Лекции.Орг


Поиск:




Категории:

Астрономия
Биология
География
Другие языки
Интернет
Информатика
История
Культура
Литература
Логика
Математика
Медицина
Механика
Охрана труда
Педагогика
Политика
Право
Психология
Религия
Риторика
Социология
Спорт
Строительство
Технология
Транспорт
Физика
Философия
Финансы
Химия
Экология
Экономика
Электроника

 

 

 

 


Арғымаҡ ат юл башлар 7 страница




 

* * *

Диҡҡәттең вафатынан һуң ҡайғымды уртаҡлашып хат яҙыусылар ҙа, йортҡа килеп йыуатыусылар ҙа күп булды. Яҙыусы Вәзих Исхаҡов, ҡатыны вафатынан һуң үҙе лә ауыр ҡайғы үткәргән мәле булғанға, айырыуса ныҡ кисергәйне минең юғалтыуымды. Ҡайғыны ниндәй юлдар менән еңелерәк үткәреп була — шул хаҡта кәңәштәр биргәйне. Бына уның кәңәштәре: тәүге көндәрҙә Диҡҡәттең фотоларын күҙ алдыңдан ал, Диҡҡәтте иҫкә төшөрөүсе әйберҙәргә мөмкин тиклем иғтибар итмәҫкә, килгән кешеләр менән дә уның хаҡында һөләшмәҫкә тырыш. Диҡҡәт — беҙҙең өсөн дә ҙур юғалтыу. Үҙеңдең шәхси юғалтыуың тип кенә уйлама. Оло ҡайғы — уртаҡ.
Шағирә Рәғиҙә Янбулатова, тыуаһы балам барлығын белгәс: «Биш бала менән ни хәл итерһең? Заманы ла еңелдән түгел бит. Үҙеңде һаҡла. Һинең һаулығың — балаларҙың именлеге», — тип хат яҙып ебәрҙе. Зәйнәб Биишева ул саҡта Мәскәүҙә, улында йәшәй ине, хаттарынан өҙмәне. «Бирешмә, һылыу! Тормош һиңә бик ауыр һынау ебәргән, тик еңелмә ҡайғынан. Башҡорт ҡатыны бит һин!» — тип яҙа торғайны.
Ошо осорҙа туғандарымдың, дуҫтарҙың ярҙамы иҫ киткес булды. Уларҙың матди һәм рухи ярҙамынан һуң зарланыу, бөгөлөп төшөү оят булыр ине. Йырсы Мәғфирә Ғәлиева өйләнгән һайын килеп, балаларҙы алдаштырып, йыуатып йороно. Дуҫтар: «Диҡҡәттең балалары өсөн взнос», — тип, бер йылға яҡын аҡсалата ярҙам күрһәтеп торҙо. Төркөм-торкөм булып йыйып, ай һайын йөҙ һум килтерәләр ине. Ул осорҙа йөҙ һум аҡса ҙур сумма ине. Радио һәм телевидение хеҙмәткәрҙәренән күренекле журналист Әнисә Тимербулатова, Диҡҡәт уҡыған интернат-мәктәптән, хәҙерге 1-се Республика башҡорт гимназияһы уҡытыусыларынан — Фәүзәнә менән Рәфҡәт Аҡмановтар, Башҡорт дәүләт университетының тарих һәм әҙәбиәт факультеты уҡытыусыларынан һәм Ауыл хужалығы институтында эшләгән дуҫтарҙан Клара менән Әнүәр Әсфәндиәровтар, курсташтарымдан — Урал Нәҙерғолов, Күмертау ҡалаһынан бер төркөм егеттәрҙән — Сафуан Фәхретдинов, аралашып йөрөгән дуҫтарҙан Диҡҡәттең класташтары ойошторҙолар бындай ярҙамды. Ул саҡта профсоюздарҙың Өлкә комитетында эшләгән Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы Солтанова матди ярҙам күрһәтеү өсөн үҙе минең исемдән ғариза яҙып, өйгә аҡсалата ярҙам килтереп, ҡултамғамды ғына алып китте. «Кил, юлла, бирербеҙ», — тип аҡыл өйрәтеп китмәне. Рәшит Шәкүр, китабына гонорар алғас, өлөш бүлде. Диҡҡәт менән бергә эшләгән геолог Камил Уразаев бер нисә ай буйы көн һайын эштән ҡайтышлай, Диҡҡәттең эштән ҡайтыр мәлендә балалар янына инеп сығыр булды. Үҙенең ғаиләһе ишле булһа ла, байтаҡ матди ярҙам күрһәтте, берәй ергә барырға кәрәк булһа, машинаһы менән килеп етер ине. Ҡатыны Рина Мөхәммәт ҡыҙы менән улар дуҫлыҡтың иң юғары өлгөһөн күрһәткәндер, тип уйлайым. Рәмзиә менән Илшат Йомағоловтар улдары Айсыуаҡ менән ҡыҙҙары Айһылыуҙы алып килеп, балаларҙың да, минең до күңелде күреп киткеләйҙәр ине. Әйтергә кәрәк, Илшат Йомағолов — Диҡҡәттең балалыҡ дуҫы, ғүмере буйы был дуҫлыҡҡа тоғро булып ҡалды.
Диҡҡәт үлгәндән һуң һаулығым ныҡ ҡаҡшағайны. Баланы һаҡлап алып ҡалыу хәстәрлеге күрә башланым. Шул саҡта Мәхмүзә Ғәйнуллина, Марат Аҙнабаев, Вәрис Ғүмәров, Марат Мурзановтар дефицит укол һәм дарыуҙар менән ярҙам иттеләр, Мәскәүҙән Ғәлиә Солтанова-Йәнбирҙина бандероль менән уколдар һалып ебәрҙе. Диҡҡәттең тәүге уҡытыусыһы, һуңғы йылдарҙа Благовещен районы Ильина Поляна ауылында йәшәгән Тимербикә апай Туҡаева яңы һауылған һөт күтәреп килеп етә торғайны. Уның балалары Рөстәм Сабирович Туҡаев, Зилә, Зөлфирәләрҙең ярҙамын байтаҡ күрелде. Дыуан районында Мәрйәмғол ауылында йәшәүсе курсташым Сания Әхмәтова менән ире Ғәлимйән ит, картуф тейәп килеп етте. Курсташтарым Миҙхәт Мәмбәтов ҡатыны менән, Урал Нәҙерғолов менән Лена, Вил Бәхтейәров менән Фәриҙә, Марсель Ҡотлоғәлләмов менән Сания, Сибәр Дәүләтшина, Жеүәйрә Зарипова, Сәбилә Сөләймәнова менән Айрат Ғафаровтар үҙҙәренең иғтибарынан өҙмәне. Көйөргәҙе районы Таймаҫ ауылынан Ғимран Солтангәрәев, улдарын алып килеп:
— Еңгәгеҙҙең ҡайнар ашын күп ашаным, хәҙер ул үҙе ярҙамға мохтаж, тел ярҙамы, ҡул ярҙамы күрһәтеп тороғоҙ, — тип таныштырып китте.
Таңсулпаным тыуғас, бала табыу йортонан алып ҡайтырға дүрт «Волга» килде. Ә Марат Тәлғәт улы Аҙнабаев ҡатыны менән килеп, дүрт баламды ла «Волга»һына ултыртып, бала табыу йортона үҙе инеп, баланы күтәреп алып сыҡты.
Өфө ҡалаһынан Мәүрүзә Фәттәхова, Фәүзиә Байдәүләтова апайҙар иғтибарҙан өҙмәне, Фәүзиә апайҙың ҡыҙы Светлана бер нисә ай буйы балаларым менән музыканан түләүһеҙ шөғөлләнде. Балаларымдың дүртәүһе лә фортепианоға йөрөй ине. Рита менән Әхмәтхан Языҡбаевтарҙың ҡул ярҙамын күп күрелде. Минең ауыр хәлемде күреп, яҙыусы Гөлсирә Ғиззәтуллина, дөйөм ятаҡтағы бүлмәһен ҡалдырып, беҙгә күсеп сыҡты. Балаларыма өлкән апай, серҙәш, кәңәштәш, миңә бер туғандай һеңлекәш һәм ярҙамсы булды. Өс туған һылыуым Миңниса Сәфәрғәлина даими килеп, ҡул ярҙамы күрһәткеләп китте. Йәдкәр Рафиҡовтың ҡул ярҙамы ҙур булды. Әкрәм Биишев ағай мул итеп күстәнәс күтәреп ингеләп сыға ине.
Күгәрсен районы етәкселәре ҡымыҙға саҡырҙы, хатта алырға машина ебәрҙеләр. Ул саҡтағы ярҙамдары өсөн Венер Ғәлимйән улы Аҙнағолов менән Мәрүәгә, Сулпан Абдулхаҡ улы менән Венера Ғайсиндарға, сикһеҙ йылы мөнәсәбәте өсөн ҡәйнәһе Зөһрә апайға, Алик Ишмөхәмәт улы менән Асияға һәм балаларына, ҡыҙҙары Әлфиә менән кейәүҙәре Юлайға рәхмәтлемен. Диҡҡәттең шәжәрә буйынса алыҫ, әммә рухи яҡтан яҡын туғандары Салиха менән Исмәғил Фәтҡуллиндар, Минира менән Мөхәррәм Үтәгәновтарҙың рухи ла, матди ла ярҙамдары ҙур булды. Был хаҡта тәпсирләп яҙыуымдың ғилләһе шул — алтмышынсы, етмешенсе, хатта һикһәненсе йылдарҙа кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәр ниндәйҙер йылы, дуҫтарса ҡиммәттәргә ҡоролғайны. Бөгөнгө йәштәрҙең ҡайһы берҙәренең үҙ-ара мөнәсәбәттәре икенсәрәк ҡиммәткә — алыш-бирешкә, файҙалы дуҫ эҙләүгә ҡорола башланы, шуға ҡарап бошонам да, үҙ заманым өсөн ҡыуанам. Ҡайтарырға кәрәк бындай ихлас мөнәсәбәтте.
Башҡорт халҡын быуаттар һуҙымында милләт итеп һаҡлап килеүсе төп көстәрҙең береһе — ул туғанлыҡ менән дуҫлыҡ.
Кеше яңғыҙ йәшәй алмай. Яңғыҙ кешенең рухи таянысы булмай. Туғандар, дуҫтар, тотош милләт, халыҡ, ил менән көслө кеше. Донъяла туғанлыҡҡа бәрәбәр дуҫлыҡтан да ҡиммәтерәк төшөнсә юҡ. Шатлығыңды ишәйтә, ҡайғыларыңды тарҡата торған иҫ китмәле яҡынлыҡ ул. Туғанлыҡ һәм дуҫлыҡ — рухи ныҡлыҡ, рухи таяныс нигеҙе. Ышаныслы таянысың булыу өмөт шәмен һүндермәй тотоуға ярҙам ита.
Әлбиттә, һәр замандың үҙенә күрә төрлө бәндәһе була... Ләкин, бәхеткә күрә, ундайҙар бик аҙ. Ә шулай ҙа барҙар.
1982 йылда «Ағиҙел» журналының бер һанында минең «Һылыуҡай» исемле повесым баҫылып сығырға тейеш ине. Уға, минең иҫәбем буйынса, бер меңдән ашыуыраҡ гонорар булыр һәм декрет отпускыһынан имен-аман, артыҡ мохтажлыҡ күрмәй сығырмын тип уйланым. Машинкала баҫырмын, яҙырмын, тәржемә итермен, тип тә иҫәп тоттом. Сөнки ситтән ни тиклем генә ярҙам булмаһын, биш балаға сығымдар байтаҡ ине. Уларға бирелгән бер нисә һум пособие, ул саҡтағы магазиндарҙың буш кәштәләре, һәр нәмәнең дефицитҡа әйләнеүе, һөт алыуға ла иртә таңдан сират алыуҙар йәки, сират алырға ваҡыт булмағанлыҡтан, сират һатыусыларға түләүҙәр һәм башҡа сығымдар... Хәҙер ул замандың күн ҡытлыҡтарын иҫкә төшөрһәң, ейәндәрең генә түгел, үҙең ышаныр-ышанмаҫ хәлдә ҡалаһың. Хатта теш порошогын тиклем табып булмай торғайны... Өҫтәмә сығымдар, артығыраҡ хаҡ түләү һәм башҡа шундай юл менән генә табыла ине. Шундай ҡытлыҡ кисергән осорҙа бер мең һум аҡса суғым ғына килеп инһә, әлбиттә, һиҙелерлек бол булыр ине. Шуға күрә, повесымды планға индереп ебәргән Әмир ағай Гәрәевкә рәхмәтле булып, балаларымдың өлөшө бар икән, тип ҡыуандым. Әмир Гәрәевтең ҡатыны Фәниә апай журнал редакцияһында машинистка булып эшләй ине, ул повесымдың номерға индерелеүе һәм типографияға төшөрөлөүе тураһында һөйөнсөләне. Бына-бына повесым баҫылып сыға һәм гонорар алам, тип өмөтләнеп, балаларым менән кемгә нимә алыу тураһында пландар ҡороп, исемлек төҙөп ҡуйҙыҡ. Бер аҙҙан, бандероль барып алырға, тигән ҡағыҙ килде. Унан алда ғына Зәйнәб Биишева Мәскәүҙән Таңсулпанға тип бик матур костюм ебәргәйне. Диҡҡәттең Мәскәүҙә йәшәүсе курсташы, МДУ уҡытыусыһы профессор Пиковский Юрий Иосифович та бер нисә тапҡыр бандероль ебәргеләне. «Тағы кем һалды икән?» — тип аптырап киттем. Почтаға барҙым. Нимә икән тип ҡараһам... «Ағиҙел»дә баҫыла башлаған повесымды кире ебәргәндәр... «Был ни хәл? Әллә төҙәтмәләр индерергә генә ебәргәндәрме икән?» — тип уйлайым, баҫылырына һаман өмөтләнәм. Ҡулъяҙма өҫтөндә хат бар. Асып уҡыйым. Шағир Ғ.Р. ағайҙан ине. «Һылыуҡай» повесы документаль нигеҙҙә яҙылғас, ҡайһы бер факттарҙы дөрөҫләргә кәрәк. Ул көйө генә журналда сығара алмайбыҙ. Мәҫәлән, повестың төп героиняһы Һылыу Әхмәтованың ниндәй наградалар алыуы һәм ул наградаларҙы кем, ҡасан, ҡайҙа тапшырыуы тураһындағы мәғлүмәттәрҙе асыҡларға кәрәк. Уның өсөн хәрби архивҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк», — тип яҙған. Аптырап киттем. Бындай хатты повесты бөтөнләй уҡымаған кеше генә яҙа ала ине. Бөтөнләй мәғәнәһеҙ дәғүә. Повестағы ваҡиғалар дивизия яугирҙарының дошман тылына яһаған рейдынан сығыу ваҡиғаһы менән тамамлана. Һылыу Әхмәтова менән ошо уҡ полктың хәрби врачы Тәүфиҡ Саттаров өйләнешәләр, фронт шарттарында туй үткәрәләр, тик Саттаров, рейдтан сыҡҡас, алған яраларынан вафат була. Повесть шуның менән тамамлана. Ә Һылыу Әхмәтова 1943 йылдан һуң ғына наградлана башлай. Һәм, ғөмүмән, повесть — кемдең ниндәй наградаға лайыҡ булыуы, кем ҡулынан нисәнсе йылда, нисәнсе айҙа алыуы хаҡында түгел, ә дивизия яугирҙарының еңеүгә булған оло ышанысы, патриотлығы һәм хатта үлем түшәгендә ятканда ла — рухи күтәренкелек, ҡот осҡос шарттарҙа ла күңел матурлығы һаҡлап алып ҡалыуҙары хаҡында.
Аҙаҡтан асыҡланыуынса, был хат «юғарынан» ҡушыу буйынса, повесты алып ташлағандарына һылтау өсөн генә яҙылғайны. Әлбиттә, повесть йөкмәткеһендә ниндәйҙер ярамаған әйберҙәр хаҡында яҙылғаны өсөн түгел, ә Т. С.-тың үҙ повесын сығарта һалыуҙы йәһәтләүе һәм һүҙҙәре үтерҙәй бер нисә кешене маҡтап телгә алыуы арҡаһында килеп сыҡҡайны барыһы ла. Хат яҙыусы автор ҙа был эштә ҡул шымартҡан кеше ине. Заманында шул уҡ «юғары кешенең» ҡушыуы буйынса Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғырының тетмәһен теткән был хат авторының сираттағы «бурыс» үтәүе аңлашыла. Тик туҡтауһыҙ иман тураһында һөйләгән һәм роман яҙған яҙыусы Т.С.-тың ғына Диҡҡәт Бураҡаевтың ғаиләһенә ҡарата бындай мөнәсәбәте аңлашылманы. Сөнки, күренеп тора, бөтә был «хәстәрлекте» ул ойошторғайны. Ә үҙе, Диҡҡәт иҫән саҡта, уның байтаҡ ҡына тел ярҙамын, кәңәштәрен күреп торған яҙыусы. Уның бер һыныҡ икмәккә мохтаж булып илап ултырырлыҡ балаһы юҡ, матди яҡтан миңә ҡарағанда сағыштырғыһыҙ өҫтөн. Ни эшләп улайтты икән? Мине ундай хәлдә ҡалдырыуының сәбәбен әле лә аңлап етмәйем.
Ул минең повесть урынына үҙенең повесын баҫтырып сығарҙы. Машинистка аптырап һөйләне: «Типографияла журнал баҫыла башлағайны. Туҡтаттылар ҙа Т. С.-тың повесын индерергә булдылар. Рус телендә яҙған. Миңә башҡортсалап тәржемә итә. Ашыға-ашыға баҫам. Корректор эргәлә көтөп тора, повесть биттәрен берәм-берәм типографияға йүгертә. Ни эшләп улай иткәндәрҙер — аңламаным...» Аҙаҡ был яҙыусының повесын уҡып ҡараһам, инеш өлөшөндә бөтөнләй урынһыҙға КПСС Өлкә комитетының идеология буйынса секретарын маҡтап телгә алған, һәм шул ялағайланыу юлы менән «Ағиҙел»дең редакторы Әмир Гәрәевкә баҫым яһап, типографияла баҫыла башлаған журналды туҡтаттырып, «Һылыуҡай»ҙы алдыртып ташлатҡан. Ялағайлыҡтың ҡөҙрәте иҫ китмәле икән! Уның повесы ла, «Һылыуҡай» ҙа Башҡорт дивизияһы яугирҙары тормошонан алынып яҙылғанға үҙ әҫәрен алдараҡ сығартыу ниәте менән әрһеҙләшкәндер. Минең повесым урынына баҫылған әҫәре хатта яҙылып та бөтмәгәйне, аҙағына «Повесть яҙылыу өҫтөндә» тигән ямау һалынғайны.
Йылдар үткәс, Т. С., романын мәктәп программаһына индертеү хаҡында ҡултамғалар йыйып, хаттар ойоштороп йөрөгән сағында (Мәғариф министрлығына килгәйне. — М. Б.) мин ултырған кабинетҡа килеп ингәйне, был хаҡта әйттем:
— Теге ваҡыт ни эшләп минең повесты алдырттың? Аҡса етмәй инеме? Һәр райондан спонсорлыҡ ярҙамы йыйып ятаһың бит былай ҙа... Повесыңды аҙағыраҡ, яҙып бөткәс, сығартһаң да ҡулыңдан килә ине бит һинең...
— Шуға һаман үпкә һаҡлайһыңмы?
— Һин һүҙ әрәсәһенә тәрән төшөнгән яҙыусы. Ҡылған этлегеңә ҡарата «үпкәләү» тигән генә һүҙ үтә еңел түгелме? Биш баламдың күҙ йәшенән ҡурҡманыңмы? Һин бит уларҙы икмәкһеҙ ҡалдырҙың...
Әммә мин балаларымды мохтажлыҡта йәшәтмәҫ өсөн һәр ваҡыт әмәл таба торғайным. Был юлы ла Яҙыусылар союзынан оҙайлы командировкаға киттем.
КПСС-тың Күгәрсен район комитетының икенсе секретары Венер Ғәлимйән улы Аҙнағоловҡа индем. Ул өсөнсө секретарь Сулпан Абдулхаҡович Ғайсин менән РОНО мөдире Хәсән Барлыбаевич Мәзитовты саҡырып алды. Минең үтенесем шунан ғибәрәт ине: мин мәктәптә уҡытыу-тәрбиә эше тураһында әҙәби әҫәр яҙырға тейешмен. Шуның өсөн мәктәпкә яҡын ғына йәшәргә мөмкинлек булған ауылға барырға, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытырға кәрәк. «Бала йоҡлаған арала дәрес биреп сығыр инем, үҙ балаларым да янымда уҡыр ине», — тинем.
Сәйетҡол ауылын тәҡдим иттеләр, һәм мин ғаиләм менән ошо ауылға күсеп киттем. Әлбиттә, дәрес биреү менән генә сикләнмәнем. Уҡытыусыларҙан һәм ауыл йәштәренән драма түңәрәге ойоштороп, Әсғәт Мирзаһитовтың «Әсәләр көтәләр улдарын» тигән пьесаһы буйынса спектакль ҡуйып йөрөнөк. Концерттар менән дә сығыш яһаныҡ, ауылда байрамдар ҙа үткәрҙек. Ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә үткәрелгән үҙенсәлекле байрамды әле лә һағынып иҫкә алалар икән. Мәктәптә крайҙы өйрәнеү музейы ойошторҙом. Ауыл халҡының үтенестәре менән район Советы башҡарма комитеты рәйесендә лә байтаҡ булырға тура килде.
Әммә бер ваҡытта ла күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәнем. Минең маҡсатым юғары ине: ҡулдан ни килә — шуны эшләргә, мәктәптә уҡытыу-тәрбиә эшен өйрәнергә. Был ваҡытта мәктәптәрҙә уҡытыу-тәрбиә эшенең торошо менән ҡыҙыҡһына башлағайным.
Шулай итеп, мин ғаиләм менән бер йыл ауылда йәшнәп йәшәп ҡайттым.
Ҡайһылай ғына булмаһын, мин ул йылдағы матди ҡыйынлыҡтан сыҡтым. Юраған юш килә, теләгең менән ҡуш килә, ти ине әсәйем. Шуға фәҡәт ыңғай, яҡшы нәмәләр хаҡында ғына уйланым һәм юраным. Әсәйемдең был фекеренең дөрөҫлөгөнә үҙ тәжрибәм буйынса ла, башҡаларҙы һынау арҡаһында ла ышандым. Ысынлап та, үҙҙәренә һәр саҡ уңышһыҙлыҡ юраған, ауырыйым да ауырыйым, хәлем ауыр, тегенеһе барып сыҡмай, быныһы барып сыҡмай, мин бәхетһеҙ инде, тип үҙен йәлләтеп йөрөгән кешеләрҙең уңышҡа өлгәшкәнен күргәнем булманы.
Үҙ көсөңә ныҡлы ышаныс, оло маҡсат һәм булырлыҡ нимәгә өмөт, ныҡышмалылыҡ кәрәк. Үҙ көсөңә ышанһаң — еңәһең. Ә икеләнеүле, ышанысһыҙ уйҙар кешене баҫа, уңышһыҙлыҡҡа һөйрәй.

 

Әллә былайтып ҡарайым микән...
( йәки уҙ көсөңә ышанмай ҡарау һәм. мәңге икеләнеү бәләһе)


Диҡҡәт үлгәндән һуң алған хаттар араһында бығаса бер нисә тапҡыр ғына күрә белгән таныштың да хаты бар ине.
«...Мин һинең тормошоң менән күптән ҡыҙыҡһынам. Үҙең иҫләйһеңме икән — уҡыусы сағыңда йәштәр гәзитендә бер шиғырың баҫылғайны. Өмөтлө генә ҡыҙ ҡәләм тибрәтә икән, тип шатланып ҡуйғайным. Унан һуң университетта уҡыған сағыңда радио аша ярайһы уҡ өлгөргән хикәйәңде тапшырҙылар. Гөлли Мөбәрәкова уҡығайны. «Ғәфү ителгән хыянат» тип атала ине ул. Университетта уҡығаныңды белгәс, бер тапҡыр йәштәр кисәһенә барҙым, тик күрешергә баҙнат итмәнем. «Ағиҙел» журналында баҫылып сыҡҡанын да яратып уҡыным. Әсәйем дә башҡорт телендәге гәзит-журналдарҙы уҡый бара. Ул да, ҡара әле, бынау йәш кенә бала ҡалай олоғул хикәйә яҙған, тип күрһәткәйне хикәйәңде. Унан тағы бер хикәйәңде Биктимерова-Бураҡаева тип баҫтылар «Ағиҙел» журналында. Кейәүгә сыҡҡан икән был, тип уйланым. Тик ниндәй Бураҡаевҡа икәнен генә белмәнем, сөнки мин белгән геолог һәм журналист Бураҡаевтың ғаиләһе бар. Аҙаҡ белдем — шул Бураҡаев булған икән. «Ни эшләп ҡатын айырған кешегә сыҡты икән?» — тип бик оҙаҡ аптыраным. Бер ваҡыт «Совет Башҡортостаны» гәзитендә, махсус хәбәрсе, тип мәҡәләләрең баҫыла башланы. Күрге килеп китте. Редакцияға барып таптым. Һылтау өсөн тәржемә итеп бер хикәйә алып барғайным. Хәҙер авторын хәтерләмәйем. Рус теленән тәржемә иткәйнем. Ҡыр тәкәләренең ҡыр кәзәһе өсөн нисек итеп аяуһыҙ алышҡандары хаҡында ине. «Яҡшы нәҫел ҡалдырыу өсөн ҡыр йәнлектәре аяуһыҙ көрәшә. Ә беҙҙең егеттәр кем етте — шуны эйәртә лә ҡайта. Ҡыр йәнлектәре тиклем дә башығыҙ юҡмы ни һеҙҙең, егеттәр? Ниндәй нәҫел ҡалдырыу тураһында уйламайһығыҙмы?» тигән фекерҙе әйтке килгәйне. Һин әҙәбиәт бүлегенә алып инергә тәҡдим иттең. Бүлектә ҡалдырып киттем, тик сығарманылар.
Һине студент сағыңда нисек күргәнмен — шулай инең. Нисә йыл ҡалала йәшәп, нисә бала әсәһе булып та толомоңдо һаҡлағанһың. Шуға аптыраным да, һоҡландым да. «Башҡортлоҡто һаҡлаған, толом үҫтергән, ҡырҡмаған», — тип шатландым. Иҫеңдәме икән: беҙ Салауат районында Лағыр совхозында көҙгө уңыш йыйған саҡта бергә эшләгәйнек. Бергә, тип, һин ашханала инең, ә мин комбайнда эшләнем. Шул саҡта толомдарыңа иғтибар иткәйнем. Кем икәнеңде лә һорашып белгәйнем дә, танышырға ла ниәт бар ине, тик уҡыған кешеләр янына барып һөйләшергә ҡыйманым. Өфөгә ҡайтҡас, дөйөм ятаҡҡа барырға тип йыйынып бөттөм дә, тағы баҙнат итмәнем. Юғары белемем булмағас, ғүмер буйы үҙемде кәм тойҙом. Тик ни өсөндөр һәр саҡ һинең менән ҡыҙыҡһына барҙым. Бәхетһеҙ булһаң, алырмын да китермен берәй яҡҡа, тигән дыуамал уй ҙа килгеләй ине башыма. Балаң тыуғас, был уйымдан төңөлдөм.
Ә үҙем һаман һиңә оҡшаған кеше эҙләнем. Таба алманым.
Таба алмам да инде. Һин хәҙер тол ҡалдың. Итәгең тулы бала. Ә мин һаман буйҙаҡ. Һинең тол ҡалыуыңдан үҙемә бәхет яһарға ниәтләнмәйем. Ә шулай ҙа ярҙам итергә әҙермен. Ниндәй ярҙамға мохтаж булһаң да, мин ярҙам итермен... Бер ултырып һөйләшергә ине...
Ғаиләңә һаулыҡ теләп, Ибраһим. Өфө ҡалаһы.»
Хатҡа рәхмәт әйтеп яуап яҙҙым һәм был кешенең һаман өйләнмәй йөрөүенә ныҡ аптыраным. «Тәбиғәттең камил оҫталығылыр был! Ул тиклем дә матур кеше булыр икән!» — тип һоҡланырлыҡ һәм бер кемдең дә иғтибарынан ситтә ҡалмаҫлыҡ егет ине йәш сағында. Колхозда эшләгән саҡта беҙҙең ҡыҙҙар, шундай матур кеше ни эшләп актер түгел икән, тип аптырайҙар ине.
Яуап хаттан һуң беҙгә үҙе килде. Мин уны күргәс, танымайыраҡ торҙом. Ул быға аптыраны. «Шулай ныҡ үҙгәргәнменме ни?» — тине, йөҙөнә ҡыҙыллыҡ йүгереп. Шунан сәбәбен үҙе әйтеп һалды: «Мин һине һәр саҡ күрә йөрөһәм дә, һин бит мине белмәйһең. Бөтөнләй иғтибар итмәүең дә ихтимал — мин һинең өсөн бер кем дә түгелмен», — тине.
...Беҙ икенсе курсты тамамлағас, колхозға эшкә алып барғайнылар. Заводтан да байтаҡ ҡына егеттәр килгәйне. Ибраһим да бар ине унда. Мине студенттарға һәм эшселәргә ашатыу өсөн асылған ашханаға ашнаҡсы итеп ҡуйҙылар. Ашнаҡсы булғас, кешегә күренеп йөрөлмәне, фәҡәт бешеренеү менән генә булдым. Таң менән эшкә киләм дә төн еткәс айтып китәм. Аш таратыусы ҡыҙҙар ғына рәхмәт һүҙҙәрен килтереп еткерә ине.
Бер саҡ ашханаға ризыҡ килтереп еткермәнеләр. Ни әҙерләп ашатырға белмәй аптырап торҙом да ҡоймаҡ ҡойҙом, Һикһәндән ашыу кешегә ҡоймаҡ ҡойоуы еңел түгел ине. Әммә бик тәмле килеп сыҡты. Бөтөнөһө лә аш таратыусы Рәшиҙә менән Фәриҙәгә рәхмәт әйтәләр. Шул саҡ Ибраһим тарата торған тәҙрә янына мине саҡырып алды ла:
— Һеҙ ни эшләп әҙер аҙыҡты ташып йөрөгән ҡыҙҙарға гына рәхмәт әйтәһегеҙ? Юҡтан бар итеп бына тигән ҡоймаҡ ҡойған, сәғәттәр буйы усаҡ янында янып-бешкән кешегә әйтегеҙ рәхмәтегеҙҙең ҙур өлөшөн, — тине. Мин, әлбиттә, уның әйтеп бөтәүен көтөп торманым, уңайһыҙланып китеп барҙым. Әммә шул саҡта Ибраһимды яҡындан күреп, аҙаҡ һаулыҡ һорашып йөрөй башланым.
(Байтаҡ йылдар үткәс, Диҡҡәт менән дә ошоға оҡшаш ваҡиға килеп сыҡҡас, ошо хәл тураһында Диҡҡәткә һөйләнем: «Беҙгә үҙебеҙ бешергән ашҡа үҙебеҙгә рәхмәт әйттереп өйрәнергә ваҡыт та ул. Ҡанға һалынмаған. Эшен эшләйбеҙ ҙә, ҡултамғаны икенселәр ҡуя», — тине.
Ә Диҡҡәт һөйләгән ваҡиға былай булған. Бер таныштарына күсенергә ярҙам, иткәндәр. Дүрт кеше, шул иҫәптән Диҡҡәт, етенсе ҡатҡа пианино күтәреп мендергәндәр ҙә, хәл йыйырға туҡтағандар. Шул саҡ ике ир фатирҙан килеп сыҡҡан да пианиноны һөйрәп алып инеп тә киткән. «Еңгәй, пианиноны ҡайҙа ҡуяйыҡ?» — тип ялпылдап йөрөп тә яталар. «Шул кәрәк беҙгә, асығауыҙҙарға, тип, көлөштөк тә ҡуйҙыҡ. Талашып булмай бит инде. Ашарға ултырғайныҡ, хужабикә тауыҡ боттарын уларға тотторҙо. Шунан һуң үҙем башлаған эште үҙемә тамамлап ҡуйырға, тигән принцип ҡуйҙым», — тип һөйләгәйне.
— Мин ашханала ашаған эшселәрҙең бөтөнөһөн дә иҫләмәйем, әммә һин иҫтәһең. Ҡыҙҙарҙы хыялыйҙар итеп йөрөгәнеңде хәтерләйем. Ҡоймаҡ өсөн рәхмәтең дә иҫемдә. Тик ни эшләп һаман өйләнмәйһең? Һин ни эшләп үҙеңә баһаны бик түбән ҡуяһың? Аңламайым. Элек тә шулай инеңме? Әллә берәй сәбәбе булдымы?
— Башым эшләп тә юғары белем ала алмауымды иң ҙур кәмселеккә һанайым. Мин был тормошта бер нәмәгә лә өлгәшә алманым. Хатта ғаиләм дә юҡ. Күкрәк һуғырлыҡ бер ни ҡыйратманым.
— Ә ни эшләп өйләнмәнең? Бөтөнләй өйләнмәнеңме, әллә айырылыштығыҙмы?
— Ул хаҡта һиңә хатымда яҙғайным да... Өйләнмәнем. Мине аңларҙай кеше тапмауымдан ҡурҡтым. Үҙем юғары белем ала алмағас, юғары белемле кешегә өйләнә алмам, балаларымды маҡсатлы, белемле тәрбиәләй алырлыҡ кеше булмаҫ, тип хафаландым. Хәҙер балалар аҡыллы бит. «Беҙгә өйрәткән аҡылыңды ни эшләп үҙең тотманың? Ни эшләп уҡыманың?» — тиһәләр, ни тип яуап бирермен? Шуға, һис юғы, әсәйҙәре белемле булһын, тип уйлағайным да... Оҡшаған ғына кеше булһа, бәлки, уныһын-быныһын уйлап та тормаҫ инемдә...
— Оҡшаған кеше бөтөнләй осраманымы ни? Ҡыҙҙарға ҡытлыҡ юҡ бит.
— Бер тапҡыр осраны берәү. Самолетта осҡанда. Арыу ғына тойолдо. Һөйләшеп киттек. Ипле генә. Һиңә оҡшағаныраҡ бер ҡыҙ ине. Хатта сикәһендә бер шәлкем сәсенең бөҙрәләнеп тороуына тиклем оҡшағайны. Тағы осрашырға һөйләштек. Адресын алдым. Хушлашҡан саҡта исемен һораһам — Рузия, тине. Рузия... Нисек инде Рузия? Разия булһа, бер хәл. Разия булһа, мәғәнәһе бар. Һөйөклө, көтөп алынған, тигән һүҙ ғәрәп телендә. Ә Рузия бер ниндәй мәғәнәне лә аңлатмай. «Ҡатыныңдың исеме нисек?» — тиһәләр, «Рузия» тип әйтерменме?» — тип уйланым да барманым да ҡуйҙым.
Эскерһеҙ бала кеүек, ни уйлаһа, шуны һөйләп ултырған ир уртаһы был кеше мине ныҡ аптыратты, һорау артынан һорау тыуҙы. Телгә килгән бөтә һорауҙарымды биреп бөтмәһәм дә, интервью биргән кеше кеүек асыҡтан-асыҡ һөйләп ултырыуы ҡыҙыҡ тойолдо. Ысынлап та, ихлас һөйләшеүгә сарсап йөрөгән кеше ине ул.
— Ә ни эшләп уҡырға инмәнең һуң? Институтта табыр инең үҙеңә тиңде. Һөйләшеүеңә ҡарағанда, зиһенең яҡты бит.
— Имтихандар биреп ҡараным. Ауыл хужалығы институтына инмәксе булғайным. Ауылыма ҡайтып эшләрмен, тип хыяллана торғайным. Имтиханда бер ҡатын ултырып алған, әйҙә өҫтәмә һорауҙар бирә, әйҙә һорай. Яуап бирҙем-бирҙем дә — ҡул һелтәп сыҡтым да киттем. Юрый ныҡышҡаны күренеп тора ине. Хатта абитуриенттар ҙа аптыраған уның был ҡыланышына. Икенсе йылына тағы шул кешегә эләгәмсе. Мине танып тора. Инмәнем дә ҡуйҙым. Халыҡ белмәй әйтмәгән бит, иртә уңмаған — кис уңмаҫ, кис уңмаған — һис уңмаҫ, тип.
— Әле һаман заводта эшләйһеңме?
— Юҡ, институтҡа инмәһәм дә, уҡып-уҡып алғыланым мин. Умартасылыҡҡа уҡыным да үҙебеҙҙең ауылға ҡайттым. Хәйерсегә ел ҡаршы, тигәндәй, мин ҡайтырҙан алда ғына совхоз директоры итеп минең элекке класташты ҡуйғандар. Мәктәптә хөрт кенә уҡыны. Эшкинмәгән генә бер малай ине. Математиканан гел минән күсерә торғайны. Ошаҡ, ярамһаҡланыу тиһәң инде — ашауын онотор кеше ине. Шул етәксе булып киткән... «Мин уның ҡул аҫтында эшләргә, унан һоранырға, уға отчет бирергә, уның кабинетының ишек төбөндә тапанып сират көтөп торорға, ҡабул итеүен үтенергә тейеш буламмы?» — тип уйланым да ҡайтманым. Электән шуны күҙәткәнем бар — ошаҡ яратыусыларҙы етәкселеккә күтәрәләр. Етәксе булыу өсөн эш белеү, кеше яратыу сифаттары мөһимерәк түгелме икән ул? Етәксе бит — етәкләүсе тигән мәғәнәне бирә. Диҡҡәт ағай иҫән саҡта бер ултырып шул турала һөйләшермен, тип уйлай торғайным. Ул, моғайын, дөрөҫ яуап бирер ине. Аҡыллы булған, тиҙәр. Яҙған мәҡәләләренән дә күренеп тора ине...
Шунан шоферлыҡҡа уҡырға индем. Шофер бер кемгә лә буйһонмай, үҙ алдына эшләп тик йөрөй, тип уйланым. Берәй ҙур ғына түрәне йөрөтөргә тура килһә, уларҙың ултырыштары йыш та, оҙаҡ та була торған, буш ваҡыт күп ҡалыр, китап-гәзит уҡырмын, тип уйланым. Ваҡытты бушҡа үткәрмәҫ инем. Уҡыр инем. Тик түрәләрҙең шоферы булып эләгеү өсөн дә ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ кәрәк икән. Ә минең ундай кешем юҡ. Аңҡы-тиңке йөрөй бирҙем дә йөк машинаһында эшләй башланым. Оҙаҡ эшләй алманым. Беҙҙә бит, сит илдәрҙәге кеүек, машинаң боҙолор-боҙолмаҫтан төҙәтеп биреү юҡ. Арыу кейенеп йөрөп булмай, машина аҫтына инеп китеп төҙәтергә, көйләргә кәрәк. Аҙ ғүмер эсендә гел генә ары-бире кейенеп, майланып, машина аҫтында шөрөп бороп ятып булмаҫ, тип уйланым. Өҫтәүенә, иҫке машина бирҙеләр. Ташланым. Бухгалтерҙар курсын тамамланым. Байтаҡ ваҡыт шул системала ипләп йөрөнөм. Ҡәҙимге оҡшап та киткән кеүек булды. Һандар донъяһы үҙе бер ҡыҙыҡ икән ул. Мауыҡтырғыс. Тик бер командировканан түләүле булып ҡайттым. Эш хаҡынан мул гына умырып алып ҡала барҙылар. Тағы китергә тура килде.
— Ә ни эшләп түләнергә тура килде?
— Уныһы үҙе бер ваҡиға инде. Салауатҡа командировкаға барғайным. Ҡунаҡханала ике кешелек номерға урынлаштырғайнылар. Бер кешелек юҡ, тинеләр, — миңә тигәндә шулай бит ул. Ике генә көнгә барғас, алмашҡа кейем дә алмағайным. Вокзалдан ҡунаҡханаға килеп еткәнсе ямғыр аҫтында ҡалып лысма һыу булдым да, ванныйҙа тотош кейемдәремде йыуып, киптерергә элеп, простыняға уранып яттым. Күршем тора ла тәмәке тартып инә, тора ла тәмәке тартып инә. Йоҡо бирмәй. Бөркәнә биреберәк стена яғына боролоп яттым. Бер саҡ теге ир ҡыштыр-ҡыштыр итеп нәмәлер эҙләнгән һымаҡ йөрөй башланы. «Әллә минең әйберҙәрҙе аҡтара инде был?»— тигән уй килеп инде мейемде ярып. Һикереп тороп ҡарарға оялам. Теге кешене енәйәт өҫтөндә тотоуҙан тартынам. Ни эшләр икән был, тип көтөп ятам. Бер саҡ төн уртаһында тағы тороп сығып китте. Был юлы оҙаҡлай икән, тиһәм, бөтөнләй инмәне. Ниҙер һиҙенеп тороп ҡараһам, бөтә кейемдәремде лә, хатта киптерергә элеп ҡуйған эске кейемдәремә тиклем, тотоп сығып киткән. Простыняға урандым да артынан йүгерҙем. Милицияға әйтеп тоттоҡ тегене. Кейәмдәрҙе тартып алдыҡ. Өҫтөнә ҡатлап кейеп бөткән. Кеҫәһен тентеп, минең документтарҙы таптыҡ. Аҡса килтереп сығарғайнылар — минеке түгел, тип алманым. Ҡайтҡас, ҡараһам, минең аҡса булып сыҡҡан. Мин аҡсаны матрац аҫтына һалғандай булғайным, уның ҡулына нисек эләккәндер — кем белһен инде. Ҡайтанан барып әйтеп булмай бит. Байтаҡ түләндем. Шунан һуң аҡса эшенә яҡын да барманым. Яңынан шофер булып эшләп йөрөйөм. Әйтәм бит, был тормошта уңышһыҙлыҡҡа юлығыр өсөн яратылғанмын. Йә һин кейәүгә сығып өлгөрҙөң...
— Һин миңә тәҡдим яһағайныңмы һуң? — тип һораным, аптырап.
— Бөтә бәлә лә шунда шул — ҡыйманым... Тәҡдим яһау түгел, яныңа килергә лә ҡыймай инем. Һин бит юғары белемле, ә мин уҡый алманым. Ярай, ни булһа ла, нисек булһа ла, ғүмер үтте инде. Һинең менән бер ултырып һөйләшергә ине, тип хыяллана торғайным — һөйләштем. Диҡҡәт ағай менән генә һөйләшеү теләге үтәлмәне. Ҡулда машина — ярҙам кәрәк булһа, әйт. Баҡсаңда ла эштәр барҙыр...
Әлбиттә, ярҙамдан баш тартманым — баҡса өйөнөң ҡыйығын ябып биреүҙе һораным. Ихлас риза булды. Иртәгеһен үк баҡсаны барып ҡарап, кәрәк-ярағын килтерҙе, ял көндәре килеп, бик бөхтә, сымыры итеп эшләй ҙә башланы. Ыҫпай ғына, таҙа ғына кейенеп килер, балалар менән ипле генә һөйләшер ине. Балаларҙың, атайҙарын юҡһынып, ныҡлап һағына башлаған саҡтары — Ибраһимгә өйрәнеп тә киткәндәй булдылар, килерен көтөп ала торғайнылар. Барыһы ла бәләкәй булғас, күп һымаҡ тойолдо микән — ишле булыуҙарына һәр саҡ аптырай торғайны ул.
— Балаларҙы ни эшләп ул хәтлем итеп ташланығыҙ һуң?
— Беҙ бала яраттыҡ. Ғаиләнең ишле булыуын теләнек. Диҡҡәт, мин атайым һымаҡ ер йөҙөндә алты бала ҡалдырырға тейешмен, ти торғайны.
— Алтынсыһына өлгөрмәнегеҙ инде...
— Диҡҡәттең беренсе ҡатынынан бер ҡыҙы бар. Шулай булғас, йәмғеһе алты бала. Хыялын тормошҡа ашырҙым.
— Шулай ҙа ул. Хәҙер ни эшләйһең? Бөтөнөһөнә лә юғары белем бирә алырһыңмы? Бала яратыу арҡаһынан тупылдатып һөйөп, битенән супылдатып үбеү генә түгел бит. Кеше араһында кәм-хур итмәй кейендереүгә, сәләмәтлеген ҡаҡшатмаҫ иҫән тейешенсә витаминлы аҙыҡтар ашатыуға күпме кәрәк! Шул хаҡта уйлап ҡараманыңмы? Бала яратыу — уны әҙәм араһында әҙәм итеп бағыу ҙа бит әле. Беҙ атайһыҙ ҡалғас, асәйем икебеҙҙе уҡыта алманы. Һинекеләр бит бишәү. Сабыйың аяҡҡа баҫҡансы эшләй ҙә алмайһың бит инде. Ағай туҡтауһыҙ йөрәк менән сирләгәс, былай булыры күҙ алдына килмәнеме ни — ни эшләп аҙыраҡ уйламаның? Яҙыусылар тормошто алдан күреүгә һәләтле түгелме ни? Хәҙер ни эшләмәксе булаһың?
— Йәшәргә. Йәшәргә тыуғанмын донъяға. Зарланып ултырыр өсөн түгел. Үҙ көсөмә ышанғанға таптым. Артҡа юл юҡ, тик алға ғына.
— Артҡа юл булһа, ни эшләр инең?
— Биш бала табыр инем.
— Оптимист булыуың яҡшы ла ул. Аҙаҡ балаларың үпкәләмәҫме?
— Балаларым үпкәләмәҫлек итеп йәшәргә тырышам.
— Һин тормошҡа ысынбарлыҡтан сығып ҡара. Ул тиклем юғары рухлы булма әле. Рух менән генә тамаҡ туймай. Улыңды, бәлки, эшкә керетерһең. Армиянан ҡайтһын да — эшләһен. Ир балаларға ниндәй эш тә бара. Теләге булһа, аҙаҡ уҡыр. Ҡыҙҙарыңа еңел эш кәрәк, әлбиттә. Матур булып үҫһендәр. Кәүҙәләрен боҙмаһындар. Ана ауыл ҡыҙҙары бәләкәйҙән ауыр күтәреп тоҡос ҡына кәүҙәле булып ҡалалар. Кәүҙә бәләкәс, аяҡтар кәкре. Беҙҙең заман ҡыҙҙары бигерәк гә шулай үҫте. Кеше күҙенә күренергә тартынып йөрөй торғайнылар. Шуға ағайҙар, кәүҙәлерәк ҡыҙҙар күҙләп, кем етте — шуға өйләнеп бөттөләр ҙә хәҙер үкенеп йөрөйҙәр. Үҙ өйөңдә үҫкән бала һине һанға һуҡмай, атай тип тә әйтмәй, олатаһы телендә һөйләшә лә белмәй үҫһен әле... Өҫтәүенә, милләттең бәкәленә һуға. Һуғыш булмаһа ла, һаман артмайбыҙ. Ярыша-ярыша башҡа милләт өсөн бала баҡҡас ни... Ярай, уныһы... Һинең ул яҡтан намыҫың таҙа... Ә матди яҡтан хәлең еңел түгел. Һыр бирмәҫкә генә тырышаһың. Баштан үтте. Әсәйемдән беләм. Ҡалай матур ине әсәйем йәш сағында! Беҙ тип ҡартайҙы. Һуғыш ваҡытында тол ҡалдың ни ҙә, әле яңғыҙ ҡалдың ни. Яңғыҙлыҡ ҡасан да яңғыҙлыҡ инде. Улың тыңлаулы, йөктө бергәрәк тартһағыҙ, еңелерәк булыр...
— Улымды ла уҡытам. Баштары эшләй, зиһендәре яҡты. Уҡыһындар. Бер ҡалһа, ҡала ул. Аҙаҡ ҡайҙа эшләһә лә эшләр. Мин үҙ бурысымды үтәйем. Береһе иҫәбенә икенсеһен йәшәтергә уйламайым. Һәр береһенең үҙ тормошо.
— Уныһын дөрөҫ уйлайһың. Һәр кем үҙ тормошо менән йәшәргә тейеш. Бына мин, ҡустымды уҡытам тип, үҙем уҡыуға инеүҙе һуңға ҡалдырҙым да ошолай тороп ҡалдым. Ә ҡустым уҡыуҙың ҡәҙерен белмәне — башын эскегә һалды... Уға еңел бирелде, минең көс иҫәбенә йәшәне. Әҙерәк нужа һурпаһы татыһа, бәлки, тормошҡа икенсе төрлөрәк ҡарар ине... Хәҙер арала туғанлыҡ тойғоһо ла юҡ.
Эс серҙәрен һөйләр кешеһе лә булмай, күңеле менән һыйыныр урын тапмай йөрөгән Ибраһим беҙгә йыш ҡына килә башланы. Улым, урта мәктәпте тамамлаған йылда уҡ, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инде. Ҡабул ителеүе хаҡында белешеп шатланып ҡайтты.
— Иртәгә ял көнө, баҡсаға барып ағайға ҡыйыҡ ябышырға ярҙам итермен, — тип дәртләнеп йөрөнө.
Иртәгеһен Ибраһим иртүк килеп етте. Улымды ҡотланы:
— Һин ҡалай бер киҙәнеүҙә йыға һуҡтың да ҡуйҙың! Еңел билеттар эләктеме? Хәйер, һинең ни, фамилияң бар бит. Фамилияның да әһәмиәте ҙур шул. Бына мин ауылдан килеп, ҡайҙа, кемгә барырға белмәй аптыранып йөрөнөм. Йә шул саҡта атайыңа килмәгәнмен. Уның абруйы бик ҙур булған икән. Ә һиңә ни, ишектән инер-инмәҫтән «бишле» ҡуя башлағандарҙыр ул? Ярай, ҡыйыҡ ябышып йөрөмәҫһең инде хәҙер — һин бит буласаҡ аҡһөйәк, һәр кем үҙ өлөшөнә төшкәнде башҡарырға тейеш.
Улым оҙаҡҡа һуҙылған ҡыйыҡ ябыу эшен йәһәтләтеп маташты, әммә Ибраһим, ҡыҫылма, интеллигент башың менән ҡара эш эшләмә, тип уңы яҡын ебәрмәгәс, аҙыраҡ аҡса эшләйем тип, Күгәрсен районына колхозға эшкә китте.
Баҡса өйөнөң ҡыйығы ябылды. Бик ентекле, сымыры, матур итеп башҡарҙы был эште Ибраһим. Күрше тирә-яҡты һоҡландырҙы уның эше. Хатта күршеләр үҙҙәренә лә ярҙам итеүен һорап маташты. Тик Ибраһим, мин көнлөксө булырға яратмайым, тип баш тартты. «Һәр тинеңде һанап тотонғансы, риза булһаңсы. Ҡулың оҫта, тәпсирләп эшләйһең — мул ғына түләһәләр, әҫтәңә кейем алыр инең!» — тип үҙ фекеремде әйттем.
— Магазиндарҙа йүнле кейем юҡ бит. Ҡулға аҡса тотоп йөрөүҙән ни файҙа? Берәй сит илгә сығып булһа, арыу ғына итеп кейенеп ҡайтыр инем, тигән уй бар ине лә... Атайым һуғышта хәбәрһеҙ юғалған. Сит илгә сығырға рөхсәт итмәйҙәр. Ә беҙҙең ил кейемдәренең рәте бармы ни ул!
— Беҙ шуларҙы кейәбеҙ бит инде.
— Кейәһең инде. Кеймәй ҡайҙа бараһың? Йә минең кеүек әллә ҡасанғы, ҡайҙандыр эләктергән импорт кейемең менән йөрөйһөң, йә юҡ-бар нәмәгә аҡсаңды әрәм итәһең. Тәки йүнләп йәшәтмәне беҙҙе коммунистар. Ялтыр бутаны донъяны. Ағаһының үсен алам тип, тотош донъяның аҫтын-өҫкә килтерҙе! (Ленин тураһында бара ине һүҙ. — М. Б.) Ниндәй башлы кешеләрҙе юҡҡа сығарҙылар — әле сит илгә, әле һөргөнгә олаҡтырҙылар. Минең шул тиклем эшсән олатайҙы, ике һыйыр тотаһың тип, Себергә һөргәндәр. Йәшәйбеҙ хәҙер эш рәте белмәгән эшкинмәгәндәр ҡулы аҫтында. Уйлап ҡараһаң, революциянан һуң Кремлдә бер нисә генә кеше юғары белемле булған бит.
Ибраһимдың был фекерен балаларым алдында әйттерге килмәй ине. Мин уларға бөтөнләй икенсе фекер һалырға тырыша инем.
Үҙ яҙмышыңдың хужаһы булырға кәрәк. Шарттар һинең менән идара итмәһен, һин шарттарҙан өҫтөн бул, оҡшамаһа, үҙгәрт, үҙеңсә ҡулайла. Бөтә уңышһыҙлыҡты — яҙмышҡа; теге йәки был нәмәгә даланың булмауҙы — бәхетһеҙлеккә;, үҙеңдең йүнһеҙлегеңде кешегә япһарып, һылтау эҙләп, ке-иенән ярҙам өмөт итеп, үҙеңә фәҡәт уңышһыҙлыҡ ҡына зрап, мыжып йәшәү тик бәхетһеҙлек кенә килтерә. Даими рәүештә үҙтәрбиә менән шөғөлләнгәндә генә рухи камил-\ыҡҡа һәм уңышҡа табан барырға мөмкин, тип өйрәтергә тырышам.
Ә Ибраһим фәҡәт уңышһыҙлыҡ ҡына тултырып алғ





Поделиться с друзьями:


Дата добавления: 2017-01-28; Мы поможем в написании ваших работ!; просмотров: 509 | Нарушение авторских прав


Поиск на сайте:

Лучшие изречения:

Студенческая общага - это место, где меня научили готовить 20 блюд из макарон и 40 из доширака. А майонез - это вообще десерт. © Неизвестно
==> читать все изречения...

2376 - | 2323 -


© 2015-2025 lektsii.org - Контакты - Последнее добавление

Ген: 0.016 с.