гражданға бөтәһе 46 мең 662 социаль һәм 7832 медицина хеҙмәте күрһәтелде. Түләүле хеҙмәтләндереүҙән үҙәк 1,1 млн. һум табыш алған, 2015 йылда был күрһәткес 1,2 млн. булды. Түләүһеҙ ярҙам алған граждандарҙың һаны отчет осоронда артты.

 

Социаль страховкалау фондының Башҡортостан Республикаһындағы региональ бүлеге мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы техник реабилитация саралары менән тәъмин итеү, льготалы категориялы граждандарға санатор-курорт дауаланыуға путевкалар биреү һәм уларҙың дауаланыу еренә ҡала-ара юл транспортында бушлай барып кире ҡайтыуы буйынса вәкәләттәрен 2015 йылдың 1 ноябренән кире тергеҙҙе.

 

Отчет йылында техник реабилитация саралары алыу өсөн 123 инвалид 428 тапҡыр мөрәжәғәт итте, 1 Бөйөк Ватан һуғышы инвалидынан 13 заявка ҡабул ителде. Һөҙөмтәлә 99 мөмкинлеге сикләнгән гражданға техник реабилитация сараһы бирелде, тағы ла 293 заявка ҡәнәғәтләндерелде, шул иҫәптән 25 кресло-коляска, биш тауыш аппараты, 65 протез-ортопедик әйбер, 37 махсус кейем һәм башҡа кәрәк-яраҡтар ҡулланыусыға тапшырылды. Ярҙам суммаһы дөйөм 6,4 млн. булды. 10 инвалидҡа техник саралар өсөн 150 мең һумлыҡ компенсация түләнде. Курорт һәм санаторийҙарға юллама һорап 58 мөрәжәғәт итеүсенең 4-енә юллама бирелде.

 

Белорет районы һәм ҡалаһы буйынса халыҡты социаль яҡлау республика филиалының Бөрйән районындағы бүлеге тарафынан 35 төр социаль түләүҙәр тәғәйенләнә. Уҙған йылда ойошмаға төрлө социаль түләүҙәрҙе юллап 4163 граждан мөрәжәғәт иткән. 7 мең социаль ярҙам алыусыға 80 млн. һум күләмендәге пособие түләнгән. Баланы уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алған 5 ғаиләгә аҡсалата бер тапҡыр бирелә торған пособие тәғәйенләнгән.

 

Республика бюджетынан 9 бала тәрбиәләгән бер ғаиләгә 600 мең һум күләмендәге аҡсалата түләү бирелде. 2016 йылда биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән 10 әсәгә «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылды, әлеге ваҡытта районда 257 әсә ошондай миҙал менән бүләкләнгән. 118 күп балалы ғаилә торлаҡ менән тәьмин итеү программаһында сиратта тора.

 

Отчет йылында федераль бюджеттан бүленгән юлламалар күп балалы, аҙ тәьмин ителгән һәм тулы булмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе 86 балаға бирелде. 40 бала Белорет районында урынлашҡан “Ҡарағай урманы”, ҡалған 46-һы “Ағиҙел” һауыҡтырыу лагерендә һаулығын нығытты.

 

152 гражданға “Хеҙмәт ветераны”, “Оҙайлы хеҙмәт стажы булған хеҙмәт ветераны” һәм льготаларға хоҡуҡ танытмалары тапшырылды.

 

Ололарҙың хоҡуҡтарын яҡлау, уларға төрлө социаль гарантиялар булдырыу буйынса Хөкүмәт тарафынан яңынан-яңы программалар тормошҡа ашырыла. “Өсөнсө быуын халыҡ университеты” тип аталған республика программаһына ярашлы ойошторолған курстарҙа 75 оло быуын вәкиле компьютер, бейеү, тегеү һәм дауалау физкультураһы серҙәренә төшөндөләр.

 

Өлкән йәштәгеләргә тәғәйенләнгән “Социаль туризм” программаһы сиктәрендә отчет йылында 5 оло быуын вәкиле республикабыҙҙың ял йорттарында, 2-һе Татарстан Республикаһының Бөгөлмә ҡалаһында урынлашҡан “Лилиә” санаторийында ял итте. “Социаль контракт нигеҙендә айырым категорияға ҡараған аҙ тәьмин ителгән граждандарға социаль ярҙам” ҡағиҙәһенә ярашлы шәхси хужалыҡты үҫтереү өсөн 25 гражданға ярҙам күрһәтелде.

 

Бөгөнгө көндә районда 4086 пенсионер иҫәпләнә. Уртаса пенсия кимәле – 9301 һум 84 тин тәшкил итә. Отчет йылында 423 пенсия билдәләнгән, уларҙың 124-е дәүләт пенсия тәьминәте буйынса, 299 – ы страховкалау пенсияһы.

 

2016 йыл барышында район пенсия фондында 652 страхователь теркәлгән, шул иҫәптән 190 юридик шәхес (73 бюджет ойошмаһы иҫәбе менән), ялланма хеҙмәткәрҙәре булған 60 шәхси эшҡыуар, 159 крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы, ялланма хеҙмәткәрҙәре булған 18 крәҫтиән-фермер хужалығы, 220 шәхси эшҡыуар, 4 адвокат һәм 1 шәхси нотариус.

 

Пенсия фонды идаралығы тарафынан әсәлек ғаилә капиталын кредит түләмәләрен ҡаплауға, торлаҡ һатып алыуға, шәхси йорт төҙөүгә ҡулланырға һорап яҙылған 115 ғариза ҡәнәғәтләндерелде.

 

Муниципаль район Хакимиәтендә етем, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ителгәндәрҙең хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлауға даими иғтибар бүленә.

 

Бөгөнгө көндә бөтәһе етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ителгән 72 бала иҫәпләнә. 31 бәлиғ булмаған бала 24 опекун ғаиләлә, 41 –е ҡабул итеүсе утыҙ ғаиләлә тәрбиәләнә. Улар араһында 18 үкһеҙ етем бар.

 

Отчет осоронда 8 етем бала асыҡланған, уларҙың 7-һе ғаиләләргә тәрбиәгә бирелде, берәүһе уллыҡҡа алынды. Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм 22 бала опекаға тапшырылды. Иҫәптә торған 6 бала уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алынды, 6-һы үҙ ғаиләләренә кире ҡайтарылды, 11-е бәлиғ булып, уҡыу йорттарына инеп, тулыһынса дәүләт тәъминәтенә күсерелде. Отчет йылында 6 ата-әсә ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителде. 7 бәлиғ булмаған балаға ҡарата 5 ата-әсә хоҡуҡтарынан ситләтелде, улар араһынан 1 ата-әсә холоҡтарын төҙәтеү сәбәпле 2 баланы үҙ ғаиләләренә кире ҡайтарҙы.

 

2016 йылда район Хакимиәтендә торлаҡ алыусылар исемлегенә 16 етем бала индерелде, бөгөнгө көндә 28 бала сиратта тора. Етем, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ителгән 4 бала Иҫке Собханғол һәм Байназар ауыл биләмәләрендә торлаҡ менән тәьмин ителде. 5 етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған баланың өйөнә 150 мең һумлыҡ ремонт эшләнде.

 

Районда 18 йәшкә тиклем 5634 бала иҫәпләнә. Быйылғы йыл башына ҡарата бәлиғ булмағандарҙың эше һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияла 13 бала һәм 55 ғаилә иҫәптә тора, уларҙа 130 бала тәрбиәләнә. Отчет осоронда 11 бәлиғ булмаған үҫмер һәм 25 ғаилә иҫәптән төшөрөлдө.

 

Комиссия ғаилә мәсьәләләре буйынса педагог-психологтар һәм социаль төркөм белгестәре менән берлектә үткәргән 17 ултырышта 79 административ хоҡуҡ боҙоу материалдарын ҡараны. Был күрһәткес 2015 йыл менән сағыштырғанда 22-гә кәмегән. Йыл барышында социаль ауырлыҡтар килеп тыуған ғаилә йәки бала тураһында 45 сигнал килде (2015 йылда – 61).

 

“Күп функциялы дәүләт һәм муниципаль хеҙмәтләндереү үҙәге” республика дәүләт автономиялы учреждениеһының Иҫке Собханғол ауылындағы бүлексәһе халыҡҡа дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтә. Кәрәкле документтар юллар өсөн элеккесә һәр ойошмаға йөрөү кәрәкмәй, бүлексә граждандарҙың һәм юридик шәхестәрҙең тейешле ҡағыҙҙарын ҡабул итеп алып бөтә эште бер урында атҡарып сығара. Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтендә ҡаралған дәүләт пошлинаһын түләүҙән тыш, хеҙмәттәр бушлай күрһәтелә. “Минең документтар” үҙәгендә бөтәһе 200 дәүләт һәм муниципаль хеҙмәтләндереү төрө тәҡдим ителә. Отчет йылында бүлексә тарафынан бөтәһе 5545 мөрәжәғәт ҡәнәғәтләндерелгән.

 

Берҙәм дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталы аша (“Госуслуги”) күп кенә дәүләт һәм муниципаль учреждениелар тарафынан күрһәтелгән хеҙмәтләндереү төрҙәрен граждандарға өйҙән сыҡмайынса алырға була. Рәсәй Федерацияһы Һалым кодексының 333.35 статьяһына ярашлы, 2019 йылдың 1-се ғинуарына тиклем физик шәхестәр юридик әһәмиәтле эштәр тураһындағы ғаризаларҙы берҙәм дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталдары аша биреп, улар ярҙамында дәүләт пошлинаһын түләгәндә 30 % ташлама бирелә.

 

ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ

Районда Бөрйән үҙәк дауаханаһы, Байназар амбулаторияһы, Байназар паллиатив ярҙам бүлексәһе, 25 фельдшер-акушерлыҡ пункты халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтә.

 

Дөйөм койка ҡеүәте тәүлек әйләнәһенә - 60, көндөҙгөһө 43 койка. Һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының тәүлек әйләнәһенә 170 пациент ҡабул итеү мөмкинлеге бар. Тәүлек әйләнәһенә койка менән тәьмин ителеш һуңғы 4 йылда 28,6 процентҡа кәмеп, 36,4 тәшкил итте.

 

Мотлаҡ медицина страховкалауы буйынса 50 койка тәүлек әйләнәһенә эшләне, шул иҫәптән хирургия, травматология,отоларингология, гинекология, педиатрия, терапия, неврология, “йөклөлөк патологияһы”, “йөклөлөк һәм бала табыу” йүнәлештәре буйынса.

 

Паллиатив койкала 3302 койка-көн үткәрелеп, йөкләмә 100 % үтәлгән. Көндөҙгө стационарҙа ла план тулыһынса үтәлеп, 1006 дауалау осрағы теркәлгән. Тиҙ медицина ярҙамы һорап 5103 саҡырыу булған, үтәлеш 100 процент.

 

Амбулатор шарттарҙа - 40, стационар шартта 23 төр медицина эшмәкәрлеге алып барыуға лицензия бар. Барлыҡ фельшер-акушерлыҡ пункттарында фармацевтик эшмәкәрлек күрһәтеү, дарыу һатыу эше ойошторолған.

 

Үкенескә күрә һаулыҡ һаҡлау системаһының кадрҙар потенциалы әүәлге кимәлдә ҡала килә. Бөгөнгө көндә был өлкәлә 38 табип эшләй, күрһәткес 2015 йыл менән сағыштырғанда икәүгә кәм. Медицина хеҙмәткәрҙәре, киреһенсә 2-гә артып, 148 кеше тәшкил итә. Район үҙәк дауаханаһы 9 табипҡа (табип терапевт, табип акушер-гинеколог,табип фтизиатр, табип инфекционист, табип дерматолог, ультратауышлы диагностика (УЗД) табибы, табип балалар хирургы, табип эндокринолог, провизор) ҡытлыҡ кисерә.

 

Йыл һайын маҡсатлы уҡытыу тураһында килешеү нигеҙендә райондан 4-5 абитуриент уҡырға инә. Буласаҡ табибтарҙың күптәре ҡыҙҙар булыу сәбәпле сит яҡҡа кейәүгә сығып, районға эшкә ҡайтмай. 2016 йылдан килешеү шарттары тулыһынса “Мәғариф тураһындағы” федераль закон талаптарына ярашлы үҙгәртелде. Йәғни йәш табиб уҡып бөтөп эшкә ҡайтмаһа уға сарыф ителгән сумманы өсләтә арттырып штраф түләргә тейеш була.





Поделиться с друзьями:


Дата добавления: 2017-03-12; Мы поможем в написании ваших работ!; просмотров: 521 | Нарушение авторских прав


Поиск на сайте:

Лучшие изречения:

Наглость – это ругаться с преподавателем по поводу четверки, хотя перед экзаменом уверен, что не знаешь даже на два. © Неизвестно
==> читать все изречения...

2613 - | 2186 -


© 2015-2024 lektsii.org - Контакты - Последнее добавление

Ген: 0.008 с.