(Тәғабүн сүрәһе 18 аяттан тора. Мәҙинәлә ингән. «Тәғабүн» — алданыу тигән һүҙ.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Күктәрҙә һәм Ерҙә нимә булһа, барыһы ла Аллаһты маҡтай. Милек-байлыҡ — Аллаһтыҡылыр. Маҡтау — Аллаһҡалыр. Аллаһтың ҡөҙрәте һәр нәмәгә етә. (2) Һеҙҙе яралтҡан — Аллаһтыр. Ҡайһығыҙ — кәфер, ҡайһыларығыҙ мөьмин булдығыҙ. Аллаһ һеҙҙең ғәмәлдәрегеҙҙе күреп тороусы. (3) Күктәрҙе һәм Ерҙе юҡтан бар итте. Һеҙгә һүрәт-ҡиәфәт бирҙе һәм һеҙҙең рәүешегеҙ бик тә гүзәл булды. Ҡайтыш та — Аллаһҡалыр. (4) Аллаһ күктәрҙә һәм Ерҙә булғандарҙың барыһын да белеп тора. Йәшереп-ҡасырып ҡылғандарығыҙҙы ла, асыҡтан-асыҡ ғәмәлдәрегеҙҙе лә белеп тора. Аллаһ күңелдәрҙә ниндәй теләк, баштарҙа ниндәй фекер булғанды ла белә.
5. Байтаҡтан әүәлге йәшәйештәрендәге инҡарсыларҙың хәл-хәбәре һеҙгә килеп ирешмәнеме ни? Улар ҡылмыштарына күрә, язаһын да татыны. Улар өсөн әсе ғазап әҙерләнгән ине. (6) Пәйғәмбәрҙәр уларға ап-асыҡ дәлилдәр килтергән ине, ләкин улар:
— Ғәҙәти бер бәндә беҙҙе тура юлға йүнәлтәсәкме? — тип инҡар иттеләр, йөҙ сөйөрҙөләр. Аллаһ та һис бер нәмәгә мохтаж түгеллеген күрһәтте. Аллаһ — байҙыр, маҡтауға лайыҡтыр. (7) Кәферҙәр менән мөшриктәр үлгәс яңынан терелеүҙе ҡәтғи инҡар иттеләр. Әйт һин уларға:
— Валлаһи, һеҙ, һис шикһеҙ, яңынан тереләсәкһегеҙ, ахырҙа ғәмәлдәрегеҙ тураһында һеҙгә хәбәр биреләсәк, — тип. — Был эш Аллаһ өсөн бер ҙә ҡыйын түгел. (8) Шулай булғас, Аллаһҡа, уның Пәйғәмбәренә һәм индерелгән нурына (Ҡөръәнгә) иман килтерегеҙ. Аллаһ һеҙҙең ғәмәлдәрегеҙҙән хәбәрҙар. (9) Мәхшәр көнө — барығыҙ бергә туплана торған көн (иҫәп-хисап, юғалтыуҙар, алданыуҙар һәм табыштар көнө). Аллаһҡа иман килтереп, изгелек ҡылған кешенең хаталарын Аллаһ кисерер, уларҙы Аллаһ арыҡтарынан шишмәләр ағып ятыусы йәннәттәргә урынлаштырыр. Уар шунда мәңге ҡаласаҡ. Бына, бөйөк Маҡсат — Сәғәдәт шул булыр.
(«Ҡиәмәт көнөндә кәферҙәр фани донъя тормошона алданып, форсатты ысҡындырғандарын аңларҙар. Йәүмүтүн тәғәбүн - ҡот осҡос алданыу, зарар күреү көнө».
Али Тургут тәфсиренән.)
10. Инҡарсылар менән аяттарымды ялғанға сығарыусылар йәһәннәмгә теркәлер. Улар шунда мәңге ҡаласаҡ. Ай-һай, хәтәр ер ул - улар барасаҡ йәһәннәм.
11. Бер генә ҡайғы ла Аллаһ әмеренән башҡа төшмәҫ. Аллаһҡа инанған кешенең күңелен Аллаһ тура юлға йүнәлтер. Аллаһ бар нәмәне лә белеп тора. (12) Аллаһҡа итәғәт итегеҙ. Пәйғәмбәргә лә итәғәт итегеҙ. Йөҙ сөйөрәһегеҙ икән, сөйөрөгөҙ (унан Раббыға ла, Пәйғәмбәргә лә зыян булмаҫ). Пәйғәмбәр бары тик үҙ вазифаһын асыҡ итеп белдереүсе генә. (13) Аллаһтан юғары һис бер башҡа ҡөҙрәт эйәһе юҡ. Мөьминдәр фәҡәт Аллаһҡа һыйынып, Уға ышанып йәшәйҙәр. (14) Әй, иманлы кешеләр, ҡатындарығыҙ һәм балаларығыҙ араһында ла һеҙгә дошман булғандар бар. Улар менән һаҡ эш итегеҙ. Әммә уларҙы ғәфү итһәгеҙ, хаталары арҡаһында уларҙы ҡаҡмаһағыҙ, яңғылыштарын ҡаплап ҡалғылаһағыҙ, белеп тороғоҙ, Аллаһ — ярлыҡаусы, сикһеҙ миһырбанлы кисереүсе. (15) Дөрөҫөн генә әйткәндә, байлығығыҙ һәм балаларығыҙ һеҙҙе һынар өсөн генә. Бөйөк әжер иһә Аллаһ янында булыр. (16) Шулай булғас, булдыра алғанса, һеҙ Аллаһҡа ҡаршы баш күтәрмәҫкә тырышығыҙ. (Аллаһ әмерҙәрен) тыңлағыҙ, итәғәт итегеҙ, үҙ мөмкинлектәрегеҙҙән сығып, хәйер-саҙаҡа бирегеҙ. Нәфсеһен тыя белгән кеше Сәғәдәткә ирешер. (17) Аллаһ ризалығы өсөн бурыс бирһәгеҙ (сауаплы эш башҡарһағыҙ) Аллаһ һеҙҙең әжерегеҙҙе ҡат-ҡат арттырыр һәм һеҙҙе ярлыҡар. Аллаһ әжерҙе мул бирер, Ул яза бирергә ашыҡмай. (18) Йәшерелгәнде лә, йәшерелмәгәнде лә Аллаһ белеп тора. Ул өҫтөндер, хикмәт эйәһелер.
Талаҡ (Талаҡ) сүрәһе
(Талаҡ сүрәһе 12 аяттан тора. Мәҙинәлә ингән.)
Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Әй, пәйғәмбәр, ҡатындарығыҙҙы айыраһы булһағыҙ, ғиддәт ваҡытын теүәл тотоп, һанап айырығыҙ. Раббығыҙҙан (язаһынан) ҡурҡығыҙ. Асыҡтан-асыҡ әшәкелек ҡылмаһалар, уларҙы өйөгөҙҙән ҡыуып сығармағыҙ, үҙҙәре лә сығып китмәһен. Бына, Аллаһ ҡуйған сикләүҙәр. Аллаһтың сиктәрен боҙған (хаттин ашҡан) кеше, һис шикһеҙ, үҙенә зарар килтерәсәк. Белмәҫһең, бынан һуң Аллаһ ярҙамы менән хәлдең үҙгәреп ҡуйыуы ла бар бит әле (ир кешенең кире уйлауы бар).
(«Ғиддәт ваҡыты—ҡатының өс тапҡыр күрем күреп, пакланыу ваҡыты була. Айырылаһы ҡатын, ире уға яҡынлыҡ ҡылмайынса, өс тапҡыр пакланырға тейеш. Ауырға ҡалғанмы, ҡалмағанмы икәне беленһен өсөн. Ауырға ҡалған ҡатынды айырырға ярамай. Талаҡ ҡылыусы ир кинәт кенә айырған ҡатынына тартыла башлаһа, яңынан ҡушылып тора башлар өсөн талаҡты өс тапҡыр әйтмәҫкә тейеш. Йәғни, ир кеше: айырам, талаҡ итәм, һүҙҙәрен ашығып әйтмәҫкә, ул һүҙҙәр менән һаҡ ҡыланырға тейеш». Хәсән Чантай тәфсиренән.)
2. Ғиддәт ваҡыты уҙғандан һуң, ҡатынығыҙ менән яҡшы торорға ниәт итһәгеҙ, никахығыҙға ҡайтарығыҙ йәки уны ҡануни нигеҙҙә айырығыҙ. Был эштә ғәҙел булған ике кешене шаһит итеп алығыҙ. Улар шаһитлыҡтарын Аллаһ ҡуйған сиктәрҙән сыҡмайынса башҡарырға тейеш. Был —Аллаһҡа һәм Әхирәт көнөнә ышанғандар өсөн ҡуйылған тәртип. Аллаһтың язаһынан ҡурҡҡан кешегә, Аллаһ (ҡыйынлыҡтарҙан) сығыу юлын күрһәтер. (3) Һәм уға көтөлмәгән ерҙән ризыҡ бирер. Аллаһҡа ышанған кешегә бер Аллаһ етәр. Шик юҡ, Аллаһ Үҙ әмерен еренә еткермәй ҡалмай. Аллаһ бөтөн нәмә өсөн сик һәм үлсәү ҡуйҙы.
4. Айыраһы ҡатынығыҙҙың (ҡартлыҡ йәки ауырыуы сәбәпле) айлыҡтары (күрем) бөтөнләй туҡтаған булһа, йәш булып та айлығы булмаған ҡатындарығыҙҙы айырғанда (ауырға ҡалманымы икән тигән) шиккә ҡалһағыҙ, ғиддәттәре өс ай булыр. Ауырға ҡалған булһалар, бала тыуғанға саҡлы айырылмаҫтар. Аллаһтан (язаһынан) ҡурҡҡан кешегә Аллаһ ҡулайлыҡтар бирер. (5) Бына былар Аллаһтың һеҙгә индергән бойороҡтары булыр. Аллаһтан (язаһынан) ҡурҡҡандарҙың хаталарын Аллаһ ҡаплар һәм уға әжерен бирер. (6) Көсөгөҙҙән килгәнсә, уларға (айырған ҡатындарығыҙға) йәшәй торған йортоғоҙҙағы бер бүлмәне бирегеҙ, уларҙы йәберләмәгеҙ, рәнйештәр килтермәгеҙ. Әгәр улар ауырлы икән, бала тапҡансыға саҡлы уларҙы тәрбиә ҡылығыҙ. Һеҙҙең балағыҙҙы имеҙгәне өсөн уларға хаҡын бирегеҙ, мәсьәләләрҙе үҙ-ара килешеп хәл итегеҙ. Әгәр аңлаша алмаһағыҙ, баланы башҡа бер ҡатын имеҙһен. (7) Мөмкинлектәре мул булған кеше (айырылған ҡатынына) күберәк бирһен. Меҫкен хәлле булған ир ҙә Аллаһҡа биргән ҡәҙерлеһенән (малынан) өлөш сығарһын. Мөмкинлектән артығын бирергә Аллаһ берәүҙе лә мәжбүр итмәҫ. Аллаһ бер ҡыйынлыҡтан һуң еңеллек тә бирер.
8. Раббының һәм пәйғәмбәрҙәрҙең әмеренән йыраҡлашып аҙған-туҙған күпме ҡәүемдәр булды. Беҙ уларҙың халыҡтарын хәтәр ғазапҡа тарттыҡ һәм уларҙы мыңарсы күрелмәгән язаға дусар иттек. (9) Шулай итеп, улар ҡылған аҙғынлыҡтарына күрә, әжерен дә татынылар. Уларҙың ахыры ла тамам һәләкәт булды. (10) Аллаһ уларға дәһшәтле ғазап әҙерләне. Әй, иман килтергән зиһен эйәләре! Аллаһтың язаһынан ҡурҡығыҙ. Аллаһ һеҙгә, ысынлап та, киҫәтеүсе (Ҡөръән, Пәйғәмбәр) индерҙе. (11) Иман килтереп, изгелек ҡылғандарҙы ҡараңғылыҡтан яҡтылыҡҡа сығарыу өсөн, Аллаһ һеҙгә ап-асык аяттарҙы уҡып бирһен тип, Пәйғәмбәрен күндерҙе. Аллаһҡа иман килтереп, изгелекле эш ҡылғандарҙы, Аллаһ арыҡтарынан шишмәләр ағып ятыусы, эсендә мәңге ҡаласаҡ йәннәткә урынлаштырыр. Аллаһ ул кешеләргә иң яҡшы ризыҡтар ғына бирер.
12. Аллаһ — ете ҡат Күкте һәм шулай уҡ Ерҙе яралтҡан Раббы. (Аллаһтың) фармандары шулар араһынан иңеп тора. Шулай итеп, Аллаһтың бөтөн нәмәгә ҡөҙрәте еткәнлеген һәм һәр нәмәне ғилеме менән урап алғанын беләһегеҙ.