Лекции.Орг


Поиск:




Категории:

Астрономия
Биология
География
Другие языки
Интернет
Информатика
История
Культура
Литература
Логика
Математика
Медицина
Механика
Охрана труда
Педагогика
Политика
Право
Психология
Религия
Риторика
Социология
Спорт
Строительство
Технология
Транспорт
Физика
Философия
Финансы
Химия
Экология
Экономика
Электроника

 

 

 

 


Франсуздар килеп ингән




Мәскәү тигән ҡалаға.

Беҙҙең ғәскәр ҡыҫып алғас,

Сығып ҡасты далаға.

 

Любезники, любизар,

Маладис, маладис.

 

Ҡаты һуғыштар яңынан башланды, франсуздар, рустарҙың төп регуляр көстәренең килеп етмәүен файҙаланып, Малоярославец ҡалаһын баҫып ала алдылар. Был уларҙың иң һуңғы уңышлы алышы булғандыр, күрәһең. Яңы генераль алыштан тайпылып, Бонапарт һуғыш үткән һәм бик ныҡ таланған Можайскиға боролоп ҡайтыр ҡайтыр яҡҡа ынтылырға мәжбүр булды. Рус ғәскәре уларҙы өс яҡтан ҡыҫымға алып артынан ҡыуа төштө. Аслыҡтан һәм һыуыҡтан, аръергард һуғыштарҙағы бәрелештәр арҡаһында дошман армияһы бик тиҙ кесерәйә. Кутузов ғәскәре менән йәнәшәлә 420 мең ополченец, партизан отрядтары дошманды ҡыуыуҙа әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, 9 ноябрь көнө Давыдов, Сеславин, Фигнер етәкселегендәге партизан отрядтары генерал Ожероның бригадаһын уратып алалар һәм ҡыҫҡа ғына алыштан һуң генералдың үҙен, 60 офицерын, 2 мең һалдатын әсиргә алалар. Курин етәкселегендәге крәҫтиәндәрҙең партизан отряды меңдән ашыу һуғышсыһы менән франсуздарҙы эҙәрлекләп барып, Богородск ҡалаһын (хәҙер Ногинск) уларҙан азат итә. Василиса Кожина отряды крәҫтиәндәре уңышлы һуғыш алып баралар. Франсуздарға бер ҡайҙа ла тынғы булмай.

Березина йылғаһы аша тик 16 меңдән ашыу ғына франсуз һалдаты сығып өлгөрә, ҡалғандары әсиргә эләгә йәки мәңгелеккә Рәсәй ерендә ятып ҡала.

Рәсәй киңлектәрен азат иткәндән һуң һуғыш күрше илдәр ерендә дауам итә. Наполеон армияһын ҡалдырып яңы көс йыйыр өсөн Парижға ашыға.

Башҡортостандан барған регуляр булмаған полктар рус армияһы составында сит ил походтарында ла ҡатнашҡан. Генерал Волконский коропусы составында 2-cе башҡорт полкы 1813 йылдың ғинуарында Варшаваға барып ингән. Данциг ҡалаһын ҡамауҙа 8 башҡорт полкы ҡатнаша. Дүрт башҡорт полкы,, Халыҡтар һуғышы “ исеме менән билдәле булған Лейпциг янындағы алышта ҡатнаша. Германияны азат иткәндә шулай уҡ 9 башҡорт полкы ҡатнашып, дошманды эҙәрлекләй - эҙәрлекләй Парижға барып етә.

1813 йылдың 28 апрелендә Селезия ерендәге Бунцлау ҡалаһында баш командующий Кутузов вафат була. Был ҡайғылы хәбәрҙе ишеткән башҡорт атлылары Михаил Илларионовичҡа арнап,, Кутузов “ тип исемләнгән йыр сығаралар. Унда шундай һүҙҙәр бар:

Полководец батыр ир Кутузов,

Утты, һыуҙы кисте, ҡурҡманы,

Һай, Кутузов!

Полководец икән Кутузов.

Наполеондың баҫҡынсы яуҙарын

Көтөү кеүек әйҙәп туҡманы,

Һай, Кутузов!

Полководец икән Кутузов.

 

Германияла бер төркөм башҡорт киң билдәле яҙыусы - ғалим Гете менән осраша. Шунда отряд башлығы уға үҙенең уҡ - янын бүләк итә. Башҡорттар килеп киткәндән һуң 11 йыл үткәс, Гете ошо ҡәҙерле бүләген дуҫы Эккерманға күрһәткән.

,, Ҡаһым түрә “ риүәйәтендә башҡорттарҙың Австрияны азат итеүе бәйән ителә:

,, Австрия халҡы быларҙы күреп:,, Һеҙ ниндәй халыҡ? “ - тип һорағас, быларҙан берәү:,, Беҙ - башҡорттар, - тигән. Австриялылар:,, Ә, теге йылҡы ите ашай торғандар халыҡ икән дә баһаң! - тигәндәр. Шунан Австрия һәм Германия ерҙәрен үтеп Францияға барып инәләр...

Парижға тәүгеләрҙән булып аяҡ баҫҡан 1 - се, 2 - се, 5 - се, 8 - се, 9 - сы, 13 - сө, 14 - се, 15 - се башҡорт полктары, шулай уҡ Ырымбур казактары, мишәр полктары яугирҙәре,,За взятие Парижа 19 марта 1814 года“ тигән көмөш миҙал һәм ордендар менән бүләкләнә. Шулай уҡ 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан бөтә яугирҙарға ла,,В память войны 1812 года“ тигән көмөш миҙал тапшырыла.

Байтаҡ яҙыусылар һәм шағирҙар яусы башҡорттар тураһында яҙып ҡалдырған. Яҙыусы Лев Никулин, шул йылдар шаһиттарының хәтирәләренә таянып:,, Башкиры порядком дивили парижан своими луками и стрелами,”- тип яҙа. Н.К.Батюшков бер шиғырында былай тип әйтеп үтә:

Кипел бульвар в Париже так,

Народа праздными толпами,

Когда на нем летел с ногайкою казак

Иль Северный Амур -

С колчаном и стрелами.

 

Декабрист һәм шағир Петр Кудряшев яусыл башҡорттарға һоҡланып шиғырында былай тип яҙа:

...Мы в поле бранном отличились

Любовью к родине горя,

Для славы в прошлый день трудились!

За честь, за веру, за царя.

 

Все грудью постоят умели;

Разя злодеев, не робели!..

Друзья! Хвала вам: целый мир

Узнает, сколь могуч башкир!

 

1812 йылғы Ватан һуғышы халыҡ күңелендә тәрән эҙ ҡалдыра, шуға күрә был хаҡта бихисап йырҙар барлыҡҡа килгән.,, Эскадрон,“,, Байыҡ,”,,Любизар,” Франсүз көйө “ - барыһы ла илһөйәр рухта яҙылған йырҙар. Тағы бер йыр,, Ҡаһым түрә “ тип атала. Ул йыр Ҡасим Мырҙашевҡа арналған һәм уның үлеме менән бәйле. Башҡорттар дошманды еңеп ҡайтып килгән ваҡытта, юлда, Владимир губернаһы ерендә, Мырҙашев үлеп ҡуя. Атлылыр уны яратмай йөрөгән бер рус майоры ағыулаған тип фараз итәләр һәм яратҡан командирҙарын юғалтыуға ныҡ ҡайғырып йыр сығаралар:

 

Ҡаһым түрә данлы кеше ине, вай кем,

Әрме командиры ҡашында.

Ҡаһым түрә вафат булып ҡалды, вай кем,

Владимир губерна башында.

Ә.З. Әсфәндиәровтың,, Олатайҙарҙың бар тарихы “ тигән китабында Ҡаһым түрәнең нәҫел - нәсебен асыҡлап уның тураһында былай тип яҙа:,, 7 - се ревизия Айыусы ауылы(Стәрлетамаҡ өйәҙе) буйынса 6-сы йорт - ғаиләлә Ҡасим Мырҙашевты теркәй. 1811 йылда уға 33 йәш була. Йөҙ башы дәрәжәһендә һуғышҡа киткән һәм 1813 йылда һәләк булған.... Ҡаһымдың атаһы Мырҙаш, уның атаһы Туйсы. “

Шулай итеп, был йыр үҙ тексы эсенә ысынбарлыҡты алған, яратып йырланған халыҡ йырына әүерелеп киткән.

Бүлек





Поделиться с друзьями:


Дата добавления: 2017-02-24; Мы поможем в написании ваших работ!; просмотров: 692 | Нарушение авторских прав


Поиск на сайте:

Лучшие изречения:

Велико ли, мало ли дело, его надо делать. © Неизвестно
==> читать все изречения...

2443 - | 2127 -


© 2015-2024 lektsii.org - Контакты - Последнее добавление

Ген: 0.007 с.