Лекции.Орг


Поиск:




Категории:

Астрономия
Биология
География
Другие языки
Интернет
Информатика
История
Культура
Литература
Логика
Математика
Медицина
Механика
Охрана труда
Педагогика
Политика
Право
Психология
Религия
Риторика
Социология
Спорт
Строительство
Технология
Транспорт
Физика
Философия
Финансы
Химия
Экология
Экономика
Электроника

 

 

 

 


Ауылыбыҙ кешеләре түңгәүер ырыуына ҡарай.




Ырыуыбыҙ-Түңгәүер

Ошобоҙ- һайыҫҡан

Тамғабыҙ-Ярым ай

Ораныбыҙ-ярымай

Йылғабыҙ- Мәмбәтһыпы.

Ағасыбыҙ-ерек,

Тауыбыҙ-Элгеләү.

Ырыу Аралар Фамилиялар Мәғәғәһе
Түңгәүер Ҡалаҡбаштар Маликов,Гәрифуллин,Латыпов, Ишемов,Яҡшыбаев. 1)ҡалаҡбаш-яҫы,үткер уҡ башағы; 2)юнып эшләнгән ағас ҡалаҡ, Ағас ороһонан һауыт һаба юныпһәм башҡаса оҫталыҡ иткәндәр
  Үгеҙҙәр Мөхәмәтйәнов,Ғүмәров,Ирбулатов Үгеҙ-һыйыр малының иркәге.Бик ҡарышҡыр,яй,ығыш,көслө хайуан.
  Сәрмәләр Хәсәнов,Нәҙершин,Дәүләтшиндар Сәрмә тиренән тегелгән йәки ҡабыҡ,сей йүкәнән үреп яһалған юл тоҡсайы.
  Суҡмар Дәминевтар Суҡмар-йоморо башлы күҫәк. Һуғышырға яратыусылар,бола кешеләре.
  Боҙоҡ Мөхәмәтғәлиндар Боҙоҡлоҡтары, яманлыҡтары арҡаһында шулай атала.
  Ҡалмаҡ Насыровтар А)ҡалмыҡтарҙан килеп сыҡҡандар, Б)был арала бер бөртөк ир бала ҡала һәм ошонан күбәйеп китәләр.
  Муҙый Шаһимарҙановтар Муҙый-йоғошло аурыу таратҡан бөжәктәр.Берәй төрлө йоғошло аурыу менәнаурығандары өсөн алған исем булырға тейеш.
  Моҙғай Сәйәховтар, Ғөбәйҙуллиндар Айырған ҡортто ябып тороу өсөн ҡабыҡтан эшләнгән һауыт.
Тамьян эшкинә Тахаутдиновтар  

 

Ер-һыу атамалары

Элгеләү тауы

Был исем- граждандар һуғышы ваҡытында барлыҡҡа килгән атама.Һуғыш осоронда йыштҡына ауыл халҡының мал-тыуарын,аҙыҡ-түлеген,йортта һәм хужалыҡта ҡулланылған йыһаздарын,биҙәнеү-төҙәнеү әйберҙәрен ҡурҡытып, йә булмаһа талап алып китә торған булғандар. Бала ваҡыты булғанлыҡтан халыҡ бик ныҡ яфа сиккән. Хатта ауылды яндырыуға тиклем барып еткән. Ауылды яндырыр һәм талап алдынан һәр кем үҙенең кәрәк-яраҡ әйберҙәрен ошо тауға мендереп, ағастарға элеп йәшергәндәр. Ошо ваҡиғаларҙан һуң был тауҙы Элгеләү тауы тип атап йөрөтә башлағандар.

Түбәләре ҡалай юғары,

Тауға баҫҡан шул Элгеләү.

Дәртле ирҙәрҙең шул йолаһы –

Бейектәргә менеп көй көйләү.

Бейектәрҙә таш та ҡанатлы,

Ай бейек тә үр шул Элгеләү.

Йәнгенәңә өҫтәр нур,яҡты

Бейектәргә менеп көй көйләү.

Көй көйләйем әле, көй ҡалыр,

Бер хәтерләр,бәлки,Элгеләү.

Үҙе бер ғүмерҙер,бер дандыр

Бейектәргә менеп көй көйләү.

Мәмбәтһыпы йылғаһы

Мәмбәт исемле бер егет һунарсы булған.Бер көн һунарҙа оҙаҡ йөрөп, арып, хәл алырға туҡтаған,ергә ятып торған.шулай ята торғас ҡолағына шишмә шылтырап аҡҡан тауыш ишетелгән.Тора ла шул тауыш сыҡҡан тирәне ентекләберәк ҡарана, ҡуйы үләндәр араһында бәләкәй генә шишмә башыны тап була. Тирә йүнде таҙарта, шишмәгә артабан юл бирә. Шишмә егет ҡаҙған урындан тағыла урғылып сығып, артып китә. Элек бәләкәй йылғаларҙы Һыпы тип йөрөткәндәр.Мәмбәт һыпыһы тип аталған Мәмбәтһыпы йылғаһы әлеге көндә Мәһәҙи ауылы һыулаған йылға биш-алты саҡрым оҙонлоғо тирәһе Бешәке йылғаһына ҡоя.

 

 

Птерәш яланы

1918 йылдың йәйендә Блюхер рейды ваҡытында Каширинсылар отряды, ҡыҙыл сепрәктәр тағып, Мәһәҙейҙең Саптарат йәйләүенә килеп сығалар.Маликов Суфиян ҡарттың өйөр айғырын егеп, арбаына затлы кәрәк –яраҡты тейәп, ауыл яғына юл тоталар. Күптә үтмәй улар киткән яҡтан ҡара төтөн күтәрелә. Ауыл яна. Ауылға килеп сыҡҡан юламан “Һеҙҙекеләр Саптараттың был яғында, таланып,аптырашта ултыралар”- тигән. Унда ла аптыраш,бында ла аптыраш. Шунан теге яланды Аптыраш тип йөрөтә башлағайҙар, ҡалын һуҙынҡылар нәҙеккә әйләнеп, Әптерәш булып китә.

Хәҙер ялан Әптерәш яланы атамалы.

 

Башарт тауы.

Борон-борондан башҡорттар һунарсылыҡ, малсылыҡ һәм төрлө кәсептәр менән шөғөлләнгәндәр.Ул дәүерҙә йәшәгән кешеләр йылҡыны күпләп көткәндәр.Ҡышын аттары, тай- тулаҡтары ҡар һай ерҙәрҙә тауҙарҙа тибендә йөрөгән. Яҙ етеү менән Ҡыпсаҡ башҡорттары йәйләүҙәргә күсенгәндәр.Ҡыпсаҡ малайҙары бәләкәйҙән уҡ атҡан,үҫеп буй еткәс алғыр һунарсы булғандар.Ҡышҡы осорҙо алдан хәстәрләп, күп кенә һунарсылар ит, аҙыҡ- түлек мул итеп туплау өсөн, йыш ҡына ауылдар, йәйләүҙәрҙе ҡалдырып, бер нисә көнгә кейек ауларға алыҫ Ҡыраҡа артына һунарға сыҡҡандар. Ә бала- саға, ҡарттар ауылдарҙа ҡалған булған.

Шулай бер мәлде был яҡтарға ҡырғыҙ һыбайлылары килеп, ауылдарҙы талап, яндырып, һылыу-һылыу ҡыҙҙарҙы урлап, көтөү-көтөү малдарын ҡыуып алып китәләр. Табыштан ҡайтҡан ҡыпсаҡтар яндырылған, таланған ауылдарҙы күреп хайран ҡала.Урланған мал-тыуар, һылыуҙарҙы юҡһынып, шул көндән асыу, үс- нәфрәт тотҡан ҡыпсаҡтар ҡарымтаға әҙерләнгән.Был ваҡиға Һарғая ауылының түбән яғында булып үтә. Үҙән буйында ҡыпсаҡтар, Шыртуғайҙа һәм Балайылғала яуымбайҙар урынлаша.

Был көндө таң менән ҡырғыҙ ҡаҙаҡтарының атаманы һамаҡтай-һамаҡтай, ҡулына суҡмар урынына йылҡы малының елек һөйәген тотоп, үҙенең һыбайлыларын дәртләндерә- дәртләндерә алдан елгән тиҙәр. Әллә ҡайҙан һамаҡлап килгән ҡырғыҙ атаманың иртәнге тынлыҡты бүлеп яңғыраған зәһәр тауышын ишетеп ҡалған ҡыпсаҡ батыры төҙәп, тегенең ҡаҡ маңлайына уҡ атып ебәрә.Уҡ маңлайға тейеп, соңҡа һөйәгенән үтә сығып китә. Ошо ерҙә тиңһеҙ алыш башлана.Ҡыпсаҡ, Яуымбай кешеләре баҫҡынсы ҡырғыҙ ҡаҙаҡтарының байтағын ҡырып һала, иҫән ҡалғандарын ҡулға алалар. Ә теге атамандың, шулай уҡ башҡа баҫҡынсыларҙың киҫелгән баштарын алып, иҫән ҡалған һыбайлыларының ҡанъяғаларына бәйләп “Был яҡтарға яуыз уй менән килгәндәрҙе ошо яҙмыш көтәсәк”- тип ҡайтарып ебәргәндәр. Бынан һуң да әле баҫҡынсылар төпкөлдәге ауылдарға аңғармаҫтан килеп китәләр. Әммә ҡыпсаҡтар менән Яуымбайҙарҙың берҙәмлеге баҫҡынсыларҙы киң урманлы был төбәккә башҡаса аяҡ баҫмаҫлыҡ итә. Ҡырғыҙ ҡаҙаҡҡтарының барымтаға йөрөүе ана шулай туҡтатыла.

Ошо ваҡиғанан һуң ҡырғыҙ һәм ҡыпсаҡтар айҡашҡан тау, йәғни баш тартып киткән тауҙы Башарт, йәки Башарт тауы, уның иңенән сыҡҡан йылғаны башарт йылғаһы тип йөрөтәләр.

 

Ирек Ҡотоғо.

Был хәл һуғыштан һуң булған. Заманалар ауыр.Аслыҡ яланғаслыҡ.Халыҡ “трудодень”гә эшләгән ваҡыт. Эш нормаһын үтәһәң-аҙыҡ була, үтәмәй икәнһең- һорама. Ауылдың ҡатын-ҡыҙҙарына бигерәк тә ауыр килгән.Сөнки ир-егеттәрҙең күбеһе һуғыштан әйләнеп ҡайтмаған, ҡул көсө етешмәй. Шулай бер ваҡыт эш өҫтөндә Хөснә өләсәй ауырып китә һәм ир бала донъяға килә. Эргәлә генә ҡотоҡ. Тыуғас та шул ҡотоҡ һыуы менән баланы йыуалар. Балаға Ирек тип исем ҡушалар. Ә ҡотоғон “Ирек ҡотоғо” тип йөрөтә башлағандар.

 

Ишмөхәмәт күпере.

Элек был яланды урталай бүлеп, урғылып ағып ятҡан йылға булған.Ауыл халҡы шул йылға аша бесәнгә йөрөгән, утын ташыған. Күп ваҡыттарҙа унан аша сығып китә алмай ыҙалаған.Ауылдаштар араһынан Ишмөхәмәт исемле бер ир-егет күпер һалырға булған.Был йылға аша матур күпер һалырға булған.был йылға аша матур күпер һалынған. Ә халыҡ ул күперҙән рәхәтләнеп йөрөй башлаған,Ишмөхәмәткә рәхмәттәр әйткән. Шунан башлап күпере –Ишмөхәмәт күпере, ә яланды “Ишмөхәмәт яланы” тип йөрөтә башлағандар. Хәҙер күпер юҡ, йылғаһы бик бәләкәй булып ҡалған.

 

 

Арҡа буйҙары.

Беҙҙең ата- бабаларыбыҙҙан ҡалған һүҙ тарихы ҡомартҡыға бәрәбәр. Боронғолар емеш-еләк йыйыу, һунарсылыҡ итеү өсөн күсенеп йөрөгәндәр. Хәлһеҙҙәрҙе йөкмәп алып төшкән.Был күренеш “арҡалап йөрөтөү” тип аталған.Хәҙерҙә ололар һөйләшеүендә шундай һүҙбәйләнештәр осрай. Мәҫәлән “Атаһына арҡалана”, “Атаһына арҡалана”, “Туғандарына арҡалана”.Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһе кешенең ышаныслы таянысы, терәге, туғандары булыуын һүрәтләй. Ә беҙ ауылдың көнбайыш өлөшөндәге тау һырттарын Арҡа буйҙары тип йөрөтәбеҙ. Халыҡ был ерҙәрҙә аслыҡ мәлендә төрлө үләндәре менән туҡланған. Йылынырға утынын ташыған. Ҡыҫҡаһы, ошо тау буйҙарының байлығына таянып, арҡаланып көн күргән.





Поделиться с друзьями:


Дата добавления: 2017-01-28; Мы поможем в написании ваших работ!; просмотров: 743 | Нарушение авторских прав


Поиск на сайте:

Лучшие изречения:

Люди избавились бы от половины своих неприятностей, если бы договорились о значении слов. © Рене Декарт
==> читать все изречения...

2447 - | 2243 -


© 2015-2024 lektsii.org - Контакты - Последнее добавление

Ген: 0.007 с.