Байконур яҙмышы
Ара көтөүсе тураһында легенда
Уйлап ҡараһаң, был космодром хаҡында бөтәһе лә билгеле, тиерлек. Ә шулай ҙа ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр, легендалар, хәтирәләр бар. Шуларҙың береһе — Ҡара көтөүсе хаҡында. Ҡаҙаҡ ғалимдары фекеренсә, был легенданың барлыҡҡа килеүенә ун быуаттан да артыҡ, ул ошо ерҙәрҙә күсенеп йөрөгән төрки ҡәүемдәр араһында тыуған.
Йәнәһе, Ҡара көтөүсе, йәш быҙауҙар тиреһенән ҙур бер шар һымаҡ нәмә теккән дә, дошмандар яҡынлаша башлағас, оло һауытҡа дөйә майы менән бергә ҡыҙҙырылған таш тултырып, һауаға осороп ебәргән. Байтаҡ ваҡыт үткәс, шар ергә әйләнеп ҡайта. Ҡыҙҙырылған таштар, дөйә майы ергә ҡойолоп, дошмандарҙы пыран-заран килтерә, өтөп-яндырып, тар-мар итә. Тере ҡалғандары, был Аллаһы Тәғәләнең ҡарғышылыр, тип ҡурҡыштарынан төрлө яҡҡа тырым-тырағай ҡасып китә. Легенда буйынса, ҡыҙҙырылған таштар төшкән урында бер нәмә лә үҫмәгән, хайуандар ҙа йәшәй алмаған.
Ни өсөн ҡола далала һәм сүллектә космодром төҙөргә булғандар һуң?
Ғалимдар фекеренсә, әлеге биләмәлә экваторға ни тиклем яҡын булһа, ракетаның осоу ҡеүәте лә көслөрәк икән, сөнки ракетаның тиҙлегенә Ер әйләнешенең энергияһы ла ярҙам итә. Мәҫәлән, Байконурҙан осорған ракетаның тиҙлеге, Волгоград янындағы Капустин Яр полигонынан осорған ракетаға ҡарағанда, секундына 316 метрға тиҙерәк. Бәлки, ошо ерҙең Ҡара көтөүсе легендаһында ер кендеге —“Пуп земли” тип аталыуы ла юҡҡа түгелдер.
Космодромдың тыуған көнө
1955 йылдың 2 июнендә Генштаб директиваһы менән ғилми-тикшеренеү эштәрен башлап ебәрер өсөн полигондың структураһы – штаб төҙөлә. Бына ошо 2 июнь космодромдың тыуған көнө тип иҫәпләнә лә инде.
Тәүге төҙөүсе хәрби частар
Беренсе төҙөүсе хәрби частар (тәүге рота) лейтенант Игорь Денежкин етәкселегендә Тюра Там станцияһына 1955 йылдың 12 ғинуарында килеп етә. Артабан хәрби төҙөүселәр һаны ла бермә-бер арта.
Буласаҡ полигонда ҡыҙыу эш башлана. Мәҫәлән, Р-7 ракетаһын осорғанда уның ялҡынын ситкә сығарырға канал ҡаҙыр өсөн миллион кубометр грунтты алырға кәрәк була. Хәҙерге һымаҡ көслө экскаваторҙар юҡ, барыһы ла ҡул көсө менән эшләнә. Ҡыш көнө 40 градус һыуыҡ, йәйен 30 градус эҫелек. Шул ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, хәрби төҙөүселәр бөтә ҡыйынлыҡтарҙы еңеп, дәүләт тарафынан ҡуйылған бурысты үҙ ваҡытында атҡарып сыға.
Полигонда төҙөлөш эштәре менән тәжрибәле хәрби төҙөүсе, полковник Георгий Шубников етәкселек итә, һуңғы 10 йыл ул космодромды рекострукциялау буйынса ла (артабан генерал-полковник) ҙур эштәр башҡара. Эштең ни тиклем ҡыҙыулығын түбәндәге факттар ҙа һөйләй. Мәҫәлән, беренсе старттың ҡабул итеү комиссияһы 5 майҙа актҡа ҡул ҡуйып, старт майҙанын ҡабул итһә, 6 майҙа Р-7 ракетаһын был комплексҡа ултыртып та ҡуялар.
Тәүге уңыштар һәм юғалтыуҙар
1957 йылдың 27 авгусында Советтар Союзы бөтә донъяны таң ҡалдырып беренсе тапҡыр баллистик ракетаны уңышлы осороуға өлгәште. Һалҡын һуғыш осоронда оло еңеү ине был. Вашингтонда, йәшерен һәм ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Ер шарында тиңдәше булмаған космодромды нисек төҙөй алдылар икән, тип аптырашта ҡалалар.
Шуны ла әйтергә кәрәк, хатта Байконурҙы төҙөүсе кешеләр ҙә үҙҙәренең нимә төҙөгәндәрен белмәгән.
Үҙҙәренсә, оло бер стадион төҙөйбөҙ, тип уйлағандар. Ул саҡта ҡола далала был стадиондың кемгә һәм нимәгә кәрәклеге тураһындағы һорау төҙөүселәрҙең башына ла инеп сыҡмағандыр. Космодромды төҙөүселәр һуңыраҡ был эш өсөн хәрби наградалар тапшырылыуына ла аптырап ҡала. Ә бит уларға бик күп ауырлыҡтар кисерергә тура килә. Хатта ябай ғына йәшәү шарттары ла булмай. Кемдәр землянкала, кемдәр вагондарҙа, кемдәр һарыҡ ҡураларында йәшәй, төрлө ауырыуҙар (бигерәк тә гепатит һәм дизентерия) күп кешеләрҙең һәләк булыуына килтерә.
Байҡунырмы, Байҡуңырмы?
Полигон ни өсөн Байконур исемен йөрөтә һуң? Уның тарихы былай. Еҙҡаҙған өлкәһендә Байконур исемле йылға бар. Космодромдан яҡынса 450 саҡрым алыҫлыҡта. Сит ил разведкалары белмәһен өсөн космодромға ошо исемде бирәләр ҙә инде. Байконур исемен ике төрлө аңлаталар. Беренсеһе — Бай ҡуңыр, йәки ҡоңғорт дала. Икенсе аңлатмаһы — Бай ҡуныр. Йәнәһе, ошо йылға буйы бер бик бай ҡаҙаҡтың йәйләп йөрөгәндә ҡунып йөрөй торған урыны булған. Быны мин унда йәшәгән ҡаҙаҡтарҙан ишеттем.
***
Байконур – Ер шарында иң беренсе һәм иң ҙур космодром. Унан төрлө ракеталарҙы “күккә сөйөргә” мөмкин. Рәсәйҙәге өс космодромдың иң ҙуры булараҡ, космонавтарҙы тик Байконурҙан ғына осора алалар. Байконур ҡалаһы (элекке Ленинск) Һары даръя йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан. Был ҡала һәм космодром 2050 йылға тиклем Ҡаҙағстандан ҡуртымға алынған. Аренда осоронда Байконур һәм космодром федераль статусындағы ҡала иҫәпләнә, ләкин ул Рәсәй субъекты түгел.
Ҡаҙағстан юрисдикцияһында — “Байконыр” таможняһы, аэропорт һәм эске эштәр идаралығы.
Байконур космодромынан иң беренсе Ер юлдашы һәм кеше — “Восток”, ”Восход”, ”Союз” ракеталары, орбита станцияларынан — “Салют”, Мир” сериялары, күп ҡулланмалы “Энергия – Буран”, планета-ара космос аппараттары, старт майҙандарынан 1200-ҙән артыҡ космос ракетаһы, 2000-дән артыҡ континенталь-ара баллистик ракета, 1500-ҙән артыҡ хәрби һәм ғилми тикшеренеү, коммерция космос аппараттары осоролдо.
Байконур, Мыс Канаверал (АҠШ) Һәм Цзюцюан (Ҡытай) – Ерҙә бары ошо 3 космодром ғына космонавтарҙы осорорға яраҡлаштырылған тип иҫәпләнә.
Иң беренсе осоролған континенталь-ара баллистик ракета – Р-7. Ул академик С. П. Королев етәкселендәге конструкторҙар бюроһы тарафынан эшләнгән.
1957 йылдың 4 октябрендә орбитаға беренсе Ер юлдашы сығарылды, ә инде 1961 йылдың 12 апрелендә “Восток” карабында космонавт Юрий Гагарин — тәү тапҡыр, артабан Борис Титов, Валентина Терешкова һ. б. (улар инде бик күптәр) Йыһан киңлектәрен яуланы. Һәм радио аша төрлө телдәрҙә бөтә Ер шарына “Впервые в мире” һүҙҙәре яңғыраны. СССР иленең оло еңеүе ине был.
Фажиғәләр
1960 йылдың 24 октябре. Ул көндө конструктор М. К. Янгель конструкцияһы буйынса эшләнгән континенталь-ара баллистик Р-16 ракетаһына һынау үткәргәндә оло фажиғәгә тарыйҙар. Яғыулыҡ менән тәьмин ителгән ракетала электрика буйынса һынау үткәргәндә, ракетаның 2-се баҫҡыс двигателе тоҡанып китә. Һөҙөмтәлә янғын башлана һәм ракета шартлай. Яғыулыҡтың зарарлы парҙарынан 76 хәрби һәм космос өлкәһендә эшләгән күп кенә профессионалдар һәләк була. Улар араһында шулай уҡ РВСН-дың (Ракетные войска стратегического назначения) Башкомандующийы, артиллерияның Баш маршалы Митрофан Иванович Неделин бар.
Катастрофа тураһында Совет матбуғатында башта бер ниндәй ҙә хәбәр булмай, тик бер аҙнанан һуң ғына «Маршал Неделин авиакатастрофала һәләк булды» тигән мәғлүмәт бирелә. Теүәл өс йылдан һуң, шул уҡ көндө тағы бер фажиғә... Унда ла күп кенә кешеләрҙең ғүмере өҙөлә. Шунан бирле 24 октябрь космосҡа караптар осороу тыйыла. Был көн иһә Һәләк булыусылар көнө тип иҫкә алына. Һуңыраҡ һәләк булғандарға аллея һәм һәйкәл һалынды. Унда һәр береһенең исем фамилияһы яҙылған, ә Маршал Неделин һәм профессор Янгелгә айырым таш һындар бар.