Лекции.Орг


Поиск:




Категории:

Астрономия
Биология
География
Другие языки
Интернет
Информатика
История
Культура
Литература
Логика
Математика
Медицина
Механика
Охрана труда
Педагогика
Политика
Право
Психология
Религия
Риторика
Социология
Спорт
Строительство
Технология
Транспорт
Физика
Философия
Финансы
Химия
Экология
Экономика
Электроника

 

 

 

 


Абатлап һорау алыу протоколы




27 апрель, 1950 йыл.

Һорау алыусы:подполковник Семейкин.

Ғәйепләнеүсе:Мөхәмәтшә Буранғолов.

Һорау: Үҙегеҙҙең Зәки Вәлидов менән мөнәсәбәттәрегеҙ хаҡында һөйләгеҙ.

Яуап: Зәки Вәлидовты мин революцияға тиклем үк белә инем. Үҙен күреп түгел, ә журналдарҙа сыҡҡан мәҡәләләренән. Яҡшы тарихсы ине.Уның менән яҡындан танышыуым 1917 йылдың июнь айында, беренсе өлкә ҡоролтайы барған мәлдә булды, һуңынан мин уның менән бер - нисә тапҡыр осраштым. Мине ул хөкүмәт эштәре буйынса ҡабул итте.

Һорау: Һеҙгә ғәйепләү ҡарары иғлан ителә: һеҙ Совет власына ҡарата дошмандарса позицияла тороп, уға ҡаршы эшмәкәрлек ҡылыуҙа, йәғни СССР Уголовный кодексының 58-се статьяһына ярашлы ғәйепләнәһегеҙ. Ғәйебегеҙҙе таныйһығыҙмы?

Яуап: Эйе, ғәйебемде таныйым. Мин 1917 йылғы Октябрь социалистик революцияһының тәүге көндәренән үк Совет власына ҡаршы позицияла торҙом. Вәлидов хөкүмәтенең программаһын яҡланым, был хөүмәттә яуаплы вазифалар башҡарҙым, әммә 1920 йылдан алып советтарға ҡаршы көрәшемде туҡтаттым. Әммә әҙәби ижадымда, яҙыусы - драматург булараҡ, милләтселектә ғәйепләрлек ҡайһы бер хаталар ебәргәнмен.

Һорау: Тикшеренеү органдары һеҙгә допрос мәлендә үҙегеҙҙе нисек тотоу тураһында уйланырға тәғдим яһай. Белеп тороғоҙ: беҙгә һеҙҙең актив эшмәкәрлегегеҙ тураһында барыһы ла билдәле. Хушығыҙ.

Бөрйән Байымов фекеренсә, Мөхәмәтшә Буранғоловты был яуаптарҙан сығып һатлыҡ йән, иптәштәрен атап әйткән, тигән фекер йөрөтөргә ярамай, сөнки,,М. Буранғолов үҙенең күрһәтмәләрендә КГБ - ға әллә ҡасан билдәле булған хәлдәр тураһында ғына һөйләй, ә исемдәре аталған кешеләрҙең күптәре атылған, юғалған, йә иһә сит илгә ҡасҡан була, йәғни уның күрһәтмәләренән бер кем дә зыян күрмәй.“ (Бөрйән Байым. Ижадсылар. Өфө, 2008, 30-сы бит).

Был юлдарҙың авторы ла ошо фекерҙә.

Тотҡонлоҡта алты йыл ғүмерен үткәрә ул. Тик партияның ХХ съезынан һуң ҡабул ителгән ҡарар нигеҙендә ул срогынан алда ҡотолоп ҡайта. Лагерҙағы ауыр тормош арҡаһында икенсе группа инвалидлығына дусар булған 68 йәшлек ҡарт яҙыусыға гражданлыҡ хоҡуҡтарын ҡайтарып алыу өсөн тағы көрәшергә тура килә, реабилитация эше бер ҙә ҡыбырламай өс йыл үтеп китә. Туранан - тура КПСС Үҙәк Комитетының Генераль секретары Н. С. Хрущевҡа мөрәжәғәт иткәндән һуң ғына сәсән Мөхәмәтшә Буранғолов тулыһынса аҡлана, ҡайтанан Яҙыусылар союзына алына һәм халыҡ сәсәне исеме ҡайтарыла.

Оҙон һәм ҡатмарлы, аяныслы ғүмер юлы үткән, иң беренсе халыҡ сәсәне исеменә лайыҡ булған биш тиҫтәнән ашыу художестволы әҫәр яҙған олуғ әҙип һәм сәсән Мөхәмәтшә Ғабдрахман улы Буранғолов 1966 йылда Өфөлә донъя ҡуйҙы.

Ғәбитов Хәбибулла Ғәбделҡаһир улы (1886 - 1939) - шағир, фольклорсы, драматург, телсе ғалим. Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылында донъяға килгән. Сәңгелдәкта саҡта уҡ етем ҡалып, байҙарҙа аҫыраулыҡта үҫкән. Башланғыс белемде Юлыҡ мәҙрәсәһендә алған. Үҙ тырышлығы арҡаһында көн күреп йөрөй, ниһәйәт, теләге тормошҡа аша: Троицкиҙың билдәле һәм атаҡлы,,Рәсүлиә“ мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Бындағы ҡаты тәртипте өнәмәй унан китә һәм Өфөләге киң билдәле,,Ғәлиә“ мәҙрәсәһенә килеп инә. Әммә өс йыл үткәс, уҡытыу тәртиптәренә риза булмай, уҡыуын ташлай. Бынан һуң сит яҡтарға сыҡып китә, Верхотур, Иркутск ҡалаларында балалар уҡыта.

1917 йылғы февраль революцияһынан һуң Хәбибулла Ғәбитов Ырымбурға ҡайта. Унда Әхмәтзәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Шәриф Манатовтар иенән танышып, башҡорт милли хәрәкәтенә килеп ҡушыла. 1918 йылда Мәскәүҙә Мосолман комиссариатының башҡорт бүлексәһендә мөдир булып эшләй, В. И. Ленин, И. В. Сталин кеүек етәкселәр менән аралаша. Мәскәүҙән ҡайтҡас, егерменсе йылдарҙа уҡ фольклорсы Хәбибулла Ғәбитов Башҡортостанды өйрәнеү ғилми йәмғиәтендә,,,Башҡорт аймағы“ журналында һәм башҡа редакцияларҙа эшләй.

Ғәбитовтың әҙәби мираҫы әллә ни ҙур түгел. Башҡорт әҙәбиәтенә уның,, Башҡорт моңдары,“,,Урал йырҙары“ тигәншиғыр йыйынтыҡтары,,, Ынйыҡай менән Юлдыҡай“ пьесаһы билдәле.

Хәбибулла Ғәбделҡаһир улы- егерменсе йылдарҙағы тәүге быуын ғалимдәренең береһе. Ул халыҡ ижадын йыйыу, ғилми яҡтан өйрәнеү, баҫтырып сығарыу өлкәһендә емешле эш алып бара.

,,Яңы юл“ журналының 1923 - 1924 йылдарҙағы бер - нисә һанында Хәбибулла Ғәбитовтың,, Халыҡ әҙәбиәтенән үрнәктәр” исемле мәҡәләһе баҫыла. Унда ғалим тәү башлап халыҡ ижады әҫәрҙәрен төркөмләй. Уларҙы ҡобайыр, йыр, ҡыҫҡа йыр, таҡмаҡ, таҡмаҙа, һамаҡ, көләмәс, һармаҡ, ҡара һүҙ, йомаҡ, боронғо һүҙ (мәҡәл) кеүек төркөмдәргә бүлә, миҫалдар килтерә, аңлашылмаған һүҙҙәргә (ҡыу, балтырған, имәнес) аңлатмалар бирә.Шул осорҙа,,Яңы юл“ журналы биттәрендә ,,Башҡорттарҙа ҡыҙ алыу, ҡыҙ биреү“ исемле мәҡәләһе сыға.,, Халыҡ поэзияһы тураһында“ тигән мәҡәләһендә ул халыҡ ижадының роле, башҡорт музыуа ҡоралдары, сәсән, йырсылар хаҡында мәғлүмәттәр бирә.

1924 фольклорсы йылда Ғәбделәхәт Вилданов менән бергәләп,, Боронғоларҙың һүҙҙәре “ исемеменән башҡорт мәҡәлдәре йыйынтығын әҙерләп сығаралар. Алфавит тәртибендә урынлаштырылған мең ярымға яҡын мәҡәл тупланған был китап оло баһа алды, үҙ ваҡытында иң тулы йыйынтыҡ булды.

30-сы йылдарҙа уны милләтсе тип ғәйепләп эҙәрлекләй башлайҙар,,,Урал йырҙары.”,,Башҡорт моңдары“ шиғыр китаптарынан милләтселек ебе табалар. Критиканы аңлауын белдереп матбуғат аша белдереү яһаһа ла, уны нишләптер тыныс ҡалдырмайҙар. Октябрь революцияһынан һуң милли хәрәкәттә ҡатнашҡаны өсөн, 1935 йылдың февралендә төрлө ғәйепләүҙәр яғып, Хәбибулла Ғәбитовты партиянан сығаралар, ә инде 9 апрелдә уны ҡулға алып, һөргөнгә ебәрәләр. Һөргөндәге яҙмышы билдәле түгел. Шунан ҡайтмайынса донъя ҡуя. Шуға күрә, уның ижадын, тормош юлын, ғилми эшмәкәрлеген ныҡлап өйрәнеү эше үҙенең тикшеренеүселәрен көтә.

 

Ғәбдиев Шәһәрғәзе Шаһибал улы (1898 - 1979) ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуһа ла, уның атаһы ла, әсәһе лә II Этҡол (Баймаҡ районы) ауылында иң уҡымышлы, абруйлы кешеләр була. Тик уларҙан Шәһәрғәзи бик йәшләй етем ҡала. Ошо турала ул,, Бала саҡ “ шиғырында былай тип яҙа:

,, Балам, бәпкәм, күҙ нурҡайым,” - тиеп

Шәфҡәт менән әсәм һөйгәндер.

Ас - яланғас булмаһын, тип балам,

Атай кәсеп эҙләп йөрөгәндер.

 

Әммә әсәй йәштән үлеп киткән,

Күралмаған минең үҫкәнде.

Егермегә еткәс атай үлде,

Күралманы донъя көткәнде.

 

Шәһәрғәзи, әлбиттә, етемселек ауырлыҡтарын күреп үҫә. Атаһы Шаһибал өгөт - нәсихәт биреп кенә ҡалмай, ғәрәпсә һәм төркисә уҡырға, яҙырға өйрәтә. Артабан Таулыҡайҙағы шул заманда даны таралған Хәлил хәҙрәт Рәхимовта уҡый, шунан Муллаҡайҙағы Абдулла хәҙрәт Сәиди мәҙрәсәһендә белем ала, күп ваҡыт үҙ - аллы уҡып белемен арттыра. Сәиди мәҙрәсәһендә алтын приискыһы хужалары Шакир һәм Сәғит Рәмиевтәр ҙә уҡыған.

Аң - белемдең ҡәҙерен аңлаған Ш. Ғәбдиев,,Мөғәллим,”,,Шура“ журналдарын,,,Ваҡыт,”,,Тормош” гәзиттәрен шул заманда II Этҡол ауылында берҙән - бер гәзит - журналдар алдырыусы Таһир Дәүләтшиндән алып уҡып бара. Ул, гәзит - журнал яҙҙырыусы Аҡмулланың һабаҡташы була.

1915 йылда Ғәбдиев Шәһәрғәзи үҙ ауылында балалар уҡыта башлай. Белемен арттырырға теләп, ауылдан егерме километр ситтә ятҡан Темәс рус мәктәбенә уҡырға инә, әммә уҡып бөтә алмай. 1917 йылдың ғинуар айында батша армияһына алынып, урыҫ - герман һуғышына оҙатыла. Империалистик һуғыштың бөтә ауырлыҡтарын йөкмәп, һалҡын окоптарҙа, ҡайһы саҡта үлектәр араһында йоҡлап үткәрергә тура килә уға. Фронтта иң ҙур яңылыҡ шул була: мосолман һалдаттары араһында һуғышҡа ҡаршы агитация алып барыла. Был мәлдәргә арнап Ш. Ғәбдиев ике дәфтәрҙән торған шиғырҙар, бәйеттәр ижад итә. Уның окопта яҙған,,Һуғыш бәйете“ндә большевиктарҙың агитацияһы йоғонтоһо һиҙелә:

Был һуғышты батша, байҙар

Кәсеп өсөн ҡуҙғата.

Уларға файҙа, бында

Һалдатҡырылыпята.

Һалдат окоптарында һуғыш михнәттәрен үҙ елкәһендә татыған башҡорт егете фронттан ҡайтыу менән Зәки Вәлиди етәкләгән милли - азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушыла һәм Муса Мортазин полкында хеҙмәт итә башлай. Легендар комбриг һуғышсыһы булараҡ ул бер ҡыҙылдарға, бер аҡтарға ҡаршы һуғыша. Башҡорт ғәскәрҙәре ҡыҙылдар яғына сыҡҡас, Петроградты һаҡлауҙа ҡатнаша, Польша фронтында була.

Илдә бер аҙ һиллек урынлашҡас, ул, тыуған яҡтарына имен - һау ҡайтып етеп, уҡытыусылыҡ эшенә тотона. 1925 йылда, II Этҡолдағы иң тәүге совет уҡытыусыһын, ауыл Советы рәйесе итеп һайлап ҡуялар. Был ғәмәл бер төркөм ҡуштандарға оҡшамай. Ғәбдиев, имеш, Совет власын яратмай, уға ҡаршы һүҙ йөрөтә, кулактарҙы яҡлай, тип НКВД - ға ялыу яуҙыра башлайҙар. Тап ошо мәлдә илдә буталсыҡ осор башланып ҡына торған булған. Бер ғәйепһеҙ көйө уны ҡулға алалар һәм РСФСР енәйәт кодексының 58-cе статьяһы нигеҙендә,,халыҡ дошманы“ тип, ун йылға иркенән мәхрүм итәләр. ГУЛАГ төрмәләрендә осорҙа Ғәбдиев Шәһәрғәзи Архангелдә, Мурманск яҡтарында урман ҡырҡа, Беломор каналы төҙөүҙә ҡатнаша. Һаулығы ҡаҡшап, ете йылдан һуң ҡайтһа ла күҙәтеү аҫтында ҡала бирә. Уҡымышлы булһа ла бер яуаплы эш тә бирмәйҙәр, шуға күрә Мырҙый ауылында урман ҡырҡыу эштәре менән генә шөғөлләнә.

Финдәрменән һуғыш башланғас, уны өсөсө тапҡыр фронтҡа алалар. Имен - һау әйләнеп ҡайтыуына Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Шәһәрғәзи сәсән дүртенсе тапҡыр һуғышҡа китә. Был юлы уның артынан ике улы Йәғәфәр һәм Камил һуғышҡа китә. Өлкән улы Йәғәфәр 1945 йылдың мартында батырҙарса һәләк була. Һуғыш осорон Ш. Ғәбдиев,,Һөйгән илем өсөн“ тигән шиғырында былай тип яҙа:

Дүртенсегә илде яу баҫҡанда

Үҫеп еткән ине улдарым.

Ҡырҡ өсөнсө йәшкә сыҡҡанда

Тағымылтыҡтоттоҡулдарым.

Минең арттан китте өлкән улым,

Икенсеһе - уның артынан.

Ҡатыным да ғорурланып ҡалды

Дүртенсегә киткән ҡартынан.

 

Шул һуғышта минең өлкән улым

Һәләк булды, кире ҡайтманы.

Дошмандарҙан үсте алдым, тиеп

Ҡайтып әсәһенә әйтмәне.

Шәһәрғәзи Шаһибал улы, күп ауыл - ҡалаларҙы фашистарҙан азат итешеп, Бөйөк еңеүгә тиклем барып етә, Еңеү көнөн Германия ерендә ҡаршы ала. Ул 1947 йылда, орден - миҙалдарға күкрәген биҙәп, тыуған ауылына ҡайтып төшә.

Беҙ, ауыл малайҙары һәм ҡыҙҙары, Шәһәрғәзи олатайҙың яҙмыш - тормоштарын ҡаға - һуға ғына ишетеп үҫтек. II Этҡол мәктәбендә уҡыған осорҙа күп кенә һуғыш ветерандары менән осрашыуҙар үтте, ләкин дүрт һуғышта булып тере ҡайтҡан олатайҙы осрашыуға саҡырыусы берәү ҙә булманы.,,Халыҡ дошманы” тигән мөһөр ҡамасаулағандыр, күрәһең.

Ш. Ғәбдиев архивында фольклор, этнография, этимология, генеолгия буйынса байтаҡ яҙмалар һаҡлана ине. Миңә был яҙмаларҙы уның өйөндә ауыл шәжәрәһен, ер - һыу атамалары, тарих менән бәйле легендаларҙы эҙләп барғанда үҙ күҙҙәрем менән күрергә тура килде. 1977 йылда, башҡорт дәүләт университетының һуңғы курсында саҡта,,,Башҡорт шәжәрәләре“ исемле диплом эшен яҙыу өсөн өҫтөмә материал кәрәк булды. Шуға күрә Өфөнән ауылға ҡайтҡас та туп - тура Шәһәрғәзи олатайҙың өйөнә барҙым. Ҙур булмаған ике бүлмәнең төп яғы библиотекаға оҡшаған һымаҡ ине. Өс стена буйлап ҡуйылған шкафтар, стелаждар китаптар, папкалар,ҡағыҙҙар, төкләп һалынған гәзиттәр менән тулы. Шунда арыуыҡ һөйләшеп ултырғандан һуң Икенсе Этҡол ауыл тарихын, шәжәрәһен яҙып алып, тарихи сығанаҡтарҙың тағы бер өлгөһө итеп, диплом эшендә ҡулландым. Ул йыйған һәм яҙып һаҡлаған халыҡ ижады өлгөләре заманында төрлө китаптарға донъя күрҙе. Мәҫәлән, профессор Кирәй Мәргән төҙөгән,,Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре“ йыйынтығында (1960), профессор Салауат Галин әҙерләгән,,Йырҙар“ томында (БХИ, 1974) күренде. Күп кенә ғалимдар менән хат алышты Шәһәрғәзи Шаһибал улы. Уның архивында Әхнәф Харисовтың, Кирәй Мәргәндең, Таһир Баишевтың, Раил Кузеевтың, Рәми Ғариповтың, Мостай Кәримдең хаттары һаҡланып ята торғайны.

Шәһәрғәзи сәсәндең ижад мираҫы һуңғы осорҙа ғына ныҡлы иғтибар үҙәгенә эләкте. Әҫәрҙәре, тормош яҙмалары матбуғатта күренә башланы. Әлбиттә, был ветеран - уҡытыусы А. Тажетдиновтың тырышлығы менән эшләнде. Ул Шәһәрғәзи сәсәндең яҙмаларын йыйып, китап итеп баҫтырып сығарҙы һәм китап һөйөүселәрҙе уның үҙе һәм шиғырҙары менән яҡынданыраҡ таныштырҙы.

 

Сөнсө бүлек





Поделиться с друзьями:


Дата добавления: 2017-02-24; Мы поможем в написании ваших работ!; просмотров: 849 | Нарушение авторских прав


Поиск на сайте:

Лучшие изречения:

Человек, которым вам суждено стать – это только тот человек, которым вы сами решите стать. © Ральф Уолдо Эмерсон
==> читать все изречения...

2245 - | 2091 -


© 2015-2024 lektsii.org - Контакты - Последнее добавление

Ген: 0.012 с.