Лекции.Орг


Поиск:




Категории:

Астрономия
Биология
География
Другие языки
Интернет
Информатика
История
Культура
Литература
Логика
Математика
Медицина
Механика
Охрана труда
Педагогика
Политика
Право
Психология
Религия
Риторика
Социология
Спорт
Строительство
Технология
Транспорт
Физика
Философия
Финансы
Химия
Экология
Экономика
Электроника

 

 

 

 


Хөрмәтле Президиум, депутаттар һәм район ойошмалары етәкселәре! 2 страница




 

Үкенескә күрә, урман сәнәғәтендә ҙур хужалыҡтар эшләмәү сәбәпле, ағас эшкәртеү районда түбән кимәлдә. Районда урман сәнәғәтенең ҡеүәтен арттырыу өсөн мөмкинселектәр әле байтаҡ. Был йәһәттән заманса технологияларҙы үҙләштереп, яңы төр һорауы булған әҙер продукцияларҙы етештереүҙе яйға һалыр кәрәк.

 

ТӨҘӨЛӨШ

Райондың иҡтисади һәм социаль үҫешендә төҙөлөш комплексы мөһим роль уйнай.Көрсөк булыуға ҡарамаҫтан, һуңғы ике-өс йылда төҙөлөш эштәре яңы һулыш ала. 2016 йылда һәр ауылда тиерлек төҙөлөш һәм төҙөкләндереү эштәре эшләнелде.

 

Иҫке Собханғол ауылында 550 урынлыҡ мәктәп, Ырғыҙлыла мәҙәниәт усағы төҙөлдө. Ҡотанда башланғыс мәктәп-балалар баҡсаһы реконструкцияланды, район үҙәгендә 120 урынға иҫәпләнгән интернатты реконструкциялау эштәре дауам итә.

 

Отчет осоронда региональ һәм муниципаль-ара юлдарҙы ҡарау өсөн 41,9 млн. аҡса тотонолдо. Йылайыр-Кананикольск-Иҫке Собханғол йүнәлешендәге юлдың Әтек ауылына төшкән тау өлөшөн һөҙәгәйтеү эштәре тамамланды, Иҫке Монасип ауылының халыҡ телендә «Кепес» тип йөрөтөлгән яғына юл һалынды. Был маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн федераль бюджеттан 59,7 млн., республика бюджетынан 39 млн. аҡса тотонолдо.

 

Ҡағы – Иҫке Собханғол йүнәлешендәге 2,1 км. оҙонлоғондағы юлдың асфальты яңыртылды. Урындағы автомобиль юлдарын төҙөкләндереү өсөн республика бюджетынан бүленгән 7,1 млн. аҡсаға “Брәтәк” йылғаһы аша күпер, Әбделмәмбәт-Ҡолғана-Хәмит, Байназар-Мораҙым йүнәлештәрендәге автомобиль юлдары, Исламбай, Яңы Усман, Иҫке Монасип ауылдарындағы урам юлдары төҙөкләндерелде. Район үҙәгендә 1142 метр оҙонлоғондағы йылылыҡ селтәрҙәре реконструкцияланды, Ленин урамында урынлашҡан күп фатирлы йортта электр линияларына капиталь ремонт үткәрелде, Яңы Усман ауылында ғәҙәттән тыш хәл сыҡҡанда халыҡты ашығыс хәбәрҙар итеү комплекслы системаһы сафҡа инде.

 

Юл фонды (акциз) иҫәбенән бүленгән 11 млн. һум аҡсаға 10,9 километр юл, шул иҫәптән Ҡолғана ауылында “Үҙән”, Яңы Собханғолда “Уй” йылғалары аша, Бәләкәй Ҡыпсаҡ ауылында күперҙәр төҙөкләндерелде.

 

2016 йылда бөтәһе 18,3 км оҙонлоғондағы урындағы юлдар һәм урамдар төҙөкләндерелде. Был маҡсаттарҙы бойомға ашырыу өсөн 18,2 млн. һум аҡса сарыф ителде.

 

Тимер ауылының С.Юлаев урамында 1,3 км. газ линияһы һалынды. Яңы Монасип ауылында Ағиҙел йылғаһы аша күпер һалыуға “Баймаҡ” ПМК-һы менән контракт төҙөлөп, эштәр башланды. Әле Нәбиҙә күпер төҙөү эштәре дауам итә, уны 2017 йылда сафҡа индереү ҡаралған.

 

Отчет йылында Яңы Собханғол ауылында һәм Ағиҙел ҡасабаһында 108 урынлыҡ мәктәп менән 90 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһын төҙөүгә проект эшләнде. Был маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыр өсөн республика ҡаҙнаһынан 5,4 млн. һум аҡса бүленде.

 

Байназар, Нәби һәм Иҫке Монасип ауылдарында Ағиҙел йылғаһын таҙартыу һәм уның төбөн тәрәнәйтеү, Иҫке Собханғол – Мораҡ йүнәлешендәге юлдың 14,0 - 30,1 километрындағы участкаһын төҙөкләндереү буйынса проект эштәре башланды.

 

2016 йылда урындағы инициативаларҙы бойомға ашырыуға йүнәлтелгән проектта, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проектында ҡатнашыу күп кенә көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеүгә ярҙам итте.

 

Урындағы инициативаларҙы бойомға ашырыуға йүнәлтелгән проект сиктәрендә Байғаҙы ауылында Һәүәнәк йылғаһы аша күпер, Кейекбайҙа спорт, Әтек һәм Һарғая ауылдарында балалар өсөн уйын майҙансыҡтары төҙөлдө, Килдеғол һәм Яңы Собханғол ауылдарында юл һалынды, Тимерҙә ябыҡ спорт майҙансығының икенсе төҙөлөш этабы тамамланды.

 

“Реаль эштәр” проекты сиктәрендә Әбделмәмбәт урта мәктәбенең, Яңы Усман ауыл мәҙәниәт йортоноң тәҙрәләре алмаштырылды, Әтек клубына спорт кәрәк-яраҡтары, Әбделмәмбәт урта мәктәбенең Ҡолғана филиалына видеопроектор алынды, Аҫҡар һәм Ғәлиәкбәр мәҙәниәт усаҡтары музыкаль аппаратуралы булды, Мәһәҙей, Иҫке Монасип ауылы клубтары, Мәндәғол башланғыс мәктәбе, Иҫке Монасип балалар баҡсаһы төҙөкләндерелде, Яңы Собханғол һәм Тимер ауылдарында хоккей коробкалары, Иҫке Собханғолда балалар өсөн уйын майҙансығы төҙөлдө.

 

2017 йылда ла урындағы инициативаларҙы бойомға ашырыуға йүнәлтелгән проектта ҡатнашыу дауам итәсәк. Уға ярашлы Мәһәҙей ауылында балалар өсөн уйын майҙансығы, Ырғыҙлыла балалар-үҫмерҙәр өсөн спорт комплексын төҙөү, Исламбайҙа мәҙәниәт йортон яңыртыу, Яңы Усман ауылы мәктәбен, Әтек балалар баҡсаһын төҙөкләндереү, Ҡолғана ауылына янғын-техник ҡоролмаһы,Ҡыпсаҡ ауыл биләмәһенә коммуналь техника алыу күҙаллана.

 

Ра­йонда аҙ ҡатлы төҙөлөштө үҫтереү, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж граждандарға ярҙам итеү йәһәтенән «Йорт комплекты» программаһы уңышлы эшләп килә. 2016 йылдың 1 ғинуарынан программаның операторы булып коммерцияға ҡарамаған ойошма – Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фонды тора.

 

Программа сиктәрендә 2016 йылда 10 ғаилә ошо мөмкинлектән файҙаланды. Йорт төҙөтөү өсөн “Селена” ойошмаһынан 1100 кубометр ағас алынды. Ағымдағы йылдың 1-се ғинуарына ҡарата исемлектә 15 кеше тора.

 

Район Хакимиәтенең баш архитекторы ер бүлеменең планын төҙөү, капиталь объекттарҙы төҙөүгә һәм сафҡа инеүенә рөхсәт биреү кеүек эштәр башҡара. Шул уҡ ваҡытта төҙөлөш документтарын контролдә тотоп, уларҙың дөрөҫ ҡулланылышын тикшерә. 2016 йылда ул 272 капиталь төҙөлөшкә, 274 ер участкаһының төҙөлөш планына рөхсәт бирҙе, әсәлек капиталына таянып торлаҡ төҙөүҙе раҫлау өсөн 20 акт төҙөнө.

 

Отчет осоронда 9606,3 кв.м. капиталь төҙөлөш бинаһы һәм 8200 кв.м. дөйөм майҙандағы шәхси объекттар сафҡа инде. 7 ауыл биләмәһенең генераль планы федераль органдарҙың иҫкәрмәләрен иҫәпкә алып эшләнеү стадияһында. Шулай уҡ 2 ауыл биләмәһенең ерҙе ҡулланыу һәм төҙөлөш эшенә ҡағиҙәләре ғәмәлгә инде.

 

ЙӘШӘЙЕШТЕ ТӘЪМИН ИТЕҮ ИНФРАСТРУКТУРАҺЫ

Торлаҡ-коммуналь хужалығының хеҙмәтләндереү сифаты күтәрелеүе, халыҡҡа көнкүреш хеҙмәт күрһәтеүҙең яҡшырыуы социаль-иҡтисади үҫештә мөһим роль уйнай. Һәр йорттоң, һәр ғаиләнең именлеге был өлкәнең тотороҡло, ышаныслы эшләүенә, хужалыҡ эшселәренең һөнәри оҫталығына һәм яуаплылығына бәйле.

 

2016 йылда «Алағуян» муниципаль унитар предприятиеһы Иҫке Собханғол ауылында 19 учреждение һәм ойошманы, 96 фатирҙы йылылыҡ менән тәъмин итте. Предприятие тарафынан ҡулланыусыларға 3815 гигакалорий йылылыҡ тапшырылды, шул иҫәптән ауыл халҡына 1091,70 Гкал. Күрһәтелгән хеҙмәтләндереүҙәрҙән предприятиеның сығымдары 92 % -ҡа ҡапланды. Ойошманың халыҡтан 2016 йылдың аҙағына 345 мең һум аласағы ҡалды.

 

Иҫке Собханғол линия-техник цехы тарафынан бәйләнеш сараларын үҫтереү маҡсатында “Морат туғайы” ерлегенә һәм Шүлгән-Таш мәмерйәһенә тиклем 7 километр оҙонлоғонда оптик бәйләнеш линиялары һалынды. Отчет йылында интернет абоненттары – 2821, IP-телевидение ҡулланыусылар – 2137, телефон бәйләнешенә эйә булыусылар һаны 3716-ға етте.

 

Интернет селтәренең АDSL технологияһы буйынса йыйылған һыйҙырышы 100 абонент портына артты. Баҙал һәм Ағиҙел микрорайондарында телефон бәйләнештәре реконструкцияланды. Корпоратив абоненттарға оптик-сүс кабелдәрен төҙөү буйынса, шулай уҡ Мультирум (2 һәм унан күберәк телевизорҙарҙы бер линияға тоташтырыу) һәм Метрофон (виртуаль АТС) кеүек хеҙмәттәрҙе күрһәтеү йәһәтенән эштәр башҡарылды.

 

Иҫке Собханғол урта мәктәбе территорияһынан, Мәндәғол ауылында яңы төҙөлгән йорттоң ер участкаһынан станция-ара бәйләнешенең оптик-сүс һуҙымдары планлы рәүештә сығарылды, Һаҡлыҡ банкы, һалым хеҙмәте, газ сәнәғәте ойошмаһының 2 объекты, “Магнит” магазины, Әбделмәмбәт урта мәктәбе, Аҫҡар ауылындағы почта бүлексәһе кеүек корпоратив абоненттарға оптик-сүс һуҙымы һалынды. Әлеге ваҡытта районда 23 абонент “Эҙернет” технологияһы буйынса Интернет селтәренә тоташтырылған.

 

Оптик-сүс бәйләнеш линиялары булмаған ауылдарҙа автомат телефон станцияһы һыйҙырышын йә булмаһа кабель бәйләнеш линияларын үҫтереү мөмкинселеге әлегә юҡ. Ғәлиәкбәр ауылында -70, Ҡотанда – 35, Ырғыҙлыла – 44, Мәҡсүттә – 9 абонент тиҙлеге секундына 100 килобиттан түбән булған Интернет менән ҡулланырға мәжбүр. Киләсәктә был етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн “Цифрлы тигеҙһеҙлекте туҡтатыу” федераль программаһына ярашлы маҡсатлы эштәрҙе алып барыуҙы дауам итер кәрәк.

 

Бөрйән районы электр селтәрҙәре ҡулланыусыларҙы сифатлы электр энергияһы менән туҡтауһыҙ тәьмин итеү буйынса үҙ бурыстарын теүәл үтәй. Отчет йылында 184 йорт һәм яңы етештереү объекты электр селтәрҙәренә тоташтырылды. Яңы Собханғол һәм Ҡотан ауылдарында 2 мачта (мачтовый) трансформатор подстанциялары төҙөкләндерелде. Байназар, Нәби һәм Байғаҙыла 4,2 км. линияларҙа капиталь ремонт үтте.

 

Ойошма тарафынан Яуымбай-Әбделмәмбәт, Яуымбай-Мораҙым, Байназар-Яңы Монасип, Ғәҙелгәрәй-Мәҡсүт, Ғәҙелгәрәй-Ырғыҙлы, Иҫке-Собханғол-Ҡотан йүнәлешендәге трассалар үҫентеләр һәм ағастарҙан таҙартылды. Ҡурғашлы һәм Нәби ауылы ҡулланыусыларының 247 иҫәпләү приборы алмаштырылды. Ғәҙелгәрәй, Яңы Собханғол, Нәби, Ҡурғашлы, Ырғыҙлы, Тимер һәм Иҫке Мөсәт ауылдарында электр линияһын иҫәпләү приборҙары монтажланды.

 

«КомЭнергоСервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте күп тармаҡлы эшмәкәрлек алып бара. Ойошма Иҫке Собханғол һәм Ишдәүләт ауылдарындағы, шулай уҡ Яңы Собханғол ауылының Йәштәр урамындағы электр линияларын хеҙмәтләндерә, 2176 хужалыҡтың һәм 120 юридик шәхестең электр энергияһы менән ҡулланыуын тәъмин итә.

 

Отчет йылында ҡабул ителгән 9,3 млн. кВт электр энергияһының, 6,9 млн. кВт-ы абоненттарға тапшырылып, селтәрҙә 25 % энергия юғалтылған. Ойошма был төр хеҙмәтләндереүҙән 2,2 млн., халыҡты һәм ойошмаларҙы һалҡын һыу менән тәьмин итеүҙән 1,5 млн., ҡаты һәм шыйыҡ көнкүреш ҡалдыҡтарын полигонға урынлаштырыуҙан 1,9 млн. һум килем алған.

 

2016 йылда «КомЭнергоСервис» тарафынан ҡабул ителгән инвестицион программаға ярашлы район үҙәгенең Йылға аръяғы, Ҡояшлы һәм Күл урамдарында 1,99 км. оҙонлоғондағы юғары вольтлы линиялар төҙөкләндерелде, Иҫке Монасип ауылының “Кепес” тип йөрөтөлгән яғына 0,76 км. оҙонлоғондағы юғары вольтлы линия төҙөү эштәре башҡарылды. Иҫке Собханғол урта мәктәбенә 230 метрлы ер аҫты электр һуҙымы һалынды. Киләсәктә инвестиция программаһына ярашлы Салауат, Ленин урамдарында төҙөкләндереү, Самат Ғәбиҙуллин һәм Алдар Иҫәкәев урамы ҡулланыусыларын юғары вольтлы линияға тоташтырыу һәм трансформатор станцияһын төҙөү эштәре ҡаралған.

 

«Газпром газораспределение Уфа» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Белорет ҡалаһындағы филиалының Бөрйән комплекслы хеҙмәте газ селтәрҙәренең техник яҡтан төҙөк булыуын һәм ҡулланыусыларҙы зәңгәр яғыулыҡ менән өҙлөкһөҙ тәьмин итә. Бөрйән комплекслы хеҙмәте 140 саҡрым оҙонлоғондағы газ селтәрҙәрен ҡарай.

 

Райондың 9 ауылында 1276 йортҡа тәбиғи газ индерелгән. 402 йорт газ баллоны ҡулайламаһы менән файҙалана.

 

2016 йылда Бөрйән комплекслы хеҙмәте тарафынан 832 тәбиғи газ үткән, 101 газ баллоны ҡулайламаһы менән ҡулланыусы йорттарҙа төҙөкләндереү һәм техник хеҙмәтләндереү эштәре башҡарылды. 88 йорт һәм 3 коммуналь-көнкүреш объекты тәбиғи яғыулыҡ төрөнә тоташтырылды. Иҫке Собханғолда 76 метр оҙонлоғондағы газ селтәрҙәре яңыртылды, резерв линияның ҡоролмаһы урынлаштырылып, газ редукциялау пункттарының көйләгесе, келәһе алмаштырылды, шулай уҡ поселок-ара, урамдарҙағы билдәләр яңыртылды.

 

Ойошманың капитал һалыуҙар иҫәбенә Ленин, Һ.Ишкилдин һәм Ағиҙел урамдарында 410, 7 м. оҙонлоғондағы газ селтәрҙәренең әйләнеше (“закольцовка”) төҙөлдө, Кыҙыл-Таш урамында газ көйләгес пункты урынлаштырылды.

 

Районыбыҙҙа газ селтәрҙәре лә киңәйә, ошо яғыулыҡ төрөнә тоташыусылар һаны йылдан-йыл арта бара. Киләсәктә Газпром йәмғиәте менән берлектә «2020 йылға тиклем районды газификациялау программаһына» ярашлы Иҫке Собханғол – Ырғыҙлы йүнәлешендәге газ селтәрҙәрен проектлау һәм төҙөү планлаштырыла.

 

АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ

 

Ауыл хужалығында район халҡы өсөн иҡтисади яҡтан отошло йүнәлештәр булып ҡортсолоҡ, йылҡысылыҡ, эре һәм ваҡ мөгөҙлө малдарҙы үрсетеү тора.

2016 йылдың аҙағына ҡарата районда “Салауат” һәм “Урал” ауыл хужалығы кооперативтары, 78 крәҫтиән фермер хужалығы иҫәпләнә.

 

2017 йылдың 1 ғинуарына ҡарата бөтә төр хужалыҡтарҙа 15107 баш эре, 17056 ваҡ мөгөҙлө мал, 3469 йылҡы, 6376 ҡорт күсе иҫәпләнә. 2015 йыл менән сағыштырғанда йылҡыларҙың (104,1%), ваҡ мөгөҙлө (101,1%) малдарҙың һәм ҡорт күстәренең артыуы, ә эре мөгөҙлө малдарҙың һаны киреһенсә 0,5 процентҡа кәмеүе күҙәтелә.

 

Отчет йылында бөтә төр хужалыҡ продукттарының тулайым күләме 23 процентҡа артып 844,7 млн. булды.

 

2016 йылда район буйынса барлыҡ хужалыҡтарҙа 20,9 мең (99,7%) тонна һөт, 2306 (100%) т ит етештерелде. Һәр һыйырҙан 4035 литр һөт һауып алынды, тауар сығышы (товарность) 85%, уртаса һөттөң һатыу хаҡы 15 һум. Йәш малдарҙың көндәлек артымы 445 грамм тәшкил итте.

 

Крәҫтиән-фермер хужалыҡтар ҡымыҙ бешеү эшен яйға һалып, халыҡтың шифалы продуктҡа булған ихтыяжын ҡәнәғәтләндерәләр. Отчет осоронда 9 урында 267 ц ҡымыҙ етештерелде.

 

Аномаль һауа торошо, көндәрҙең ҡоро тороуы уңыш ҡеүәтен кәметһә лә район аграрийҙары урып-йыйыу эштәрен ярайһы ғына һөҙөмтәләр менән тамамланы. Сәсеүлектәрҙең майҙанын киңәйтеп, иген үҫтереүсе крәҫтиән-фермер хужалыҡтарҙың артыуы ҡыуандыра. 2016 йылда 407 гектар майҙандан 825 тонна бөртөклө иген культураһы йыйып алынды. Уртаса гектар ҡеүәте 20,3 центнер тәшкил итте, был күрһәткес республика кимәленән 1,5 ц-ға күберәк.

 

2017 йыл уңышы өсөн 28 га майҙанда арыш, 16 гектарҙа “тритикале” культуралары сәселде, шулай уҡ 600 гектар (100%) сәсеүлек майҙаны туңға һөрөлдө. Ағымдағы сәсеү осорона дөйөм 60 тонна орлоҡ тупланған.

 

Хужалыҡтар тарафынан һәр шартлы малға 25 центнер аҙыҡ берәмеге, шул иҫәптән 5600 тонна бесән, 1200 т сенаж, 250 тонна һалам, 1200 т мал аҙығы (зернофураж) әҙерләнде.

 

Фәһим Хәйбуллин, Рәмил Латыпов, Рушан Салауатов һәм Альберт Сәлихов крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, шулай уҡ «Салауат» ауыл хужалығы кооперативы иң күп мал аҙығы етештереүгә өлгәштеләр. Шәхси һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтар ҡырсылыҡтан ярайһы табыш алып эшләй башланылар.

 

Беҙҙең районда ҡортсолоҡто үҫтереү буйынса бөтә шарттар ҙа бар – хозур тәбиғәт, саф һауа, тәбиғи үҫемлектәр. Донъяла танылыу яулаған Бөрйән ҡорто, төр булараҡ, беҙҙә генә һаҡланған. Әлеге ваҡытта районда ҡортсолоҡ киң тарала, йылдан-йыл һәр ауылда хужалыҡ итеүҙең был төрөндә шөғөлләнеүселәр һаны арта бара.

 

2016 йылда бөтәһе 1670 центнер бал етештерелде, шул иҫәптән йәрминкәләрҙә 12 тоннаға яҡын, “Бөрйән балы – башҡорт даны” этнофестивалендә 4 тоннанан ашыу бал һатыуға сығарылған.

 

2016 йылда районда бөтәһе 4541 баш быҙау алынған. Крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында, ауыл хужалығы кооперативтарында быҙау алыу һаны 498 баш (2015 йыл менән сағыштырғанда 99,7%) тәшкил иткән. Һәр 100 һыйырҙың 77 % быҙаулаған.

 

Был юҫыҡта эште яйға һалыу маҡсатында, тоҡом яҡшыртыу һәм мал һанын арттырыу йүнәлешендә ветеринар станция базаһында шәхси эшҡыуар Марс Мәмбәтов малдарҙы яһалма ҡасырыу буйынса эш башланы. Отчет осоронда 662 баш мал яһалма ҡасырылды, шул иҫәптән 12 баш ауыл хужалығы кооперативы, 39 – крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, 611 шәхси сектор малдары. Киләсәктә барлыҡ хужалыҡтар тарафынан тоҡомсолоҡто үҫтереү, яһалма ҡасырыуҙы йәйелдереү эшендә әүҙемлек күрһәтелһә яҡшыраҡ булыр ине.

 

2016 йылда район хужалыҡтарына бөтәһе 10,2 млн. һумлыҡ дәүләт ярҙамы күрһәтелгән. «2016-2018 йылдарҙа башланғыс фермерҙарға ярҙам күрһәтеү», «2016-2018 йылдарҙа ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү» ведомство программаларына ярашлы 4 крәҫтиән-фермер хужалығы 5,9 млн. грант алып эшен башланы.

 

Әлеге ваҡытта бөтә төр хужалыҡтарҙа 869 үҙ йөрөшлө техника һәм 64 прицеп иҫәпләнә. Ауыл хужалығы кооперативтарында һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарҙа 51 үҙйөрөшлө техника һәм 9 прицеп иҫәптә тора.

 

Район ветеринария станцияһы тарафынан районда эпизоотик һәм ветеринар санитария торошон күҙәтеү, яйға һалыу эше планға ярашлы үтәлде. Туберкулез, тороғоу һәм ҡотороу ауырыуҙары, себер түләмәһе, инфекцион анемия, йылҡы малының йоғошло ауырыуҙары һәм башҡа ауыл хужалығы малдарының, ҡоштарҙың ауырыуҙары районда үткән йылда теркәлмәгән.

 

Районыбыҙ территорияһында 32 йоғошло сиргә ҡаршы, шул иҫәптән 5 үтә ҡурҡыныс, кеше һәм хайуандарға йоға торған 14 дөйөм төр ауырыуҙарҙы профилактикалау маҡсатында ветеринар саралар ойошторолдо. Шулай уҡ 22 ауырыу төрө буйынса диагностик тикшереүҙәр үтте. Был маҡсатты тормошҡа ашырыу өсөн 1 млн. аҡса тотонолдо. Махсус саралар һөҙөмтәһендә 11 малдың лейкоз вирусын йөрөтөүе, һуйылған малдарҙың эске органдарын тикшергәндә 2 факт эхинококкоз ауырыуы барлығы асыҡланды.





Поделиться с друзьями:


Дата добавления: 2017-03-12; Мы поможем в написании ваших работ!; просмотров: 359 | Нарушение авторских прав


Поиск на сайте:

Лучшие изречения:

Слабые люди всю жизнь стараются быть не хуже других. Сильным во что бы то ни стало нужно стать лучше всех. © Борис Акунин
==> читать все изречения...

2193 - | 2115 -


© 2015-2024 lektsii.org - Контакты - Последнее добавление

Ген: 0.011 с.