Лекции.Орг


Поиск:




Категории:

Астрономия
Биология
География
Другие языки
Интернет
Информатика
История
Культура
Литература
Логика
Математика
Медицина
Механика
Охрана труда
Педагогика
Политика
Право
Психология
Религия
Риторика
Социология
Спорт
Строительство
Технология
Транспорт
Физика
Философия
Финансы
Химия
Экология
Экономика
Электроника

 

 

 

 


М яҙып ҡалдырғандар




Башҡорттарҙың рухи мәҙәниәте, ауыҙ - тел ижады хаҡында беренсе яҙма мәғлүмәттең хасил булыуы Х быуаттың беренсе яртыһына ҡарай тап килә. 922 йылда Багдад хәлифе Волга буйы булғарҙарына илселәр ебәргән. Илселек булғарҙарҙы үтеп, башҡорттар араһында ла булып киткән. Улар араһында Әхмәт ибн Фаҙлан да булған, ул ошо илселектең секретары вазифаһын башҡарып йөрөгән. Һуңыраҡ Әхмәт ибн Фаҙлан был сәйәхәт тураһында ҡулъяҙмалар ҡалдырған. Шуларҙың береһе, ,, Книга Ахмеда ибн Фадлана о его путешествии на Волгу в 921 - 922 года “ тип аталғаны, 1956 йылда Харьковта китап булып баҫылып сыҡҡан. Унда башҡорттарҙың шул осорҙағы тормош - көнкүреше, рухи донъяһы тураһында ҡайһы бер мәғлүмәттәр һаҡланып ҡалған. Унда, мәҫәлән, ул һәр әйберҙең, йәки күренештең үҙ эйәһе булыуы тураһында башҡорттарҙың ышаныуын яҙып ҡалдырған. Ысынлап та, халыҡ араһында әле лә булһа йорт эйәһе, тау эйәһе, һыу эйәһе була тигән һүҙҙәр йөрөй. Ислам дине таралғанға тиклем күп ҡәбиләләрҙә тотемизм киңтаралғанбулған. Тотемизм (туғанлыҡ хисе) ул, ғалимдар әйтеүенсә, тәүтормош ваҡытынан килгән диндең бер төрө. Ул ваҡыттығы күп кенә ҡәбиләләр үҙҙәрен берәй хайуандан, йә ҡоштан килеп сыҡҡан, барлыҡҡа килгән тип уйлағандар, шуға күрә уларҙы ҡан - ҡәрҙәш тип һанағандар. Башҡорт ырыуҙары ла шулай итеп уйлап, төрлө хайуандарға, ҡоштарға табынғандар, үҙ ырыуҙарын табынған ҡош - ҡорт, кейек исеме менән дә атап йөрөткәндәр. Башҡорттарҙың бына ошондай табыныуҙары хаҡында Әхмәт ибн Фаҙлан былай тип яҙып ҡалдырған:

,, Мы видели, как одна группа поклоняется змеям, другая группа поклоняется рыбе, третья группа поклоняется журавлям, и мне сообщили, что они некогда вел войну с одним народом, что когда журавли закричали сзади них так, что они испугались и обратились в бегство, и поэтому они поклоняются им и теперь “ (131 - се бит).

Хәҙер ҙә башҡорттар торнаны, аҡҡошто изге ҡош, тип һанайҙар, улар тураһында бихисап риүәйәттәр яҙылған, йырҙар сығарылған. Әйткәндәй,,,Сыңрау торна“ йыры, мәҫәлән, киң таралған йыр - моңдарҙың береһе.

Боронғо халыҡ ижады тураһында һүҙ йөрөткәндә ХI быуатта йәшәгән һәм шөғөлө ижади эш булған төрөк этнографы һәм телсеһе, ғалим Мәхмүт Ҡашғари тураһында бер аҙ иҫкә алмайынса булмай. Ысын исеме Мәхмүт ибн Мөхәмәт. Йәшәгән йылдары билдәле түгел, шул осорҙа Ҡараханидтар династияһынан сыҡҡан юғары ҡатлам вәкиле. Ҡараханидтар дәүләте төрки халыҡтарҙан ойошҡан була, башҡалаһы - Ҡашғар. Мәхмүт Ҡашғари 1072- 1074 йылдарҙа,, Төрки телдәренең һүҙлеге “ (,,Диван лөғәт ит - төрк“) тигән хеҙмәтен баҫтырып сығара. Унда төрөк һәм башҡорт өсөн уртаҡ булған һүҙҙәрҙе яҙып китә: теҙген, ҡамсы, эйәр, йүгән һәм башҡалар. Төрки телдәренең һүҙлеген төҙөү маҡсатында Ҡашғари төрөк халыҡтары йәшәгән барлыҡ төбәктәрҙе гиҙеп сыҡҡан, башҡорттарҙа ла булған, һәр халыҡтың, йәки ҡәбиләләрҙең теленә характеристика биргән, бер - береһе менән сағыштырған, кемдең ҡайҙа йәшәүен яҙып ҡалдырған:,,Румға, башҡаларға ҡарағанда, печенег ҡәбиләләре яҡыныраҡ йәшәй. Унан һуң ҡыпсаҡ, йәмәк, башҡорт, басмыл, ҡай, ябаҡ, татар, ҡырғыҙ китә.”

Артабанғы быуаттарҙа халыҡ ижады менән ҡыҙыҡһынып, үҙ шиғырҙарын сығарып башҡорт поэзияһын байыта биргән шағирҙарҙан милли батырыбыҙ Салауат Юлаевты (1752 - 1800), Әбделмәних Ҡарғалыны (1784 - 1824), Һибәтулла Салиховты (1794 - 1867), Шәмсетдин Зәкиҙы (1825 - 1865), Ғәли Соҡоройҙо (1826 - 1889) иҫкә алмайынса булмай.

Салауат Юлаевтың шиғырҙары оригиналда һаҡланмаған, ниндәйҙер өлөшө телдән - телгә күсә килеп халыҡ хәтерендә һаҡланған, айырым шиғырҙары русса тәржемәлә генә килеп еткән, шунан башҡортсаға әйләндерелгән, шуғалмылыр, ҡайһы саҡ рифмалары булмай ҡуя.,, Яу “ шиғыры, мәҫәлән, былай башлана:

Заманалар булған элгәре,

Булған илдең батыр улдары.

Баш етмәҫлек эштәр эшләгәндәр,

Бөтә ғәләм белгән уларҙы.

 

Салауаттың тормош юлы һәр кемгә билдәле, шуға күрә уны ҡабатлауҙың кәрәге юҡ. Тик шуны әйтергә кәрәк: шағирҙың поэтик мараҫы ҙур түгел, ул ни бары тиҫтәгә яҡын ғына шиғырҙан ғибәрәт. Уларҙың ҡиммәтлеге илһөйәрлек менән һуғарылыуында.

Салауат Юлаевтан һуңыраҡ йәшәгән һәм яҙған шағирҙарҙа дини һыҙаттар, дини - мистик ҡараш өҫтөнлөк иткәндәй. Шиғырҙары хәҙерге уҡыусыларға аңлашылмай торған телдә ижад ителгән, шуға күрә уларҙы хәҙерге башҡорт теленә тәржемә итмәйенсә ныҡлап аңлап булмай.

Крепостной хоҡуҡты юҡҡа сығарыу реформаһынан һуңғы осорҙа, йәғни ХIХ быуаттың икенсе яртыһында, башҡорт һәм рус мәғрифәтселәренең, этнографтарының, фольклорсыларының, яҙыусыларының ғалимдарының эшмәкәрлеге йәнләнеп киткән. Был осорҙа төрлө гәзит - журналдар, фәнни баҫмалар күпләп сыға башлаған. 1865 йылда Өфөлә,,Уфимские губернские ведомости“ сығарыла башлаған. 1871 йылда сауҙагәр Блохин беренсе шәхси баҫма -,,Уфимский листок“ты сығара башлаған. Ошо уҡ йылдарҙа,,Оренбургские епархиальные ведомости,”,,Уфимские епархиальные ведомости“ сыға башлаған. Рус географик йәмғиәте (РГО) Ырымбурҙа үҙенең бүлеген асҡан. Был бүлек,,Записки Оренбургского отдела РГО,“ һуңыраҡ,,Известия Оренбургского РГО“ журналдарын нәшер иткән. Унда урындағы һәм килеп - киткән ғалимдарҙың, атап әйткәндә, Д.П. Никольскийҙың, Б.М.Флоринскийҙың, Н.В. Ремезовтың, Р.Г. Игнатьевтың, С.Г Рыбаковтың һәм башҡаларҙың тарихи, этнографик һәм географик хеҙмәттәре баҫылған. Күренекле рус яҙыусылары башҡорттарҙың көрәшен, тормошон, фольклорын өйрәнеп, үҙ китаптарында сағылдырған.

1905 - 1907 йылдарҙағы революция тулҡыны ваҡытлы матбуғатты киңәйтергә мөмкинлек биргән.,,Уфимский край,”,,Уфимский вестник,“,,Оренбургский край,”,,Оренбургский вестник“ гәзиттәре иң ҙур баҫмалар һаналған.

Башҡорт - татарҙар араһында,,Шура“ журналы,,,Ваҡыт“ гәзите иң популяр баҫмалар булған. Уларҙың мөхәрирҙәре мәғрифәтселәр Риза Фәхретдинов менән Фәтих Кәрим, нәшер итеүселәре алтын промышленниктары Шакир һәм Закир Рәмиевтәр булған.

Өфөләге,,Ғәлиә“ мәҙрәсәһен күренекле башҡорт һәм татар шағирҙәре һм яҙыусылары тамамлаған. Улар араһында Шәйехзада Бабич, Мәжит Ғәфүри, Сәйфи Кудаш, Булат Ишемғулов, Нәҡи Иҫәнбәт, Хәсән Туфан кеүек күренекле әҙиптәр булған.

Үҙ халҡы араһынан сыҡҡан башҡорт мәғрифәтселәре һәм сәсәндәре халыҡтың рухи мираҫын туплағандар, тарихи үҙаңды уятыу өсөн бөтә тырышлыҡтарын һалғандар. Бына шуларҙы ҡыҫҡаса иҫкә алып үтәйек.

Икенсе бүлек





Поделиться с друзьями:


Дата добавления: 2017-02-24; Мы поможем в написании ваших работ!; просмотров: 643 | Нарушение авторских прав


Поиск на сайте:

Лучшие изречения:

Свобода ничего не стоит, если она не включает в себя свободу ошибаться. © Махатма Ганди
==> читать все изречения...

2293 - | 2055 -


© 2015-2024 lektsii.org - Контакты - Последнее добавление

Ген: 0.009 с.