Лекции.Орг


Поиск:




Категории:

Астрономия
Биология
География
Другие языки
Интернет
Информатика
История
Культура
Литература
Логика
Математика
Медицина
Механика
Охрана труда
Педагогика
Политика
Право
Психология
Религия
Риторика
Социология
Спорт
Строительство
Технология
Транспорт
Физика
Философия
Финансы
Химия
Экология
Экономика
Электроника

 

 

 

 


Икәүләшеп бер китапҡа текләп Зирәкбикә менән Белмәҫбикә сыға.




Белмәҫбикә менән Зирәкбикә сәхнәгә сыға.

Белмәҫбикә. Эх, әхирәткәйем, бына шундай, э-э-э, теге, ней... бына шундай тылсымлы таяғым булһамы, беләһеңме мин нимә эшләр инем?

Зирәкбикә. Бәй, нимәгә ул һиңә таяҡ?

Белмәҫбикә. Уй ошоно... ябай таяҡ, тимәйем дәбаһа... Тылсымлы таяғым булһамы, мин үҙем теләгән бар нәмәне эшләр инем, үәт!

Зирәкбикә. Тапҡанһың хыялланыр нәмә – тылсымлы таяҡ юҡ ул, бары әкиәттә генә! Тылсымсылар ҙа уйҙырма ғына!

Белмәҫбикә. Нишләп булмаһын – бар!

Зирәкбикә. Юҡ!

Белмәҫбикә. Бар!.

Зирәкбикә. Юҡ!

Белмәҫбикә. Бар! Һин беләһеңме, мин беләмме?

Зирәкбикә. Белде ти... Юҡҡа ғына һине, Белмәҫбикә, тип йөрөтмәйҙәр бит!

Белмәҫбикә. Тиһәләрсе... Зирәкбикәмен, тигәс тә күпте белеп китәһең...

Зирәкбикә. Беләм шул, сәмең киләме әллә...

Белмәҫбикә. Ә Тылсымсыны һәм уның тылсымлы таяғын мин үҙем күрҙем, үәт!

Зирәкбикә. Ҡайҙа күрҙең?

Белмәҫбикә. Китапта!

Зирәкбикә. Китап уҡыған кеше тиерһең...

Белмәҫбикә. Уҡымаһасы... Һүрәттәрен гел ҡарайым мин. (Йүгереп барып китап ала).  Бына ул китап.

Зирәкбикә. Ҡана-ҡана... Мин белмәгән  ниндәй китап ул (Китаптың тышлығын уҡып ҡарай). “ Башҡортостан тарихы”... Үәт, әй, хәтәр китап бит был! (Китапты асып, беренсе битен уҡый)... “Башҡортостан – серле ил! Туғаным, “башҡорт” һүҙенең ҡайҙан килеп сыҡҡанын беләһеңме?” (Аптырап) Юҡсы-ы-ы... балалар, бәлки һеҙ ишеткәнегеҙ барҙыр был хаҡта, ә? Башҡорттар ҡайҙан барлыҡҡа килгән ул? (Яуаптар). Туҡта-туҡта, китап нимә, ти һуң? (Уҡый) “Башҡорт” һүҙе ҡайҙан килеп сыҡҡан?Борон-борон заманда беҙҙең ата-бабаларыбыҙ, өйөр-өйөр мал көтөп, һунар итеп, бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөгәндәр, ти. Бер ваҡыт улар юл башлаусы бүрегә эйәреп, бик матур туғайлы йылғаларға, урманға, еләк-емешкә, йәнлеккә бай ергә килеп сыҡҡандар. Ошо ергә килеп еткәс, баш бүре туҡтаған. Ырыу ҡарттары бергә йыйылып: “Беҙ ошонан да матур ерҙе тапмайбыҙ, бындай ер донъяла юҡ, ошонда ғүмер итәйек,”- тигәндәр. Шул ваҡыттан бирле ата-бабаларыбыҙ үҙҙәрен баш бүре артынан килгән кешеләр, йәғни “башҡорттар”, тип йөрөтөр булғандар. Борон бүрене “ҡорт” тип йөрөткәндәр. “Баш ҡорт артынан килеүсе халыҡ” тип әйтеү – “ баш бүре артынан килеүсе” тигәнгә тиң. “Башҡорт” һүҙҙе бына ошонан килеп сыҡҡан...”

Белмәҫбикә. Ҡыҙы-ы-ыҡ, эйеме, дуҫтарым? Йә, артабан уҡы әле, тиҙерәк вис белге килә?

Зирәкбикә (Уҡый).

Сабый саҡтан күкрәгемә
Тамыр йәйгән гөлгенәм.
Һулыш биргән, тормош биргән
Әсәйемдәй бергенәм.
Башҡортостан – илгенәм,
Гөлдәр менән тиңгенәм.
Тамыр йәйгән гөлгенәм,
Башҡортостан – илгенәм.

Эй, матур итеп яҙғандар... Балалар, ә һеҙ яратаһығыҙмы Башҡортостанды? (Яуаптар). Шулай, Башҡортостанды яратмау мөмкин түгел...

Белмәҫбикә. Мин дә үлеп яратам ул тыуған еремде. Уның тауҙары, йылғалары, урман-ҡырҙары хас та әкиәт илендәге кеүек бит, эйеме?

Зирәкбикә. Ә Башҡортостандың тыуған йылы һәм көнө ҡасан? Кем белә?

Белмәҫбикә. Кит, һантый... Тыуған йылы, көнө булырға, ул кешелер шул?

Зирәкбикә. Булмаһасы, һәр нәмәнең барлыҡҡа килгән көнө, йылы була... Йә, балалар, кем белә? (Яуаптар). Эйе, бына был китапта ла шулай тип яҙылған: “ 1919 йылдың мартында «Үҙәк Совет власының Башҡорт хөкүмәте менән Автономлы Совет Башҡортостаны тураһында килешеү» төҙөлә. 1919 йылдың 23 марты Башҡортостандың тыуған көнө итеп иғлан ителә...” Тимәк, быйыл беҙ Башҡортостандың ниндәй юбилейын билдәләйбеҙ инде? Дөрөҫ, 100 йыллыҡ юбилейын!

Белмәҫбикә. Ура-а-а, 100 йыл! Әхирәт, әйҙә шуның хөрмәтенә берәй концерт номеры бирәйек!

Зирәкбикә. Эйе шул, һеҙҙең өсөн...........................................

 

Концерт номеры.

Китап уҡый-уҡый Зирәкбикә инә.

Башҡортостан, һин –
Тыуған ергенәм,
Минең һөйөклөм,
Минең бергенәм.

Матур – ҡыҙҙары,
Батыр – улдары,
Бары яҡшыға
Тотҡан юлдары.

Лайыҡлы булып
Үҫеп етербеҙ,
Ватаныбыҙға
Хеҙмәт итербеҙ!

Дөрөҫ яҙғандар, шулаймы ҡыҙҙар-малайҙар? Әй, бая һорарға онотҡанмын, Башҡортостан ҡайҙа урынлашҡан? (Яуаптар). Тап шулай, Европа менән Азия сигендә, Урал тауҙары буйында урын алған республикабыҙ.

Белмәҫбикә сыға.

Белмәҫбикә. Беҙҙең Ирәндек тауҙары ла Башҡортостандасы...

Зирәкбикә (Көлөп). Эйе, әхирәт, Ирәндек, Ирәмәл, Торатау, Ҡырҡты һәм башҡа тауҙар ҙа Урал тау теҙмәләренә ҡарай. Ғөмүмән, Башҡортостаныбыҙҙа йылғалар, күлдәр, урмандар, мәмерйәләр, тауҙар, йәнлектәр, ҡоштар күп.

Белмәҫбикә. Иң бейек тау ҡайһыныһы икән?

Зирәкбикә. Ысынлап та! Йә балалар, Белмәҫбикә апайығыҙға ярҙам итеп ебәрәйек әле – кем әйтә: Башҡортостандағы ҡайһы тау иң бейеге? (Яуаптар)  Ә бына китапта, Белорет районында урынлашҡан Ямантау иң бейеге һанала, тиелгән.

Белмәҫбикә. Ирәмәл иң бейеге лә инде!

Зирәкбикә.  Юҡ, Белмәҫбикә, белеп ҡуй – Башҡортостанда иң бейек нөктә Ямантауҙа!

Белмәҫбикә. Эх, шул иң бейек нөктәгә менергә ине... Тирә-яҡ, бар Башҡортостан вис кенә күренеп торалыр инде унан... (Тау башынан тирә-яҡты ҡараған кеше булып ҡыланып ала).

Зирәкбикә. Күренде, ти һиңә бар Башҡортостан... Уның майҙаны күпме икәнлеген беләһеңме?

Белмәҫбикә. Юҡсы... Балалар, ә һеҙ беләһегеҙме? (Яуаптар).

Зирәкбикә (Китабын асып уҡый). “Республикабыҙҙың майҙаны 143 600 квадрат км. Ул Рәсәйҙең Волга буйы республикалары араһында халыҡ һаны буйынса беренсе урында тора. Беҙҙә дүрт миллиондан ашыу кеше йәшәй”.  

Белмәҫбикә. Ыста, мин бөтөнләй белмәй инем, рәхмәт, Зирәкбикә әхирәт! Уй, бейегем килеп тик торасы...

Зирәкбикә. Бейейек һуң!

 

Бейеү.

Белмәҫбикә. Дуҫтар, һеҙ ниндәй башҡорт бейеүҙәрен беләһегеҙ?? Йә, кем әйтә? (Яуаптар).

Зирәкбикә. Балалар әйткәндәрҙе ҡолағыңа киртеп бар – киләсәктә кәрәк булыуы бар... “Гөлнәзирә”, “Заһиҙә”, “Бишбармаҡ”, “Һунарсы”, “Циалковский”, “Йәшлек”, “Уралым бөркөттәре” һәм башҡалар...  Башҡорт бейеү һәм йыр ансамбленә нигеҙ һалыусы Фәйзи Ғәскәров,  Рәшиҙә Туйсина, Риф Ғәбитов, Мөхәммәт Иҙрисов, Хазина Мағазова, Зөлфиә Ҡудашева һ.б., иң оҫта бейеүселәр булып иҫәпләнәләр

Белмәҫбикә. Зерә бейеүсе булмағанмын... Бейеп кенә тик йөрөр инем (Бейеү хәрәкәттәре яһай, балаларҙы бейергә саҡыра).

 

Флешмоб.

Белмәҫбикә. Үәт, рәхмәт! Бына бейеп тә алдыҡ. Инде йырлап та ебәрһәк...

Зирәкбикә. Туҡта! Һин ҡалай анһат – бейе лә йырла, имеш. Башта белемеңде күрһәт йыр буйынса!

Белмәҫбикә. Нишләп мин генә, ана, уларҙың да белемен тикшер!

Зирәкбикә. Ишеттегеҙме? Апайығыҙ һеҙҙең йыр тураһында нимәләр белеүегеҙҙе тикшертеп ҡарамаҡсы... Тәк, улай булғас, әйтегеҙ миңә – ниндәй башҡорт халыҡ йырҙарын беләһегеҙ? Башҡортостандың ғорурлығы булған халыҡ йырҙарын һанағыҙ әле? (“Урал”, “Буранбай”, “Азамат”, “Сәлимәкәй”, “Шәүрә килен”, “Абдрахман”, “Илсе Ғайса”, “Ғилмияза”, “Асылыкүл”)   (Яуаптар). Ыста, ҡалай күп беләһегеҙ ул, мин улай уҡ күп белмәйем әле. Улайһа, йырсыларҙы ла беләһегеҙҙер, эйеме? Йә, йә кем әйтәм, ти? (Яуаптар). Ә ҡайһы йырсыны нығыраҡ яратаһағыҙ? (Яуаптар). Үәт, маладистар, аҡыллыларым!

Белмәҫбикә. Минеңсә, беҙҙең.................................... еткән йырсы юҡ! Әйҙә, үҙен саҡырайыҡ сәхнәгә?!

 

Йыр.

Зирәкбикә. Башҡортостанда бөтәһе нисә ҡала бар? (Яуаптар). Тәк, китапта нимә яҙалар әле: “ Бөгөнгө көнгә Башҡортостанда бөтәһе 22 ҡала бар. Йәше буйынса иң олоһо – Өфө ҡалаһы, иң йәше – Межгорье. Яңауыл ҡалаһы Башҡортостандың иң төньяғында урынлашҡан булһа, иң көньяғында Баймаҡ, иң көнсығышында Учалы, иң көнбайышында Октябрьский ҡалалары тора...”

Белмәҫбикә. Минең Стәрлетамаҡта, Салауатта, Мәләүездә булғаным бар...

Зирәкбикә. Бына-бына...Белмәҫбикәбеҙ ҙә белә башланы... Ә һеҙ тағы ла ниндәй ҡалаларҙы беләһегеҙ, кескәйҙәр? (Яуаптар). Бына бит, һеҙ белмәгән бер нәмә лә юҡ! Шәп, бик шәп!

Белмәҫбикә. Тауҙарҙы һананыҡ, йылғаларҙы белдек, ҡалаларҙы иҫәпләнек, йырсы-бейеүселәр тураһында ишеттек... Ә башҡорт батырҙары тураһында ләм-мим...

Зирәкбикә. Сабыр ит, Белмәҫбикә, барыһын бер юлы белһәң, башыңа һыймаҫ ул....

Белмәҫбикә. Һыйҙырырбыҙ... Мин беләм Ҡамыр батырҙы, Аҡъял батырҙы, Уғатар батырҙы...

Зирәкбикә. Улар бит әкиәт батырҙары...

Белмәҫбикә. Булһын, барыбер батырҙар... Өләсәйем гел һөйләй йоҡларға ятҡас...

Зирәкбикә. Туҡта әле, китап батырҙар хаҡында нимә һөйлә     й икән? Тәк, тәк, тәк... (Китапты асып уҡый). Башҡорт батырҙары... Әй, туҡта, тәүҙә һеҙҙән һорайым әле, беләһегеҙме икән? (Яуаптар). Шулай, шулай... Урал, Салауат, Ҡараһаҡал, Ҡаһым түрә, Кинйә, Алдар, Аҡай, Шәғәле Шаҡман һәм башҡалар... Был исемлекте әле оҙаҡ ҡына дауам итергә була.Борон-борондан башҡорт ере үҙенең батырҙары менән дан тотҡан.

Белмәҫбикә. Ә-ә-ә, теге, ни... Шайморатов батыр түгелме ни?

Зирәкбикә. У-у-у, әхирәт, Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарының иҫәбе-һаны юҡ... Әйҙәгеҙ, балалар, һанайыҡ әле! (Яуаптар)... Ә бына беҙҙең был китапта бына нимә тип яҙалар:

“Советтар Союзы Геройҙары араһында 47 башҡорт, шул иҫәптән ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев бар. Советтар Союзы Геройҙары тураһында материалдар Хәрби дан музейында, Милли музейҙа һәм БР‑ҙың башҡа музейҙарында һаҡлана. Республикабыҙҙың күп кенә ауыл, ҡалаларында Геройҙар аллеяһы бар, уларҙың исеме менән майҙан һәм урамдар, предприятие һәм учреждениелар аталған; улар хөрмәтенә һәйкәлдәр, мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған”.

Концерт номеры.

Икәүләшеп бер китапҡа текләп Зирәкбикә менән Белмәҫбикә сыға.





Поделиться с друзьями:


Дата добавления: 2018-10-14; Мы поможем в написании ваших работ!; просмотров: 302 | Нарушение авторских прав


Поиск на сайте:

Лучшие изречения:

Наука — это организованные знания, мудрость — это организованная жизнь. © Иммануил Кант
==> читать все изречения...

2229 - | 2036 -


© 2015-2024 lektsii.org - Контакты - Последнее добавление

Ген: 0.007 с.