Лекции.Орг


Поиск:




Категории:

Астрономия
Биология
География
Другие языки
Интернет
Информатика
История
Культура
Литература
Логика
Математика
Медицина
Механика
Охрана труда
Педагогика
Политика
Право
Психология
Религия
Риторика
Социология
Спорт
Строительство
Технология
Транспорт
Физика
Философия
Финансы
Химия
Экология
Экономика
Электроника

 

 

 

 


Таналыҡ буйында ҡалам 1 страница




Һыбайлыегеттәүҙә Өфө баҙарына һуғылырға булды. Бында бөтәһе бер баҙар, көн дә эшләмәй. Шәмбе, йәкшәмбе көндәре асыҡ була икән. Әмәлгә ҡалғандай, Дәүербәк баҙар асылған шәмбе көнөнә тап килде. Шуныһы насар: ул Кремль артындағы ҡыҫыңҡы урында. Халыҡ әллә ни мыжғып тормай, береһе - килә, береһе - китә. Тик урыны тигеҙ түгел, таусыҡ итәгендә урынлашҡан. Бында урыҫтар күберәк осрай. Уларҙан башҡа татар, мари, нуғай, сыуаш, ҡалмыҡ, ҡырғыҙ - ҡайсаҡ күренеп ҡала. Баҙар рәтендә төрлө тауар һатыусылар теҙелеп торған. Бындағы ҡағиҙә буйынса кеше һатыу, йәки һуғыш ҡоралдары һатыу ғына тыйыла, ҡалғандары менән, әйҙә, ҡурҡмай һатыу ит!

Итек һатып алырға булды ул баҙарҙан. Күргәне бар: урыҫ әрмеһендә офицерҙар оҙон ҡуныслы итек йөрөтә, осраһа һәм аҡсаһы етһә - бына шундайҙы алғыһы килде уның. Кеҫәһендә еңгәһе тотторған ун гривна аҡсаһы бар. Атын ҡапҡа алдына бәйләне лә эскә инде.

Әмәлгә ҡалғандай, итек һатыусыһы бар, һатыу итеп тора.

- Хаҡы күпме? - Дәүербәк итекте тотоп ҡараны.

- Ун ике гривна. Кавалерийский, хороший.

- Ун гривнаға бирһәң - алам, больше денег нет.

- Нет, не дам! Иди дальше.

Булманы быныһы. Әйләнеп сығып ат йүгәненең осон сисә башлағайны ғына берәү өндәште:

- Башкирең! Стой! Кил сюда, не бойся! Дело есть!

- Чаво надо?

- Вот смотри! Если деньги есть - купи. “Дорожный” называется, для само обороны. Стреляет метко.

Урыҫ ҡуйынынан бәләкәй генә, ҡара ялтыр пистолет сығарҙы:

- Вот смотри! Патроны тоже дам, сто штук.

- Ни хаҡ?

- Десять гривень.

Дәүербәк ҡыҙыҡты ла китте:

- Эшкинәме һуң? Пух - пух делает?

Урыҫ аңланы:

-Да, да! Еще как! Исправный, стреляет метко и аккуратно.

Ҡыҙыҡты ла китте юлсы егет. Ярай әле русса арыуыҡ һупалай һәм аңлай. Шул да аңлашыр өсөн ярап ҡала ҡайһы саҡ.

- Давай за восемь! Куплю сразу!

- Ладно, согласен. Бери!

Дәүербәк аҡсаһын сығарып бирҙе:

- Мә, возьми!

- Рахмат, парень! Только по нашим пух - пух не делай!

- Что сказал?

- Я говорю, по русским не стреляй! Используй для охоты на зверей. Еще запомни: на дорогах караулы стоят, оружие найдут - арестуют и посядят. Старайся их объехать. Пистолет я зарядил, в дороге вдруг понадобится.

Аңланы егет. Шуға күрә был ялтыр тәтәйҙе кеҫәгә түгел, ә эйәр аҫтына йәшерҙе. “Ҡайһылай ҡыҙыҡ был урыҫ, үҙе - ата торған әйбер һата, үҙе тағы “атма”, ти. Хәйләкәр-хитрыш икән дә баһа!. Былай ҙа һунар өсөн тотонормон инде”, - тип уйлап алды ул.

Ҡапҡанан алыҫ түгел урында милли кейемдәр һатып торалар. Шунда боролоп ҡалған аҡсаһын да тотондо: Әминәгә - таҡыя, буласаҡ ҡайны-ҡәйнәгә тастар менән түбәтәй генә алырға етте ҡалдыҡ аҡса. Үҙенә сафьян итек алырға уйлағайны - аҡсаһы етмәй һуҡты.

Ошо әйберҙәрҙе һалып алып егет артабан елдерҙе.

Татлы хыялдар солғап алды уның мейеһен. Көндәр һәйбәт тора, аяҙ һәм йылы. Тотҡарлыҡһыҙ ғына барһа - дүрт көнлөк юл. Дүрт сәғәт ваҡыт үтеп тә китте, берәй ергә туҡтап, атты ашатып алыу кәрәк булыр! Туҡтауға уңайлы урын шәйләргә тип тирә-яҡҡа, шунан алғараҡ күҙ ташланы ул.

Быныһы ни тағы? Юлға арҡыры һайғау тартҡандар. Юл ситендә ике эйәрле ат тора. Эргәһендә ике урыҫ уҡсыһы йөрөп ята.

“Ах, инәһеҙҙе! Ҡарамай килеп ҡаптым бит быларға! Боролорға һәм икенсе юл һайларға кәрәк! Быларға эләкһәң - әйбереңде, атыңды үҙҙәренә һеңдереп, сәбәп табып төрмәгә тығыуҙары көн кеүек асыҡ. Ихтилалда ҡатнашҡандарҙы һаман да эҙләйҙәрҙер”.

Туҡтаны. Борола башлағайны - тегеләр күреп ҡалды. Берәүһе саҡырып ҡулын болғап тора.

Дәүербәк атты урман эсенә борҙо һәм алға ынтылды. Тегеләрҙең береһе, атына атланып, ҡыуа төштө. “Стой, стой!” - тип ҡысҡыра. Бына бер саҡ урыҫ уҡсыһы, мылтығын ҡулына күсереп, ата башланы. Пулялар һыҙғырышып баш өҫтөнән үтеп кенә торалар.

Ҡайһылай итергә? Уҡ осороп ебәрер инең - ағастар ҡамасаулай. Алышырға - ҡылысы юҡ, бер хәнйәр менән ҡаршы тороп булмай бит инде! Мылтығы булһа - атышар ине. Юҡ шул!

Ай, әттәгенәһе! Бөтөнләй онотҡан: пистолеты бар ҙа баһаң! Эшкинһә генә ярар ине. Бәлки, ҡыуыуҙан туҡтар - икебеҙгә лә ҡайһылай яҡшы булыр ине.

Дәүербәк атын туҡтатты, башын кире яҡҡа борҙо һәм пистолетты эйәр башына һалып, тыныс ҡына көтә башланы. Бәлки, һорау бирер ҙә ебәрер, өмөтһөҙ - шайтан, тиҙәр.

Һалдат яҡынланы, мылтығын яурынына эләктерҙе (тимәк, яһауы юҡ, атып бөттө) һәм өс-дүрт аҙым ҡалғас, ҡылысын ҡынынан һурып сығарҙы.

Үлтерергә самаланы был? Нишләп улай итә икән? Үҙ башына булғыры!

Һалдат, сабырға тип ҡылысын күтәреүе булды - Дәүербәк тоҫҡап атып та ебәрҙе. Тегеһе, ҡулын күтәргән көйө бер мәлгә хәрәкәтһеҙ ҡалды, ҡыйшайҙы һәм “гөрҫ” итеп ергә ҡолап төштө. Ат, аҡыллы хайуан, хужаһын һөйрәлтеп атларға уйламаны ла, тик торҙо ла ҡуйҙы.

Егет тирә-яҡҡа күҙ һалды, башҡа килеүсе күренмәй, буғай, бер -ниндәй тауыш-тын ишетелмәй. Аттан төшөп һалдаттың ҡылысын тиҙ генә ысҡындырып алды, атының теҙгенен эләктереп үҙ атына бәйләне һәм кире атына атланып, һалдаттың атын эйәртеп, алға сапты. “Үлемдән ҡотолдом, ҡотолдом, ҡотолдом”, тигән уй башынан сыҡмайынса бер туҡтауһыҙ мейеһен бырауланы. Бер ынтылыуҙа арыуыҡ юл үтеп, Аҡташ тауына килеп килеп етте. Аттар арыны. Туҡтамай булмай. Ҡараңғы төшә башланы. Ауыл-фәлән эҙләүҙән файҙа юҡ, юл хәҙер бик хафалы икән дә баһа!

Төпкәрәк, урман эсенә ыңғайланы. Эйәрҙәрен ысҡындырмайынса, аттарын йүгәндәре менән тышап, утлауға ҡушты Үҙе, йыуан ҡайын төбөнә сәкмәнен йәйеп ултырҙы. Ҡылысты эргәгә һалды, пистолетты ҡуйынға тыҡты һәм шунда уҡ ултырған көйө әүен баҙарына китте.

“Шылт” иткән тауыш та юҡ. Тик аттарҙың һирәк-һаяҡ бышҡырыуы ғына илаһи тынлыҡты боҙоп ҡуя. Бер-нисә сәғәт әүен баҙарында булыу ҙур файҙа бирҙе. Дәүербәк яңы көс йыйып өлгөрҙө, йоҡоһо туйҙы, һиңкей-һиңкей килгән тәне ял алды.

Ул арала алыҫта, көнсығыштағы тауҙар теҙмәһе артында таңдың һүренкеһе хасил булды. Яңы күреп ҡалды: эргәлә генә шишмә ағып ята икән! Аттар, һыуҙы әллә ҡасан уҡ һиҙеп, эсеп туйғандар.

Юлсы бит-ҡулын йыуып, туйғансы шишмә һыуын һемерҙе. Ашауҙы ат өҫтөндә лә башҡарырға була бит тип, тиҙ генә йыйынды ла артабан елде. Ул хәҙер һеләүһенгә әйләнде, һаҡсыл һәм иғтибарлы. Көнсығышҡа ҡарап барыр йүнәлешен билдәләне лә, күп урындарҙан тура тартып, кеше-маҙарға күренмәйерәк барырға тырышты.

Икенсе төндә, аттарҙы утлауға ҡушып, эйәрҙән төшмәй генә серем итеп алды. Шул кисте Ағиҙел йылғаһына килеп етте. Кисеп сыҡты. “Ошо тирәлә ялға туҡтағанда шәп булыр ине, - тип уйлап алды ул, - тик тағы бер аҙ барырға кәрәк, бәлки, берәй ауыл-маҙар булыр”.

Юл һыҙаты ята, китте юлсы шуның буйынса. Алда бер ҡарасҡы күренә, ҡыбырлағандай була. Кешеме әллә януармы - ҡапыл да танып та булмай. Шулай ҙа, аттарҙы ҡыҙыуыраҡ ҡыуып, барып етте. Ҡараһа: түбәтәй кейгән, һаҡал-мыйыҡ баҫҡан берәү китеп бара. Ҡулында таяҡ, кейем-һалымы шәптән түгел. Дәүербәк көр генә тауыш менән сәләмләне:

- Һаумы, бабай!

Тегеһе тертләп ҡуйҙы:

- Һаубыҙ әле, ҡапылда. Ҡайһылай белендермәй килеп арттан баҫтың, һиҙмәй ҙә ҡалдым.

- Ҡайһы ауылданһың, олатай?

- Ырғыҙлынан. Тыуғандан алып ҡырҡ йыл үтте, шунан ситкә киткән юҡ. Мин һиңә бабай түгел, ағай буламдыр, утыҙ йәшем яңы тулды.

- Ағай булаһың икән дә баһа! Һаҡал-мыйыҡ аша кеше йәшен төҫмөрләүе ауыр шул. Ауылығыҙҙа урыҫтар бармы, ағай?

- Ҡайҙан булһын, гел башҡорттар унда.

- Улар булмағас, тыныс ғүмер итәһегеҙҙер инде?

- Ҡайҙан тыныс булһын! Яҫаҡ йыйырға килеп елкетеп торалар. Йәшереп ҡалдырған әйбереңде тапһалар - туҡмайҙар. Үҙҙәрен, өйҙән-өйгә йөрөтөп, ҡунаҡ итергә ҡушалар. Тиҙерәк ҡотолор өсөн, сабый баланы ҡараған һымаҡ ҡарап алып йөрөтәбеҙ.

- Арттағы атҡа атлан, ағай! Мә! Теҙгенде тот.

- Рәхмәт. Бына ҡайһылай уңай булды.

- Халҡығыҙ йәйләүҙәме?

- Йәйләүҙә. Мин ауылда ҡарауылсы. Беҙ бер-нисә кеше ҡалдыҡ, ауылға күҙ-ҡолаҡ булып торабыҙ.

Боролоштан һуң ауыл күренде.

- Сәй эсеп кит, ҡустым! Минең өй ана-а-а. Иң ситтә, иң яҡында ултыра.

- Бик һыуһап киләм әле. Йәшермәйем: һуңғы көндәрҙә сәй эләккәне булманы.

Ике рәт һайғау менән уратылған өйгә туҡтанылар. Артабаныраҡ мал һарайы, ялан кәртә күренә.

Хужа урамдағы ҡаҙанға һыу һалып яғып ебәрҙе.

- Өйҙә башҡа кеше юҡмы ни, - тип һораны Дәүербәк.- Исемеңде лә һорамағанмын.

- Юҡ! Ҡатын, балаларын эйәртеп, урманға сығырға тейеш ине. Һаман ҡайтмағандар. Исемем минең - Солтанморат.

- Балаларығыҙ нисәү?

- Әлегә алтау.

- Мал-тыуарығыҙ бар икәне күренеп тора. Нимәләр аҫырайһығыҙ?

- Ике һыйыр бар, тағы һарыҡтар... Ат бар ине, яҙҙың бер көнөндә юғалып ҡуйҙы.

- Өҫтөгөҙгә урман ауып тора, өйҙәрегеҙҙе нишләп бәләкәй итеп һалаһығыҙ? Ҡыҫтау түгелме?

- Ҡыҫтаулыҡҡа ҡыҫтау инде. Шулай һалып өйрәнгәнбеҙ.

- Иген сәсәһегеҙме, Солтанморат ағай?

- Юҡ! Сәсмәйбеҙ, ҡустым, уңмай был яҡтарҙа.

- Өфө аръяғында иген сәсеүсе башҡорттар бихисап, уларҙыҡы уңа!

- Шулайҙыр. Һин шул яҡтанмы әллә?

- Эйе.

- Ҡайҙа юл тотаһың?

- Баймаҡ утарына.

- Тура юлдан барам, тиһәң - өйрәтәм. Бынан Көнтөшмәҫ тауына тура тарт! Юл башын күрһәтермен. Ат юлы Көнтөшмәҫтән Таулы йылғаһына сығара. Таулы буйлап түбәнгә табан барһаң - Һаҡмарға етәһең! Көнтөшмәҫтән Баймаҡ утарына тиклем-илле саҡрым ара. Атта биш-алты сәғәттән барып етергә була.

Юлсы артабан елдерҙе.

Ике саҡрымға һуҙылған тау үренә менеү ауыр һәм оҙаҡ булды. Аттар арыны, асыҡты. Юлсы үҙе лә талсыҡты, шикелле, эйәрҙә көйө йоҡомһорай башланы. Шулай ҙа тау түбәһенә менеп еттеләр.

Туҡтап ял итергә кәрәк! Ҡайҙа ҡабаланырға? Артабан күп тә ара ҡалмай, ярты көнлөк юл.

Урал тауҙарынының бер бәләкәй өлөшө булған ошо тау башында туҡтап ял итергә булды Дәүербәк. Юлдан ситтә кәбәндәр ултыра. Шунда боролдо юлсы. Бер кәбән эргәһендә һайғауҙар ята. Кәбән кәртәләргә уйлағандар, күрәһең, өлгөрмәгәндәр. Әһә, кәбән башына менеп, бер аҙ тишеп инеп, йомшаҡта йоҡларға форсат сығып тора.

Юлсы тоҡтарын яҡындағы ҡайын ботағына элде. Эйәрҙәрҙе ысҡындырып ташлап, кәбән аҫтына тыҡты. Аттарҙы һуғарҙы, утлауға ебәрҙе. Аттарҙы нисек ҡуйырға? Кәбән эргәһендәге йәш ҡайынды арҡанын уртаға бүлеп боғалаҡланы, ике осона ике атты бәйләне һәм кәбәнгә ҡушты. Ике һайғауҙы алып кәбәнгә һөйәне, пистолетын үҙе менән алды ла кәбән башына үрмәләп менде, үҙенә оя яһаны һәм башын терәү менән йоҡлап китте.

Урманда ҡараңғы тиҙ төштө.

Ҡараңғы төшөү менән урман хужаһы һоро айыу үҙенең биләмәләрен ҡарп сығырға булды. Тауға күтәрелә башлағанда уҡ кеше һәм ике ат еҫен һиҙҙе, сөнки еңелтә ел тауҙан уның яғына ҡарай иҫә.

Ул тәжрибәле айыу, шуға белә: ике аяҡлылар насар күрә, насар һиҙә. Күпме тапҡыр йәшенеп кенә уларҙы күҙәтеп торғаны бар. Ләкин уларҙың ут сығара торған таяҡтары бар: шул ҡурҡыныс, бер гөрһөлдәһә - үлем. Шуға ла ике аяҡлылар менән бәйләнешмәүең хәйерле.

Урман хужаһы әҙәм, ат, дары еҫе сығып торған урынды алыҫтан уҡ урап үтте. Һиҙеп бара: уны хатта аттар ҙа шәйләмәне, еҫен һиҙмәне. Был юлы ел дә ярҙам итте уға - еҫен ситкә ебәрҙе.

Элегерәк булған бер хәлде иҫләне тайыш табан. Бер йәш тә тулып өлгөрмәгән сағы. Әсәһе менән ошо тирәнән үтергә тура килгәйне. Ике аяҡлыларҙың бесән сапҡан ваҡыты. Ҡыуыш тора, эргәһендә бер кем юҡ, ә ит еҫе килә. Әсәһе ул яҡҡа барырға ҡушмай мырҡылданы, ажғырып ҡараны, тик ул тыңламаны. Бешерелмәгән ит һалынған ағас һауытты һыу эсенән тапты ул. Ярты билдән батырылған һауыт ҡапҡас менән нығытып ябылған. Ҡапҡасты бер һуғыуҙа асты. Иркенәйә барған һауытҡа башын тығып, тәмле еҫ бөркөп торған итте ҡабаланмай ғына ашап алды.

Һауытҡа башты түгел, ҡулды тығырға кәрәк булған! Ашап, ялап ҡуйғас башты сығарайым тигәйне - килеп сыҡманы, баяғы нәмә башына кейелде лә ҡуйҙы. Һауытты һуҡҡыслап ҡарай, төрлөсә ысҡындырырға самалай - баш сыҡмай ҙа ҡуя. Йәне көйҙө, сапсыны, тырнаны, өйөрөлөп йөрөй торғас, ағастарға төкөнө. Бер нәмә лә күрмәйенсә ҡыуышҡа барып инде, уны туҙҙырҙы, ҡолап китте. Хәле бөткәнсе сәбәләнде ул. Ҡуғалырлыҡ та хәл ҡалмағас - ятты. Әсәһе ни ҡылырға белмәй мырҡылдай, бынан китергә ҡуша.

Бына бер саҡ эт өргән тауыш ишетелде, кешеләр йүгерешеп килде, ә уның бер тамсы ла хәле юҡ. Етмәһә бер нәмә лә күрмәй. Эт яҡынлап бер-ике мәртәбә йөнөн йолҡоп ҡасты. Ярай әле ныҡлап һөжүм итмәне.

Кешеләр оҙаҡ ҡына шаулашты, ҡысҡырышты, көлөштө, талашҡан һымаҡ та булды. Шунан килеп йыуан ҡайынға бәйләнеләр ҙә һауытты ваттылар һәм бауҙы ысҡындырҙылар. Үҙҙәре ситкәрәк китеп ҡарап торалар. Тәүҙә һауыттан ҡотолғанға ышанып етмәй аптырап торҙо ла яй ғына ҡуҙғалды, бара биргәс йән көсөнә әсәһе киткән яҡҡа ҡарай йүгерҙе. Үлемесле ҡурҡыныстан шулай ҡотолдо ул. Кешеләрҙе лә яҡындан күрҙе. Ә һуңыраҡ, ҡышҡа ҡарай өс әҙәм уларҙы баҫтыра башланы. Ул йәнтәслим йүгереп ҡасты һәм ҡотола алды. Быныһы кешеләр менән икенсе тапҡыр осрашыу булды. Әсәһе, йәне көйөп, ҡаршы сыҡҡайны, таяҡтан ут-ялҡын бөрктө һәм әсәһе шунда уҡ ҡанға батты һәм йән бирҙе.

Бына шуға ла ул төрлө еҫтәр, араһында әсе дары еҫе сыҡҡан кәбән төбөнә яҡынламаны, алыҫтан урап үтте.

Өс-дүрт сәғәт йоҡланымы-юҡмы Дәүербәк уянды. Бөтәһе лә имен-һау, аттар кәбәндә тора. Бар донъя тыныслыҡҡа батҡан. Алыҫта, көнсығышта Ирәндек күгәреп күренә, ә көнъяҡта ниндәйҙер ауыл осмото күренгәндәй. Таулыҡай булманымы икән? Шуға оҡшағандай күренә.

Юлсы унан-бынан ҡоролай-ҡарылай ҡапҡылап алды ла юлын дауам итте. Таулы буйлап Һаҡмарға етте. Бына утарға ла күп ҡалманы, ҡыуаныстан ошо тирәлә таралған бер таҡмаҡты йырлап ебәрҙе:

 

Ҡара башлы турғай, ҡарындыҡты ҡуймай,

Һин дә егет, мин дә егет - кәләш алып булмай.

 

Утарҙа берәү ҙә күренмәй. Йәйләүҙән ҡайтыусылар юҡтыр, ахрыһы. Үҙе йәшәп киткән Баймаҡ мәрхүмдең өйөнә тура тартты ат башын юлсы. Өй бикһеҙ.

Тоҡтарын, башҡа әйберҙәрен өйгә индерҙе, аттарҙы тышап, яҡынға ебәреп торҙо. Сисенә башлағайны, ауылда күҙ-ҡолаҡ булып тороусы ҡарт килеп инде:

- Кем икән был, - тип танымай ҡарап тороп ҡалғайным, аттан таныным. Ни хәлдә килеп еттең, ҡустым?

- Аллаға шөкөр, аҙашмай - нитмәй, һәйбәт кенә килеп еттем әле, Вәлиулла олатай. Бына шуға ҡыуанып торам.

- Оҙаҡлағандай булдың, берәй мәшәҡәтең булғандыр, шул тотҡандыр?

- Эйе, тап шулай. Халыҡ йәйләүҙә икән. Бәҙретдин ағай бында түгелме?

- Ул тимерлектә булырға тейеш, ғаиләһе йәйләүҙә былай. Шул яҡҡа китеп бармаһа - тимерлектәлер.

- Старшина булһа ла тимерлектә эшләйме әллә?

- Юҡ, эшләмәй. Шундағы эш барышын көн дә тиерлек ҡарап китә. Һине юғалтты Бәҙретдин ағайың! Бер-бер хәл булмаһа - әллә ҡасан уҡ әйләнгән булыр ине, ти.

- Элекке урында йәйләйҙәрме?

- Эйе! Шунда, Һаҡмар буйында.

Дәүербәк тамаҡ ялғап алды ла, кире тейәнеп алып, Һаҡмар буйына ҡарай сапты.

Бына йәйләү.

Аҡланда ир-ат күренмәй. Бала-сағалар сыр-сыу килеп уйнайҙар. Ҡатын-ҡыҙҙар күҙгә күренмәҫ көндәлек эштәрен башҡаралар: кемдер ҡаҙан эргәһендә ҡорот ҡайната, кемдер ит бешерә, кемдер самауырына ҡуҙ һала.

Аҡ тирмә алдында йөрөгән Әминәне Дәүербәк әллә ҡайҙан уҡ таныны, тик тегеһе ат етәкләгән һыбайлыға бер ҙә иғтибар итмәй, үҙ эше менән булышты.

Аттарын тирмә артына бәйләне ул, шунан ал яҡҡа сыҡты. Хәҙер Әминәһе уны, таныған ыңғайы, йүгереп килеп ҡосаҡлар, тип уйланы ул.

- Әминә! Әминә!

- Ҡыҙыҡай әйләнеп ҡараны, таныны һәм тирмә эсенә йүгереп инеп китте.

Дәүрбәк уның артынан тирмәгә инде. Унда ҡыҙыҡай мышҡылдап илап тора.

- Әминә! Нимә булды? Нишләп илайһың? Вәт донъя: илап оҙаталар, илап ҡаршы алалар, тигәндәй, ҡатын-ҡыҙҙы ҡапыл ғына аңлауы ла ҡыйын. Һаумы, тием! Бир ҡулыңды, күрешәйек!

Ҡыҙ ҡулын бирҙе.

- Һаубыҙ! Ә мин һиңә үсегеп йөрөйөм.

- Нишләп?

- Киттең дә юғалдың... Әллә үле, әллә тере, әллә берәүһенә өйләнеп, тормош ҡороп йәшәп ята - бер - нәмә лә белеп булмай. Өс ай буйы көтә-көтә көтөк булдым.

- Әминә! Мин бында бөтөнләйгә килдем. Һиңә өйләнәм дә Таналыҡ буйында мәңгелеккә ҡалам. Үлгәндән һуң да. Ҡабул итәһеңме?

- Һорап торған була бит әле! Үҙе алдан бер үҙе хәл итеп бөткән дә - хәбәр һөйләгән була.





Поделиться с друзьями:


Дата добавления: 2017-02-24; Мы поможем в написании ваших работ!; просмотров: 426 | Нарушение авторских прав


Поиск на сайте:

Лучшие изречения:

Логика может привести Вас от пункта А к пункту Б, а воображение — куда угодно © Альберт Эйнштейн
==> читать все изречения...

4345 - | 4229 -


© 2015-2026 lektsii.org - Контакты - Последнее добавление

Ген: 0.011 с.