Лекции.Орг


Поиск:




Бөрйән ырыуы башы - Иҫкебей 3 страница




Борамсы ҡарт, исеме Пахом икән, күсмә майҙансығын яй ғына теге яҡ ярға ҡарай ҡуҙғатып алып китте. Башҡорт егеттәре бер - береһенә ҡарашып, бер уйҙа булыуҙарын күҙ ҡарашы менән генә аңлаштылар.

Ни булһа булһын - һыуға ырғырға! Башҡа сара юҡ! Бер, ике, өс!

Ғәзизйән саҡ ҡына алдараҡ һыу ыңғайына ҡарай ырғыны, ә Шаһиғәле һыу ағымына ҡаршы яҡҡа сумды. Ҡаршы ағым уны борам аҫтына ҡыҫып тыҡты. Башын һыуҙан сығарғайны, өҫтә - борам таҡталары. Өҫтәгеләр уҡтарын тоҫҡап көтөп тора бирҙеләр, ләкин һыуҙа әҙәм башы күренмәгәс, “батты, китте”, тип уйлап, ҡулдарын һелтәнеләр.

Ғәзизйәнде шунда уҡ күреп ҡалдылар, артынан бер-бер артлы уҡтар осто. Тәки яраланылар, шикелле, “бәхил” һүҙен генә әйтеп өлгөрҙө, батты. Башҡа һыу өҫтөнә йәш егет ҡалҡып сыҡманы.

Ҡараңғы төшкәнсе борам аҫтынан сыҡманы Шаһиғәле. Өшөүҙән хәле бөттө. Үлермен тип уйлағайны - Хоҙайы араланы.

Ярға сығыуын - сыҡты, тик бер аҙ атлағайны - иҫһеҙ ҡолаған. Аҙағыраҡ шуны белде Шаһиғәле: Паромсы Пахом күреп ҡалған да яр буйында ултырған өйөнә һөйрәкләп алып ҡайтҡан. Бер ай буйы ошо яр башындағы өйҙә күренмәй йәшәне ауырыу егет. Оҙаҡ ваҡыт һыу эсендә ултырып һыуыҡ тейҙергән егетте Пахомдың ҡыҙы Мария тәрбиәләп үлемдән алып ҡалды. Мария егетте русса дөрөҫ әйтергә өйрәтте, үҙе лә башҡорт һүҙҙәрен тыңлап, нимәлер белергә тырышты. Шулай итеп, ике йәш кеше тиҙ уртаҡ тел таптылар. Яратып өлгөрҙө ул Марияны! Шундай матур, мөләйем ҡыҙ! Ул өйҙә булған саҡта бөтә бүлмә яҡтырып киткәндәй була.

Пахом ҡарт татарса бик иркен һөйләшә, шул арҡала башҡортсаны ла аңлай. Эштән ҡайта ла Шаһиғәле эргәһендә ултырып гәп һуғырға ярата, егеттең ырыуын, торған ерен һораша. Уларҙың да көнкүреше әллә ни һәйбәттән түгел икән. Элек был ғаилә Владимир ҡалаһында көн күргән. Пахом ҡарттың һөйләүенә ҡарағанда, бер - нисә йыл элек, ҡатыны ауырып үлеп киткән йылы, Әстрхан татарҙары Владимирға һөжүм итәләр һәм уны талағандан һуң, бик күп байлыҡ тейәп, әсирҙәрҙе эйәртеп кире боролалар. Әсиргә эләгеүселәр араһында Пахом менән ҡыҙы Мария ла була. Ҡайтҡас, уға борамсы булырға ҡушалар, сөнки был тынғыһыҙ эшкә үҙ теләге менән барыусылар бик һирәк, ҡорал менән ҡурҡытып йә аҡсаһын түләмәй китәләр, рәткә борамсыны үлтереп тә китәләр. Бер-нисә ай борамсы яр буйына ҡыуыш ҡороп, шунда йәшәй, шунан өй төҙөй башлай. Ағас-ташҡа был яҡта ҡытлыҡ юҡ, йылға буйлап көн дә төрлө ҙурлыҡтағы бүрәнәләр, ағастар ағып төшә икән. Бына шул арҡала өйлө булалар былар.

Бер ай эсендә Шаһиғәле Марияға шул тиклем өйрәнеп өлгөрә, хәҙер инде тормошон унһыҙ күҙ алдына килтерә алмай. Һауыҡҡас, уны кәләш итеп алып ҡайтырға теләүен әйтә. Атайым ҡаршы булмаһа - мин риза, ти Мария. Ҡарт ҡарышмай, ризалыҡ бирә. Бәлки,,, ҡыҙым әсирлектән сығып, кенәз ғаиләһендә мул йәшәр,” - тип тә уйлағандыр. Кем белә?

Тамъян иленә тәүҙә һыү буйлап, артабан ҡайҙа йәйәү, ҡайҙа ат арбаһына ултырып, икәүләшеп ҡайтып етәләр. Бына ошо серҙе башҡалар белмәй.

Мария атаһын, яр буйындағы йәшәп киткән йортон күреп китер өсөн иренә: ҡуша алып бар мине, тип көсләшеп, әрһеҙләшеп, саҡ ризалыҡ алып, оҙон һәм ауыр юлға сыҡты. Унан алда Мария яман төш күргәйне. Имеш, атаһы үлгән, эргәһендә фәрештәләр аяныс йыр йырлап осоп йөрөй. Шуға күңеле болоҡһоно уның, бер тапҡыр булһа ла атаһын күреп киткеһе килде. Башҡа мөмкинселек булмаясаҡ. Торған урындары Мәскәү юлынан әллә ни алыҫ түгел, тик Волгаға етер алдынан көнъяҡҡа ҡарай ҡырҡа боролош яһап, урауыраҡ юлдан барып әйләнергә кәрәк. Ире ул юлдарҙы бик һәйбәт белә.

Юлсылар иртәнге намаҙҙы уҡып, ут яғып, сәй ҡайнатып, артабанғы юлға әҙерләнеп йөрөгән ваҡыты. Шаһиғәле Иҫкебейҙе эҙләп тапты:

- Ҡайным, кәйефтәр нисек? Төндә тыныс йоҡлап булдымы?

- Аллаға шөкөр, тыныс һәм ныҡ йоҡлағанмын!

- Кәңәшләшеп алайым тигәйнем, ҡайным. Һин карауан башы, шуға ситкә тартып бер тәүлек йөрөп килергә рөхсәт һорайым тигәйнем.

- Ярай, рөхсәт алдың икән ти. Асығыраҡ аңлат, кейәү!

- Ҡайным, Бына ошо юл Волга буйында урынлашҡан Жигули ауылына илтә. Алыҫлығы 70-80 саҡрым тирәһелер. Кискә ҡарай ғына унда барып етәсәкбеҙ. Шунда, аттарға ял бирер өсөн, Волганы сыҡмайынса ҡуналҡаға туҡтарға тура килер. Ә мин хәҙер Мария менән, берәй һаҡсы алып, атаһы йортона еләм. Беҙ өсәүҙе Жигулилә көтөгөҙ, йә бөгөн кис, йә иртәгә иртә менән барып етербеҙ.

- Үҙең менән кемде һаҡсы итеп алаһың?

- Ҡараҡужаҡ дуҫты, ул бик ышаныслы кеше.

- Ярай, юлығыҙ хәйерлегә булһын!

Пахомдың йәшәгән урынына төшкә ҡарай барып еттеләр. Йылға аръяғындағы Пахом ҡарттың йорто урырнда нишләптер бушлыҡ күренде.

Волга буйына төшөп борамсы эргәһенә яҡынланылар. Борамсы кем менәндер “гәп” һата. Икеһе лә - татар нәҫеленән икән. Мария Пахом ҡарт тураһында һораша башлағайны тегенеһе былай тип яуап бирҙе:

- Әлбиттә, белә торғайным Пахом ҡартты. Тик бик күңелһеҙ хәл булды әле ике ай элек. Моғайын ишетмәгәнһегеҙҙер? Ишеткән булһағыҙ - һорашып тормаҫ инегеҙ. Ни сәбәптәндер, уныһы билдәһеҙ, Пахом ҡарттың өйө янып киткән. Шул төндө урыҫ бабайы ғәйеп булған. Мин эшкә килгәндә өйҙән бер-ни ҙә ҡалмағайны. Ул тирәне һуңынан хәл барса тәртипкә килтерҙек.

- Өй хужаһы янғын эсендә ҡалмағанмы икән?

- Ю-юҡ, ҡалмаған, беҙ яҡшылап ҡарап, тикшереп бөттөк инде. Ҡалмаған, ҡайҙалыр киткәндер тигән фаразыбыҙ бар.

- Беҙҙе теге ярға сығараһығыҙмы?

- Әлбиттә, әйҙәгеҙ, үтегеҙ!

Йылғаны аша сығып Шаһиғәле, Мария, Ҡараҡужаҡ өй урынына яҡынланылар. Бында ҡасандыр кеше йәшәгән өй һәм уның ихатаһы булыуын тик унда-бында туҙышып ятҡан ағас - таштар ғына хәтерләтә ине...

Марияның эсендә ниҙер һынғандай булды, башы сатнаны, йәрәге “дарҫлап” һуҡты. Жигулигә йүнәлгән юлды көс-хәл менән үтте ул. Карауанды тапҡанға ҡыуанды ул һәм “хәлем бөтөнләй юҡ, ятып торайым” тип, усаҡ эргәһенә ятты. Шаһиғәле яңынан әйләнеп килеп ҡатынына ҡарағанда, уныһы, уйламағанда ниндәй ҡайғы, гүр эйәһе булып өлгөргән ине инде. Шул арҡала карауан тағы ярты көнгә туҡталып торҙо. Марияны мосолмандарса һәм еренә еткереп ерләнеләр. Артабан ҡыбырлайыҡ тип торғанда, карауанды Мең ҡәбиләһе вәкилдәре ҡыуып етте. Сәләм бирешеп,, хәл - әхеүәл белешешеп алғандан һуң - бергәләп ҡуҙғалдылар.

 

* * *

 

Башҡорттарҙың Мәскәүгә яҡынлашып килеүе тураһындағы хәбәрҙе бөйөк Рәсәй батшаһы Иоан Васильевич Грозный Казандағы наместнигы кенәз Шуйскийҙан алды. Ҡыуаныслы хәбәр, әлбиттә! Нисек шатланмаҫҡа мөмкин? Һуңғы йылдарҙа көнсығыштағы сәйәсәте үҙ емештәрен бирҙе. Казан ханлығы ҡоланы. Дүрт йыл үтеүгә Әстрхан ханлығы юҡҡа сығып, рус дәүләте еренә әйләнде. Бына әле Нуғай урҙаһындағы башҡорттар Казанға барып, үҙ теләктәре менән рус дәүләтенә ҡушылып, Мәскәүгә “Жалованная грамота” алырға тип яҡынлап киләләр. Уларҙа батша тураһында ыңғай фекер ҡалдырырға кәрәк. Эйе, нығынды рус дәүләте, нығынды. Хәҙер инде Себер ханлығын нисектер ҡулға төшөрөп алырға кәрәк. Күсем ханды теҙләндерә алһа, Россия державаһы Евразияла иң ҙур ер биләгән ил буласаҡ. Бәлки, Американан да ҙурырыҡ булып китеүе бик мөмкин.

Әле тағы үткәндәрҙе барлап ултыра батша - ғүмер тигәнең ҡайһылай беленмәй генә үтә икән. Әле яңыраҡ ҡына уны батша итеп тәхеткә ултыртҡайнылар, ә ун йыл, уҡтай осоп, үтеп тә киткән. Ун алты ғына йәше тулып үткәйне ул ваҡытта. Батша буйҙаҡ булырға тейеш түгел, тәхеткә ултырыуына йыл үтте, юҡмы - өйләндерҙеләр. Окольничий Роман Юрьевичтың Настя исемле ҡыҙын алды ул. Анастасия арҡаһында ҡайныһының туғандары Захарьиндар өҫкә күтәрелде. Батшаның был яңы туғандары Глинскийҙарҙы ҡыҫырыҡлай башланылар. Аҙаҡтан ғына белеп ҡалды: был эщ митрополит Макарий етәкселегендә алып барылған икән.

Уйламағанда-көтмәгәндә әфәт килде. Бик яҡшы иҫләй батша был ваҡиғаны. 1547 йылдың июнендә Мәскәүҙә янғын башланды. Ағас өйҙәрҙән торған, бер-береһенә һылашып тиерлек ныҡ яҡын ултырған өйҙәр, күҙ асып-йомғансы, көл-күмергә әйләнде. Утты Глинскийҙар төрткән, тигән хәбәр тараттылар. Әфәт түгел ҡайғы булды был янғын: 25 мең ихата-өй янып юҡҡа сыҡты, 80 мең мәскәүле урамда тороп ҡалды. Янғын өс ай дауам итте. Янып үлгәндәр ҙә күп булған икән. Ярты - йорто иҫәпләп сығарғандан һуң, ул хисап 1700 кешегә торошло булды.

Мәшәҡәт янғын менән генә бөтмәне. Ул тыныуға мәскәүлеләр, батша һарайындағы Глинскийҙар менән Захарьиндарҙың бөтмәҫ- төкәнмәҫ талаш-тартыштарына йәндәре көйөп, баш күтәрҙеләр. Ҡапыл ҡалҡып сыҡҡан дауға ҡаршы ҡуйырлыҡ көс табылманы, баш күтәреүселәр ҡораллы һаҡсыларҙы уңға-һулға быраҡтырып, Кремлгә баҫып инделәр, Глинскийҙарҙың береһен - Юрий Васильевичты тотоп алып, шунда уҡ туҡмап үлтерҙеләр. Йәш батша ҡурҡыуға төштө, хатта ҡото осто. Шуға күрә Воробьев ауылына ҡасып барып, арыуыҡ ваҡыт йәшертен рәүештә йәшәргә тура килде уға. Боларыш туҡтамаҫ элек үк бөтә Глинский фамилиялылырҙы хөкүмәт эсендәге биләгән урындарынан тулыһынса алып ташларға тура килде. Улар урынына Захарьиндар ояланы.

Килеп ингән Оболенский батшаның уйҙарын бүлде.

- Ни йомош, Семен Федорович?

- Государь - батющка! Башҡорттар килде.

- Лефортово слободаһына урынлаштырығыҙ! Һаҡ ҡуйығыҙ! Иртәгә ҡабул итербеҙ.

- Аңлашылды, государь- батюшка тағы нишләргә?

- Тағымы? Тылмас булһын! Ашатып - эсереү хәстәрлеген ҡарағыҙ! Бүләктәр әҙерләгеҙ! “Жалованная грамота” текстарын килтерегеҙ! Тағы бер ҡарап сығыу ҡамасауламаҫ.

Алыҫтан килгән ҡунаҡтар Лефортовола бик тыныс йоҡланылар, юл арытҡандыр, күрәһең, һуңыраҡ торҙолар. Тәһәрәт алып, ҡымыҙ эсеп бөтөүгә, тылмас килеп инде, хәл - әхеүәлдәрҙе һорашты, батша сәләмен еткерҙе. Иоанн Васильевичтың ҡабул итергә әҙер икәнен белдерҙе. Үҙе татар нәҫеленән икән, батша һарайында күптән хеҙмәт итә.

Юлда барған ваҡытта тылмас рус дәүләтенең Иоанн батшалыҡ иткән осорҙағы эштәрен, сәйәсәтен аңлатып барҙы, бирелгән һорауҙарға аныҡ итеп яуап бирҙе.

- Ҡырҡ етенсе йылда Мәскәүҙә янғын булды, халыҡ баш күтәрҙе, - тип һөйләшеүен дауам итте ул, - ошо ваҡиғанан һуң батшабыҙ баяр думаһына таяныуҙы ташланы. Үҙ күңеленә яҡын кешеләрҙән кесе ҡоролтай төҙөп, уны “Избранная рада”, тип атаны һәм шулар Рәсәй менән идара итә башланы. Избранная рада - хөкүмәтебеҙ була инде. Адашев Алексей Федорович ғәли йәнәптәре ошо “рада” башында тора. Ул - Кострома дворяне. Яҡын дуҫы Иван Михайлович Висковатыйҙы Посол приказы башлығы итеп ҡуйҙы. Эште бергәләп алып баралар. Тағы думный дьяк Сильвестр уларға ярҙам итә.

- Посол приказынан башҡа тағы ниндәйҙәре бар? - Кемдер шулай һорау бирҙе.

- Бар. Мәҫәлән, Разрядный приказ: служилыйҙарға ер бүлеп биреү менән шөғөлләнә. Большой Приход - налог йыя, Ямский - почта хеҙмәте менән мәшәҡәтләнә, Стрелецкий - стрелец полктары менән етәкселек итә, Разбойный приказ - енәйәт эштәрен ҡарай, Земский - Мәскәүҙәге дөйөм тәртипкәя яуап бирә, Челобитный - ялыуҙар тикшерә. Ә бына Посольский приказ - иң бейектә тора. Башҡа приказдарҙың эшен ул тикшерә, башында Алексей Адашев үҙе тора.

- Рус дәүләтенең ҡалары күпме? Мәскәүҙән дә ҙурыраҡ ҡалаһы бармы?

- Рәсәйҙең 160 ҡалаһы бар тип һанайбыҙ. Иң ҙурыһы - Мәскәү. Башҡалала йөҙ мең тирәһе халыҡ йәшәй. Сит илдәрҙән килгәндәр Мәскәүҙә күбәйә бара. Тағы һорауҙарығыҙ бармы?

- Бар. Үҙеңдең исем - шәрифең кем? Ҡайһы яҡтан булаһың?

- Мин - Ҡолдәүләт атлы булам. Йәҙгәр хан батшабыҙға хеҙмәт итергә риза булғандан һуң, мине аманат итеп, ошонда - батша һарайына ебәрҙеләр. Мин - Йәҙгәр хандың сыбыҡ осо туғаны. Казан татарымын.

- Батшаға хәҙер нисә йәш? Ҡатыны кем?

- Батшабыҙ Иоанн Васильевич ғәли йәнәптәренә хәҙер 27 йәш. 17 йәше тулып барғанда, ул - Анастасия Захарьинаға өйләнде.

- Балалары бармы?

- Бар. Ике малай тыуҙы. Беренсеһе - цареевич Дмитрий, йәне йәннәттә булһын, изге Кирилл монастырына барған юлда аттан ҡолап, мәңгелек донъяға күсте. Икенсе улы - Федор Иоаннович быйыл ғына тыуҙы.

Баярҙар башҡорт илселәрен “Приемная палата” залында ҡабул иттеләр. Йүгереп килеп һәр илсене тәғәйен урынға ултыртып сыҡтылар һәм үҙҙәре ултырышты.

Тынлыҡ урынлашты. “Шылт” иткән тауыш та ишетелмәй. Хәҙер батша инергә тейеш.

Бына төпкө яҡтағы күҙгә эленмәгән ишек асылып китте. Унан ике һаҡсы сығып, тәхет урынлашҡан ҡалҡыу урынға менделәр ҙә батша ултырырға тейеш булған трондың ике яғына баҫып, ҡатып ҡалдылар. Бына батша үҙе килеп сыҡты. Уны күреү менән бөтәһе лә аяғүрә баҫты.

Иван Васильевич тәхетенә ултырҙы, башҡалар ҙа ултырыштылар. Батша башҡорттарҙан нисек килеп етеүҙәрен һорашты. Тылмас аша бөтә һорауҙарға яуап алды ул. Шунан батша:

- “Жалованная грамота” бөтәһенә бер дана етәме, әллә һәр ырыуҙың үҙенә айырым кәрәкме, - тип һораны ла тылмасҡа күҙен терәне.

- Һәр ҡәбиләгә айырым кәрәк, бында ете ырыу - ҡәбилә вәкилдәре килгән, шулай булғас ете дана кәрәк буласаҡ. Ул турала вәкилдәр менән бынан алда һөйләшеп - килешеп ҡуйған инек.

- Улай булғас, һәр ҡәбилә күпме яҫаҡ түләй ала, ниндәй формала - шуларҙы үҙ ҡулдары менән Грамотаға керетһендәр. Бәләкәй ҡунаҡ бүлмәһенә алып сығығыҙ һәм тултырығыҙ!

Һәр ырыу башлығы үҙ данаһына күпме яҫаҡ түләйәсәген яҙҙы. Ярлыҡаштар ике телдә, ике данала тултырылды, ҡултамғалар ҡуйылды.

Мең ҡәбиләһе йыл һайын 171 һуҫар тиреһен,18 батман бал бирергә ризалашты. Ҡалған ҡәбиләләр йылҡы малын тереләй, шулай уҡ һуҫар, ҡама, ҡондоҙ, төлкө, бүре тиреләре тапшырырға килештеләр, бөрйәндәр бал да бирергә булдылар. Бөтә ырыуҙар ҙа Рәсәйгә хәрби хеҙмәт итеүҙе үҙҙәренең өҫтөнә алдылар. Рәсәй батшалығы ярлыҡаш аша башҡорттарға тыныс тормош вәғәҙә итте, уларҙы эске һәм тышҡы дошмандарҙан һаҡларға, ергә аҫабалыҡ хоҡуғын ҡалдырырға, дингә теймәҫкә, эске эштәргә ҡыҫылмаҫҡа йөкләмә алды. Яңынан батша ултырған залға инеп мисәт һуҡтырҙылар һәм ҡултамға ҡуйҙырттылар. Ике яҡтан да ҡотлап сығыш яһанылар, бер - береһен ысын күңелдән тәбрикләнеләр.

Глашатай инде лә көр тауыш менән бөтәһен дә Стольная палатаға саҡырҙы. Бында башҡорт илселәре хөрмәтенә төшкө аш мәжлесе ойошторғандар икән. Өҫтәл тулы ризыҡтар араһында ат ите, ҡымыҙ, айран, буҙа күренә, хатта бишбармаҡты өҫтө ябылған туҫтаҡтар менән бөтә ҡунаҡтар алдына ултыртып сыҡтылар. Уларҙан башҡа алтын һауыттарға ҡойолған төрлө эсемлектәр, шарап, алма - хөрмәләр һәм башҡорт иленә билдәле булмаған әллә ниндәй ашамлыҡтар күҙҙең яуын алып, ялтырашып ултыралар. Төрлө илдәрҙән килтерелгән ашамлыҡтар оҙон өҫтәл өҫтөн тулыһынса ҡаплаған. Блюдоларҙы бер туҡтауһыҙ өҫтәп килтереп һәм алып китеп торалар.

Мәжлес оҙаҡ ҡына барҙы. Башҡорттар һаулығына шараптар, рустар һаулығына ҡымыҙҙар күтәрелде, бер-береһенә һаулыҡ теләнеләр, рус хөкүмәтенең сәскә атыуы өсөн бокалдар күтәрҙеләр. Батша үҙе өҫтәл башында айырым креслола ултырҙы һәм ара-тирә күрһәтмәләр биреп, мәжлесте йәнле итеп алып барырға тырыты. ш

Бикбау бей сыҙаманы, үҙенең эргәһендә ултырғандарға:

- Мин батшаны мөһабәт кәүҙәле баһадир ир - егеттер, тип күҙ алдына килтергәйнем, ә бында сәсе ҡойола башлаған, кәзә һаҡаллы, алға бер аҙ кәкерәйеңкерәп торған ҡураныс кәүҙәле, аҡ битле аҡ батша ултыра, - тине.

- Батшаға үҙ баярҙары “Грозный” тип исем таҡҡандар, минеңсә уға, һин әйтмешләй, “Аҡ батша” тип әйтеү килешеңкерәй, - тип башланған һүҙҙе дауам итте Ҡараҡужаҡ бей.

Төшкө аш тамамланды, Аҡ батша сығып китеүе булды, башҡорттарға Малюта Скуратов менән тылмас яҡынланы. Скуратов төркөмдө Грановитая палатаға саҡырҙы, “ҡыҙыҡ күренеш буласаҡ, тамашаны тәҙрә аша ҡарарһығыҙ”, тине.

Асыҡ тәҙрә аша майҙансыҡ бик һәйбәт күренә. Тимер рәшәткә менән уратылған майҙансыҡтың сәхнәһенә батша үҙенең ярандары менән менеп ултырҙы.

Бына ҡапҡанан батшаға үҙ йомоштары менән килгән тиҫтәләгән крәҫтиән һәм һөнәрселәрҙе кереттеләр һәм ҡапҡаны ябып ҡуйҙылар.

Батша эргәһендә торған Басмановҡа өндәште:

- Начинай!

Басманов тегеләргә ҡарап һүҙ һөйләп алып китте:

- Крестьяне! Посадские! Великий государь, царь всея Руси Иоанн Васильевич жалует вас своею милостию.

Посад кешеләре, крәҫтиәндәр тубыҡландылар.

- А милость в том, что изволил государь допустить вас к игре пред его царскими очами. Игра назывется “Последний герой”. Победитель будет обласкан милостию царя-батюшки.

Ошо һүҙҙәрҙе әйткәндән һуң Басманов кемгәлер “ым” бирҙе. Ҡабырғанан ишек асылып китте. Бынағайыш...унан дәү һоро айыу килеп сыҡты. Тубыҡланғандар ырғып тороп, тирә яҡҡа һибелделәр. Ләкин бер ҡайҙа ла ҡасып ҡотолорлоҡ урын юҡ. Айыу кешеләрҙе баҫтырып тота ла талай, ботарлай башланы. Улар ҡулдары менән һаҡланып маташтылар, ләкин айыу ҡолата һуғып, елкәһенә баҫып, арҡа тиреһен йолҡҡолай. Батшаның сәпәкәй һуғыһы, баярҙарҙың дьяктарҙың шарҡылдап көлөшөүҙәре башҡорт вәкилдәрен бөтөнләй аптырауға ҡалдырҙы.





Поделиться с друзьями:


Дата добавления: 2017-02-24; Мы поможем в написании ваших работ!; просмотров: 566 | Нарушение авторских прав


Поиск на сайте:

Лучшие изречения:

Лаской почти всегда добьешься больше, чем грубой силой. © Неизвестно
==> читать все изречения...

1449 - | 1298 -


© 2015-2024 lektsii.org - Контакты - Последнее добавление

Ген: 0.008 с.