Лекции.Орг


Поиск:




Башҡорттар яуға күтәрелде




Миләди йыл иҫәбе буйынса 1662 йылдың июль айы тыуҙы.

Власть башында тороусылар өсөн көтмәгәндә бола башланды. Уны Уса һәм Себер башҡорттары, алдан уҡ үҙ-ара һөйләшеп, килешеп бөтөп башлап ебәрҙеләр.

Алты йөҙ һуғышсынан торған ҙур төркөм, икегә бүленеп, Ҡатай нығытмаһына һәм Долматовский монастырына яҡынлаштылар һәм уратып алдылар. Төркөм етәксеһе - Мөхәмәтдин, Һары Мәргәндең улы.

Ләкин был ике нығытма бер - ике ынтылыуҙа алырлыҡ түгел ине, сөнки нығытмалар ныҡ нығытылғандар, уларҙың ҡоймалары еренә еткереп эшләнгән.

Бер-нисә көн һөжүм итеп ҡарау бер-ниндәй һөҙөмтә бирмәне. Баш күтәреүселәр яҡын-тирәләге урыҫ ауылдарын ҡайрата-туҙҙыра барып, Иртәш күленә ҡарай йүнәлделәр. Бында уларҙы Һары Мәргән көтөп тора ине. Осраштылар, һөйләштеләр, кәңәшләштеләр, яңынан план ҡорҙолар, килештеләр. Ошо килешеүҙе тотоп, баш күтәреүселәр Исәт, Чусовая һәм Пышма йылғалары буйында үҙ тәртиптәрен булдырҙылар. Мырҙа биҫтәһе ун беренсе августа баҫып алынды, унан һуң тағы ике слобода баш һалды. Был турала хәбәр алған батша ғәскәре ошо төбәккә ашыҡты.

Хөкүмәт ғәскәре менән иң көсөргәнешле алыш Эрбет биҫтәһе янында булды. Туринск ҡаласығы воеводаһының ныҡ ҡораллы отрядының һөжүме арҡаһында, баш күтәреүселәр сигенергә мәжбүр ителде. Улар Кунгур өйәҙендә сигенә барып, ял итеп, көс йыйып, Кунгур ҡалаһын баҫып алдылар. Унан һуң Степановский монастыры яусылар ҡулына күсте. Спасский монастырын алып булманы, сөнки ул еренә еткереп нығытылған булып сыҡты.

Баш күтәреүселәрҙә туптар булыуы, тупсыларҙың оҫта атыуҙары рус воеводаларын аптыраҡта ҡалдырҙы. Аҙаҡтан ғына тиҫтәләгән тупты Литва кешеләре хеҙмәтләндереүе асыҡланды.

Август аҙағында көрәш Казан һәм Нуғай даруғаларында тоҡанып йәйелә башланы. Өфө тирәләй Аҙнағол Рыҫҡолов, Бикйән Туҡтамышев төркөмдәре сапҡын яһап йөрөй. Бөрө йылғаһы буйында Ғәүер Аҡбулатов менән Үләкәй төркөмдәре хәрәкәт итә.

Киң дәирәле ихтилалды баҫтырыу өсөн, хөкүмәт ашағыс сараалар күрә башламай булдыра алманы. Өфө воеводаһы ғәскәрен күбәйтеү өҫтөндә тир түгә, Төмән воеводаһы өҫтәмә йәйәү һәм атлы отрядтар ойоштора. Тоболдан полковник Полуэктов етәкселегендәге ике меңдән ашыу һуғышсыны үҙ эсенә алған йәйәүле һәм атлы драгун полктары башҡорт ауылдарына ябырыла, талай, бөлдөрә, утҡа тота, яндыра.

Иртәш нығытмаһы янында Һары Мәргәндең ике меңлек төркөмө биш мең һалдаттан торған хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы йән тәслим тороп һуғышты, ләкин сигенергә мәжбүр булды, сөнки уҡтар атылып бөттө, аттар һәм кешеләр күпләп чафтан сыҡты, ҡылыс һуғышы алып барыр өсөн яугирҙәр һирәгәйҙе.

Ихтилалдың тиҙ арала киңәйеп китеүе батша Алексей Михайловичты ла аптырауға ҡалдырҙы. Өфө тирәһендәге ихтилалды баҫтырыу эшен ул Казан воеводаһы Волконскийға һәм Әстрхан воеводаһы Черкасскийға йөкмәтте. Ике воеводаға ла ебәргән күрһәтмәһендә ул,, Башҡорттарға ҡаршы бөтә сараларҙы ла ҡулланырға ҡушты: һөйләшеү алып барыу, ярашыу, талаптарын үтәргә вәғәҙәләр биреү, тыныслыҡҡа әйҙәп өндәү хаттары ебәреү. Шул уҡ ваҡытта баш күтәреүселәргә ҡаршы башҡорт феодалдарын ҡулланыу. Кем ҡулға килеп эләгә - язалап үлтереү, ғаиләләрен ҡоллоҡҡа һатыу, көсләп суҡындырыу һ.б.

Волконский язалау отряды менән Өфөгә килеп еткәс тә башҡорттарға баш һалырға саҡырып мөрәжәғәт итте, хаттар ебәрҙе. Язалау отрядтары башлыҡтары, воеводалар, ғөмүмән урындағы власть вәғәҙәне йәлләмәгән: йәнәһе, улар яуҙа ҡатнашҡандарҙы ғәфү итә, урындағы түрәләр ҡылған йәбер-золомдо тикшерә, төрлө алдау, талауҙы бөтөрә һ.б. Был вәғәҙәләр тәьҫирһеҙ ҡалмаған. Абруйлы башҡорт феодалдары, атап әйткәндә, Нуғай даруғаһы тархандары ағалы-энеле Дәүләтбаевтар, Казан даруғаһы тарханы Ҡарабаш Үтәев ихтилалды туҡтатыу уңайбулыр, тип һанап Волконский менән осраштылар һәм уға ярҙам итә башланылар. Язаға тарттырмайбыҙ, тигәс, Ғәүер Аҡбулатов менән Үләкәйҙе тотошоп бирҙеләр. Ләкин ул икәү язалап үлтерелә. Тархандарҙың ярҙамсылары баш күтәргән отрядтарға килеп, баш һалырға өндәй башлайҙар. Ошондай өндәүҙәр арҡаһынла ихтилалсыларҙың күберәк өлөшө ҡорал һалыуҙарын белдерә.

Әстрхан воеводаһы ла эште һуғыш хәрәкәттәренән башламай. Өфөгә килеп етеү менән Черкасский һөйләшергә тип баш күтәреүселәрҙең өс йөҙ вәкилен саҡырҙы. Улар, вәкилдәр, Өфө воеводаһын алмаштырыуҙы талап итәләр. Был талап үтәлә. Баш күтәреүселәр көрәште туҡтаталар һәм батшаға үҙ талаптарын белдереп хат яҙалар, Мәскәүгә илселәр ебәрергә ҡарар итәләр.

Ләкин рус властары бер вәғәҙәһен дә үтәмәгән. Киреһенсә ҡорал һалған баш күтәреүселәрҙе ҡырыу башланған. Улар, ғәфү итеү урынына, тапшырылған етәкселәрҙе язалап үлтергән. Был яуызлыҡтарға, мәкерлектәргә шаҡ ҡатҡан Ҡонҡас, Дәүәнәй Ишмөхәмәт Дәүләтбаевтар Нуғай даруғаһында үҙҙәре киренән яу асҡан, яу башына баҫҡан. 1663 йылдың башында Һары Мәргән үлгәндән һуң, Урал арты башҡорттарына Арыҫланбәк етәксе булып китә. Халыҡ яуы яңынан дөрләй башлай.

Башҡортостанға бөтә Волга, урал буйынан, шулай уҡ Себерҙәге ҡала, ҡәлғәләрҙән көслө һәм тулыһынса ҡоралланған хөкүмәт ғәскәрҙәре килтерелгән. Язалау ғәскәрҙәренең дөйөм етәксеһе итеп Казан воеводаһы Волконский ҡуйылған. Баш күтәреүселәр карателдәр менән төрлө яҡтарҙа бик ҡаты һуғыштар алып барған, ләкин көстәр тиң булмаған. Шуға күрә улар еңелә башлағандар. Хөкүмәт ғәскәрҙәре, үс алыу маҡсатында, ихтилалға бөтөнләй ҡатнашлығы булмаған башҡорт ауылдарын ҡыйрата, үртәй. Мал - мөлкәтте, булған аҙыҡты юҡ иткән, күп кешене үлтергән. Сабый балалар ҙа үлтерелгән, күп кеше әсир ителеп Өфөгә килтерелгән. Карателдәр Арыҫланбәктең ауылын туҙҙырғандар, үҙен үлтергәндәр, бөтә өй эсен һуйып сыҡҡандар, балаларын да йәлләп тормағандар. Рустар бер төрлө һөйләп, дошманды тынысландырып алғас, аңғармаҫтан бүҫеп инеп бер кемде лә йәлләмәй ҡырып һалыуҙы татар - монголдарҙан отоп алғандар, күрәһең. Бындай ысулды рус властары ошо яу ваҡытында ураған һайын ҡулланды. Ә башҡортттоң ябайлығы, кешегә ышанып барыуы, хәйләнең нимә икәнен лә белмәүе ҡанында барҙыр. Асыҡ һуғышта - батыр, хәйләгә ышанһа - үлеп ятыр, тигән әйтем-хәҡиҡәт тә бар бит. Бер ҡатлы, һәр әйткән һүҙгә ышаныусан кеше гел отола, ҡайһы саҡта отолоп ҡына ҡалмай, ә үлем боғалағына ғәзиз башын үҙе тыға. Арыҫланбәк Баҡкин менән дә шулай булып ҡуя.

Урал арты башҡорттарына хәрби етәксе булараҡ, бер-нисә тапҡыр воеводаларҙың хаттарын алды ул. Хаттарҙа һуғышты туҡтатыу тәҡдиме, кем ҡорал ташлай, шул язаға тарттырылмауы, тулыһынса ғәфү ителәсәге тураһында яҙылған. Артабан башҡорттарҙың барлыҡ ялыуҙары ҡараласаҡ, сара күреләсәк тип тә өҫтәлгән. Арыҫланбәк был һүҙҙәргә ышанып етмәй, әлбиттә, ләкин һуғышты туҡтатыу өсөн бөтә сараларҙы күрергә кәрәк, сөнки Урыҫ хөкүмәте бер туҡтауһыҙ ғәскәрен арттыра. Уларҙа ғына мылтыҡтарҙың булыуы көстәр нисбәтен тағы улар файҙаһына күбәйтә төшә. Күреп йөрөй ул: асыҡ урында һөжүм итһәң, барып етмәҫ элек үк, күпселек егеттәрҙе түкмәстереп һалалар. Шуға ҡаялы, ҡыҫыңҡы урындарҙа ғына хөкүмәт ғәскәре менән алышҡа инеү үҙ - үҙен аҡлай. Һөжүм ит тә юҡҡа сыҡ! Бына ошондай хәрби алым баш күтәргәндәр өсөн - иң яҡшыһы. Шул ваҡытта ғына тере ҡалыуыңа ышаныс бар.

Йәнһары, Арыҫланбәктең йән һаҡсыһы, бер көнө әллә күпме һорауҙар биреп ташланы, хатта Арыҫланбәк үҙе аптырап ҡуйҙы. Йәнһары уға сыбыҡ осо ҡусты булып сыға. Икеһе лә бер яҡтан, Баҡы ауылынан.

- Ағай! Һорау бирһәм буламы?

- Йә, һорап ҡара! Бәлки яуап бирә алырмын.

- Нисек уйлайһың, Арыҫланбәк ағай, был күтәрелештә беҙ еңә алабыҙмы, әллә юҡмы?

- Йәнһары энекәш! Шундай туп-тура ҡуйылған һорауға ҡапылда тура яуап биреп тә булмай һымаҡ. Йә, ярай, үҙемдең уй- фекерҙәрем аша яуап бирәйем. Асыҡтан - асыҡ бәрелештә беҙ бирешкәнебеҙ бармы? Юҡ, әлбиттә. Тик ҡаршы яҡтың һуҡышсылары һан яғынан күп булһа, шулай уҡ туптарын әүҙем ҡулланһа - һыртты күрһәтергә тура килә. Эрбет күле эргәһендәге бәрелеште иҫләйһеңме, энекәш? Иҫләйһең, әлбиттә. Усть-Эрбет биҫтәһенә яҡынлаған ваҡытта Полуэктов командаһы беҙгә ҡаршы сыҡты. Көс нисбәттәре яҡынса тигеҙ ине. Осрашыу ике яҡ өсөн дә көтөлмәгән булды, ләкин беҙ сабып барған көйө уларҙың өҫтөнә ҡарсыға кеүек ташландыҡ. Тегеләр мылтыҡтарын да яурындан алып, атып өлгөрә алмай ҡалдылар - ҡылыс алышы башланды ла китте. Был аяуһыҙ көрәштә дошманыбыҙҙың утыҙ кешеһен һәләк иткәнбеҙ,ә беҙҙән, яралылырҙы һанамағанда, үлеүсе булманы. Полуэктовтың үҙе яраланды, шул сәбәптәндер команда сигенде һәм ҡасып китте. Шулай булғас, ул алышта беҙ еңеп сыҡтыҡ, тип һанайым. Нишләп еңә алдыҡ? Сәбәптәрен һанап бар!

1. Беҙ дошман өҫтөнә тиҙ ябырылдыҡ, беренсе булып һөжүм итеп өлгөрҙөк, йәшен тиҙлегендә араларына йыртып инеп, ҡылыс алышын башларға мәжбүр иттек.

2. Йән аямай сая һуғыштыҡ. Ҡылыс һуғышында үҙебеҙҙең өҫтөнлөктө, йылғырлығыбыҙҙы файҙалана алдыҡ. Алышҡа еңеребеҙгә ышанып барып индек.

3. Ҡаршы яҡтың туптары, мылтыҡтары беҙгә ҡаршы атып өлгөрә алманы. Шул арҡала егеттәребеҙ иҫән-һау ҡалды, яраланғандар ҙа тиҙҙән сафҡа баҫты. Ә етешһеҙлектәр булдымы икән? Һин нисек уйлайһың?

- Булмағандыр, тип уйлайым.

- Минеңсә етешһеҙлектәр ҙә булды. Тегеләрҙең сигенеү юлын ҡырҡырға мөмкинлек бар ине. Уны эшләр өсөн команданы бөтә яҡтан да уратып алырға һәм уртаға ҡалдырырға кәрәк ине лә ул. Тик беҙҙең уратып алырлыҡ өҫтәмә көсөбөҙ булманы, икенсе яҡтан ҡыҙыу һуғышҡа инеп китеп, уратып алыу эше бөтөнләйгә иҫтән сыҡҡан. Уныһына яусы егеттәр түгел, төркөм етәксеһе ғәйепле.

- Әйтәйек, был боларышта еңдек икән, ти. Шунан нишләр инек?

- Мин генә түгел - башҡа күп кенә башҡорттар уны былай күҙ алдына килтерәләр:

 

- Яһаҡ түләүҙе туҡтатабыҙ, рус дәүләте эсенән сығабыҙ;

- Үҙебеҙҙең үҙ аллы, мөстәҡи дәүләтебеҙҙе булдырабыҙ;

- Хөкүмәт һайлайбыҙ. Уның башында хан булырмы, тархан булырмы батша булырмы, - халыҡ үҙе ҡарар итә.

- Төрки илдәр менән бәйләнеш булдырабыҙ, мосолманлыҡты алға һөрәбеҙ.

 

Бына ҡыҫҡаса шулар. Нишләп һөйләшеүҙәр алып барырға кәрәк, тип һораһаң, әйтәм: һуғыштың осо-ҡырыйы күренерҙәй түгел, яусы егеттәр ҙә арыны, шуға алышты туҡтатып, һөйләшергә ваҡыт еткәндер, буғай.

Йәнһары менән һөйләшкәндән һуң уйҙары бер аҙ ситкә тартты. Донъяла йәшәгәндә бөтә уйҙарың тормошҡа ашһа - кешелек ҡайһылай һәйбәт йәшәр ине. Был көрәште йәйелдерер өсөн көс аҙыраҡ. Шуға ла ярҙам һорап, ҡалмыҡ тайшаһы Дайчинға мөрәжәғәт иткәндәр ине, уйлағандары килеп сыҡманы. Дайчин ярҙам итеүҙән баш тартты. Себер юлы башҡорттары ла үҙҙәренә теләктәшлек эҙләп ҡаранылар. Себер ханы Күсемдең бүләре Көсөк менән бәйләнешкә инделәр. Тегеләр бер-ниндәй яуап бирмәнеләр, ихтилалда ла ҡатнашманылар. Күсем хан вариҫтары, күрәһең, элекке Себер ханлығы ерҙәрен кире ҡайтарыу уйын тотоп, рустарға ҡаршы көрәште ойоштороу өсөн уңайлы осраҡты көтөп торғандарҙыр. 1663 йылдың башында, Себер юлы баш күтәреүселәренең башлығы Һары Мәргән үлеү менән, Көсөк, бер төркөм армайҙары менән, уларҙың нығытмаһына килеп еткән. Баш күтәреүсе төркөмдәре етәкселәре йыйылышында ул хәрби көс менән ярҙам итергә вәғәҙәһен бирҙе, ләкин ике талап ҡуйҙы:

1. Бөтә баш күтәреүселәрҙең юлбашсыһы итеп һайларға;

2. Себер ханлығын аяҡҡа баҫтырыуҙа яҡындан ярҙам итергә;

3. Уса, Нуғай, Себер юлы башҡорттарын Себер ханлығына ҡушырға;

Уның бындай белдереһе күп кешене аптырауҙа ҡалдырҙы. Әй башҡорттары төркөмдәре етәкселәре Аҙнағол Ырыҫҡолов менән Бикйән Туҡтамышев бер-бер артлы Көсөктө тәнҡитләп ташланылар. Улар әйтеүенсә бында иң беренсе мәсьәлә Себер ханлығын нисек аяҡҡа баҫтырыу түгел, ә язалау отрядтарын ҡайһылай итеп башҡорт еренән сигендерергә һәм уңайыраҡ шарттарҙа властар менән ярашыу төҙөргә!

Күсем хан вариҫы, йыйылыш бөтмәҫ борон уҡ үсегеп китеп ҡайтыр юлына сыҡты һәм башҡа күренмәне. Ошо йыйылышта Арыҫланбәк Урал аръяғы олоҫтары ғәскәри төркөмдәренә башлыҡ итеп һайланды. Уның тырышлығы арҡаһында 1663 йылдың яҙында ихтилал яңы көс менән ҡабат тоҡанып китте. Тағы ла Урал аръяғы башҡорттары беренсе булып сығыш яһаны. Режь йылғаһы буйындағы бер-нисә ауылды биләнеләр, аҙағыраҡ Арамыш биҫтәһенә һөжүм иттеләр, Невъян нығытмаһын ҡаманылар һәм бер -нисә көн һуғыш алып барҙылар.

Өфө воеводаһы исеменән яҙылған һуңғы хатты алғас та, ул, хәрби етәксе булараҡ, һуғышты туҡтатыу шарттарын һөйләшер өсөн Өфөгә үҙе барырға ниәтләне. Тәүҙә ауылға ҡайтып, ғаилә хәлдәрен белешеп, шунан башҡалаға юлланырға булды. Үҙе менән Янһарыны, Шәйхисламды алды. Өсөһө лә аттарға атланып, Баҡы ауылы яғына юл тоттолар. Иртәгәһе көнө күҙ бәйләнеүгә йәйләүгә барып еттеләр. Арыҫланбәктең ғаиләһе ниндәйҙер йөмөш менән ауылға ҡайтҡан булып сыҡты, шунда ашыҡтылар.

Ауыл ҡараңғылыҡҡа сумған. “Шылт” иткән тауыш та ишетелмәй. Күпселек халыҡ йәйләүҙә, шуға ауылда кеше йөрөү түгел, эттәр ҙә өрмәй.

Килеп еттеләр, ишек эстән бикле, тимәк ғаилә бында, йоҡларға ятҡандар, күрәһең, эстән бер - ниндәй яҡтылыҡ төшмәй. Арыҫланбәк, өйҙәгеләрҙе ҡурҡытмаҫ өсөн, ипләп кенә ишек шаҡыны:

- Гөлғәйшә! Был мин - Арыҫланбәк.

- Кем? Кем?

- Арыҫланбәк, тинем бит!

- Аһ-аһ! Өнөммө, төшөммө был! - тип ҡатыны илап ебәрҙе лә ишекте асты.

Ҡосаҡлаштылар.

- Мин һине әллә үлтереп ҡуйҙылармы икән, тип уйлай башлағайным. Хәбәр-хәтер юҡ, төштәр боларып алып китте, - тип ҡыуана-ҡыуана һөйләп алып китте ҡатыны, - былар кемдәр? Яуҙаштарыңмы?

- Эйе. Мине оҙатып йөрөйҙәр.

- Һаумыһығыҙ! Әйҙә инегеҙ! Үтегеҙ! Балаларҙы нишләйем. уятайыммы атаһы?

- Уят! Уят! Йоҡларға өлгөрөрҙәр. Беҙ бында иртәнсәккә тиклем генә булабыҙ. Артабанғы юл - Өфөгә.

Сыра тоҡандырып ебәрҙеләр, балаларҙы уяттылар һәм күстәнәскә тип килтергән аҙыҡ - түлекте өҫтәлгә һалып, ҡымыҙҙарын эсергә ултырҙылар. Малай менән ҡыҙыҡай аталарын ебәрмәҫтән ҡосаҡлап, тубыҡтарына менеп ултырып алдылар. Шатлыҡлы гәпләшеү, һөйләшеү башланды. Барыһының ла йоҡоһо осто.

Таң һарыһынан ике казачий эскадрон тауыш-тынһыҙ ғына ауылға килеп етте. Маҡсаттары: арттан килгән полкка юл асып барыу.

Ауыл ситендә туҡтанылар. Башҡаларын шул туҡтаған урынында ҡалдырып, ике төркөм казак, аттарынан төштөләр ҙә, ихаталарға инеп - сығып, тикшереү үткәрә башланылар. Эйәрле өс ат торған ихата шунда уҡ күҙгә ташланды. Эстә, сыра яҡтыһында, кеше шәүләләре күренә.

Тиҫтәләгән мылтыҡ тотҡан казак өйгә бәреп инделәр һәм иң тәүҙә ирҙәргә ташландылар. Өс азамат, ҡоралһыҙ көйө, һуңғы көстәренә тиклем йоҙроҡ менән үлгәнсе һуғыштылар. Бирелмәнеләр. Өс үле кәүҙәне күҙҙәренә ҡан баҫҡан казактар үтә сәнскеләнеләр. Үстәре ҡанманы, сәнсә-сәнсә теткеләп бөттөләр. Шунда уҡ бисара ҡатынды балалары менән бергә һуйып сығып киттеләр.

Батырҙар үлһә лә яу баҫылманы, улар урынына икенселәр баҫты. Ир-азаматтар һуңғы сиккә тиклем һуғышты. Властар һуғышты туҡтатырға һәм килешергә тәҡдим яһағанға күрә, ҡайһы бер урындарҙа алыштар ваҡытлыса тынып торған. Килешеү барышында башҡорт үҙенең законлы талаптарын ҡабул итергә рус хөкүмәтен мәжбүр иткән.

Ошо юҫыҡта бер документты өлгө итеп күрһәтеп китеү кәрәк булыр.

 

1663, февраль. Мәскәү. Казан һарайы Приказы.

Верхотур воеводаһы Д. И. Милославскийға.

 

Өфө олоҫо башҡорттарын яһаҡ йыйыусыларҙың

баш- баштаҡлығынан ҡурсылау тураһында

Күрһәтмә

...Беҙгә Верхотур өйәҙенән яһаҡлы башҡорттарҙың йөҙ башы Ишинбайка Ҡолошов Өфө олоҫонан булған иптәштәре менән килеп баш эйҙе. Әйттеләр: беҙ ҡаҙнаға йыл һайын кенәгә буйынса һуҫар менән теүәл оброк түләп барабыҙ. Ә ҡыш еттеме воеводалар Верхотурҙан өҫтәмә яһаҡ йыйырға уҡсылар ебәрәләр.Шул уҡсыларҙы беҙ үҙебеҙ күтәреп йөрөтәбеҙ. Сөнки сана юлы юҡ. Улар ҡыш буйы беҙҙең өйҙәрҙә йәшәп, беҙҙең иҫәпкә ашап - эсәләр.Беҙ һунарға китеүебеҙ була шул уҡсылар балаларыбыҙҙы туҡмайҙар, ҡатындарыбыҙҙы мәсхәрәләйҙәр,аҡса таптыралар.

Бындай баш - баштаҡлыҡты бөтөрөү зарур.

Нуғай юлы башҡорттары Мәскәүгә барып, 1664 йылдың башында ярлыҡаш алып ҡайтҡандан һуң, бында тулы тыныслыҡ урынлаша. Ләкин башҡа урындарҙа көрәш артабан да дауам итә.

Казан юлы башҡорттары, властарҙың күп тапҡыр саҡырыуҙарынан һуң, көрәште көҙ көнө туҡтата.

Ә Себер юлында көрәш 1665 йылдың ҡышында ла дауам итә. Ихтилалды туҡтатырҙай көс таба алмаған Тубыл воеводаһы башҡорттарҙан көрәште туҡтатыуҙы бер-нисә тапҡыр һораған һәм ташламалар вәғәҙә иткән. Һөйләшеү уртаҡ фекергә килеү менән тамамлана, шул арҡала был яҡтарҙа ла тыныслыҡ урынлаша.

Һөҙөмтәлә батша хөкүмәте башҡорттарҙың күп талаптарын үтәргә мәжбүр булған. Уларҙың аһ-зарына ҡолаҡ һалып, Өфө воеводаһын алмаштырғандар. А. Волконский урынына Сомов тәғәйенләнгән. Хөкүмәт башҡорттарҙың ергә аҫабалыҡ хоҡуғын рәсми рәүештә раҫлаған. Яңы воеводаға башҡорттарҙың ер мәсьәләһендәге шикәйәтәрен ҡарарға һәм уларҙың дәғүәләрен ҡәнәғәтләндерергә ҡушылған. Властар шулай уҡ яһаҡ йыйғанда баш - баштаҡлыҡҡа юл ҡуймаҫҡа вәғәҙә иткәндәр.

 

* * *

Эйе, бөтә урында, халыҡты ҡыуандырған тыныслыҡ урынлашты Ләкин Баймаҡ старшинаның йөрәге тыныс түгел. Яусылар төркөм-төркөм булып ҡайта башланылар, ә уның улы - Аҙнағоло һаман юҡ, шуға йөрәге һыҙлай. Нуғай юлы башҡорттары алышты ҡыш уҡ туҡтатты, күптәр ҡайтты, Хатта кем ҡайҙа шаһит булып ҡуйған - улары ла билдәле булды. Ә Аҙнағолдан бер хәбәр - хәтер ҙә юҡ. Нишләп улай ул? Үлеме, тереме, әллә яралы килеш ҡайҙандыр ҡайта алмай ятамы? Һорауҙар күп - яуабы юҡ! Белә тороп улын үҙе үлем ҡосағына ебәрҙе. Ебәрмәй тағы булмай бит! Һәр старшина балаларын яуға ебәрмәй ҡалдырһа - кем ил өсөн йөрөргә тейеш? Бәлки бер көн ҡайтып та төшөр, өмөтһөҙ - шайтан. Ул ваҡытта яҡты донъяға рәнйемәйенсә генә тыныс күңел менән мәңгелек иленә китергә булыр ине.

Быйыл Баймаҡ старшина йәйләүгә күсмәне, һирәк-һаяҡ ҡына барып әйләнеп китә. Өлкән улы Бәҙретдин дә ғаиләһе менән бында - утарҙа, тимерлектә эшләү өсөн бында ҡалды ул. Тимерлектең ҡайҙа икәнен күптәр белмәй - шулай кәрәк. Ә ул утарҙан ҡырҙараҡ - Хәфиз шишмәһе буйында, әрәмәлектә. Баш күтәреүселәрҙең вәкилдәре айына бер-ике килеп, әҙерләнгән һуғыш ҡоралдарын алып китеп торалар. Бәҙретдингә тағы бер ярҙамсы яңыраҡ өҫтәлде. Ҡорал артынан килгән яусылар яралы бер егетте дауаланырға, тип ҡалдырып киттеләр. Һул ҡулы яралы, яурын эргәһендәге һум итте ҡылыс менән үтә сәскәндәр. Дәүербәк Аҡбулатов тинеләр. Шымсы -фәләндәрҙән һаҡ булыр өсөн, егет бында Аҡбулатҡа әйләнеп торҙо. Старшина уны үҙ өйөнә ҡабул итте, барыбер бер үҙе тора, һауыҡҡансы иптәш булып йөрөр! Ләкин Дәүербәк-Аҡбулат тиктормаҫ булып сыҡты, килгән ыңғайы Бәҙретдин менән дуҫлашып, шуның яҡын ярҙамсыһына әйләнеп алды, Тимерлектән сыҡмай, ике-өс көнгә бер күренә лә - шунда юғала.

Тышҡа сыҡты ла әллә ҡасан уҡ киптерергә элеп ҡуйған ағастан балта һабы сапҡыслай башланы. Ҡараһа: Бәҙретдин менән Аҡбулат яҡынлашып килә. Күрештеләр.

- Атай, кәйефтәр нисек? - тип һүҙ башланы Бәҙретдин,- бер үҙеңә күңелһеҙ түгелме? Йә беҙгә барып торорға ризалашмайһың.

- Бала-саға араһында ҡаңғырыҡ күп була, шуға бармайым. Бында ла мин бер үҙем икән тип уйламайым, уйҙарым менән парлашып йәшәп ятам. Ҡара әле, Бәҙретдин! Мин һиңә әллә ҡасан уҡ старшиналыҡты ал, тип әйттем. Яу бөтһөн әле тип ризалашманың! Хәҙер яу бөттө. Иртәгә үк ошо өй алдына аҡһаҡалдарҙы йый! Төш мәленә килеп етһендәр. Баяғы мәсьәләне хәл итеп ҡуяйыҡ әле.

- Ярай, атай, ярай. Аҡһаҡалдарға берә егетте ебәреп әйттерермен.

- Писарҙы ебәр! Йөрөп сыҡһын, шунан миңә инеп китһен!

- Ярай, әйтермен, атай, борсолма бер үк!

Баймаҡ Дәүербәк яғына боролдо:

- Шунан, Аҡбулат улым, йүнәлеп буламы? Ҡул нисек?

- Ҡулым йүнәлеп бөттө инде, элеккесә һәйбәт йөрөй башланы.

- Улай булһа - тиҙҙән беҙҙе ташлап китеп тә барырһың әле.

- Әллә нисек булыр, ул турала уйланған юҡ әле, Баймаҡ олатай.

- Атай! Өйгә инәйек әле, әйтәһе һүҙ бар! - Бәҙретдин моңһоу ҡарашын атаһына йүнәлтте.

- Бәй, һүҙҙе бында әйтеп булмаймы ни? Әллә Аҙнағол...

- Эйе! Ауыр тупрағы еңел булһын! - Бәҙретдиндең сикәһе буйлап йәштәр тәгәрәп китте.

- Ай әттәгенәһе! Үлеме ни сәбәптән? - Старшина аптыраулы ҡарашын улына төбәне.

- Пуля тейгән. Күп ҡан юғалтҡан, шуға бер-нисек тә ярҙам итә алмағандар.

- Кем әйтте?

- Бөгөн иртәнсәк ике сапҡын килеп китте. Һиңә инергә баҙнат итмәнеләр - миңә әйттеләр.

Өйгә инеп доға ҡылдылар, аяттар уҡынылар.

,“Ҡара хәбәр” алғандан һуң Баймаҡ старшинаның ике ҡанаты ла һынған һымаҡ булды. Үҙенә урын таба алманы, күҙ алдары ҡараңғыланды, хәле бөттө. Түшәк тартып ятырға тура килде.

Иртәгәһе көнө аҡһаҡалдар йыйылып, Бәҙретдинде старшина итеп һайланылар. Баймаҡ ҡарт ауырып китеү сәбәпле аҡһаҡалдар ҡоронда ҡатнаша алманы. Шул ятыуҙан мандый алманы, аҙна үтеүгә гүр эйәһе булып ҡуйҙы.

 

Бүлек

Дәүербәк юлға сыға

Бөтә Башҡортостанды, Себер киңлектәрен, Уса, Казан юлдарын ялмап алған һәм дер һелкеткән башҡорт яуының тамамланыуы Дәүербәк Аҡбулатовты төрлөуйҙар тулҡынына ташланы. Баймаҡ яғын үҙ итте ул, кешеләрен яратты, улар менән уртаҡ тел тапты. Икенсе яҡтан, тыуған төйәгенә ҡайтыу уйы һәм теләге мейеһен күберәк быраулай башланы.

Ул хәҙер элекке кеүек, күп ҡан юғатып саҡ атлап йөрөгән яралы байғош түгел, ә тулыһынса һау, бынамын тигән егермене уҙған дәү батыр егет. Дауаланыу осоронда Баймаҡ утарында көн итте ул. Баймаҡ старшинаға эйәләште. Уның улы Бәҙретдин менән ныҡ дуҫлашыуы арҡаһында, уға эйәреп, Хәфиз шишмәһе буйында урынлашҡан тимерлектә көн уҙғарҙы, тимерселәргә ярҙам итте, күберәк шунда ҡунды. Ощо тирәләге кешеләр менән ҡатнашып, хәленән килгән эштәрҙе эшләшеп йөрөй торғас, бөтәһенең дә тиерлек танышына әйләнде. Уны күрһәләр:,, Аҡбулат батыр “ килә, тиҙәр, әллә ҡайҙан ҡул биреп ололап торалар. Нишләптер Дәүербәк тип атамайҙар, атаһының исеме менән күберәк өндәшәләр.

Ниндәй батыр батыр булһын инде ул. Бөтәһе өс алышта ҡатнашты, шуның менән вәссәләм. Беренсе тапҡыр һөжүмгә барғанда, алыш башланмаҫ борон уҡ, ныҡ ҡурҡҡайны. Атҡа менеп ултырҙы, ҡулына ҡылыс алды, ә тубыҡтар ҡалтырай. Бөтә уйлағаны: ҡалтырап төшкәнде эргәләгеләр һиҙмәһә ярар ине, тигән уйы. Төркөм ыңғайына алға елде, нимәлер ҡысҡырҙы, һалдаттар араһына барып инеп, ҡылыс һуғышында ҡатнашты, кемгәлер ынтылып һелтәнде, өйөрөлдө, әйләнде. Алыш тамамланғандан һуң уйлаһа - бер нәмәлә иҫтә ҡалмаған. Оят бит! Шулай ҙа үҙ - үҙен, ҡурҡыуын еңде. Артабанғы алыштарҙа батырланып алды ул, ҡылысты дөрөҫ тоторға, ат менән идара итеүҙе бер ҡуллап башҡарырға өйрәнде. Алыш ваҡытында тәүҙә ҡарап ала, ҡайҙа дошмандар егеттәрҙе дөрөп алып бара - шунда ташлана. Һуңғы алышта ҡаршы килгән казак Дәүербәкте тәүҙәрәк сәнсеп өлгөрҙө, беләк буйлап ҡан китте. Ул дә шул ыңғайы тегенең башына сапты. Казактың кәпәсе ысҡынып осҡанын күреп ҡалды ул, тик хәле бөтә башланы, күҙ алды ҡараңғыланды...

Аты, үҙе белеп, иҫһеҙ хужаһын яу яланынан алып сыҡҡан. Шул арҡала тере ҡалды яусы. Казактың кәпәсе баш менән бергә тәгәрәнеме, әллә бер үҙе генә ысҡынып төштөмө - шуны хәҙер ҙә белә алмай интегә.

Яраланғандан һуң, дауаланыр өсөн, һуғыш бармаған яҡҡа, Таналыҡ буйына шылдырҙылар уны. Бына шулай килеп эләкте ул бөтөнләй уйламаған, күрмәгән - белмәгән яҡҡа. Бында бик тиҙ үҙ кешеһенә әйләнде ул. Баймаҡтарҙың киң күңелле, ҡунаҡсыл икәнен үҙ күҙе менән күреп инанды.

Олоғара сере бар уның: тәүге көндәрҙә, хәлһеҙ ваҡытында Бәҙретдиндең өлкән ҡыҙы Әминә уны ҡараны, тәрбиәләне. Дуҫлашып киттеләр, дуҫлыҡ мөхәббәткә әйләнде.

Әминә өсөн Дәүербәк - әкиәт батыры, буй етмәҫлек баһадир. Әллә ҡайҙарҙан, Ҡаф тауҙары артынан килгән ҡаһарман кеүек күрә уны. Бәлки, Хоҙай Тәғәлә уны бәхетле итер өсөн ошо батырҙы уның менән осраштырғандыр.

Былтыр йәй башланды был дуҫлыҡ. Баймаҡ старшинаның өйөндә ятҡан хәлһеҙ егетте Әминә үҙ тәрбиәһенә алды: үҙе белгәнсе тәрбиәләне. Яраһын юл япрағы менән ҡапланы, дегәнәк япрағын уратып бәйләне. Бер туҡтауһыҙ тауыҡ һурпаһы, ҡымыҙ, ҡорот ташыны, айырым күмәс бешерҙе. Бәлки, был өндәшмәҫ ҡыҙҙың күңел йылыһы иң ҙур дауа булғандыр - егет тиҙ арала йүнәлә башланы, ҡулы һыҙлауҙан туҡтаны, ашап алып китте.

Ни ғәжәптер: Әминә оҙағыраҡ килмәй торһа - һағына башланы бит! Бына ғына ун алтыһы тулып үткән ҡыҙыҡайҙың килеп күренеүе була, бөтә бүлмә нурға тула, күңелгә йылы инеп китә, бар донъяһы онотолоп тора. Быға тиклем берәү ҙә была итеп еренә еткереп ҡурсылағаны юҡ ине әле уны.

Дәүербәк бөтә күңеле менән бына ошо ҡыҙҙы ярата башланы, бар булмышы яҡын күрә был Бөрйән ырыуы ҡыҙын. Йәшәү мәғәнәһе Әминәһеҙ булмаҫ һымаҡ тойола уға.

Әминә үҙе лә Дәүербәккә тартылып, һырылып бара. Һүҙҙәре килешә: нимә тураһында һөйләшһәләр ҙә - уртаҡ тел табалар, юҡтан ҡыҙыҡ табып көлөшәләр, шаярышып - баҫтырышып алалар.

Бөтәһе лә һәйбәт кеүек, тик егеттең икеләнгән, йөрәгенә сүп кеүек ҡаҙалып торған уй-фекерҙәре бар: Әминә - хәлле кешеләрҙең ҡыҙы, тиҫтә-тиҫтә һыйыр малы тоталар, өйөр-өйөр аттары Ирәндек буйын иңләй. Етеш йәшәйҙәр, тырышып эшләйҙәр.

Нисек кенә әйләндерһәң дә, уның ата-әсәһе ярлыраҡ йәшәй. Мал - тыуарҙары бар, әлбиттә: ике һыйыр, бер ат һәм бейә тоталар, игенселек менән шөғөлләнәләр, тик бай йәшәйҙәр тип әйтеп булмай.

Ғаиләлә ике генә малай үҫтеләр, сөнки уларҙан һуң тыуған өс ҡыҙ бала оҙаҡ йәшәмәй гүр эйәһе булып ҡуйҙылар.

Ғәүер Аҡбулатов, тулы исеме Ғәүербәк, уның бер туған ағаһы. Кәләш алып, өй һалып айырым донъя көтә ине. Уса юлында ихтилал башланыуын ишеткәс тә, бер - нисә тиҫтә уҡсынан торған төркөм йыйып алып, үҙ яғында баш күтәрҙе. Өфө менән Бөрө йылғалары араһында хәрәкәт итә, тинеләр. Улар көн иткән ауыл - Ҡармасан, борондан ата-олаталарының төйәге булған.

Үҙенең тыуған яҡтарына ҡайтҡыһы килә уның. Әминәне ҡуша алып ҡайтырға иҫәбе бар ҙа ул, тик ҡыҙын ситкә, күрмәгән - белмәгән яҡҡа кейәүгә бирергә Бәҙретдин ағай риза булырмы икән? Бәҙретдиндең ҡатыны Әминә еңгәйҙән ипһенмәй Дәүербәк. Ул ҡыҙы менән серҙәш, бөтәһен дә белеп йөрөй, ләкин ҡаршы булғаны әлегә һиҙелгәне юҡ.

Йылы ғына көндәрҙең береһендә, Әминә менән Ирәндек итәгенә менеп, иркенләп һөйләшеп ултырҙылар. Ҡыҙыҡай тауға үрләргә саҡ риза булды, кеше күҙенән һәм һүҙенән ипһенә ул.

Бына шунда беренсе тапҡыр Әминәне ҡосаҡлап алырға ынтылды, тегенеһе - ҡаса ла китә, ҡаса ла китә.

Дәүербәк ошонда уй - фекерҙәрен Әминәгә асып һалды, кәңәшләшергә уйланы, яратыуын еткерҙе:

- Әминә!

- Әү!

- Мин һине шундай яратам, яҡын күрәм! Шуныһы һиҙәһеңме?

- Әлләсе, аңғарғаным юҡ бер ҙә.

- Ә һин мине яратаһыңмы?

- Әйтмәйем әлегә, оят була.

- Әминә, Мин һине үҙебеҙгә алып ҡайтам! Бараһыңмы? Ризаһыңмы?

- Әлләсе. Атайымдан һора.

- Һинең менән асыҡтан - асыҡ һөйләшеп булмай, әллә лә әллә! Үҙең ҡаршы түгелһеңме? Дөрөҫөн әйт! Уйыңды белгем килә.

- Мин ҡаршы түгел! Тик тыуған яғыңды бер ҙә күҙ алдына килтерә алмайым. Ҡар-ма-сан! Ҡыҙыҡ исем икән! Ундайҙы ишеткәнем юҡ ине. Нимәне аңлата ул? Әйт әле.

- Кеше исемен аңлата ул. Атайым, тарихыбыҙ аяҡ аҫты тулы, тип әйтә торғайны. Боронғо-о-о ваҡытта Урта Азия әмире менән Нуғай урҙаһы ханы Тухтамыш араһында һуғыш була. Башҡорттар Тухтамыш хан ҡулы аҫтында ғүмер иткәндәр. Ҡондоҙло йылғаһы буйындағы хәл иткес һуғышта Тухтамыш еңелә. Шул һуғыштарҙа Ялыҡбай тигән берәү Сәрмәсән һәм Ҡармасан исемле улдары менән Аҡһаҡ Тимергә ҡаршы көрәштә ҡатнаша. Алыштарҙың береһендә, һуңғы көсө ҡалғансы һуғышып, өсөһө лә батырҙарса һәләк булалар. Ҡармасан батыр хөрмәтенә бер йылға һәм беҙҙең ауыл атала башлай. Икенсе йылғаға Сәрмәсән исеме бирәләр. Ярай, быларҙы аҙаҡтан киңерәк итеп һөйләрмен.

Әминә! Атайыңа барып, һинең ҡулыңды һорарға уйлайым. Һинән ризалыҡ һораһалар, ризамын тип әйт, йәме!

- Ярай.

Апрель аҙағы.

Көн үҙәгендә ҡояш тау биттәрен ярайһы ғына йылытып өлгөрһә лә, Ирәндек буйлап иҫкән һалҡынса ел тәнгә үтеп тора. Ике йәш йөрәк, бер-береһенә һыйынып, арыуыҡ ваҡыт һөйләшеп ултырҙылар, буласаҡ тормоштарын күҙаллап ҡаранылар. Ул икәү өсөн донъя ағымы туҡтаны, хатта ел дә тынды. Икеһе лә үҙҙәрен бәхетле тойҙолар. Нәмә һуң ул бәхет? Бәлки ике йәштең бер- береһен аңлап, күңелдәренең бер бөтөн булып ҡушылыуылыр? Бәлки йәш һәм һау булыуҙалыр? Бәлки ҡартайып барып донъяны тәрәнерәк аңлауҙалыр? Йәш саҡта хистәр урғылыуы бар донъяны йәмләй, илаһи көс өҫтәй! Мөхәббәт тыуа. Нәмә һуң ул мөхәббәт? Яҡын күргән, яратҡан кешең өсөн үҙеңде ҡорбан итеүме? Әллә бергә булыуҙан ләззәт алыумы? Бәлки хыял менән ысынбарлыҡтың бергә ҡушылыуылыр? Кем белә инде?

Мөхәббәттән башы әйләнгән егет, башҡорт ғәҙәте буйынса, тәүҙә яусы ебәреү тураһында уйлап та бирмәй туп - тура Бәҙретдиндәрҙең өйөнә йүнәлде. Тулҡынланыуҙан тубыҡтары ҡалтыраны. Ишек төбөндә туҡтап, ҡайһылай итеп һүҙ башларға икән, тип баш ватты.

Ишек асылып китте. Унан самауыр тотҡан хужабикә күренде.

- Аһ-аһ! Дәүербәк, нишләп өйгә инмәй бында тораһың? Йомошоң булһа - Бәҙретдин ағайың өйҙә, - тип йылмайҙы ла таплыҡҡа ҡарай үтеп китте.

Дәүербәк, тағы берәр ботҡа ауырайғандай аяҡтарын һөйрәп, эскә үтте. Бәҙриөйҙәине. Уты янған сыуал алдына эйәр йүнәтеп ултыра.

- Әссәләмәғәләйкүм, Бәҙретдин ағай! Эшең уң булһын!

- Вәғәләйкүмәссәләм, ҡустым! Әйткәнең фәрештәнең “амин” тигән ваҡытына тура килһен! - Күрештеләр, биттәрен һыйпап алдылар. - Үт, әйҙә! Ана, урындыҡҡа ултыр! Йә, ни эш бөтөрөп йәрәйһөң, Дәүербәк ҡустым? Бындағылар һине Аҡбулат батыр, тип исемләп алдылар бит әле! Беләһеңдер!

Дәүербәк Әминәгә ҡағылышлы һүҙҙе башлап ебәрә алмай интекте. Аптырағас, ни әйтергә белмәй, һүҙҙе бөтөнләй икенсе юҫыҡта башланы:

- Бәҙретдин ағай! Мин ҡайтырға йыйындым бит әле.

- Ну, йыйынғас - бик һәйбәт. Һине бында берәү ҙә көсләп тотмай. Боларыштар, Аллаға шөкөр, бөтөп тора. Һауыҡтың - башҡа һиңә ни кәрәк! Минеңсә, аҫыл ир-егеттәр үҙ иленә, үҙ еренә күберәк файҙа килтерергә тейеш, сөнки тыуған ерҙән дә изге башҡа бер нәмә лә юҡ, үҙең беләһең. Әлбиттә, беҙҙең тимерлеккә һинең һымаҡ тырыш кеше кәрәк ине лә ул, шулай ҙа “ҡал” тип әйтергә тел әйләнмәй бит әле... Ҡасан юлға сығырға уйлайһың?

Өйҙөң хужабикәһе Бану елпелдәтә баҫып килеп инде, һоҫҡоға усаҡтан тере күмер һала башланы.

- Бөгөн - иртән сығырға торам. Тағы нейҙе әйтәйем тигәйнем.

- Ну,әйт! Юлға аҙыҡ кәрәкме, аҡсамы - бер-ниндәй һүҙ юҡ.

- Әминәнең ҡулын һорайым тигәйнем.

- Әминәнең туны һиңә нимәгә кәрәк булды? - Бәҙретдин Дәүербәктең һүҙҙәрен ишетмәйерәк ҡалды, шикелле, ана, минән йылы кейем алырһың!

Хужабикә пырхылдап көлөп ебәрҙе:

- Тунын түгел - ҡулын! Ҡыҙыңды һората, үҙе яусы булып килгән.

- Ай, әттәгенәһе! Аңланым хәҙер, аңланым. Ултыр әле, Бану. Һүң Дәүербәк ҡайтырға йөрөй түгелме? Шунан нисек килеп сыға инде ул?

- Бергә алып китергә иҫәп тота бит! - тип яуапланы Бану.

- Һин быларҙы белеп йөрөнөңмө әллә?

- Белмәнем, һиҙендем.

Бәҙретдин бисәһенә күҙҙәрен текләп оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо.

- Юҡ! Юҡ! Улай булмай. Һин, ҡустым Дәүербәк, ҡайтырға уйлағас - ҡайтып кил! Шунан ҡарарбыҙ. Ә Әминә үҙе һиңә кейәүгә сығырға ризамы һуң?

- Риза, - тип ҡысҡырып уҡ яуап бирҙе Дәүербәк.

Тынлыҡ урынлашты.

- Ярай, уйлашырбыҙ, кәңәшләшеп алырбыҙ, бындай эште тота килеп хәл итеп булмай.Әгәр ҡыҙым ризалыҡ бирһә - мин ҡаршы булмаясаҡмын.

Шундай ҡарарға килделәр: Дәүербәк үҙ яғына ҡайтып килә, шунан һуң ғына никах һәм туй тантанаһы үтер.

Дәүербәк юлға бер көн буйы әҙерләнде. Эйәр-өпсөнөн, йүгәнен рәтләне. Атын ағас тараҡ менән тарап йыуҙы. Хәнйәрҙән башҡа ҡоралын юлға алмаҫҡа булды. Оло юлдарға ҡарауылдар ҡуйып бөткәндәр. Һөңгө һәм ҡылыс менән ҡоралланғандарҙы тоталар, ҡулға алалар, хатта бер-ниһеҙ башҡорт булғаның өсөн генә атып китеүҙәре лә бар, тиҙәр.

Кейем-һалымын бер тоҡҡа, аҙыҡтарын икенсе тоҡҡа тултырып, ҡуша бәйләп атҡа артмаҡлатты. Көн һалҡынайып китһә - кәрәк булыр, тип өр-яңы төлкө кәпәсен һалып ҡуйҙы.

Баймаҡ мәрхүмдең етеһен үткәргәндең иртәгәһе көнө, ҡояш күтәрелмәҫ борон, юлға сыҡты егет.

Бөтә ерҙе йәшеллек ҡаплап өлгөргән. Урал тауҙары итәген умырзаялар ҡаплаған. Салт ҡояш алтын нурҙарын мул итеп һибә. Күндәм ат бер тигеҙ юртыуын дауам итте. Дәүербәк ауыдарға һуғылмай төндәрен урманда йоҡлап үткәрҙе, ат юшағанда серем итте. Һаҡмарҙы, Ағиҙелде, Ашҡаҙарҙы аша сыҡты.Урал тауын артылып төштө, ялан -урмандар үтте. Өфөгә һуғылып торманы - тура тартты. Шулай итеп, бишенсе көн тигәндә, юлсы тыуған ауылына яҡынлашты.

Ауыл һыбайлыны тулы тынлыҡ менән ҡаршыланы. Ул, бер аҙ үҙенең тыуып үҫкән еренә ҡарап, бер килке танымай торҙо. Был ни ғәләмәт? Ҡармасанға ни булған? Ҡайҙа өйҙәр?

Бәй! Урам юҡ! Уның урынына арҡыс- торҡос ятҡан ҡара бүрәнәләр, торонбаштар, таҡта киҫәктәре, башҡа ҡый тулып ята. Был яҡтағы урам тулыһынса янып бөткән, бер-ниндәй тереклек күренмәй. Дәүербәк үҙҙәренең өй урынын тапты. Атынан төштө. Туҙып ятҡан нигеҙ таштарына, ҡарайып, саң баҫып ятҡан бүрәнәләргә күҙ ташлап, оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо. Ултырҙы. Ни уйларға белмәй кире торҙо, артабанғы урамға күҙен төшөрҙө. Ул яҡҡа янғын барып етмәгәндер, күрәһең, бөтә урам элеккесә тора. Ағаһы Ғәүербәктең өйө шул урамда. Шул яҡҡа борҙо Дәүербәк атының башын. Ана-а, ағаһының өйө, Аллаға шөкөр, имен-һау тора. Йөрәкһенеп килеп етте, атынан төштө, ҡапҡаны асып эскә инде. Ихатала еңгәһе утын ярып тора. Урам эсендәге ҡаҙанда һыу ҡайнап ултыра.

Еңгәһе эшенән туҡтап, инеп килгән кешене танымай оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо. Таный бирҙе, ҡәйнеше икәненә инанды һәм йүгереп килеп ҡосаҡлап, шунда уҡ үк&#





Поделиться с друзьями:


Дата добавления: 2017-02-24; Мы поможем в написании ваших работ!; просмотров: 494 | Нарушение авторских прав


Поиск на сайте:

Лучшие изречения:

80% успеха - это появиться в нужном месте в нужное время. © Вуди Аллен
==> читать все изречения...

599 - | 584 -


© 2015-2024 lektsii.org - Контакты - Последнее добавление

Ген: 0.011 с.