Лекции.Орг


Поиск:




У-у-у. У-у-у. — Ҡот осҡос тауышты ишетеп, дерт итеп ҡалдыҡ. Әмилә ҡарға ултыра төштө.




Бү-р-р-е — Һуңғы ижекте шул тиклем ҡаты итеп, йылан ыҫылдағандай әйтте ҡыҙыҡай.

У-у-у... У-у-у... У-у-у... — Йөрәкте аҡтарып сығарырҙай тауыш яҡында ғына ишетелә. Шул тиклем үҙәккә үткес олоу. Элек бүреләр тураһында кешеләрҙең һөйләгәнен ишеткәнем бар ине. Шом көсәйә бирҙе.

Тора һал, йүгерҙек... — Юлдашымды торғоҙорға тырыштым.

Тор-ра ал-ма-йым. Аяҡ тың-лаш... — Әмилә илап, миңә йәбешеп алды. — Таш-ла-маа-а...

Лге килмәй бит, әй. Нисек инде бүреләргә ризыҡ булайыҡ, ти. Хоҙай ундай бәләгә юл ҡуймаҫ бит. Ә бүреләр беҙҙе тыңлап та тормаҫ, ата-әсәйебеҙҙең юҡ икәненә лә ҡарамаҫ, детдом балалары тип тә аптырамаҫ. Көтөүе менән килеп сығалар ҙа ташланалар, ти, кешеләргә. Атай мәрхүм һөйләгән ваҡиға иҫкә килеп төштө...

Төнөн шулай бер ир менән ҡатын ауыл осонда машинанан төшөп ҡалған, ти. Оло юлдан ауылға тиклем арыу ғына ара. Бына шулай китеп барғанда, юлдарына бүреләр килеп сыҡҡан. Ҡатынын ир эргәләге ҡайындың йыуан ғына ботағына ултыртҡан. Йәнәһе, бүреләр тейә алмаһын! Ә үҙенә, бахырға, бүреләр ташланған! Ҡатынының күҙе алдында ирен өҙгөләп ташлағандар. Иртәнсәккә тиклем шул ботаҡта ултырған теге апай. Кешеләр уны өйөнә алып ҡайтҡан. Шул хәтлем ҡот осҡос йыртҡыслыҡты күргән ҡатындың сәсе ап-аҡ төҫкә ингән. Өҫтәүенә, бөтөнләй телдән яҙған...

Атайым һөйләгән ошо хәл кинәт тәнемде өтөп алды. "У-у-у... У-у-у"... Олоу дауам итте. Тыным быуылды, быуындарым да тотмай башланы. Мин дә ирекһеҙҙән ҡарға тубыҡландым.

С-сәй! Ат-тай! Ҡот-ҡа-ры-ғыҙ! — Берҙән-бер ярҙамсыларым булғандай, уларҙың исемен бышылданым. Әмилә лә ҡатып ҡалған. Мин дә ней илай алмайым, ней ҡысҡырып та булмай. Үләбеҙ, былай булғас. Беҙҙе бер кем дә тапмаясаҡ! "У-у-у... У-у-у" — был тауыш инде яҡында ғына ишетелә...

Юлда ут яҡтыһы күренде. Йә, Хоҙайым, машина килә түгелме! Һаҡлай күр инде, Аллам, зинһар өсөн. Алыҫтағы фарҙың яҡтылығы көсәйгәндән көсәйҙе. Тағы ла үтеп китмәһә ярар ине. Был бит беҙҙең һуңғы өмөтөбөҙ! Бар көсөмдө йыйып аяҡҡа баҫтым да юл уртаһына сыҡтым... Машиналағы кеше мине күрҙе шикелле, әммә тиҙлеген кәметергә уйламай ҙа. Юҡ, туҡтамаҫ инде. "Тимер ат" үтеп китте... Һуңғы өмөт, һуңғы!

Ан-на, — Ҡарҙа тубыҡланып ултырған Әмилә ҡысҡырып ебәрҙе. Ул ымлаған яҡҡа боролдом. Йә, Хоҙай, туҡтаған бит! Машина беҙҙең яҡҡа арты менән килә.

Унан оло йәштәге бабайҙың башы күренде:

Йәһәтерәк ултырығыҙ!

Миләгә торорға ярҙам иттем. Артҡы ишекте астыҡ та ултырғысҡа ҡабалана-ҡабалана ултырҙыҡ. Хоҙай бар икән дәһә!

Бабай өндәшмәй генә барҙы. Күрә бит— тештәр-тешкә теймәй, дер ҡалтыранабыҙ. Шунан, беҙҙең йылына төшкәнде һиҙеп, һүҙ башланы:

Оло юл уртаһында был ваҡытта йөрөймө ни кеше? — Уның һүҙҙәрендә олатайҙарса хәстәрлек тә тойолдо. — Йүнле әҙәм был буранда этен дә тышҡа сығармай. Ҡайҙан булаһығыҙ?

Сәлмәндән.

О-о-о. Ә бында нисек юлыҡтығыҙ? — Әмилә шул тиклем ҡурҡҡан, һөйләшерлек тә хәле юҡ. Шуға ла үҙемә бар һорауға яуап бирергә тура килде.

Аланан үҙебеҙҙең ауылға ҡайтабыҙ тип, яңылыш икенсе автобусҡа ултырғанбыҙ. Уянып китһәк — был яҡҡа барып сыҡҡанбыҙ. Ә шофер төшөрҙө лә ҡалдырҙы. — Яуабымда теге мыйыҡлы ағайға үпкә лә бар ине.

Бына бит. Ә ҡалаға бер үҙегеҙ нишләп килдегеҙ? Ата-әсәйегеҙ нимә ҡараған?

Ата-әсә һүҙен ишеткәс, тымып ҡалдым. Шулай ҙа дөрөҫөн әйтергә кәрәк.

Беҙ — детдомдан. Теште дауаларға килгәйнек. Үлтереп һыҙлай ине шул серегән нәмә. Ә ҡалаға әпкилеүсе булманы. Шуға ҡасырға булдыҡ...

Улай икән... Минең дә бер детдомдан танышым булды. Тик йәшләй гүргә инде шул. Һаҡлай белмәне үҙен, мәрхүм. — Бабай уйланып китте. Шунан һөйләүен дауам итте. — Бигерәк ҡыйыу икәнһегеҙ. Әгәр тешеңде ваҡытында таҙартһаң, бындай хәл булмаҫ ине лә бит?

Эйе, — ғәйепле башым эйелә төштө.

Донъя шулай, улым. — Бабай тамағын ҡырып алды. — Серек тештең зыяны ҙур ул. Уны дауалауы ла ауыр. Һурып ташлап ҡына ҡотолоп була. Үҙегеҙ ҙә шул серек теш кеүек булһағыҙ, йәмғиәткә һеҙҙән зыян ғына киләсәк. Кәрәгегеҙ ҙә, ҡәҙерегеҙ ҙә булмаҫ. Шуға, улым, серек булмағыҙ!

Кеше бит теш түгел, нисек серек булһын инде, — тинем, аптырап.

Урайғас, аңларһың әле. — Ул тәмәкеһен тоҡандырҙы. — Мәйтәм, бәхетегеҙ бар икән. Мин как раз баш ҡалаға китеп барам. Сәлмән аша үтәсәкбеҙ. Йортоғоҙға индереп уҡ ҡалдырырмын. Әлегә йоҡлап алығыҙ...

Айҙа инде ул йоҡлау! Саҡ бүреләр тотоп ашаманы! Йөрәк һаман дөп-дөп тибә. Кеше серек буламы икән тигән һорау ҙа тынғылыҡ бирмәне...

Машина ике ҡатлы балалар йорто алдына килеп туҡтаны. Быны күреп, һаҡсы ла килеп сыҡты:

Килдегеҙме ҡасҡалаҡтар? Барығыҙ төркөмөгөҙгә! — тип киҫәтте беҙҙе күргәс тә. Теге бабай уға нимәлер һөйләп бирҙе.

Ау булығыҙ! Ҡабат ҡаса күрмәгеҙ, йәме! — тине ул, хушлашып. Бабай ҡуҙғалып китте. Балалар йортона ингәндә, ишек төбөндә төнгө тәрбиәсе Флүрә апай баҫып тора ине. Ваҡыт төн уртаһына ауып бара. Ул Әмилә менән икебеҙҙе төркөмөбөҙгә алып китте. Тәүҙә аш бүлмәһенә алып инде. Плитәлә тиҙ генә йылыта һалып, һөтләп сәй яһаны. Сепрәк сумка эсенән ауыл икмәген сығарҙы. Флүрә апай шулай йыш ҡына өйөнән килтереп, тәмлекәстәр менән һыйлай беҙҙе.





Поделиться с друзьями:


Дата добавления: 2017-01-28; Мы поможем в написании ваших работ!; просмотров: 322 | Нарушение авторских прав


Поиск на сайте:

Лучшие изречения:

Большинство людей упускают появившуюся возможность, потому что она бывает одета в комбинезон и с виду напоминает работу © Томас Эдисон
==> читать все изречения...

1029 - | 841 -


© 2015-2024 lektsii.org - Контакты - Последнее добавление

Ген: 0.008 с.