Лекции.Орг


Поиск:




Категории:

Астрономия
Биология
География
Другие языки
Интернет
Информатика
История
Культура
Литература
Логика
Математика
Медицина
Механика
Охрана труда
Педагогика
Политика
Право
Психология
Религия
Риторика
Социология
Спорт
Строительство
Технология
Транспорт
Физика
Философия
Финансы
Химия
Экология
Экономика
Электроника

 

 

 

 


Алимдың да булған ғүмере.

Ахрызамандан һуң.

Айҙа, ҡасан, нисек?

Ә һеҙ ахрызаманды күҙ алдына килтергәнегеҙ бармы? Бөтә ерҙә ҡан, күк ҡып-ҡыҙыл төҫтә, ер йөҙөн элгәре күҙ күрмәгән шайтан, ендәр баҫып алғандар, йән - яҡта ҡысҡырған тауыштар, кешеләрҙе тереләй суҡыған ҡарғалар... Яҡынса шулайыраҡтыр. Тик ысынында ахрызаман күпкә ябайыраҡ һәм ҡыҙғанысыраҡ үтте. Булған ваҡиғалар һин йәшәгән дәүерҙән һуң булһа ла, ваҡыт шаршауы беҙҙе алыҫ айырманы. Был хикәйә ахрызамандан һуңғы ваҡиғалар хаҡында.

Башта ахрызаман тип аталған көндәр тураһында һөйләп үтәйем. Был хоҙай бойороғо буйынса булдымы, әллә кешелектең битарафлығы арҡаһындамы кем белһен. Ҡиәмәт көнө тип тә әйтерлек түгел ул. Ерҙе ярып тамуҡтан сыҡҡан Иблес тә булманы, йөрәкте табанға төшөрөп, йәнеңде йолҡоп алған Ғазраил да килмәне, дейеүҙәр ҙә күренмәне. Хатта мәрхәмәтле фәрештәләр ҙә, һәләкәткә дусар булған кешеләрҙе ҡотҡарманы.

Күнегелгән мөхит беҙҙе үлтерҙе лә. Кемдәр ғүмер буйы диңгеҙ күрергә хыялланған, үлер алдынан уны күрҙе, тик билдәле алһыу ҡояш байыу мәле менән һоҡланып өлгөрҙө микән? Күктә диңгеҙ хаҡында ғына һөйләшәләр тиҙәр, һуңғы йылдарҙа үлгәндәр был темаға арыуыҡ фекер әйтә алыр ул. Ысынында, ахрызаман тигәнебеҙ ер шарын һыу баҫып алыуы ғына. Һанап бөтмәҫлек фабрикалар, заводтар, машиналар һәм башҡа мең-мең һауаны бысратҡан әйберҙәрҙең ҡалдыҡтары күккә осоп йыйыла торғас, планетабыҙҙың азон ҡатламы юҡҡа сыҡты. Ә ул булмағас, ҡояш нурҙары ер йөҙөн өттө генә. Көндөҙ тышҡа сығырлыҡ түгел, өйөң ҡалһа өйҙә, баҙың булһа баҙҙа ғына ҡасып була ине. Ҡасандыр континентҡа һаналған антарктида, антарктика һәм башҡа боҙламалар, ике көндә тулыһынса иреп бөттө. Таулы яҡта йәшәгәндәр, төндәрен түбәгә ашҡындылар, аҡыллылары унда ҡыуыш ҡорҙо, ер ҡаҙҙы, аҡылһыҙҙары янып бөттө. Шулай итеп ҙур һыуҙан алыҫыраҡ булған ерҙә, утрау-утрау булып Урал тауы тороп ҡалды ла инде.

Ваҡыт дауалай тиҙәр, дөрөҫтөр шул. Бер аҙ ваҡыт үткәс тере ҡалған халыҡ йәшәүҙең бындай шарттарына ла күнекте. Хәҙер инде һәр кемдең өҫтәлендә балыҡтың мең төрө көн һайын ашҡаҙанды ҡыуандыра. Ҡай саҡ ҡош та эләгеп ҡала, ул көндө байрам. Көн менән төн буталыуы ла йәшәү кәлейәһен борманы. Халыҡ һаман да көндән көн ашарға ла ашағанын сығарырға, үрсергә һәм ирешергә дауам итте. Тау - утрау ғүмерҙә лә таныш буласаҡтарын уйламаған кешеләрҙе берләштерҙе. Шулай итеп бер ерҙә өсәү көн күрә башланы. Ул да булһа ғалим, күрәҙәсе һәм эт. Этте улар ашамайҙар ҙа, ашатмайҙар ҙа, сөнки үҙ тамағын бында һәр кем үҙе генә ҡарай, ә хайуанды үлтерергә ярамай. Кем белә, бәлки был донъялағы һуңғы эттер...

Был тормош ғалимға ғына оҡшай ине, сөнки ул физик, ә бында экспиременттары өсөн кәрәккән һәр нәмә бар. Һыуҙың күплеге һәм ҡояштың тырышлығы арҡаһында, ергә көн һайын ямғыр яуа. Тик ябайлап ғына яумай, дауыл, йәшене менән ҡуша була. Физик бәхетенә улар ҡунған тау, ҡасандыр саңғы шыуа торған үҙәккә ингән һәм уның тубәһендә тимер-томор, бағаналар байтаҡ. Ул свет бағанаһы ла, саңғысыларҙы күтәрә торған бағана ла, тросс, проводтар, кабинкалар, хатта саңғының таяҡтары. Ер йөҙөндә иң бәхетле кешеләр улар, сөнки тауҙа ял итеүселәргә тип төҙөлгән ҡыуыш та бар ине, әҙерәк кенә ҡул менән эшләгәс, хатта ла өйгә оҡшаны. Ғалим, бағаналар ярҙамында йәшен тотоп провод аша үткәреп үҙе эшләгән трансформаторға токты йүнәлтә, ә унан һуң, электричество өй эсенә, лапочкаға юл һала. Шулай итеп ожмах шарттарында көн күрәләр. Свит үткәрелгәс, ҡыуыштың булған тишектәре лә көпләнелде, сөнки бында шундуҡ башҡа халыҡ йөҙөп килер ине. Ә бит бында йәшәр өсөн тау башын ҡан менән йыуырға тура килде...

Физик эш менән булған саҡта күрәҙәсе нишләне тигеҙме? Ул көндәрен һәм төндәрен үҙ аңында булышты. Чакраларын таҙартты, өсөнсө күҙен ыуаланы. Мәз килде буғай. Кәрәкһеҙлектән батып ятыр ине лә, йомшаҡ йөрәкле, нескә күңелле һәм кешелекте ҡотҡарыу теләге өсөн генә тере ҡалды. Утрауҙа урынлашҡан аҡыл коэффиценты йыһанға тиклем еткәс, күрәҙәсе ҡоролмаһы ла шулай ине. Сихырсы, үҙ көсө арҡаһында теге донъя сиктәренә инеп, йәндәр менән аралаша ала, кәрәк мәлдә эйәртеп ергә лә алып ҡайтыу мөмкинселеге бар. Шул мөмкинселеге, булған донъяны һыу тотҡононан ҡотҡара ала. Ғалимдың аҡылы ярҙамында төҙөлгән "терелтеү үҙәге"нән хәҙер терелектең яҙмышы тора. Ә бына ни өсөн, экстрасенс йәндәр иленә сәйәхәт итеп ер йөҙөндә ҡасандыр балҡыған талант эйәләрен, бөйөк ғалимдарҙың йәнен был донъяға ҡайтара һәм физиктың апаратына ҡундыра. Терелтеү үҙәге үҙ сиратында йәнде яңы тәнгә индерә һәм ХХ-се быуат шәхестәре ХХII-лә йәнә йәшәй.

Теория шәп, апарат төҙөлгән, инде тән табып терелтә башларға ғына кәрәк. Ғүмергә Да Винчины, Тесланы, Энштейнды, Поповты һ.б. ҡайтарып бөгөнгө хәлде аңлатҡас, бөйөк аҡылдар, ошондай ҡыҙғаныс урындан ҡотҡарыу юлы уйлап табырҙар әле. Бәлки ракета төҙөп, башҡа планетала йәшәп китербеҙ, бәлки һыу аҫтына ҡарапта сумып капитан Немо кеүек көн күрербеҙ, ул осраҡта Жюль Вернды ла терелтергә кәрәк. Йә ярай, йәнгә йәшәргә яраҡлы тән тапҡас барыһы булыр. Ә әлегә тән табыу мәсъәләһе көн, йәки яңыса, төн үҙәгендә тора.

алимдың да булған ғүмере.

Күк йөҙө шашҡандан шаша, ай хөкөмө аҫтында булған һәр ерҙә әүәлгесә кеше күрмәгән шторм. Аҡылдан яҙған тәбиғәт үҙ ҡанундарын һеңдерә. Бындай көндө балыҡ тотоуы үтә ҡурҡыныс. Тик аслыҡтан ҡасып булмай һәм ошо хәлдә бер ниһеҙ ҡалған кеше, үҙ көсөн йыйа башлаған тәбиғәт менән аяныслы көрәшкә инә. Ҡасандыр, кешелек тәбиғәтте еңә ала ине, хатта тулыһынса ҡырып ташлау сигенә еткән ине. Тик ғәҙеллек барыбер була ул. Үҙ заманыңа тап килмәһә лә, ейәндәрең хөкөмгә эләгәсәк...

Кескәй утрауының сигендә физик ҡармаҡсылай.Тик был шөғөл дә арыуыҡ үҙгәрештәр кисергән шул. Хәҙер "ҡармаҡ" һүҙе сараның исемендә генә тороп ҡалған, буҙа ла кәрәкмәй. Көслө тулҡындар утрауға балыҡты үҙе алып килеп ташлай, тиҙ генә йүгереп йыйып алырға ғына ҡала. Бер биҙрә йыйып алып эскә индереп биргәс, ғалим, ҡыуыштарының янында ятҡан торбаға ултырып уйҙарға батты.

Был урындан ғәжәйеп матур күренеш асыла. Бында, берҙәм океан өҫтөндә, әйтерһең, алыш йә шашҡан йәндәр бейеүе бара. Уңдан һулдан бейек тулҡындар бер береһе менән осрашып бәреләләр ҙә, ҡушылыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән яңы тулҡын башҡаһына барып йәбешә. Тыңғыһыҙ мәжлес әллә үҙ ҡайғыһына батып йәшәгән кешелекте һүрәтләй, әллә донъяла өҫтөнлөк алғанын байрам итә. Ә өҫтә, ғәрәсәттең тамашаһын ҡарап йондоҙҙар теҙелгән. Эре-эре бөртөктәр күк йөҙөн тултырған, һәр береһе гәүһәр кеүек, кешеләрҙең хыялдары менән балҡый. Ә уртала түп-түңәрәк алһыу-ҡыҙыл шар барыһынан да өҫтөнлерәген белдереп тулыланып, ауырайып тора. Тап ошондай тулы ай аҫтында физик үҙенең ғүмерлек мөхәббәте менән осрашҡайны ине. Күңеле техник фәндәргә ыңғайлаһа ла, бөгөн уның шиғырҙар ижад иткеһе килә...

***

Ахрызамандан һуңғы йондоҙҙар кеүек эре-эре ҡар яуа. Әйтерһең ҡар үҙе йондоҙ һәм кешеләр өҫтөнә йыһан үҙе яуа. Был тәүге ҡар. Һәм ул шундай еңел! Әйләнә, өйрөлә, бейей-бейей туңған ергә төшөп шәлдәй йәйелә. Кис... Ике яҡтан ҡайын, ҡарағай ултыртылған аллея. Боронғо фонарьҙар кеүек яһалған прожекторҙар, оҫта әҙәбиәтсе һүрәтләгән әкиәт донъяһындай, сихри атмосфера булдыра. Ҡарағайҙың оло устары һуҙылып, үҙ эсенә ҡар йыйып ҡатҡан. Янындағы ҡайындар ҙа ҡоро ботаҡтарын тирә яҡҡа һелтәп аҡҡа батып ултыра. Юл буйында йәшенгән скәмйәләр ҙә, йорғанын ябынып, яңғыҙ тынлыҡта ҡалған.

Театр тупһаһында ошо гүзәллеккә һоҡланып торған егет янына бер ҡыҙ пәйҙә булды. Ул үҙе лә был әкиәттән килгән. Ҡара пальтоһының яурынында, ябынған яулығында, керпегендә илаһи узорҙарҙан торған ҡар бөртөктәре һөйөнөп ята. Егеттең ҡарашын тотҡас ул йылмайып та ебәрҙе. Аһ! Ә йылмайыуы һуң уның, йылмайыуы!

– Спектакль башланманымы әле? - ҡыҙҙың тауышы шаян яңғыраны. Оҙон керпектәрен ҡағып, көрән күҙҙәрен егеткә төбәне.

Ир бер ни тиклем шым торҙо. Һылыуҙың өндәшеүе, ул күҙәтеп торған әкиәттең дауамы кеүек генә тойолдо. Әммә был һорауҙың ҡабатланыуы ысынбарлыҡҡа тиҙ ҡайтарҙы.

– Ә? Ә! Юҡ, юҡ әле. Хәҙер, хәҙер биш минуттан башлана.- был һүҙҙәрҙән һуң, егет, сәғәте тағылған ҡулын йәһәт кеҫәһендә йәшерҙе. Ҡапыл яңғыраған тауышы нисектер нәҙек, ҡалтыраулы ишетелде. Был күренешкә оялып башын аҫҡа эйҙе. Ә ҡыҙ ихлас көлөүе менән бар тынлыҡты тултырып, театр донъяһына оҙатҡан ишектә юғалды. Егет һаман тора бирҙе. Өсөнсө ҡыңғырауҙы ишеткәс кенә иҫке, ышҡылып бөткән курткаһын сисеп гардеробҡа тапшырҙы ла икенсе ҡатҡа, балконға йүнәлде...

Спектакль тамамланғас, тамашасылар ағымы фоены тултырҙы. Гардероб алдында ла, бинанан сыҡҡас та күҙҙәр тик бер һынды эҙләй ине. Тағы бер ҡат күрергә, өндәшергә, танышырға! Спектакль буйы уны уйланым, баштан сыҡманы, йөҙө, сәстәре, ирендәре, ҡасандыр, мәмерйә эсендә тәү тормош кешеһе төшөргән һүрәттәй мәңгегә һеңде. Эстә сит кешенең артыҡ иғтибарын йәлеп итмәҫ өсөн тышҡа сыҡтым. Ахырҙа баяғы урында торам. Йәнә аллея. Эҙләнеүҙәр... Бына тауыш, таныш тауыш! Ул көлә. Саңланған скрипка ҡылы кеүек һуҙылып, өҙөлөргә әҙер йөрәгемә еңеллек төштө, ҡыл бушаны. Күңелгә, күптән онотолған рәхәтлек, наҙлыҡ, яғымлы хистәр, ләззәт тулды, тән еңеләйҙе. Был нимә булды һуң!? Әллә ғашиҡмын?. Был тойғо, шағирҙар һүрәтләгән ҡанаттар түгел, муйынды уратҡан бау бит! Әйтерһең ошо ике-өс сәғәт эсендә донъялағы иң ҡаты наркотикка ултырғанмын, мин - ҡыҙҙың көлөүендә мохтаж. Ә бит таныш та түгелбеҙ! Бәлки башҡа миңә ҡарамаҫ та, шамтыр иҫәр тип уйлар, һуң мин бит формула һәм теоремаларҙан башҡа нимә тураһында һөйләшергә лә белмәйем. Театрға ла бына, сараһыҙлыҡтан килдем. Юҡ, уға бөгөн бүтән күренергә ярамай. Ҡайҙа йәшәгәнен ҡарайым да, икенсе берәй көн матур кейенеп шул яҡта өйрөлөрмөн. Бәлки осрашырбыҙ ҙа.

Ошондай уйҙарға батып, егет, үҙе һиҙмәҫтән ҡыҙҙың артынан эйәрҙе. Тәүҙә ипһеҙ артынан ҡыуаланы, аҙаҡ йәшеренерәк. Урамда кеше әҙәйгәндән алыҫая барҙы. "Автобусҡа ғына инмәһә инде" - тип туҡталыштарға еткән һайын доға ҡылды. Әммә ҡыҙ һаман йәйәү булды. "Әллә мин яңылыш башҡа ҡыҙ артынан бараммы?"- тип икеләнә лә башлаған ине, тик ел килтергән хушбуй еҫтәре икеләнеүҙәрен юйҙы. Күҙ йомоп шул еҫте тәмләгән саҡта, ҡыҙ юғалды. Егеттең тыныслығы өҙөлдө, йөрәк таныш һынды таптырып ярһыу тибә башланы, аяҡтар алға, күҙҙәр уңға-һулға йүнәлә. Тротуар менән таш өй араһында үрелеп үҫкән миләш артында ҡыҙҙың йөҙө күренде, ҡулына телефон тотоп ниҙер эҙләй. Егет өнһөҙ уға баҡты. Кемдер торғанын һиҙеп ҡыҙ башын күтәрҙе. Ошо мәлдә ҙур булып күренгән күҙҙәрендә ҡурҡыу, ярһыулыҡ, өмөт асыҡ сағыла ине.

– Һин? - тип шыбырҙаны ул. – Ниңә арттан бараң? Ниңә кеше ҡурҡытаң!?- тауышы көсәйгәндән көсәйә бара. Егет ғәйепле генә башын аҫҡа эйеп ниҙер әйтеп маташты.

– Мин. Мин насар түгел. Ҡурҡытырға теләмәнем. Ғәфү ит.

– Насар булмағасың ниңә күҙәтәң!? Полиция саҡырттым, хәҙер киләсәктәр.

– Ә-ә... ә.. Кәрәкмәй полиция, мин бит изге уйҙа ғына артыңдан барҙым.

– Әһә, тимәк ысынлап арттан күҙәткәнһең! Һин... Һин!

– Әйе, мин. Оҡшаның да, танышырға тип уйлағайным. Ә һин шундай матур, ҡыйыулығым етмәне. Сихырланған кеүек артыңдан эйәрҙем. Һин ҡурҡма, мин кире.. Мин ҡайтам. Полиция кәрәкмәй.. Ғәфү ит.. - башында башҡа һүҙҙәр бөткәндәй туҡтап ҡалды.

– Оҡшайым, тимәк? - тынын төҙәтеп алғас, бер аҙ паузанан һуң ҡыҙ тәүге осрашыуҙағылай ҡиәфәткә керҙе.

– Әйе - тип яуапланы егет ғәйепле тауыш менән.

– Ярай улайһа, оҙатып еткер инде.Тик хәҙер яндан бар... - яңы таныштарҙың тамашаһын күҙәтеп түп-түңәрәк алһыу-ҡыҙыл ай йылмайып ҡалды...

***

– Балыҡты ҡыҙҙырайыммы, әллә "Уха" итеп бешерәйемме? - күрәҙәсенең тауышы ғалимды хәтирәләренән бүлдерҙе.

– Һин бит сихырсы, күҙеңде йомоп өзләп ал да, минең нимә ашағы килгәнемде бел.- тип яуапланы ул мыҫҡыллап.

– Ай Аллам, ин әйҙә, ҡурҙым инде.

Ҡыуыш эсендә геүләп тормош бара. Ҡулдан йыйылған электр мейес балыҡ бешерә, трансформатор шаулап көйөн һуҙа, эт ниңәлер сыйылдай. Өҫтәлгә ултырғас күрәҙәсе физикка ҡағыҙ һуҙҙы.

– Мә, икегә йыртып ҡуй, һөйәктәрҙе шунда һалырбыҙ.

– Был нимә тағы?

– Гәзит! Бая һин ҡармаҡлағанда берәү килеп тапшырып китте. Башта кемдер туҡылдатҡас һиндер тип уйлағайным, тик һин бер ҡасан да туҡылдатҡаның юҡ. Шуға шомланып свитте һүндерә һалдым да ишек астым. Әллә ниндәй әҙәм тора ине, ошоно тотторҙо.

– Ә нишләп миңә һыҙғырманың? Күпме йәшәйбеҙ, башҡа кеше күргән юҡ ине. Исмаһам донъя хәлен һорашыр инек.

– Ә ул бер нәмә лә һөйләмәне, "Ашығам" - тип кенә бышылданы ла, фонаригын ҡабыҙып үҙ блокнотына һәм был ҡағыҙға ниҙер һыҙғылап тайҙы ул. Донъя хәлен белгең килһә гәзитте башта уҡып сыҡ. - гәзит тип аталғаны А4 форматындағы ябай ҡағыҙ, һәм ҡул менән яҙылған ҡара паста эҙҙәре инде. Ҡап уртала ҙур хәрефтәр менән "Пәйғәмбәр" тейелгән. Аҫтараҡ:

"Уҡығыҙ яңы кешеләр һәм ҡыуанығыҙ! Һеҙ - Хоҙайҙың иң яратҡан әҙәмдәре! Ошондай әжәлдә тере ҡалыу оло бәхет. Беҙҙең өҫкә яңы тормош, донъя китабында яңы бүлек асырға форсат тейҙе һәм беҙ быға һис сикһеҙ рәхмәтле булырға тейешбеҙ. Тере ҡалғандар, һеҙ бында бушҡа түгел, йәшәгән ерҙәрегеҙҙә мәрхәмәтлек, изгелек сәскә атһын. Яңы тормош ҡанундарын ҡабул итәйек һәм татыу булайыҡ. Быны һеҙгә мин - яңы Пәйғәмбәрегеҙ әйтәм. Төшөмдә мин Хоҙайҙы күрҙем, ул миңә нәсихәт бирҙе, ул минең күҙҙәремде асты. Вафат булған туғандарығыҙ һәм дуҫтарығыҙ һеҙҙең доғағыҙҙа мохтаж, уларҙың йәндәре тыныслыҡ һорай. Кемдәрҙең үсе бар, онотоғоҙ, мин һеҙгә ярҙам итермен, беҙҙең яңы мәсетебҙгә рәхим итегеҙ. Яңы дин элеккеләрҙән күпкә ябайыраҡ, асығыраҡ. Дөрөҫ доға ҡылырға һәм йәшәргә өйрәтербеҙ. Ошо гәзит артында тоғро хеҙмәтсем беҙҙең өйгә юлды һыҙып күрһәтер. Беҙ яңы дәүләт төҙөйбөҙ, һәр кешенең үҙ һөнәре, үҙ эштәре буласаҡ. Рәнйетеү, кәмһетеү юҡ! Тик башта беҙҙе үҙ йөрәгегеҙгә индереп түргә ҡуйығыҙ. Гонаһтарығыҙ һәр көн Хоҙай ебәргән тулҡындар тарафынан юйыла бара. Һеҙҙе ожмах көтәсәк! Минең һүҙҙе генә кире ҡаҡмағыҙ. Һеҙҙе көтәм, һеҙҙе яратам. Мәсетебеҙҙең ишеге һәр көн асыҡ. Беҙҙә кейем, аҙыҡ һәм Хоҙай һүҙе бар." Ҡағыҙҙың икенсе битендә карта төшөрөлгән һәм был утрау ҙа шунда билдәләнгән.

– Һы! Аҡыллы эш итә. Ахрызамандан һуңғы донъянын батшаһы булырға ниәтләнә бит. Кешеләр яралы күңелдәренә йыуаныс табыр өсөн күпкә әҙер. Килеп төпсөнөп йөрөмәһәләр булды. - гәзитте ҡап уртаға йыртып физик ашарға тотондо.

– "Һеҙҙе ожмах көтә" - матур әкиәт. - тип өҫтәне күрәҙәсе. Тамаҡ туйғас һәр кем үҙ мөйөшендә, үҙ эше менән булышты.

Тәүге аҙым.

Киләһе төн дә бығаса булған төндәрҙән айырылрға йыйылмай ине. Шулай уҡ ямғыр яуа, шул уҡ балыҡ. Экстрасенс инде үҙ аңына батып, йәндәр иленә сәйәхәт ҡылырға йөрөгән саҡта дөбөр-шатыр килеп ишек асылды һәм шунда арт менән инеп килгән ғалим, ниҙер һөйрәй ине. Үҙе артынан һыулы эҙ ҡалдырып кисәге почтальендың тәне иҙәндә йәйелеп ятты.

– Был нимә? - тип һораны күрәҙәсе.

– Тән! Утрауҙың ярында ята ине. Кәмәһе емерек, үҙе үлгән ахыры.

– Был бит кисәге гәзит таратыусы!

– Аңланым инде, ҡағыҙҙары менән яр тулы.

– Быны нишләтәбеҙ? Артынан эҙләп килһәләр? Беҙ күп тип яҙылған ине бит! - экстросенс юғалып китте, мәйеттәрҙе бығаса күргәне булһа ла, почтальендың күгәреп, шешенә башлаған тәне ҡурҡыныс күренде.

– Тапмаҫтар. Бында килһәләр ҙә, беҙ уны хәҙер "терелтәбеҙ".

– Ысынлап та! Аппарат! Кемдең йәнен килтерәйем? Юҡ, башҡа йәндәрҙе бимазаламай торайыҡ. Бының үҙен ғүмергә ҡайтарыр кәрәк.

– Дөрөҫ, аппаратты тикшерәйек әле. - Был һүҙҙәрҙән һуң, ғалим, тәнде сисендереп, үпкәһенә үткән һыуҙы сығара башланы. Кеше терелтер алдынан тәне һау булырға тейеш.

"Терелтеү үҙәге" үҙ сәғәтен көткәндәй, тыныс ҡына мөйөштә ултыра ине. Ул үҙе менән ябай конструкция. Бер кушетка, уға түбәне тишеп сыҡҡан бейек антенна тоташҡан. Антеннанан башҡа кейҙерә торған "кәпәскә" проводтар һуҙылған. Кәпәс иһә сенсор чиптар менән тултырылған. Тәнде кушеткаға һалғас шуны башҡа кейҙерәләр, күрәҙәсе йәнде ергә килтергәндә, ҡыуыш тирәһендә өйөрөлгөләй, төндәрен йыш һуҡҡан йәшен, антеннаға барып тоташа, ә шуның менән бергә йән дә "аппаратҡа" эләгә. Проводтар йәшендән килгән токты һәм йәнде тәнгә индерә. Йән үҙ урынын биләй, ә электр заряд йөрәкте тергеҙә.

Теоретик өлөш, практик менән тулыһынса тап килде. Йәшендең һуғыуынан бүлмә эсе яңғыраулы тауыш һәм яҡты ут менән тулды. Бер нисә минут элек мәйет булған тәндән нәҙек кенә төтөн юлдары һуҙыла. Ҡыуыш тынлыҡта батты. Экстрасенстың йөҙө тыныс. Күҙҙәре йомолған, таҡыр башында һәм маңлайында тир бөртөктәре аға. Физик бармағы менән танауына шылып төшкән күҙлеген төҙәтә. Эт тә өнһөҙ ҡалған, шартлау тауышынан ҡасҡан мөйөшөнән ипләп кенә күҙәтеп тора. Почтальендың ҡорһағы йә өҫкә күтәрелә, йә аҫҡа төшә башланы. Килеп сыҡты! Ул тын ала. Ул - тере! Ғалим, тәндән күҙҙәрен алмай, яйлап, урынынан торҙо. Хәҙер күрәҙәсенең дә күҙҙәре асыҡ. - Килеп сыҡты...- тине ул ишетелер-ишетелмәҫ тауыш менән.

– Тере! - тип ҡысҡырҙы физик, ни эшләгәндәре яңы саҡ башына барып етте шикелле, әммә ошо һүҙҙән һуң ниҙер хаҡында уйланып тәрән уйға батты. Күрәҙәсе, етди ҡиәфәткә кереп һүҙ башланы:

– Тимәк, был ерҙә үткәргән тормошом бушҡа аҡмаған. Тимәк, беҙ Алланың Үҙен алданыҡ. Тимәк, беҙ яңы донъя, яңы тормош, кешелектең яңы дәүерен астыҡ. Һин - беҙ нишләгәнде аң-лай-һың-мы!?

Физик өнһөҙ тороуын дауам итте. Ул да тирләгән. Тыңламаусан күҙлеге һаман танауына шыуа бирҙе.

– Борсолма! - тип күрәҙәсе дауам итте. - Йәндәр илендә мин быға барыһын аңлаттым. Ул ризалашты. Хәҙер уянғас һин дә мин артабан йәшәп китәсәк.

Ғалим ниҙер әйтергә йыйынғайны ла, ауыҙын асҡан килеш туҡтап ҡалды. Тән күҙҙәрен асты. Бүлмәлә янған яҡты утҡа күҙе өйрәнә алмай ахыры. Ҡыҫҡа, нәҙек керпектәрен һаман ҡаға бирҙе. Бер аҙ ваҡыт ята биргәс килеп торҙо ла:

– Мин ҡайҙа!? - тип һораны.

– Һин ерҙә, үҙ тәнеңдә. - тип яуапланы сихырсы. - Әйткәндәремдең барыһы ла дөрөҫ, һин бер үлеп кире терелдең.

– Ә ут һеҙҙә ҡайҙан?

– Кешеләрҙе терелтә алғас, әллә, свит үткәрә алмайҙар тиһеңме. - тип асыуланды ғалим.

– Йа, йа. Барыһын аңлай башланым... Ә ниңә, миңә, башҡа тән тапманығыҙ. Ғүмер буйы ошо май менән тулған эсте йөрөтәм, исмаһам башҡа кешене үлтерһәгеҙсе. Беҙҙең мәсеттә матур ҡиәфәтле кешеләр ҡутара! - яңы тыуғандың һүҙҙәренән барыһы ла аптырап ҡалды.

– Беҙ уны терелтәбеҙ тимәк, ә ул беҙгә ҡысҡырып маташа! Кире үлтерәбеҙ хәҙер!

– Шаяртам бит мин, шаяртам ғына. - почтальен кире ятты ла тәрән тын алды.

– Тор! Унда мин йоҡлайым. - тине ғалим. - Һин иҙәнгә ят. Беҙҙең утрауҙан ҡаса күрмә, шундуҡ тотоп алабыҙ! Беҙҙең төрлө аппараттар күп ул!

Р кемдең үҙ тарихы.

Томоҡ төн. Ай ҙа юҡ, йондоҙҙар ҙа. Тирә яҡты уратҡан ҡараңғылыҡ башҡа баҫа. Ҙур илдең бихисап ҡалаларының береһендә кескәй бала ошо төндө берҙән бер филармония эсендә яңғыҙы йөрөй. Ике ҡатлы ҡоролма бейек түбәле, ғорур колонналы. Түбә буйын йәйрәп биләп ятҡан люстра моңһоу ғына һары ут тарата. Ниңәлер ошо ерҙә яңғыҙы йөрөүенә ҡарамаҫтан баланың күңеле тыныс. Ул, диуарҙарҙа эленеп торған рәсемдәргә, таштан яһалған узорҙарға, боронғо стилдәге биҙәктәргә ҡарап һоҡлана. Әйтерһең ул үҙе ошо филармонияның бер өлөшө. Тик ниңәлер эске тыныслыҡты боҙоп ниҙер күңелде өйкәй. Тирә яҡта өҙөлмәҫ скрипка тауышы яңғырай, ул башта ҡолаҡҡа ла салынманы, аҙаҡ көсәйә барҙы, тик башта уйнаған көйө шундай тантаналы, ҡыуаныслы булды. Хәҙер иһә оркестр тымған, ошо бахыр скрипка ғына таныш булмаған көйөн һуҙып йәнгә тейә. Ул көсәйә, көсәйә, көсәйә! Оҙон, ерәнес нотаға ҡушылып коридор алыҫтарға һуҙылып ары оса. Диуарҙағы портреттар мыҫҡыллап ҡарап торғандай, уларҙың күҙҙәре шундай яман! "Улым!" - артта ғына кемдеңдер, ҡатҡан ишек шығырҙауы кеүек тауышы, йөрәкте ары табанға төшөрә һалды. Был сәйер бер әбей һүҙҙәре. Һоро төҫлө тиреһе һалбырап төшкән, күҙҙәре батҡан, тәрән йыйырсыҡтары битенең һыҙаттарын юйған. Ҡалтыраған ҡулының бармаҡтары балаға һуҙыла. Үҙе ниҙер шыбырлай. Бәйҙән ысҡынған эт кеүек, малай, торған урынынан ҡуҙғалып, сабыштарҙа ярышҡан ат тиҙлеге менән, йүгереү юлын барлай. Әбей артынан ҡалышманы, ул хатта йүгермәй ҙә, ул оса. Алыҫлашҡан баҫҡыс бер мәл баланың аяҡтары аҫтында гөрләне. Ниңәлер ул аҫҡа түгел, ә өҫкә, ҡыйыҡ аҫтындағы сарлаҡҡа йүнәлде. Менеп еткәс тә, үҙенән үҙе ишек ябылды. Сарлаҡ, һис тә ябайға оҡшамаған. Ул шул уҡ коридорлы тағы бер ҡат. Тик биҙәктәр урынында бында һалҡын һары төҫлө ҡаты диуар, түбә аҫтында ғына урынлашҡан иҫке тәҙрәләр. Тәҙрә аша филармонияла уҙған концерттарҙа ҡатнашҡан ҡурсаҡтар шым күҙәтеп күҙҙәрен ялтырата. "Улым!" - был һүҙ йәнә ҡабатланды, тик был тауыш баяғыса түгел ине. Әбей таныш булмаған телдә ниҙер шыбырлап алдында баҫты. Ҡасырлыҡ урын юҡ, оҙон коридор хәҙер кескәй бүлмәгә әүрелгән. Ҡарсыҡтың бармаҡ урынына ҡалған һөйәк малайҙың күкрәген ҡап уртанан тишеп инде.

– Улым, уян! - бала, булған тауышы менән ҡысҡырып уянып китте. Ул үҙ өйндә, үҙ бүлмәһендә, үҙ ҡарауатында ята.

– Балам, тағы теге ҡурҡыныс әбей төшөңә керҙеме? - әсәһенең күҙҙәре ҙурайған, маңлайы тирләгән, тауышында ҡурҡыу һиҙелә. Малай, бер ни яуап бирмәй үкһеп илап ебәрҙе. Әсәнең яғымлы, йомшаҡ, йылы ҡулдары, сабыйының башын үҙ күкрәгенә ҡыҫып өнһөҙ генә илауға ҡушылды.

Был ваҡиғаларҙан инде арыуыҡ ваҡыт үткән. Көсһөҙ, эскерһеҙ бала, бөгөн бар донъяны үҙ аҫтына бөгөрлөк үҫмер. Ҡурҡыныс төштәрен онотҡан да ине. Хәҙер тормошонда башҡа ҡыйынлыҡтар күп. Мәҫәлән, серҙәрен һөйләрлек дуҫы ла юҡ, ир булырға өйрәтерлек атаһы ла. Яңғыҙ әсәһенә ни һөйләһен. Мәктәптә барыһы ла унан ҡурҡа. Тыш ҡиәфәткә ябыҡ, көсһөҙ булһа ла, күңелендә яһиллыҡ хөкөмһөрә. Уны рәнйеткән кеше гел бәләгә тарый. Синыфташтары быны күптән һиҙҙе. Шуға күрә, мөртәт балаға һүҙ ҡушмауың күпкә яҡшыраҡ - имен ҡалырһың. Ярым үлек әбей күптән башынан сыҡһа ла, бөгөн ул йәнә үҙе хаҡында иҫкәртте. Иҫке шкаф эсендә ятҡан саңлы фотоальбомда, уның рәсеме малайға өнһөҙ ҡараш ташлаған ине.

– Әсәй, был кем!? - кухняла булышҡан берҙән бер яҡынына өндәште ул.

– Ҡайҙа?

– Бына, фотола.

– Кил күрһәт һуң, мин ҡайҙан беләйем. - Егет урынынан тороп, аш-һыу бүлмәһенә йүнәлде.

– Әә, былмы? Был минең өләсәйем. Мин уны насар хәтерләйем, ҡурҡыныс кеше ине тиҙәр. Уны бөтәһе лә сихырсы тип йөрөттөләр. Ысынлап та, ниндәйҙер һәләттәре булды. Бәләкәй сағымда ҡаты сирләп киткәйнем, әсәйем һуңғы өмөтөн юғалтып өләсәмә апарҙы...- бала сағын, йәш ваҡыттарын хәтерләп, үткәндәрҙе балаһына һөйләргә бик ярата ул. Сөнки ҡатындың да яҡындарынан тик ошо мөртәт бала ғына ҡалған. Малай, битараф ҡалһа ла, ваҡыты менән башын һелкә-һелкә тыңлаған була. Тик әле ул "сихырсы" һүҙенән һуң бер ни ишетмәне. Ҡапыл теге төн иҫенә төштө. Илауынан туҡтағас, ул һыу янына битен йыуырға барған ине. Раковина артында эленгән көҙгөлә сағылған күкрәгенә күҙ һалды. Әбей төрткән урында йәмһеҙ, ҙур миң үҫкән. Әсәһе, әлбиттә, быны һиҙмәне. Күптән бар ине шикелле тип кенә һүҙҙе кирегә борҙо. Тик малайға үҙ тәне яҡыныраҡ, ул ҡайҙа нимә икәнен яҡшы белә бит... Тимәк сәйер хәлдәр үҙенән үҙе барлыҡҡа килмәгән, быға ниҙер хасил. Малай үҙе лә бит һис ауырымай, бер саҡ хатта яралы ҡошто ла устарында бәүелтеп кенә дауалай алды. Ул ябай үҫмер түгел, ул бит ҙур көслө әһәмиәткә эйә. Ул - күрәҙәсе!

***

– Һеҙ төндәр буйы ниҙәр эшләйһегеҙ ул? Икегеҙ ике мөйөштә тик ултыраһығыҙ бит! - почтальен ни эшләргә белмәй кирелеп алды. - Йә һөйләшмәйһегеҙ ҙә, һеҙ мине күңеллерәк булһын өсөн терелткәнһегеҙҙер ул. Тимә-әк, бер тарих һөйләйем, тыңлағыҙ...

– Ожмах тураһындағы әкиәттәреңде үҙеңдә тотоп тор! - Башланып өлгөрмәгән хикәйәһен туҡтатып та өлгөрҙөләр.

– Мин уны һөйләргә йыйынмағайным да... Ҡарағыҙ әле, хәҙер мин һеҙҙә ҡоллоҡта булғас бәлки танышып үтәйек. Исемдәрегеҙ нисек?

– Беҙҙең исемдәр юҡ, улар ахрызаман шауында юйылды.

– Атыу мин һеҙгә уларҙы хәҙер уйлап сығарам. Мин яңы донъяның яңы муллаһы, минең хоҡуғым бар!

– Ҡушаматтарыңда мохтаж түгелбеҙ. Үҙеңә таҡ!

– Ә мин нимә? Мин риза. Һеҙҙең кеүек исемһеҙ йөрөргә йыйынмайым. Миңә бөгөндән Мәлик тип өндәшегеҙ. Ә эт, эт... Аҡтырнаҡ булһын!..- Бәхәс оҙаҡҡа һуҙылманы, күрәҙәсе күҙҙәрен йомоп үҙенә сумды, ғалим ниндәйҙер тимер-томор менән булышты. Мәлик менән эт кенә эшһеҙ ултырҙылар-ултырҙылар ҙа, күшекмәҫ өсөн шыптыр плащ кейеп, тышҡа уйнарға сыҡтылар.

***

Көндөҙ ҙә, төнөн дә ҡорғандары тартылған фатир эсендә күрәҙәсе кешеләр дауалай. Ике бүлмәле фатирҙары хәҙер офисҡа әйләнгән дә инде. Әсәһе залда өмөтһөҙ ҡатын-ирҙәргә сәй эсереп торған була. Егет үҙ бүлмәһендә кеше ҡарай. Аҡсаны күп алмайҙар, кем күпме бирә ала тигәндәй. Әммә күберәк түләнһә, дауаһы ла нығыраҡ тейә ахыры...

Үҙ сиратын көтөп алған, шаҡмаҡ узор төшөрөлгән күлдәкле, күлдәгендәгеләй шаҡмаҡ күҙлекле бер әҙәм "сихыр" бүлмәһенә инде. Ишек төбөндә бер аҙ тыпырсынып тороп ҡараңғыға өйрәнеп алғас, бүлмә уртаһында урынлашҡан өҫтәл алдындағы ултырғысҡа ултырҙы.

–Күрә-әм... - тип өҫтәлдең икенсе яҡ осонда ултырған күрәҙәсе һүҙ башланы – Һиңә кемдер күҙ тейҙергән, эсеңдә ҡара төйөн... Ашҡаҙаның ауыртамы?

– Юҡ... юҡсы, былай, ҡай саҡ эс ауыртып ала инде...

– Ана шул шул, әле һиҙмәйең дә. Ҡарғауың көс ала ғына! - Сихырсы бер аҙ пауза тотҡас тәрән тын һулап ҡуйҙы, һәм ниҙер шыбырлап уң усы менән һауала түңәрәктәр төшөрә башланы.

– Мин һеҙгә башҡасараҡ һорау менән килгәйнем бит әле... Миңә бер ҡыҙ оҡшай... - Был һүҙҙәрҙән һуң күрәҙәсе хәрәкәттәрен туҡтатып, өнһөҙ күҙҙәрен егетҡә баҡты.

– Ҡыҙ имеш! Нишләп башттан уҡ әйтмәнең?! Мин һиңә бөтөнләй башҡа доғалар һала башлағайным! Һөйлә проблемаңды!

– Шул инде, бер ҡыҙ оҡшай, ныҡ оҡшай. Яратам уны! Ә ул һүҙҙәремдән тик көлә генә, әйҙә дуҫ булып ҡалайыҡ тей... Ярҙам итегеҙсе, өшкөрөпме, берәй үлән эсерепме. Ни теләһәгеҙ эшләйем, тик уны ғашиҡтырырға ярҙам итегеҙ.

– О-о, бындай эш улай еңел генә эшләнмәй. Хоҙәй тәғәләнең һәр кемгә үҙ тәҡдире бар, "насильно мил не будешь" тигәндәй. Ҡыҙ тураһында ентеклеберәк һөйлә: кем ул? Эшләйме, уҡыймы? Нисек таныштығыҙ? Барыһында теҙеп бир.

– Күптән таныш түгелбеҙ, банкта эшләй. Көҙ аҙағында театрҙа тәүгә күрештек. Ул көндө мин уны өйөнә тиклем оҙаттым. Аҙаҡ көн аша тигәндәй күрешә башланыҡ. Мин уның өсөн үҙгәрә лә башланым комплименттар яһарға өйрәндем, сәскәләр айыра башланым, хатта үҙ өҫтөмдә лә эшләй башланым.. Тик, ниндәй генә эшкә тотонһам да, башым ҡыҙымдың подъезды янында уны көтә, әллә ниндәй хыялдар ҡорам... Ҡотҡарсы әле, былай йәшәп булмай бит! Ғашик иттер ҙә бәхетле йәшәрбеҙ ҙә ҡуйырбыҙ. Бына, фотоһын да килтерҙем, навсякий... - күрәҙәсе рәсемгә төбәлде, йөҙөндә ниҙер үҙгәргән кеүек булды ла, тик ул һиҙҙермәне. Етди тауыш менән әңгәмәне дауам итте.

– Эх, эштәр шундай еңел генә булһа ине. Әйтеп торам бит, көсләп бәхетле була алмаҫһың. Бында башҡаса эш итер кәрәк! Ҡыҙҙың ғүмерен һинең менән тултырып боҙорға түгел, ә һинең ғүмереңдән уны алып ташларға. Мә, ошо дарыуҙы тот, тәүгеһе бушлай, тағы кәрәк булһа түләрһең. - тигән һүҙҙәр менән өҫтәленең тартмаһынан дарыу һауыты сығарҙы, эсенән берәүен һөҙөп алғас ҡаршыһындағы ҡунағына һуҙҙы. Егет бер аҙ шым ултыра бирҙе лә, сихырсының: "Әгәр ҡыҙыңды ысынлап яратаң икән, тимәк уға бәхет теләйең, ул бәхетле булһын өсөн ошоно йот!" тигән һүҙҙәре ысынбарлыҡты ҡабул итергә этәргес ярҙам булды. Сараһыҙлыҡтан "яратам" тип шыбырлап дарыуын ҡабул итте лә сығыу юлын күрҙе.



<== предыдущая лекция | следующая лекция ==>
Рекомендации консультанта по ГВ | Історія сімейного права в УкраїніРедагувати
Поделиться с друзьями:


Дата добавления: 2017-01-28; Мы поможем в написании ваших работ!; просмотров: 333 | Нарушение авторских прав


Поиск на сайте:

Лучшие изречения:

Стремитесь не к успеху, а к ценностям, которые он дает © Альберт Эйнштейн
==> читать все изречения...

2177 - | 2137 -


© 2015-2024 lektsii.org - Контакты - Последнее добавление

Ген: 0.012 с.