Лекции.Орг


Поиск:




Категории:

Астрономия
Биология
География
Другие языки
Интернет
Информатика
История
Культура
Литература
Логика
Математика
Медицина
Механика
Охрана труда
Педагогика
Политика
Право
Психология
Религия
Риторика
Социология
Спорт
Строительство
Технология
Транспорт
Физика
Философия
Финансы
Химия
Экология
Экономика
Электроника

 

 

 

 


Ауылдың барлыҡҡа килеүе тарихынан.




Мәһәҙей ауылына тәү башлап 1795 йылда нигеҙ һалына. Ауыл буласаҡ ергә тәүҙә Әбделмәмбәт исемле кеше килеп сыға,үҙенә ятып торорлоҡ бер толоҡ(урын) яһап алған да, йылға янында ғүмер кисергән.Шул ваҡыттарҙа йот йылында тифтан ҡырыла халыҡ,үкһеҙ етем ҡалған бала- саға ауылдар буйлап хәйерселәп йөрөгән. Бының янына бер таҙ ғына малай килеп сығып, бергәләп йәшәй башлайҙар.Бер мәл был егеткә һалдат хеҙмәтенә китергә ваҡыт етә.Орскийгә күренә бара был.Уның ҡайҙан булыуын һорашалар.”Тамъян-Катайский кантон,Түңгәүерский волость” тип яҙҙыра,үҙе бында кире ҡайтмай.Әбделмәмбәттең улы Әхмәр Мәһәҙиев нигеҙ һалғандыр тигән фарыздар бар.Халыҡ ҡайҙа ғыны төпләнеп һәм уға нигеҙ һалмаһын, йылға һәм ауыл исемен ташламаған.

Ололар һөйләүенсә Мәһәҙи ауылы Ағиҙел ҡушылдығы Мәмбәт буйында урынлашҡан.Әлеге көндә был ҡушылдыҡты башҡорттар- Ылаҡты,урыҫтар – Ашкарка тип йөрөткәндәр.Ауыл ошо Мәмбәт(Ылаҡты, Ашкарка) йылғаһының үр яғында урынлашҡан булған. Ерҙәре матур,киң була башҡорттарҙың.

Сухов фамилиялы урыҫ башҡорттарҙан үгеҙ тиреһендәй генә ер һорай. “Әҙ генә һорай бит” тип ризалаша башҡорттар.

Сухов иң ҙур үгеҙҙе ҙуйҙыра,тиреһен киреп,ҡайыш итеп иләтә.Ҡайышты еп нәҙеклек кенә итеп телгелә һәмдүрт яҡлап һуҙып һала. Әбйәлил районы Субан ауылы һәм Мәһәҙи ауылы ерҙәре,Ҡайнөй(Яуымбайҙың элекке нигеҙе) ерҙәре шулай итеп Суховка һатыла. Ошолай мәкер-хәйләгә алданған башҡорт йорт-илен ташлап, икенсе урынға сергә мәжбүр була. Мәмбәт йылғаһы башы Сухов ключкә(йылға башына) әйләнә. Бынан аҙаҡ әллә күпме башҡорт ерҙәре тартып алынған. Мәҫәлән

“1760 йылда Евдоким Демидов 90 мең һумға Үрге һәм Түбәнге Әүжән – Петровск заводтарын һатып ала.1769 йылда Ҡағы йылғаһында плотина төҙөй һәм Ҡағы заводында суйын иретә башлай.”

“1773 йылда Е.И Лепехин етәкселегендәге крәҫтиәндәр һуғышы алдынан ғына Ҡотҡор заводы сафҡа инә.Ылаҡты йылғаһы буйында Ашҡар приискыһы төҙөлөп,унда һибелмә алтын сығарыла башлай”.

Ошолай итеп башҡорттарҙың уңайлы ерҙәрен урыҫ байҙары баҫып ала уларҙы ҡыҫырыҡлай башлай.

Беҙҙең Мәһәҙи ауылының өс урыны билдәле. Мәсетбар, Күҙгәнәк яланында һәм Сухов Ключ тирәһендә(Хәҙер Ҡағы фермаһы йәйләүе).

Үрге һәм Түбәнге Әүжән,Ҡағы, Ҡотҡор,Үҙән заводчиктары һәм байҙары тарафынан Түңгәүер һәм Ҡайнөй ауылдары туҙҙырылып, яндырылып бөткән.

“1912-1914 йылдар булды,- тип иҫләй ололар,-- урыҫтар ныҡ ыҙалата башланы.Бер мәл өс инженер, завод һалыу өсөн урын эҙләп,ауылға килеп сығалар, ҡурҡыта башлайҙар.Ауыл халҡы был өсәүҙе баҙға төшөрөп бикләп ҡуя ла,үҙҙәре өс көн эсендә ауылдан күсенеп бөтәләр. Мәсетте аттың ҡолаҡ бауына тағып,һөйрәтеп, Әбйәлил районының Ярлыҡап ауылына бер төн эсендә күсереп ҡуялар.”

Ауылды һуңғы тапҡыр 1918-се йылдың йәйендә күпселек халыҡтың Саптарат йәйләүендә йәйләгән сағында ағалы-ҡустылы Каширинсылар тарафынан таланыуы һәм яндырылыуы аяныслы була. Ауыл ул ваҡытта Ҡамышаҡта нигеҙләнгән булған.Бола ҡупҡас халыҡ барлы-юҡлы ҡаралтыһыныңтейәрен тейәп,йөкмәрен-йөкмәп күрше- тирәләге туғандарына ҡаса. Ялыҡап,Баймаҡ, Урал йәйләүҙәренә, Нәби ауылының иместәр туғайына төшәләр.

Ғарифуллин Тайып, ныҡ аурыу сәбәпле,үлһәм тыуған төйәгемдә үләм тип, утын өсөн эшләгән ышығында ятып ҡала.Бер-ике көн үткәс, ҡыҙылдар килә лә һорай “ Ни өсөн яңғыҙың ғына ятып ҡалдың?” тип.

“Ерҙе,ауылды һаҡлап ятам, моғайын,кире ҡайтыусылар булыр ул”- ти. Шунан уға ошо ерҙәрҙең хужаһы тигән кеүегерәк мисәтле ҡағыҙ ҡалдырып китәләр.

Ул ҡағыҙҙы ҡатыны Мәрзиә Бөрйәнгә райсоветҡа ҡалдырып китә.Ни өсөнмө?

Күркәтауға ағас ҡырҡырға Таип олатайҙың ҡыҙы Мөниәне лә ебәрәләр. Ул унан ҡайтып килгәндә, ныҡ һыуыҡ үткәрә һәм ауырый, бара алмай. Шулай булһа ла уны көн һайын кире Күркәтауға ҡыуалар. Шул ваҡытта районға эшкә килгән Дашкин һыуға батып үлгәс, уны эҙләргә һәр ауылдан кеше йәлеп итәләр. Мәһәҙи ауылынан өс кеше: Ғөбәйҙуллин Ағзам, Яҡшыбаева Хөснә, Мөниә урынына әсәһе Мәрзиә китә.Ҡарт тип Ағзам менән Мәрзиәне ҡайтаралар. Хөснә ҡала. Мәрзиә шунда документты райсоветҡа индереп бирә.Хәҙерге ауыл урынында дәүләт иҫәбенә дүрт йорт һалалар. Унда Хәсәнов Мансур, Сәйәхова Факиһа,Насыров Хисаметдин, Ғәрифуллин Тайып ғаиләләре йәшәй башлай. Оҫталар Таип һәм Хисаметдин олатайҙар артабан үҙҙәре өй йүнәтеп инә.

1921-1922 йылдағы йоттан бик күп халыҡ ҡырыла.

1929 йылда ауылда ширҡәт(кооперация) ойошторола.

1930 йылда ширҡәт “Урал” колхозына ҡарай(Ҡыпсаҡ,Һарағы,Мәһәҙи,Ҡолғана,Байғаҙы,Яуымбай).

1933 йылда һәр ауылда колхоз төҙөлә.Мәһәҙиҙә Иҫәнсурин исемендәге колхоз була. Иҫәнсурин репрессияға эләгә, үлтерелә. Тәүге председателдәрҙең береһе Мораҡ яғынан килгән Сарыбаев була.

1933-1953 йылға тиклем Октябрь колхозы була. Председателдәре;Ирбулатов Н, Бәшәров Ә., Суфиянов С., Насыров И.

1953-1957 йылдарҙа колхоз Буденный исемен йөрөтә.

1957-2005 йылға тиклем “Ағиҙел” колхозы составында була.

2005 йылда колхоз бөтөрөлә.





Поделиться с друзьями:


Дата добавления: 2017-01-28; Мы поможем в написании ваших работ!; просмотров: 625 | Нарушение авторских прав


Поиск на сайте:

Лучшие изречения:

Студент может не знать в двух случаях: не знал, или забыл. © Неизвестно
==> читать все изречения...

2754 - | 2314 -


© 2015-2024 lektsii.org - Контакты - Последнее добавление

Ген: 0.01 с.