Лекции.Орг


Поиск:




Категории:

Астрономия
Биология
География
Другие языки
Интернет
Информатика
История
Культура
Литература
Логика
Математика
Медицина
Механика
Охрана труда
Педагогика
Политика
Право
Психология
Религия
Риторика
Социология
Спорт
Строительство
Технология
Транспорт
Физика
Философия
Финансы
Химия
Экология
Экономика
Электроника

 

 

 

 


Инә бүре менән өйөр башлығы.

Бүреләр һәм һунарсы.

 

Европа менән Азияның билбауы булып, уларҙы икегә бүлеп ятҡан Урал тауҙары тураһында белмәгән-ишетмәгән кеше юҡтыр. Был тауҙарҙың бер өлөшө булып уға йәнәш ятҡан һәм тора-бара тоташҡан Ирәндек, Ҡырҡтытау, Ҡыраҡа исемле тау теҙмәләре Урал тауҙары, уның төрлө исемдә йөрөгән түбәләре менән ҡуша бер бөтөн тауҙар илен тәшкил итә. Был тауҙар иле киң, шулай уҡ иркен далаларға барып тоташа һәм тәүге ҡарамаҡҡа уларҙың осо-ҡырыйы юҡ кеүек тойола. Урал арты тип аталып йөрөтөлгән был яҡтар бигерәк тә урмандарға бай. Ә урман булған урындарҙа төрлө үҫенте, үлән-сәскәнең күкрәп үҫеүе бер ҙә ғәжәп хәл түгел.

Йәйҙең йылы, ләкин ҡыҫҡа булыуы, ә ҡыштың буранлы, һалҡын һәм һыуыҡ булыуы үҫемлектәр донъяһына һис тә ҡамасауламай, улар ҡар аҫтында уҡ шытып бөтөп, момкинлек тыуғанда өҫкә күтәрелергә әҙер генә торалар. Үлән-сәскәләр һалҡын боҙ ҡатламы аша ла яҡты ҡояш нурҙарын ҡабул итергә өйрәнеп алғандар, яҙғы ҡояш нурының “хәбәрен” алған көнө үк йыйылған көс-ҡеүәтте туплап, ҡар-боҙ ҡатламын көнө-төнө быраулай-быраулай өҫкә, яҡтыға ынтылалар. Уларҙы туҡтатырҙай бер көс тә юҡ: үҫеш юлында таш осраһа - ваталар, асфальт булһа - быраулап тишеп барыбер сығалар.

Яҙ көндәре ҡар иреп бөтөр-бөтмәҫтән төрлө төҫтәге сағыу умырзая сәскәләре сыға һалып йылы көндәр килеүен шатлана-шатлана хәбәр итә, башын һелкеп бар тереклекте сәләмләй. Улар артынса аҡландарҙы күк үлән ҡаплап ала. Киң яландарҙа ҡылған турайып баҫа, ә һөрөнтө ерҙәрҙә ҡый үләндәре үрсеүен дауам итә.

Ҡасандыр аттар үтеп сыға алмаҫтай ҡарурман булған Урал аръяғы, бигерәк тә көнсығыш-көнъяҡ өлөшө яйлап һирәгәй бара, уны бензин бысҡыһы менән тураҡлап бысыусылар күбәйҙе. Был тәңгәлдә леспромхоздарға ағас ҡырҡыу планын үтәү мотлаҡ, ә шәхси кешенең ҡайһы берҙәренә, эшҡыуармы ул-юҡмы, үҫеп ултырған урмандың кәрәге бер тин. Уларҙы беренсе нәүбәттә аҡсаға алмаштырырҙай ҡырҡып һалынған бүрәнә, утын, таҡта, бура нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра.

Бындағы урмандар башлыса көҙөн япраҡтарын ҡойоусы ағастарҙан һәм ҡыуаҡлыҡтарҙан тора. Ҡайын, имән, йүкә, уҫаҡ ағастары үҫә бында. Һыу буйҙарын һарытал, ерек, тирәк ҡаплап алған...

Иғтибар менән ҡарап йөрөһәң, уҫаҡ ағасынан да әрһеҙе юҡ: урман ҡырҡыусылар берәй майҙанды ботаҡ-һатаҡ ятҡан яланға әйләндереп китеүҙәре була, уҫаҡ үҫентеләре, бер-береһенә сигнал биреп, күпләп үҫә башлайҙар, күҙ асып йомғанса бар майҙанды баҫып алалар. Был донъяла әрһеҙ булмаһаң - нәҫелең ҡороясаҡ! Ә уҫаҡҡа ул ҡурҡыныс янамай.

Япраҡлы ағастар араһында еҫле балтырған, турғай борсағы, һармауыҡ, тайтояҡ, турғай йондоҙҡайы, ябай кешеләргә билдәһеҙ булған тағы әллә-ниндәй үләндәр үҫеп сығып бар ерҙе матурлай. Уларҙан тыш был ерҙәрҙе торна сырмалсығы, андыҙ, балтырған, йыуа, ҡолонғойроҡ, ноғот борсағы, ҡыуаҡ сейәһе үҙ иткән.

Ылыҫлы урмандар ҙа бар. Шыршы, ҡарағай төптәрендә ҡыҙыл, ҡара көртмәләр һәм башҡа тайга үҫемлектәренән торған йәшеллек япмаһы бик ҙур майҙандарҙы алып йәйелеп киткән. Ылыҫлы урмандар ҡырҡылыу өҫтөндә булыу арҡаһында һирәгәйгәндән-һирәгәйә, ләкин уның урынын һөйәлле аҡ ҡайын сауҡалыҡтары аяҡҡа баҫа бара.

Туғайҙарҙы тирәк, тал, ерек ҡаплап алған. Бесән сапҡан урындарҙа был ағастар шулай уҡ һирәгәйгәндән-һирәгәйә бара.

Урман булғас тәбиғәт ҡанундары буйынса кейектәре лә була, сөнки беренсе сиратта кешеләрҙән йәшенеү өсөн унан да уңайлы урынды тапмаҫһың. Шуға күрә бындағы урманды көрән айыу, ҡырмыҫҡа айыуы, һоро бүре, һеләүһен, төлкө, ҡуян, ҡоралай, мышы, ҡабан сусҡаһы һәм башҡа эреле-ваҡлы йәнлектәр үҙ иткән. Әгәр айыу урман хужаһы, уның батшаһы булһа, һоро бүре бында - пан-король. Яңғыҙ йөрөгән бүре бик һирәк: бындай ваҡытта ул йә үҙенә пар эҙләп сыға, йә өйөрҙән ҡыуылған була. Өйөр - бүреләрҙең ғаиләһе. Ғәҙәттә ул өйөр башлығынан, инә бүренән, бер йәки ике туған бәйләнеше булғандарҙан тора. Ҡайһы саҡтарҙа йылына ҡарап биш-алты бүренән торған өйөр өс-дүрт тапҡырға ҙурайып китеүе лә мөмкин. Һәр бүре өйөрөнөң үҙенең билдәле, тәғәйен ере аныҡ бүленгән. Мәҫәлән, Аҡтауҙы төйәк иткән өйөрҙөң кесе ярау аша билдәләп сыҡҡан ере яҡынса илле квадрат км тәшкил итә. Шунан артығын киңәйтеп булмай, сөнки артабанғы ерҙәр ҙә бүленеп алынған. Был бүленеш ғәҙәттә башҡалар тарафынан таныла. Кем дә кем сикте үтеп инә икән, ул шунда уҡ ҡыуып сығарыла. Бер һүҙ менән әйткәндә, бында буш ятҡан урындар юҡ.

Был бүре өйөрөнөң Аҡтауҙа биләгән майҙаны бик уңайлы, бер яҡтан ташлы-соҡорло тау итәге, икенсе яҡтан арҡыс-торҡос ҡолаған ағастарҙан торған тәбиғи диуар, ә уртала ярты боролош яһаған, киң юлға оҡшаған оҙон аҡлан. Инә бүренең өңө тау битләүенең иң аҫҡы урынында ике таш араһында урынлашҡан. Кешеләр тауҙы “Аҡтау” тип атауҙары уның бер туҡтауһыҙ аҡ томандар эсендә булыуы менән бәйле. Аяҙ көндәрҙә лә бүреләр төйәкләгән тауҙың түбәһе, йөҙөп барған болоттар эсендә ҡалып, бөтөнләй күренмәй.

Быйылғы ҡыш, әмәлгә ҡалғандай, үткән осорҙар менән сағыштырмаса әллә ни һалҡын булманы. Шуға күрә өң эсендә лә һыуыҡ әллә-ни беленмәне. Өң ауыҙы алдында үҫкән селек тулыһынса өңдөң ауыҙын ҡаплай, ҡайҙан ҡараһаң да, өңгә килеп етеп терәлмәһәң - күрә алмайһың. Шулай итеп, яҙҙың беренсе айы - март килеп етте, тимәк, ҡышты өйөр ағзалары имен-һау сыҡтылар тип һанарға була.

 

Инә бүре менән өйөр башлығы.

 

Урмандағы ҡар йоҡаҡ булыу арҡаһында, ваҡыт үтеү менән асыҡ-асыҡ урындарҙа ятҡан ҡар ҡояш нурҙарына ирей биреп боҙлауыҡ шекәрәһе менән ҡапланды, шул сәбәпле был тирәлә бүре эҙҙәре лә күҙгә эленмәй башланы. Әйтерһең, был тирәлә берәү ҙә йөрөмәгән, бер кем дә бер ҡайҙа ла үтмәгән.

Өйөрҙөң башлығы булған көслө һәм һомғол кәүҙәле Баш бүрегә мәшәҡәт бермә-бер артты. Ғинуар башында уҡ ауырая башлаған Инә бүре март уртаһында бер-бер артлы дүрт бала килтерҙе. Баш бүре, бер тиҫтә йыл йәшәгән тәжрибәле йән эйәһе, шуға белә: тыуған ыңғайы был бәләкәй генә тере ит киҫәктәренең күҙҙәре асылмаған була әле, шуға улар еҫ менән генә имсәкте табып имә башлайҙар. Ике аҙна үтеүгә, әлбиттә, сабыйҙарҙың күҙҙәре асыла һәм улар бөтә өңдө еҫкәп, ҡарап, ураған һайын әсәһен имеп ваҡыттарын үткәрәләр.

Тик дүрт баланың берәүһе нишләптер тыумыштан уҡ теремек булманы, имергә лә ынтылманы. Дүрт балаға алты имсәктең һөтө артығы менән етер ине лә бит, тик иң һуңынан тыуғаны хәрәкәтһеҙ ята бирҙе. Тимәк, һуңғыһының яҙмышы тыуыу ҙа үлеү булғандыр инде. Тап шулай булды ла: өс көндән һуң, күҙе лә асылып өлгөрмәҫ борон, төпсөк бала йән биреп был ыҙа тормоштан шунда уҡ ҡотолоп ҡуйҙы. Баш бүренең олоуы һәм уға ҡушылып Инә бүренең әкрен генә сеңләүе арҡаһында бындағы юғалтыу башҡа өйөр ағзаларына билдәле булды. Улар ҙа бер урынға йыйылып ултырып, Башлыҡтың олоуына ҡушылып төрлө тауыштарҙан торған хор булдырып, оҙаҡ ҡына ваҡыт олоп, төпсөктөң китеүенә үкенес белдерҙеләр.

Башлыҡ төпсөктөң үле кәүҙәһен тешләп алып үҙе билдәләгән сик буйына барып етте, эргәләге тау итәгенә балаһын һалырға тип тәрән генә итеп соҡор ҡаҙырға булды. Килеп сыҡманы ул эш: ер ныҡ туңғаҡ ине. Шуға күрә үле кәүҙәне ваҡытлыса ҡар менән күмеп торҙо, иң өҫкә тешләп өҙөп алған ағас ботаҡтарын арҡыс-торҡос һалды. Был эште башҡарып сыҡҡас та өйөр ағзаларының һәр-береһе менән һөйләшеп сыҡты, төпсөктөң кәүҙәһенә теймәҫкә, уны ашамаҫҡа ҡушты. Әйткәндәй, бүреләрҙең һөйләшеүе бер-нисә юл-ысул менән башҡарыла: кәүҙә хәрәкәттәре менән аңлашыу һәм кеше ишетә алмаған ультратауыш тип аталған диапазонда кәрәкле сигналдарҙы биреү. Ультратауышты команда биреү өсөн күберәк Башлыҡ ҡуллана. Бынан тыш, тәжрибәле өйөр ағзалары үҙ-ара телепатик юл менән дә аралаша, түңәрәккә ултыралар ҙа бер-береһенә фекер ебәрәләр һәм шулай итеп тулыһынса аңлашып алалар. Бындай һөйләшеү һунарға сығыу алдынан үткәрелә: кем буласаҡ аҙыҡты ҡайҙан-ҡайҙа тиклем ҡыуып барырға, кем засадала торорға һәм ҡайһы ваҡытта арҡыры сығырға, кем башлап йәбешергә тейеш - барыһы ла алдан һөйләшелә. Телепатик аралашыу йәштәргә тәтемәй, сөнки уны өйрәнер һәм аңлар өсөн бер-нисә йыл тырышыу кәрәк. Шуныһы әһәмиәтле: бер өйөрҙөң ультракомандаларын икенсе өйөр аңлай, ә телепатия ысулы улар өсөн ябыҡ. Бына шуға күрә сит-яттар менән һөйләшеү мимика һәм хәрәкәттәр ярҙамында ғына бара. Был осраҡта һинең ҡойроғоң, ҡолағың торошо, күҙ ҡарашы, поза ҙур роль уйнай. Мәҫәлән, бөтә бүреләр ҙә ныҡ асыуланғанды белдереү өсөн йөндәрен тырпайтырға өйрәнгәндәр. Быныһы иң һуңғы иҫкәртеү, әгәр ошонан һуң да икенсе яҡҡа бер-ниндәй ҙә тәъҫире булмаһа - һөжүм башлана.

Аҡтауҙағы өйөр әллә-ни ҙур түгел. Һанаһаң былай килеп сыға: Башлыҡ, Инә бүре, артабан Башлыҡтың бер туған ҡустылары Һоросай менән Ҡарасай, тағы барыһына ла һеңле булған Аҡтүшкәй. Улар араһында Һоросай иң көслөһө, ул үҙен буласаҡ өйөр башлығы тип һанай, шуға күрә Башлыҡ булмаған саҡта идара итеп ҡалырға тырыша. Һунарҙа саҡта ла ул, Һоросай, беренсе булып ҡорбанына ташлана, уның ярҙамсыһы - Ҡарасай. Ә Аҡтүшкәй әсәләре юҡ саҡта бүре балаларын тәрбиәләүсе, уларҙы ҡарап йөрөүсе, бер һүҙ менән әйткәндә, йәш бүреләрҙең тәрбиәсеһе, ҡараусыһы, көтөүсеһе.

Бер аҙ ваҡыт үтеү менән яңыраҡ донъяға килгән бүрекәстәрҙең күҙҙәре асылды. Улар өң эсендә йөрөргә өйрәнеп алдылар, хатта тышты ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтер булып киттеләр. Өң эргәһендә йөрөргә рөхсәт булғас та улар сығып уйнай башланылар. Тиҙҙән уларға һөт етмәй башланы, тиҙ үҫәләр бит! Шуға күрә өс бүрекәскә аҙыҡ ташыуҙы бөтә бүреләр ҙә үҫ өҫтөнә алды, хатта Инә бүре лә балаларын ҡурҡмай Аҡтүшкәйгә ҡалдырып, башҡалар менән ҡуша аҙыҡ артынан китә башланы. Ғәҙәттә улар ашҡаҙандарына аҙыҡты тултырып алып ҡайталар һәм алмашлап ҡоҫоп сығарып был бала бүреләргә ашаталар. Балаларҙың беренсе һәм өсөнсө булып тыуғаны - аталары затынан, ә улар уртаһындағыһы - ҡыҙыҡай.

Апрель ҡояшы ҡарҙы күпкә алып барманы, асыҡ-асыҡ урындарҙағы ҡарҙар иреп бөтөп былтырғы үләндәр менән ҡапланған аҡландың арыуыҡ урындары асылды.

Бүре балалары Аҡтүшкәй менән генә ҡалған ваҡытта ла уны тыңлайҙар: “уйнарға”, “тышҡа сығырға”, “инергә”, “йәшеренергә”, “боҫоп ятырға” тигән бойороҡто улар бик йәһәт үтәйҙәр. Аҡтүшкәй өс балаға үҙенсә исем ҡушты, иң беренсе тыуғаны Һаҡҡолаҡ, сөнки һәр бер “сылт” иткән тауышҡа ла иғтибар итеп ҡолаҡтарын ҡайсылай башлай. Икенсеһе - Сәрелдәк, уйнағанда күп тауыш сығарғаны - ул, ә иң бәләкәйе - Тиктормаҫ. Һуңғыһының исеме есемен үҙе үк әйтеп тора. Ул һәр саҡ тышҡа сығырға атлыға, беренсе булып сығырға ынтыла, сығармаһаң - еңешә, ҡайтырға команда булһа ла йөрөүен дауам итә. Тыңламаған саҡтарында уға “туҡмаҡ”та эләгеп ҡуя. Әсәһе йәки Аҡтүшкәй, мәҫәлән, моронона ҡапыл ғына һуғып иң еңел язаға дусар итә, ә морон бүреләрҙең иң һиҙгер урыны, шуға ныҡ ауырта.

Бер көнө, бөтә бүреләр һунарға тип сыҡҡан мәлдә, Сәрелдәк ҡапыл ауырыны ла китте. Аҡтүшкәй ауырып китеүсенең эргәһенә ятып йылытып ҡараны, файҙа булмаҫтай булғас икенсерәк ҡарарға килде: ауырыуҙы аҙ ғына ваҡытҡа ҡалдырып аҡлан ситенә барып әйләнде. Унда еҫкәп барып дарыу үләндәрен табып аунаны, тиреһенә һеңдерҙе һәм ҡайтып етеп Сәрелдәккә яларға ҡушты. Файҙаһы булғанмы-юҡмы - уныһын аңлап етмәне, күрҙе: дарыулы урынды ялағандан һуң Сәрелдәк тәүҙә ныҡ ҡалтыранып ятты, тора биргәс уҡшый башланы һәм, ниһәйәт, ашағанын ҡоҫто. Бер аҙҙан ул бөтөнләйгә тынысланды, ә кискә ҡарай һауыға ла башланы. Быны күргән Аҡтүшкәйҙең күңеле күтәрелде, шатлығынан сыҙамайынса тышҡа сығып аҡланды бер-нисә тапҡыр өйөрөлөп, шәп итеп сабып килде. Шунан һуң ғына бөтә балаларҙы ҡосағына алып уларға йоҡларға ҡушты, ята торғас үҙе лә әүен баҙарына китте. Шул арала ҡараңғылыҡ урманды ҡаплап өлгөрҙө...

Эйе! Балаларҙың тамағын бөтә өйөр туйҙырырыға тырыша. Әсәһен имеүҙе дауам итһәләр ҙә бәләкәй йән эйәләрен ит менән һыйлау өйөрҙөң иң мөҡҡәдәс бурысы. Һунар уңышлы булған саҡта улар, үҙҙәре туйғандан һуң, биш-алты кило аҙыҡты ашҡаҙандарына тултырып алып ҡайталар һәм алмашлап әлегә бәләкәй генә булған өс йөнлө “туп”ҡа ҡоҫоп сығарып ашаталар. Берәүҙәре бөгөн, икенселәре иртәгә, өсөнсөләре шунан һуңғы көндәргә тиклем ашҡаҙанында аҙыҡты тотоп тороп, үҙ сиратында ғына уларҙы туҡландырыу менән булышалар. Кем ашатып өлгөрә, шул киренән һунарға сыға. Ә унда, һунарҙа, һиңә ҡоралай осрармы, әллә ҡуянмы - бер Хоҙайға ғына алдан билдәле. Бер һүҙ менән әйткәндә, өйөр үҙенең балаларын бер ваҡытта ла асыҡтырмай, шуға күрә тегеләрҙең кәүҙәләре туп кеүек түп-түңәрәк, ауа-түнә атлап, йүгереп йөрөйҙәр, ҡайһы саҡ һөрөнөп ҡолап китәләр һәм кире тороп йүгерешеүҙәрен дауам итәләр. Үҙҙәре һөйкөмлө! Шундай матур һәм ҡыҙыҡ саҡтары! Тыуған саҡта бөтәһенең дә күҙҙәре сөм күк төҫтә ине, хәҙер һороға әйләнделәр. Ҡыҙыҡ тойола Аҡтүшкәйгә бындай үҙгәреш! Аҡтүшкәй уларҙы сәғәттәр буйы ҡарап, күҙәтеп ниндәйҙер шатлыҡ кисерә, үҙен бәхетле йән эйәһе итеп тойоп китә хатта. Әгәр тамағың туҡ булып көндәр йылы торһа бүреләргә, мәҫәлән, башҡа ни кәрәк! Уларҙа йылы кейем һатып алыу мәсьәләһе йәки мода ҡыуыу юҡ, сөнки үҙ кейемдәре - үҙҙәрендә, тик төҫтәре генә төрлөсә. Өйөрҙөң атаһы-инәһе тигеҙ һоро төҫтә, был тәңгәлдә Һоросай тулыһынса уларға тартҡан. Бәләкәй Һаҡҡолаҡ менән Тиктормаҫ шулай уҡ һоро төҫтә. Ә бына Ҡарасайҙең тиреһе ҡарағусҡыл-һоро. Ҡара төҫ уның арҡаһынан башлана һәм аҫҡа ҡарай һороғая барып аҡ төҫ менән тамамланып ҡуя. Аҡтүшкәй үҙе төҫ яғынан уларға бөтөнләй оҡшамаған, ул - күкһел-ерән төҫтә. Тик түш яғы нишләптер ап-аҡ һыҙыҡтан тора. Ундай билдә башҡа берәүҙә лә юҡ. Үҙе лә шуға аптырай. Был яҡтан күгелйем төҫлө Сәрелдәк уға оҡшаған. Аҡтүшкәй яҡшы белә: күк бүреләр - Ирәндек бүреләре. Улар урман бүреләренән ҡырҡа айырылалар: кәүҙәгә эрерәк, һомғолораҡ, ауырыраҡ булалар. Бәлки, бындай айырымлылыҡ был тауҙарҙағы урмандың юҡҡа сығыуы менән бәйлелер? Бәлки, Ирәндектең бөтмәҫ-төкәнмәҫ киң яландар менән тоташыуындалыр? Ул һорауға яуап биреүе ауыр һәм кәрәге лә юҡтыр, күрәһең. Бына икенсе һорауға яуап табаһы ине: Ирәндек бүреләренең ҡаны Аҡтүшкәйгә лә, Сәрелдәккә лә күскән була түгелме? Ай-һай, шулайҙыр! Был донъяла бер-берең менән ҡатнашмайынса йәшәп булмай бит инде, ата-олаталары ҡатнашҡандыр, кем белә...

Май айы тыуҙы. Урман йылғаларының ташып-арып тыныслана башлаған саҡтары. Тирә-яҡтың гөрләп сәскә атҡан ваҡыты. Бөтә ер төрлө-төрлө биҙәкле күк юрғанға ябынды. Ҡояш нурына сумған урманда төрлө тауышлы ҡоштар һайрауы, ухылдауы, һыу буйҙарындғы баҡа-тәлмәрйендәрҙең баҡылдашып “суп” итеп һыуға һикереүҙәре, ҡыр өйрәктәренең һәм ҡаҙҙарының “ҡыйғаҡлау”ҙары, бал ҡорттарының “бызылдашып” үтеүҙәре - барыһы бергә илаһи моң-симфония тыуҙырып, тәбиғәттең тулыһынса уянғаны тураһында хәбәр итә. Бөтә тереклектең төп бурысы: бала сығарыу, табыу, тапһаң - уларҙың тамаҡтарын туҡ тотоп, төрлө бәлә-ҡазаларҙан һаҡлап, үҫтереп үҙ-аллы юлға баҫтырыу.

Өйөрҙөң төп хужаһы булған Башлыҡ Инә бүрене һәм ҡустыларын был юлы Көнтөшмәҫ тауҙары яғына алып китте. Бында, тауҙың көнъяҡ битләүендә, ҙур ғына батҡаҡлыҡ бар, шул урындан тау йылғаларының береһе - “Мәтем” исемлеһе башлана. Тап ошо тапҡырҙа ҡоралайҙарҙы, уларҙы илек тип тә атайҙар, күпләп осратырға була, сөнки улар иртә таңдан һыу эсергә йөрөйҙәр.

Инә бүре үҙенең Бүре-әсә икәнен иҫенән бер минутҡа ла сығарманы, балаларын ташлап китеүенә үкенде һәм Көнтөшмәҫкә килеп еткәс тә һунарҙа ҡатнашмаҫҡа, ә әйләнеп ҡайтырға ҡарар итте. Эҙләнеп йөрөп бер-ике һуҡыр сысҡанды тотоп ашаны, юл ыңғайы тағы өсәү эләкте, уларын да сәйнәп йотто һәм ҡабалана-ҡабалана ҡайтыр юлға сыҡты. Ашыҡты, сөнки Тиктормаҫтың ниндәйҙер бәләгә тарығанын күңел ептәре аша һиҙҙе ул. Бар көсөнә шуны ҡотҡарырға ынтылды. Бәлки, бер-нисек ҡотҡарып булыр! Балаһы өсөн ул үҙ ғүмерен бирергә әҙер, үлһә - үлер, ләкин үҙе тере саҡта балаһын ҡыйырһытырға бирмәйәсәк.

Бына аҡлан. Еҫкәп ҡараны. Бында кеше еҫе ҡалған, тимәк, кемдер йөрөгән. Бына әҙәмдең шылышып һәм атлап йөрөгән ерҙәре, үләндәр таушалған, ситтәрәк үҫкән ҡайын ағасы эргәһендәге таяҡ аҡлан уртаһына килеп ятҡан. Туҡта! Был бит таныш еҫ! Эйе, эйе, шул еҫ. Уны, бүре-әсәне, гел хафаға һалған күптәнге һунарсы. Ул кешенең бер ваҡытта ла бындағы бүреләр өйөрөнә зыян килтергәне бер ҙә булманы, ләкин ике аяҡлылырға бер ваҡытта ла ышанырға ярамай. Уларҙың ҡылыҡтары бүреләр кодексына тап килмәй, шуға ла ул кешеләрҙе яратмай. Улар, әҙәм балалары, бер төрлө уйлай, икенсе төрлө эшләй, өсөнсө төрлө һөйләй. Элегерәк яҙ көндәрендә тап ошо һунарсы ҡайын башына менеп уларҙы күҙәтеп ултыра торғайны, ут сығарғысы менән кемделер үлтерегә ынтылманы ул. Хәҙер ҙә шулай иткән: ҡайынға менгән, төшөп атлаған, Тиктормаҫҡа яҡынайған, уны ҡулына алған. Балаһының еҫе кеше еҫе менән бергә буталған һәм ошо ерҙә ике еҫ ауыл яғына ҡарай һуҙыла. Бөтәһен дә арнаны әсә бүре: тимәк, кеше уның балаһын урлап ауылға алып ҡайтҡан. Үҙенең уйын нығыраҡ тикшереп ҡарар өсөн балаларына ҡайтыуы тураһында сигнал бирҙе. Ҡойроҡтарын болғай-болғай ике балаһы ғына өңдән килеп сыҡты. Бына бит өсөнсө балаһы юҡ!

Инә бүре балаларына аҙығын ҡоҫоп төшөрөп ашатты ла Тиктомаҫтың һәм кешенең еҫе юғалмаҫ борон тип эҙ һәм еҫ буйлап китте. Эҙ еҫе туранан-тура ауылға тартты. Бына ул эҙ ингән өйгә килеп етте. Балаһының еҫе өйгә ингән, кире сыҡҡан, аҙбар яғына киткән. Әсәгә һарай эсенән Тиктормаҫтың тауышы ишетелгәндәй булды. Сигнгал бирҙе, балаһы ишетте уның сигналын, шунла уҡ тулай һәм илай башланы. Тағы шундай сигнал бирҙе: тыныслан, балам, тыныслан! Мин хәҙер һинең янҡа барып етермен һәм, һис шикһеҙ, ҡотҡарырмын.

Бүре-әсә ҡыйыҡ эсенә ырғып менде, йөҡа ғына ятҡан бесән ҡатламын тырнап тиште, һайғауға еткәс уны тешләп ҡайырҙы, ҡулдары менән тегеләй этте, былай тартты, ярыҡҡа моронон тығып уны бер аҙ киңәйтте. Аҙаплана торғас һайғау бер аҙ шылды, эскә төшөрлөк өңөш асылды. Ырғып төштө ул һәм балаһының бер йәшник эсендә бикле ултырғанын күрҙе, ағас һауытты тырнаны, әйләндерҙе-тулғандырҙы, тик аса алмай йөҙәне. Күтәреп алып китерлек түгел был һауыт, бик ҙур. Ни булһа ла булһын, балаһы эргәһендә ҡалырға ҡара итте Бүре-әсә. Балаһына сигнал бирҙе: Балам! Мин һинең эргәңдә. Мин, әсәйең, һине ҡотҡарырға килдем. Һинең бер үҙеңде ҡалдырып бер ҡайҙа ла китмәйем. Ике аяҡлы бында килһә - юҡҡа сығарасаҡмын! Тыныслан һәм ял ит! Яраймы! Тыныслан!

Тиктормаҫ барыһын да аңланы һәм тыныслана төшөп әсәһе торған мөйөшкә нығыраҡ һыйынып ятты. Бына уның әсәһе, тел менән ялаһаң да барып етерҙәй генә алыҫлыҡта, ләкин бергә булыу мөмкинлеге юҡ...

 

Ә Көнтөшмәҫ итәгендәге өс һунарсы-бүре яҡтырмаҫ элек үк таралышып шишмә буйына һаҡҡа яттылар. Былай тип “һөйләштеләр”: Һыу сығанағы төбөнә Баш бүре - үҙе ята, йөҙ метрҙай аҫтараҡ - Һоросай урыны, тағы аҫтараҡ Ҡарасай урын ала. Әгәр ҡоралай Ҡарасай тапҡырына яҡынлаһа ул уны өҫкә ҡарай ҡыуырға, ә былары ҡаршыһына сығып йығырға тейеш. Кейек Башлыҡҡа тура килһә, ул аҫҡа ҡарай баҫтырырға тейеш. Кем алдан күрә, шул ҡоралай ишетә алмаған диапазонда сигнал бирә.

Тәүҙә ҡояш сығышы яғы ҡыҙара бирҙе, ул киңәйә барып ялтыр төҫтәге яҡтылыҡҡа әүерелде, артынса, ниһәйәт, дүрт күҙ менән көткән таң атты.

Ҡоралайҙар оҙаҡ көттөрмәне, бер төркөм һыу эсергә булды. Тик нимәнелер һиҙеп бөтәһе лә ситкә һыпыртты, ә береһе ҡалып, Һоросай менән Ҡарасай аралығына инеп һыуһынын ҡандырырға булды. Эсеп туйып өлгөрмәне тауҙың аҫҡы яғынан ниндәйҙер ҡарасҡы ялпылдағандай булды. Бүре түгелме? Шул бит, шул. Йән тәслимгә өҫкә ҡарай ҡасырға тура килде. Уйламағанда тағы бер бүре ҡайҙандыр килеп сығып, икәүләшеп уңға-һулға ебәрмәй тау үренә ҡыуып алып киттеләр бахырҙы.

Был турала сигнал-белдереү алған Башлыҡ ҡоралай яҡынлау менән уның ҡаршыһына сапты, яҡынланы һәм туҡтап та тормайынса електең муйынына ырғыны, матҡып тотоп йығып һалыу ине уның уйы. Ләкин был уй беренсе тапҡыр тормошҡа ашманы... Иң ғәжәбе шул: ҡоралайҙың ялтарыуы арҡаһында ул яңылышты һәм ҡорбаны аша барып төштө, шунда уҡ тәкмәсләп китте. Тере ит массаһын Ҡарасай ҡыуыуын дауам итте, ә Һоросай, ҡорбанын үткәреп ебәргәнгә йәне көйөпмө, әллә өйөрҙә хужа булыуҙы үҙенә алып булыр, тип уйлапмы тәкмәсләгән Башлыҡҡа һөжүм итте, уны үҙенә бойһондорорға уйланы. Эштең былай килеп сығырын башына ла килтермәгән башлыҡ үҙенә ҡарай ажғырып килгән Һоросайҙы күреп иҫе китте, ғәжәпкә ҡалды, ләкин иҫен бик тиҙ йыйҙы һәм тора һалып һөжүм итеүсенән саҡ ҡына янтайҙы ла елкәһен матҡып тотто, уны ебәрмәйенсә оҙаҡ ҡына ваҡыт тотоп торҙо. Шунан һуң ғына Һоросайҙың башын ергә баҫты һәм тегеһе мәрхәмәт һорағандан һуң асыу менән бөтә көсөнә ситкә бырағытты тегене. Шулай итеп, Башлыҡ был юлы бигерәк оятһыҙ ҡыланған Һорсайҙы тиҙ генә үҙ урынына “ултыртты” һәм артабан сапты.

Һоросай еңелгәнен тулыһынса таныны, әлегә Башлыҡты еңерлек ҡеүәте юҡ икәнен дә аңланы ул. Шуға күрә күтәрелгән ҡойроғон кире аҫҡа төшөрҙө.Кодекс буйынса күтәреңке ҡойроҡ менән йөрөү хоҡуғы тик Башлыҡҡа ғына бирелә. Ҡалғандарының ҡойроҡтары гел түбәндә генә йөрөргә тейеш.

Ҡарасай баҫтырған кейеген ҡыуып етһә ярар ине, тип уйлап алды Башлыҡ, сөнки ҡоралайҙарҙың башҡалары был яҡтарҙан ситкә тайпылдылар, яңы аҙыҡ килеп сығыуын көтһәң - һунар оҙаҡҡа һуҙыласаҡ.

Башлыҡҡа был ерҙәр бик ныҡ таныш. Йәй көндәре бында емеш-еләк күкрәп үҫә, ә өйөр ағзалары емеш-еләкте бик ярата, бында килеп йыл да кинәнеп ашай торғайнылар.

Оҙаҡ ваҡыт был ерҙәргә кеше аяҡ баҫманы, тик бер ғаилә айыу ғына бында өң ҡорҙо. Ике йыл элек бер ғаилә кеше аттарына ултырып килеп был ерҙәрҙә бесән саба башланы. Атҡа теймәне Башлыҡ, башҡаларҙы ла тыйҙы, сөнки ат юғалһа - кешеләр һуғыш асасаҡ. Ул ваҡытта ҡасып ҡотолоп буламы-юҡмы - бына шуныһы - билдәһеҙ.

 

 

Бүреләр һунарҙа.

 

Сығанаҡ төбөнә барып еткәс тә күрҙе: Ҡарасай ҡоралайҙы ҡыуып етеп, тамаҡлап, эшен бөтөрөп ҡорбанының үлек кәүҙәһе эргәһендә быларҙы көтөп тора ине. Өс бүре кәүҙәнең өс яғынан тирене йыртып алып ашарға керешеп киттеләр, “ит ашау мәжлесе” оҙаҡ ҡына барҙы, сөнки һәр береһе ашҡаҙанына ете-һигеҙ кило ит тултырып алып, балаларға алып ҡайтып ашатырға тейеш.

 

 

Йәноҙаҡ ауылда иң танылған һунарсыларҙың береһе. Унан башҡа һунарсылар ҙа бар, әлбиттә, береһе - лесничество эшсеһе Зәкирйән, икенсеһе - ҡырҙан килеп уҡытыусы булып эшләп йөрөүсе Мөхәмәт Рәшитович. Ләкин уларға Оморҙаҡ менән тиңләшергә бик иртә әле, сөнки уның һунарсылыҡ менән шөғөлләнеүенә утыҙ йылдан артыҡ ваҡыт үтеп китте инде, ә тегеләрҙең урман тапауы яңыраҡ башланды һәм урманға сығыуҙары айына бер-икәүҙән артмай. Улай ялҡау һунарсы буламы? Бәлки һунарҙы улар хобби итеп кенә ҡарайҙарҙыр? Кем белә!

Йәш ваҡытында Йәноҙаҡ һунарға көн яҙлыҡтырмай йөрөргә тырышты. Йөрөй торғас оҫта атырға өйрәнеп алды ул, бер пуляһы ла бушҡа китмәне, шикелле. Был эш менән ул Ватан һуғышынан алда уҡ шөғөлләнә башлағайны инде, һуғыштан һуң да ташламаны. Урман уның күңелен һәр ваҡыт үҙенә тартты. Йәш ваҡытында был тирәне арҡырыға-буйға күп үтте. Йәшлектә ни, көс күп ваҡытта, көндәр буйы йөрөһәң дә арытмай бит инде ул. Ә хәҙер өлкәнәйә бара, шикелле, эштән ҡайһы саҡ арып ҡайта, бер аҙ ултырып йәки ятып алмаһа - тәне йәки аяҡтары һыҙлай башлай.

Хәҙер ҡатыны Гөлнисә менән икәүләшеп кенә йәшәйҙәр, балалары ҙурайышып, ҡайһыныһы ҡайһы яҡҡа бер-бер артлы осоп китеп бөттөләр инде. Хәҙерге йәштәр әүәлге кеүек ата-әсәләре менән бергә торорға тырышмайҙар. Эш артынан китеп юғалалар ҙа башҡа ҡайтмайҙар, ҡайҙа уңайлы күрәләр, шунда үҙ ояларын ҡоралар.

Икәүләшеп кенә йәшәһәләр ҙә мал-тыуар тоталар, бер һыйыры, башмағы, быҙауы, ике-өс һарығы һәм аты бар. Бер оя ҡаҙ һәм биш-алты тауыҡ та аяҡ аҫтында йөрөйҙәр. Һуңғыларының ыҙалары бөтөнләй беленмәй, иртәнсәк тороп мул ғына итеп ем һипһәң - эше лә бөтә.

Ҡайһылай ғүмер тиҙ үткән икән! Йәш ваҡытын иҫкә төшөрһә - аптырай, ул ваҡыттарға бер-нисә генә ай үткәндәй тойола уға. Кеше хәтере йылдар айырмаһын, күрәһең, йәшерә, юғалта, ҡыҫҡарта.

Яңы ҡына йоҡонан торҙо әле ул, хужабикә өйҙә күренмәй, иртәрәк тороп тышта мал-тыуар менән булышалыр, һыйырын һауалыр...

Бөгөн нишләптер төшләнеп йоҡланы әле ул. Төшөндә бүреләр менән һаташты, урам эсендәге этен ашап киткән, имеш, тип төшләнгән ваҡытында уянып китте. Тауыҡ төшөнә тары керә, тигәндәй, нишләп ундай төш мейегә кергәндер - аңламаҫһың. Тышҡа сыҡты. Эте ни ихатала имен-һау йөрөп ята, ана, ҡойроғон болғап тора. Уға ҡапылда ни булһын тағы? Тик шуныһы бар: ҡартайып китте әле Аҡбай, һуңғы ваҡытта урманға эйәреп барыуҙы онотто, теләге булманы. Эт ни үҙ хәлен үҙе беләләре әле! Күп йылдар тоғро хеҙмәт итте инде ул Аҡбай. Ваҡытында бер танышы бүләк иткәйне был эт балаһын Төҫө ап-аҡ булғанға Аҡбай тигән исемде ҡушты. Ҡыш көндәре Аҡбайҙы эйәртеп һунарға сыҡһа, тегенеһе ҡарҙа күренмәй юҡҡа сыға ла ҡуя торғайны. Бүләк итеүсе былай тигәйне: “Был көсөк Көнбайыш Себер тоҡомонан, ханти-мансиҙарҙың тап ошо тоҡомдо яратып көтә, һунарға шәп, үҙең күрерһең!” Тап шулай булды, бергәләп күпме тапҡыр һунарға сыҡтылар, һәр ваҡыт бер-береһен күҙ ҡарашы менән генә аңлашып эш иттеләр. Тағы шундай тоҡомло эт кәрәк ине лә бит, тик ҡайҙан алаһың бындай аҡыллы этте. Эҙләп ҡараны, яҡын-тирәлә тапманы - шуныһы насар булды. Яңынан эт алырға тигән уйы әллә ҡасандан бирле йәшәй, тик тоҡомһоҙ эт балаһын алып ҡайтып ҙурайтыуҙан ни файҙа? Эшкинмәгән урам этен әҙәм көлдөрөп эйәртеп йөрөгәнсе бер үҙең йөрөүең мең артыҡ. Һунарсыға тоҡомло һәм аҡыллы, һинең күҙ ҡарашыңдан аңлап, һәр хәрәкәтеңде күҙәтеп торған эт кәрәк бит инде ул...

Уйҙар тулҡынына күмелеп тора торғас һунарсының башында ғүмере мейегә килмәгән һәм инмәгән бер уй яралды. “Әллә бүре балаһын алып ҡайтып, үҫтереп, һунар эте итеп тәрбиәләп ҡарарғамы? Тик килеп сығырмы икән ул эш? Шулай ҙы бер тырышып ҡарарға кәрәк ине”.

Урам ҡапҡаһынан инеп килгән ҡатыны һунарсының уйҙарын бүлдерҙе.

- Ҡасан торҙоң, атаһы? Берәүһе инеп уяттымы әллә - тип һораны Гөлниса.

- Үҙем уяндым, яңы ғына торҙом, - тип яуап бирҙе Йәноҙаҡ - Әллә һыйырҙы һауып бөтөп ҡыуып килә ятаһыңмы?

- Эйе.

- Нишләп мине уятманың, үҙем ҡыуыр инем әле! Һыйырҙы ҡыуыу минең елкәлә бит. Тағы аяҡ-ҡулға гимнастика, хәрәкәттә - бәрәкәт, тип бушҡа әйтмәйҙәрҙер әле.

- Һаташа-һаташа йоҡланың бөгөн, шуға күрә тағы бер аҙ ятып торһон, тип уйлағайным, шуға уятманым, - тип яуапланы Гөлнисаһы.

- Икенесе улай итмә! Мотлаҡ уят! - Йәноҙаҡ һәм бер аҙ уйланып торғандан һуң былай тип өҫтәне:

- Гөлниса! Бөгөн ял көнө, урманға сығып әйләнәйем әле. Бер-нисә йомортҡа бешереп әҙерләп ҡуй, ярты икмәк, бер аҙ май һәм тоҙ әҙерләп ҡапсыҡҡа һал әле!

- Атаҡ! Атаҡ! Яҙ көнө урманда нимә ҡарайһың? Һунар ваҡыты түгел бит!

- Мин һунарға сығырға йыйынмайым әле. Аҡтауҙа бер бүре ояһы бар. Йыл да шуларҙы ҡарап ҡайтырға ғәҙәтләнгәнмен. Быйыл ҡараған юҡ, балалары бармы икән, булһа - тышҡа сығарға эшкингәндәрме икән - бына шуны белге килә.

- Уларҙы еүеш ергә ятып күҙәтәтергә уйлайһыңмы ул? Һыуыҡ тейҙереп тәгәрәп китһәң - үҙеңә насар булыр. Түшәргә берәй нәмә алырға онотма!

- Юҡ, һыуыҡ теймәҫ! Ағас башына менәм дә һуғыш ваҡытындағы кеүек оҙаҡ ҡына ваҡыт ҡарап тик ултырасаҡмын. Ултырырға урын әҙерләп ҡуйғанмын мин унда. Шунан бөтәһе лә күренеп тора торғайны.

- Фотоаппаратыңды алаһыңмы?

- Был юлы алмайым. Бынан алда бүреләрҙең ҡыҙыҡтарын күп төшөрҙөм инде. Етеп торор! Тик бүреләрҙең фотоһүрәттәре йыйылған альбом саңланып тик ята, берәүгә лә кәрәкмәй булып сыҡты.

- Бүреләрҙе һинән башҡа кешеләр ярата тип уйлайһыңмы әллә? Әҙәм балалары өсөн бүреләр тик йыртҡыс кейек кенә бит. Ә һин фотоаппаратыңды ал! Берәй ҡыҙыҡ хәл төшөрөп алып ҡайтырһың! Мин ҡарамын, балалар, ейәндәр ҡарар.

- Эйе шул. Ярай, булмаһа, аппаратты алайым әле, бәлки, кәрәге тейер.

Алды Йәноҙаҡ “ФЭД” фотоаппаратын, кәрәкмәһә лә мылтығын арҡаһына таҡты һәм аҙыҡ-түлек һалынған ҡапсығын тотоп урманға ҡарай атланы.

Юлда барғанда ошо матур көнгә кинәнде ул. Бына ҡайҙа ул ожмах! Әгәр теге донъяла ожмах булһа - тап ошолай булырға тейеш! Үҙенең атеист икәнен иҫенә төшөрөп көлөп ебәрҙе.Башын күтәреп күккә ҡарап алды һәм артабан тағы уйҙар тулҡынына бирелде. Эйе, был донъяның осо-ҡырыйы юҡ. Һин атеисты-юҡмы барыбер ҡасандыр был донъяны ниндәйҙер бер көс яратҡан бит инде. Тик ул көстө әҙәм балалары төрлөсә атай: Тәңре, Аллаһ, Йыһан, Ғәләм, Донъя, Күк йөҙө, Космос, Бог, Вселенная, Мироздание - тағы әллә-ниндәй исемдәре бар. Нишләп ғалимдарға үҙ ара һөйләшеп шуларҙы бер исем менән генә атамаҫҡа? Мәҫәлән, “Юғары Көс” тип. Юғары көс уның уйынса төрлө газ ҡушымталарынан торған, мейе ролен үтәгән, ләкин кәүҙәһе булмаған бер илаһи әйбер булырға тейеш. Бәлки, бөтә ғәләм, мәҫәлән, йондоҙҙар, Ер, Ҡояш шуның эсендә урынлашып йәшәйҙәрҙер, тыуаларҙыр һәм үләләрҙер! Тьфү! Баш етмәҫлек яҡҡа нишләп төшөп китте әле ул? Барыбер был донъяның серен берәү ҙә белеп бөтә алмаясаҡ һәм Юғары Көстө лә күрә алмаясаҡ - бына ошоноһон ул бик яҡшы аңлай...

Көн ялтырап тора, еңелтә генә иҫкән ел битте һыйпай, ошондай һил ваҡыттарҙа әллә-ниндәй уйҙарға төшөп китәһең, үткәндәрҙе барларға тотонаһың. Бына ошондай яҙ көнө һуғышҡа алынып киткәйне ул, шул мәл нишләптер асыҡ булып иҫкә килеп төштө, әйтерһең кисә генә булып үткән хәл-ваҡиға.

1942 йыл. Май айы.

Бына ғына 18 йәше тулып үтте Йәноҙаҡтың. Колхозда эшләп йөрөй ине әле ул саҡта, бер көнө повестка килтереп тотторҙолар. Китте райүҙәккә, унда килгәндәрҙе бергә йыйып, йөҙҙән ашыу призывниктарҙан торған төркөм ойошторҙолар һәм йәйәүләтеп Магнитҡа ҡарай алып киттеләр. Юлға өс көн китте. Артабанғы “сәфәр” вагондар эсендә үтте. Ниһәйәт, Мәскәүҙән әллә ни алыҫ булмаған, башҡаланың көнъяғында урынлашҡан Тамбов өлкәһенә килеп туҡтанылар. Бында яңы частар төҙөү пункттары урынлашҡан икән. “Һеҙ икенсе гвардия армияһы составына керетелдегеҙ”, - тип аңғарттылар һәм казармаларға бүлеп, тәғәйен карауаттарҙы күрһәттеләр. Беренсе көндән үк һуғыш уйындары башланып китте, көн-төн тигәндәй фронт тәртиптәренә, төрлө көрәш ысулдарына өйрәтә башланылар. Немец тәжрибәле һәм оҫта һуғышсы, ә һеҙ унан да оҫтараҡ булырға тейешһегеҙ. Әгәр шуны онотһағыҙ - башһыҙ ҡаласаҡһығыҙ, ә тыуған илде һаҡлау өсөн тере яугирҙәр кәрәк, тип ҡат-ҡат туҡынылар. Шуныһы учебкала оҡшаны уға: немец һәм совет автоматтарынан атып ҡарау йыш ҡабатланды, патрондарҙы йәлләмәнеләр. Беҙҙең автоматтар барыбер уңайлыраҡ, ябайыраҡ, шәберәк конструкциялы тойолдо буласаҡ яугиргә. Ләкин уйламағанда автомат урынына мылтыҡ тоторға, шуның менән һуғыш алып барырға тура килде. “Кеше күҙаллай, ә Алаһы Тәғәлә үҙе теләгәнсә урынлаштыра”, тигән мәҡәл ошо хәлгә тап килеп тора түгелме әле? Шулай шул, тап килә.

Аҙна үттеме-юҡмы сираттағы теҙелешеп торған ваҡытта полк командиры строй алдына килеп баҫты, рапорт ҡабул итеп алғандан һуң һалдаттарға һорау менән мөрәжәғәт итте:

- Кто из вас на гражданке занимался охотой? Кто метко стреляет из ружья? Шаг вперед.

Бер-нисә кеше ыңғайына Йәноҙаҡ та бер аҙым атлап, алғараҡ сығып баҫты. Күңеле һиҙҙе: башҡаларҙан айырып алыуҙары бушҡа түгел. Алға сығып баҫҡандарҙы штабҡа йыйып былай тип аңлаттылар: “Һеҙ - буласаҡ снайерҙар. Ошо һөнәргә өйрәтеү өсөн Мәскәү аҫтындағы “Н” пунктына ебәрәбеҙ”.

Шулай иттеләр ҙә. Тәғәйен урын Мәскәү аҫтындағы урмандарҙың эсендә урынлашҡан икән. Уҡыу менән практика алмашлап бара. Курс өс айлыҡ. Автомат урынына бында снайперҙарға СВД мылтығын тотторҙолар һәм шунан атырға өйрәтә башланылар. Мылтыҡтың тулы исеме былай: “Снайперсая винтовка Драгунова с оптическим прицелом ПСО-1”. Оптик прицелында крест формаһындағы арҡыс-торҡос торған ике һыҙығы бар, дүрт тапҡыр ҙурайта икән оптикаһы, уныһы ла ярай. Шәп мылтыҡ, яҡындағы сәп булһа - пуляны уның маңлай уртаһына ғына ултырта. Әгәр атыу аралығын, пуля траекторияһын дөрөҫ билдәләһәң - дошман һинеке. Мәҫәлән, 600 м алыҫлыҡтағы сәпкә атҡанда пуля 63 см аҫҡараҡ эләгә. Тимәк көбәкте тапҡырлап шул тиклем күтәрә белергә кәрәк. Көбәкте күтәрмәһәң маңлайға төбәлгән пуля кендектең өҫ яғында булған ергә барып ултырасаҡ. Артабан һанап сығарыуы ҡыйын түгел: биш йөҙ метр алыҫлыҡҡа пуля - 52,5 см-ға, 400 метр араға - 40,5 см-ға, 300 метр аралыҡҡа 32,5 см “яңылышып” аҫҡараҡ эләгә. Шуға күрә көбәкте күтәргәндә аралыҡ алыҫлығын күҙ менән генә үлсәп, яҡшы белергә кәрәк. Ҡыҫҡаһы, шәп ҡорал, тик күҙ үткерлеген һәм һиҙгерлекте үҫтереү - иң мөһиме. Снайперға шунһыҙ булмай. Тағы һәр соҡорҙо, һәр һөҙәкте, һәр емерелгән бинаны дөрөҫ ҡулланып йәшенә белергә һәм оҙаҡ ҡына ваҡыт ҡыбырламай ятырға өйрәнергә кәрәк. Ә бындай һәләттәр Йәноҙаҡта электән бар. Әйткәндәй, снайперҙарҙың бик күп өлөшө нацмендарҙан (национальное меньшенство) тора. Төркөмдә ҡаҙаҡтар, ҡырғыҙҙар, ханти-мансиҙар, яҡуттар күп, урыҫ, белорус, украиндар ҙа етерлек. Был исемлекте Себер яғында йәшәп бында килгән башҡа төрлө халыҡтар тулыландырҙы.

Сталинград һуғышы башланып китеү менән өс айлыҡ курсты ай ярым итеп ҡыҫҡартып, бер төркөм снайперҙарҙы шунда ташланылар. Шуныһы ҡыуаныслы булды: ошоға тиклем атып өйрәнгән, үҙеңдеке тип һанаған Драгунов винтовкаһын учебканан сыҡҡанда ҡул&



<== предыдущая лекция | следующая лекция ==>
Выбор лучшего типа судна для работы на направлении | Организация стоматологической хирургической помощи
Поделиться с друзьями:


Дата добавления: 2016-11-18; Мы поможем в написании ваших работ!; просмотров: 505 | Нарушение авторских прав


Поиск на сайте:

Лучшие изречения:

Два самых важных дня в твоей жизни: день, когда ты появился на свет, и день, когда понял, зачем. © Марк Твен
==> читать все изречения...

2217 - | 2047 -


© 2015-2024 lektsii.org - Контакты - Последнее добавление

Ген: 0.047 с.