![]() |
|
||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
Категории: ![]() Электрогитара Fender: Эти статьи описывают создание цельнокорпусной, частично-полой и полой электрогитар... ![]() ![]() Макетные упражнения: Макет выполняется в масштабе 1:50, 1:100, 1:200 на подрамнике... |
кластар өсөн контроль эштәр.латма яҙыу. Башҡортостан Президентының 1999 йылдың 15 февралендәге Указы менән башҡорт теле республикабыҙҙа, рус теле менән бер рәттән, дәүләт теле итеп раҫланды. Ошо указға ярашлы һәм Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы нигеҙендә республика мәктәптәрендә уҡытыу һәм тәрбиә биреү Концепцияһы төҙөлдө. Унда милли мәктәптәрҙә туған телдәрҙе уҡытыуҙың мөһим проблемалары, бурыстары һәм юлдары билдәләнде. Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла: Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы N 273-ФЗ 29 декабрь 2012 йыл; Мәғарифтең дәүләт стандарттары Федераль компоненты; «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы; «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы; Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы; Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифте үҫтереү концепцияһы.
Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының 130 – сы мәктәбе муниципаль автономиялы дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.
Маҡсаттар һәм бурыстар:
1. Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, радиотапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование). 2. Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу. 3. Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү. 4. Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады һәм башҡалар менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү. Текстағы яңы һүҙҙәр, фразаларҙы аңлатыу, һүҙлек эше үткәреү мотлаҡ.
Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора: Рус һәм башҡа мәктәптәпҙә телде белмәгән балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙең байтаҡ үҙенсәлектәре бар. Уларҙың иң мөһимдәрен һанап китәбеҙ:
Уҡыу планында предметының урыны. Өфө ҡалаһы ҡала округы Октябрь районы 130 – сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль автономиялы дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә бирелгән эш прогаммаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт), шул иҫәптән контроль эштәр өсөн: 2 инша, 1 изложение, 4 диктант, 1 картина буйынса эш үткәреү ҡарала. Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар
1. Художестволы, фәнни- популяр һәм публицистик текстарҙы ҡысҡырып етеҙ уҡыуТекст өҫтөндә эшләү, план төҙөү, план буйынса һөйләү. Белем, китап һ.б. мәҡәлдәр ҡойоу. 2. Тәҡдим ителгән ситуация буйынса һорауҙар бирә белеү, уҡытыусының (йәки башҡаларҙың) һорауҙарына яуап бирә белеү; яуаптарҙы дөрөҫ интонация менән асыҡ, аңлайышлы итеп әйтеү, һөйләү, бирелгән һорауҙарға тулы итеп яуап биреү, күренекле яҙыусыларҙың биографияһы , ижады өҫтөндә ентекле эш алып барыу. 3. Ишеткәнде, күргәнде 6 – 8 һөйләм менән бәйләнешле итеп һөйләү. 4. Ҡысҡырып, шыма, ролләп, сәхнәләштереп һәм тасури уҡыу. 5. Һүҙлек һүҙҙәрен белеү һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу. Һүҙлек менән файҙалана белеү. 6. Дәрестә өйрәнелгән грамматик материалды практик ҡуллана белеү. 7. 80- 85 һүҙ күләмендә диктант яҙыу; 55-60 һүҙ изложение һәм 65-70 һүҙ инша яҙа белеү; ҡотлау хаты (открытка) яҙа белеү. 8. Башҡортостан, уның үткәне, бөгөнгөһө хаҡында әңгәмә үткәреү. Республикабыҙҙың күренекле урындары менән таныштырыу. Йәйге тәбиғәтте күҙәтеү, ололарҙың һәм балаларҙың йәйге эштәре тураһында диолог һәм монологтар төҙөү. 8- се класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау. 9. Программала күрһәтелгән шиғырҙарҙы яттан белеү; 3-4 башҡорт йырын башҡара белеү, мәктәптең үҙешмәкәр сараларында ҡатнашыу, сәхнәлә сығыш яһау. Бөтә был эштәр тураһында бәйләнешле һөйләй белеү. Данлыҡлы кешеләр менән кисәләр, осрашыуҙар ойоштороу уларға ҡарала ихтирам, ғорурланыу тойғоһо уятыу, кешелеклелек тәрбиәләү. Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин: -карточкалар менән эш; -тест; -һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү; -текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе; -терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү; -һүҙлек диктанты; -һөйләмдәр төҙөү; -һүҙлек менән эш; -һүрәтләү иншаһы; -синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләм…) Предмет буйынса тематик план.
Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау
Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була. Уларға түбәндәгеләр инә: - башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр; - ижади эштәр башҡарыу(төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе өҫтәп яҙыу, нөктәләр урынына тейешле хәрефтәр ҡуйып яҙыу); - тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә); - дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү; - бирелгән тексты өлөштәргә бүлеү, исемләү, план төҙөү, план буйынса йөйләү; - һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар; - тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар төҙөү. 1. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала. 2. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.
Программа материалы буйынса, башҡорт теленән 8 –се кластарҙа түбәндәге күләмдә контроль һәм яҙма эштәр үткәреү ҡарала: 4 диктант, 3 инша, һүҙлек эштәре.
Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин: -карточкалар менән эш; -тест; -һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү; -текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе; -терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү: -һүҙлек диктанты; -һөйләмдәр төҙөү; -һүҙлек менән эш.
кластар өсөн контроль эштәр. Ижади диктант “Алтын көҙ” Сентябрь етте. Уҡыуҙар башланды. Уҡыусылар килде. Директор ҡотланы. Уҡытыусылар теләне. Ата-әсәләр ярҙам итте. Һөйләмдәрҙе мөмкин тиклем тулыландырып яҙығыҙ. алет. Балет спектаклдәре тәүге тапҡыр Францияла ҡуйыла. 1581 йылдың 5 октябрендә Париж ҡалаһы сәхнәләренең береһендә сәнғәттең яңы төрө - балет күрһәтелә. Балет – бейеп башҡарылған спектакль ул. Бейеү менән моңло көй аша тамашасы спектаклде һүҙһеҙ генә аңлай. Балет спектаклен ижад иткәндә башта либретто яҙалар. Ошо либреттоға нигеҙләнеп, композитор көй ижад итә. Ә балетмейстр бейеүҙе көйгә һала. Балет артистары уларҙың хеҙмәтен тамашасыға еткерә. Бына шулай балет спектакле тыуа. Башҡортостанда тәүге балет 1954 йылда ижад ителә. Шунан һуң бер – бер артлы балет спектаклдәре ҡуйыла башлай. 1. Ҡылымдарҙың аҫтына һыҙырға. 2. 3 – 4 һөйләмдәрҙе тәржемә итергә. 3. Һандарҙы һүҙ менән яҙырға.
килә. Яҙ килеүен иң тәүҙә ҡоштар һиҙенә. Сәүкәләр, турғайҙар оя эҙләп оса, йылы яҡтан ҡарғалар ҡайта. Ә ҡыҙылтүш турғайҙар, киреһенсә, төньяҡҡа, һалҡын тайга урмандарына күсә. Марттың икенсе яртыһында ағас ботаҡтарында бөрө тулыша башлай. Йылға, күлдәрҙә балыҡтар уяна. Урмандағы йәнлектәр тиреләрен алмаштыра. Был осорҙа һунар итергә ярамай. Март аҙағында ҡаңғылдашып ҡыр ҡаҙҙары ҡайтып төшә. Был айҙы бөтә тереклек ауыр кисерә. Йәнлектәр, ҡоштар асыға. Шуға күрә ҡанатлы дуҫтарға оялар яһарға, тағараҡтар элергә, ем һибергә кәрәк. (73 һүҙ). 8 класс – 87-се бит
й, Уралым, Уралым. Ғәжәп тауҙар теҙмәһе ул Урал. Уның ҙурлығын, оҙонлоғон тасуирлап, былай тип яҙған халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәти: «Үҙе Боҙ диңгеҙенең һыуын эсә, ә ҡойроғо ҡойона Аралда». Эйе, ысынлап та, уның бер осо Төньяҡ Боҙло Океанға етеп торһа, көньяғы Ырымбур далаларын һәм Ҡаҙағстанға барып сыға. Мәғрур Урал буйҙарында бик боронғо замандарҙан алып башҡорт халҡы йәшәгән. Ошо тауҙарға һоҡланып, ул «Урал батыр», «Аҡбуҙат» эпостарын, бик күп йырҙар, әкиәттәр, ижад иткән. «Урал» атамаһыбашҡорт теленән алынған. Урал образы башҡорттарҙың Тыуған ил символы булып һанала.
онтроль диктант. “Йәйге көн”. Июнь – йылдың иң матур айы. Болон, туғайҙар гөрләп сәскә ата. Был айҙа Өфө ҡалаһына яҡын аҡландарҙа 40-тан ашыу сәскә төрөн күрергә мөмкин. Йылға, күлдәр өҫтөн ап – аҡ һәм һап – һары томбойоҡ сәскәләре ҡаплай. Май, июнь – ҡоштарҙың бала сығарыу ваҡыты. Улар балаларына ашарға ташып бер була. Мәҫәлән, бәләкәй генә себен сәпсеге тәүлегенә 560 тапҡыр осоп, аҙыҡ килтерә. Июлдә күбәләктәр оса. Бал ҡорто күс айыра. Июнь – тәүге еләктәр айы. Иң тәүҙә ҡайын еләге бешә. 22 июнь – йыл эсендә иң оҙон көн һәм иң ҡыҫҡа төн. Бер нисә көн шулай тигеҙ тора, шунан йәйге көн ҡыҫҡара башлай. («Йәншишмә» газетаһынан)
Дата добавления: 2017-02-11; просмотров: 2085 | Нарушение авторских прав Рекомендуемый контект: Поиск на сайте:
|
||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||