Лекции.Орг


Поиск:




Категории:

Астрономия
Биология
География
Другие языки
Интернет
Информатика
История
Культура
Литература
Логика
Математика
Медицина
Механика
Охрана труда
Педагогика
Политика
Право
Психология
Религия
Риторика
Социология
Спорт
Строительство
Технология
Транспорт
Физика
Философия
Финансы
Химия
Экология
Экономика
Электроника

 

 

 

 


Нфәл (Табыш малы) сүрәһе. 2 страница




48. Шайтан улар ҡылғандарҙы (маһайғандарын) яҡшы эш итеп күрһәтте.

— Бөгөн һеҙҙе еңә ала торған һис бер ҡеүәт юҡ, мин һеҙгә ярҙам итермен, — тине.

Ләкин ике ғәскәр ҡапма-ҡаршы килеп баҫҡас, ул артына әйләнеп ҡарамайынса, ҡасып китте.

— Мин һеҙҙән йыраҡ, мин һеҙ күрмәгәндәрҙе (фәрештәләр­ҙе) күрәм, мин Аллаһтан ҡурҡам, Аллаһтың ғазабы бик тә хәтәр, — тине.

49. Монафиҡтар менән күңелдәрендә (хөсөтлек) сире булған кешеләр (ысын мосолмандарға ҡарап) әйтте:

— Быларҙы диндәре алданы, — тинеләр.

Әммә, кем Аллаһҡа һыйына, белеп торһон, Аллаһ — мотлаҡ еңеүсеҙер, хикмәт эйәһеҙер.

Күңелдәрендә сир булғандар»ҙың мәғәнәһе шул. Ҡурайштағыларҙың бер өлөшө Исламды ҡабул итеп тә, мосолманлыҡтарын нығытманылар. Ҡурайш Бәдер һуғышына сыҡҡанда былар теләр-теләмәҫ кенә, ирекһеҙҙән генә һуғышҡа китте. Улар мосолмандар­ҙың әҙлеген күреп, ҡурҡыуға төштөләр. Мосолмандар, һис шикһеҙ, еңеләсәк, тип хәбәр тараттылар. Ысындан да, ул саҡта мосолмандарҙың һуны өс йөҙ ун өс булып, кәферҙәр бер мең һуғышсы ине. Ләкин Аллаһ ярҙамы менән мосолмандар еңеү ҡаҙанды». Хәсән Чантай тәфсиренән.)

50. Фәрештәләр:

— Бына, татығыҙ йәһәннәм ғазаптарын, — тип, уларҙың биттәренә, арҡаларына килтереп һуҡҡанда, кәферҙәрҙең йәндәрен алғанда ҡарап торһаң икән! (51) Бына был (яза) ҡылған золомоғоҙ өсөн. Аллаһ (гөнаһаһыҙ) ҡолдарына яза биреүсе түгел. (52) Уларҙың ғәмәле нәҡ фирғәүен тоҡомо­ноҡо кеүек һәм уларҙан элек йәшәгәндәрҙеке шикеллеҙер. Улар ҙа Аллаһтың аяттарын инҡар иткәндәр ине. Шул гөнаһтары арҡаһында уларҙы Аллаһтың ғазабы тотто. Аллаһ көслөҙер. Уның язаһы хәтәр. (53) Ни өсөн Аллаһ шу­лай ҡылды? Сөнки Аллаһ бер ҡәүемгә биргән ниғмәтен (ҡарарын) үҙгәртмәй, үҙҙәре үҙгәрмәйенсә тороп. Хәҡиҡәтен, Аллаһ ишетеп-белеп тороусы. (54) Уларҙың ғәмәле нәҡ фирғәүен тоҡомоноҡо кеүек һәм уларҙан элек йәшәгәндәрҙеке шикелле. Улар Раббының аяттарын ялғанға сығарырға теләнеләр, Беҙ ҙә уларҙы гөнаһтары арҡаһында һәләк иткән инек һәм Фирғәүен нәҫелен (диңгеҙгә) батырҙыҡ. Улар­ҙың барыһы ла залим ине.

55. Ер йөҙөндә йәшәй торған йәнлеләрҙең Аллаһ ҡаршыһында иң яманы — кәферҙәр. Сөнки улар барыбер иман­ға киләсәк түгел..

(Күп тәфсирҙәрҙә «йәнлеләр» һүҙе урынына «хайуандар» һүҙен ҡулланғандар. Беҙ Садретдин Ғүмүш тәржемәһен алдыҡ.)

56. Улар үҙҙәре менән килешеү төҙөгәндән һуң, Аллаһтан тартынмайынса, һәр ваҡыт ант боҙа торған халыҡ. (57) Шуға күрә, әгәр һуғышта уларҙы еңһәң, уларға шундай яза бир, (ант боҙғандары өсөн улар артындағыларға) башҡаларға ла һабаҡ булһын.

58. Әгәр берәй халыҡ (ант боҙоп) хыянат итер тип, шикләнһәң, дөрөҫлөк һәм ғәҙеллек менән алдан киҫәтеп, арағыҙҙағы килешеүҙе (антты) боҙ. Аллаһ хыянат иткәндәрҙе яратмай. (59) Иманһыҙҙар: беҙ еңдек, тип ҡыуанмаһындар. (Мосолмандар­ҙы) еңә алмаҫтар.

60. Уларға ҡаршы, көсөгөҙҙән килгәнсә, ҡеүәт туплағыҙ, Жиһад өсөн яҡшы аттар әҙерләгеҙ, шулай итеп, Аллаһтың дошмандарын, үҙегеҙҙең дошмандарығыҙҙы һәм үҙегеҙ белмәгән, әммә Аллаһҡа мәғлүм дошмандарығыҙҙы ҡурҡытығыҙ. Аллаһ юлында сарыф иткәндәрегеҙ кәмселекһеҙ үҙегеҙгә ҡайтыр, һеҙ ғәҙелһеҙлеккә дусар булмаҫһығыҙ.

61. Улар килешеү теләһә, һин дә риза бул һәм Аллаһҡа тәүәк­кәл ит. Ул ишетеп-белеп тора. (62) Әгәр улар һиңә хәйлә ҡора башлаһа, Аллаһтың яҡлауы һиңә етәр. Ул һине мөьминдәр аша килгән ярҙамы менән һаҡлар. (63) Ул уларҙың күңелдәрен берләштерҙе. Һин Ер йөҙөндәге бөтөн нәмәне сарыф итеп бөтөргән булһаң да, уларҙы берләштерә алмаған булыр инең. Аллаһ уларҙың араһын татыулаштырып, берләштерҙе. Ул — мотлаҡ еңеүсе, хикмәт эйәһе.

(«Мәҙинәле Әүес менән Хәзрәж ҡәбиләләре араһында бөтмәҫ-төкәнмәҫ дәһшәтле бер дошманлыҡ бар ине. Араларында ҡанлы һуғыштар булып, һәр тарафтың алдынғыларынан байтағы үлде. Оҙаҡ замандар бер-берҙәренән ҡан үсе алыу менән мәшғүл булды­лар. Аллаһ уларҙы Ислам менән шәрәфләндереп, үс алыу маҡсатын юҡҡа сығарҙы, улар берләшеп, дуҫлаштылар» Садретдин Ғүмүш тәфсиренән)

64. Эй, Пәйғәмбәр, (ярҙамсы булараҡ) һиңә эйәргәндәргә бер Аллаһ етәр. (65) Э й, Пәйғәмбәр, мөьминдәрҙе (азат­лыҡ өсөн) һуғышҡа өндә, әгәр һеҙҙең арала сабыр-сыҙам хо­лоҡло егерме кеше булһа, ике йөҙ (иманһыҙҙы) еңәсәкһегеҙ. Әгәр һеҙ йөҙ кеше булһағыҙ, мең дошманды еңә алырһығыҙ. Сөнки улар — бер нәмә лә аңлаумаусы өйөр. (66) Инде Аллаһ йөгөгөҙҙө еңеләйтте. Һеҙҙең зәғифләнгәнегеҙҙе белде. Шулай ҙа, арағыҙҙа сыҙам-ныҡ йөҙ кеше булһа, ике йөҙ дошманды еңәр. Һеҙ мең кеше булһағыҙ, Аллаһ ярҙамы менән, ике мең дошманды еңәрһегеҙ. Аллаһ сыҙамдар янында.

67. Ер йөҙөндәге барлыҡ дошмандарын еңгәнсегә ҡәҙәр, һис бер пәйғәмбәр (кәферҙәрҙе) әсир алырға тейеш түгел. (Әсирҙәрҙе түләү хаҡына азат итеп) һеҙ донъя малы ҡаҙанырға булаһығыҙмы? Гәрсә, Аллаһ Әхирәтте теләй. Аллаһ — көслөҙер, хикмәттәр эйәһеҙер. (68) Аллаһ тарафынан башта уҡ әмер килгән булмаһа, алған йоломдарығыҙ арҡаһында, һеҙ хәтәр язаға тартылған булыр инегеҙ. (69) Хәҙер инде ҡулығыҙға төшкән ғәнимәттән хәләл һәм паҡ булғандарын ашағыҙ. Аллаһтың язаһынан ҡурҡығыҙ. Шик юҡ, Аллаһ ярлыҡаусы һәм мәрхәмәт итеүсе. (70) Эй, Пәйғәмбәр, ҡулығыҙға төшкән әсирҙәргә әйт:

— Әгәр күңелдәрегеҙҙә яҡшы ниәт булһа, һеҙҙән алынған (йолом) дан да хәйерлеһен һеҙгә Аллаһ бирер һәм һеҙҙе ярлы­ҡар, — тип. Аллаһ ярлыҡаусы, кисереүсе. (71) Әгәр һиңә хыянат итәһелөрен алдан белһәң (аптырама), бынан алда ла Аллаһҡа хыянат иттеләр. Аллаһ уларға ҡаршы һуғышыр өсөн һиңә мөмкинлек һәм ҡөҙрәт бирҙе. Аллаһ — белеп тороусы, хикмәттәр эйәһеҙер.

72. Иман килтереп, һижрәт иткәндәр (ватандарын, йортон-ерен, малдарын ташлап киткәндәр), Аллаһ юлында изгелекле ғәмәл ҡылған, йәндәре (малдары) менән Жиһадта ҡатнашҡан кешеләрҙе һыйындырып, уларға ярҙам иткәндәр бер-берһе менән дуҫ булырҙар. Иман килтереп тә, һижрәт итмәгәндәр иһә, һижрәт иткәндәренә саҡлы һеҙгә яҡын була алмайҙар. Улар өсөн яуап тотолмай. Әгәр ҙә улар (күсен­мәгән мосолмандар) дин өсөн (кәферҙәргә ҡаршы һуғышта) ярҙам һораһалар, уларға ярҙам итеү һеҙҙең бурысығыҙ. Ләкин һеҙҙең менән килешеү төҙөгән (кәфер) халыҡҡа ҡаршы һеҙ ғәскәр бирмәйһегеҙ. Аллаһ һеҙҙең нимә ҡыласағығыҙҙы алдан уҡ күреп тора.

73. Кәферҙәр үҙ-ара ярҙамлашып, бер-береһе менән татыу йәшәй. Әгәр һеҙ ҙә шулай (татыу) булмаһағыҙ, Ер йөҙөндә фетнә (иман зәғифлеге, кәферлек) һәм (дин майҙанында) сыуалыштар, аҙғынлыҡтар буласаҡ.

74. Иман килтереп тә, Аллаһ юлында һижрәт һәм Жиһад итеүселәр, үҙ яндарына һыйындырып, уларға ярҙам итеүселәр — бына ысын мөьминдәр шулар була инде. Ярлыҡауҙы ла, бөтмәҫ-төкәнмәҫ ризыҡ алыусылар ҙа шулар булыр.

75. Иман килтереп, һуңынан һижрәт итеп, һеҙҙең менән бергә Жиһадта ҡатнашҡандарҙың барыһы ла һеҙҙең ҡәүем булыр. Аллаһтың Китабына күрә, яҡын туғандар бигерәк тә бер-береһенә яҡын булалар. Хаҡтыр, Аллаһ барыһын да теүәл белеп тора.

(«Был аят ингәнгә ҡәҙәр мираҫҡа вәриҫлек бары тик ҡан ҡәрҙәштәр араһында ғына ине.» Садретдин Ғүмүш тәфсиренән)

 

Тәүбә (Тәүбә) сүрәһе

 

Тәүбә сүрәһе 129 аяттан тора. Был — бисмиллаһыҙ башла­на торған сүрә. Ҡайһы берәүҙәр: был Ғәнимәт-Әнфәл сүрәһенең дауамы; айырым, мөстәҡийл сүрә түгел, тип бәхәсләшәләр. Шуға курә, уның башында бисмилла уҡылмай, тип әйтәләр.

Бисмилләһир-рахмәәнир-рахиим.

1. Мөшриктәр менән булған килешеүҙәрегеҙ Аллаһ менән Рәсүлүллаһ тарафынан ҡәтғи киҫәтелә.

2. (Әй, мәжүсиләр) Ер йөҙөндә дүрт ай буйы (теләгәне­геҙсә) йөрөп тороғоҙ. Тик аң булығыҙ, һеҙ Аллаһты сараһыҙ ҡалдыра ала торғандарҙан түгел. Хаҡтыр, Аллаһ үҙе кәферҙәрҙе тар-мар килтерәсәк.

3. Хаж-и Әкбәр көнөндә Аллаһ менән Рәсүлүлланың кешеләргә белдереүе:

— Аллаһ һәм уның илсеһе мөшриктәр менән араны өҙә. Әгәр тәүбә итһәгеҙ, һеҙҙең өсөн иң хәйерлеһе булыр. Йөҙ сөйөрһәгеҙ, белеп тороғоҙ, һеҙ Аллаһты сараһыҙ хәлдә ҡалды­ра аласаҡ түгел. (Эй, Мөхәммәд) ул кәферҙәргә биреләсәк яза барлығы тураһында әйтеп, «һөйөнсө» ал.

4. Һеҙҙең менән килешеү ҡорған мөшриктәр һеҙгә яманлыҡ ҡылмаһа, һеҙҙең мәнфәғәттәрегеҙгә ҡаршы ғәмәлдә булмағандар был хөкөмгә кермәй. Килешеүҙе аҙағынаса боҙмағыҙ. Аллаһ ғәҙелһеҙлек эшләүҙән һаҡланғандарҙы ярата.

5. Харам айҙар үткәс, (хыянат иткән, ант боҙған һәм һеҙгә өҙлөкһөҙ зыян һалған) мөшриктәрҙе ҡайҙа күрһәгеҙ, шунда юҡ итегеҙ. Уларҙы әсирлеккә алығыҙ, йәшенеп тороп, уларҙы һағалап тороғоҙ; тәүбә итһәләр, намаҙҙарын дөрөҫ уҡыһалар, зәкәт бирһәләр, уларҙы үҙ иректәренә ҡуйығыҙ. Аллаһ ярлыҡаусы, ғәфү итеүсе.

6. Берәй мөшрик килеп, һинән һыйыныр урын һораһа — һыйындыр. (Һинең янда, һинең ауыҙҙан) Аллаһтың һүҙен тыңлаһын. Һуңынан (иман килтермәһә лә) уны ҡурҡыныс булмаған ергә илтеп ҡуй. Шундай хәбәрһеҙ (наҙан) ҡәүем булғандарына күрә, шулай эшләү кәрәк.

7. Мәсжед-и Харам янында һеҙҙең менән килешеү төҙөгән мөшриктәрҙән башҡа, Аллаһ һәм уның Рәсүле янында ниндәй ант-вәғәҙә бирешеү булһын, ти? Улар ант боҙмаһа, һеҙ ҙә боҙмағыҙ. Аллаһ (ант боҙоуҙан) һаҡланғандарҙы ярата.

(«Ҡурайш һәм улар менән бергә башҡа мөшриктәр килешеүҙе боҙҙолар. Мосолмандар һөжүмгә күсте һәм Мәккәне яулап алды. Килешеүҙәрен боҙмаған мөшриктәргә ҡағылманылар». Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)

8. Нисек була инде ул? Улар һеҙҙе еңһә, анттарын да, вәғәҙәләрен дә үтәмәйҙәр. Ауыҙҙары менән ризалыҡ бел­дерәләр ҙә, күңелдәре менән ҡаршы торалар. Уларҙың күбеһе юлдан яҙған. (9) Аллаһтың аяттарын донъя малына һатып, тура юлдан сыҡтылар. Ысынлап та, уларҙың ҡылғандары ни ҡәҙәр насар ғәмәлдер. (10) Улар мосолмандар менән булған анттарын да, килешеүҙе лә танымай. Улар сиктәрҙе уҙған халыҡ. (11) Бары тик тәүбә итһәләр генә, на­маҙ уҡыр булһалар ғына, улар һеҙҙең дин ҡәрҙәштәрегеҙ бу­лып китер. Аңлы ҡәүемгә Беҙ аяттарыбыҙҙы шулай асыҡлап бирәбеҙ. (12) Килешеү төҙөгәс, һуңынан анттарын боҙһалар, динегеҙгә һөжүм итһәләр, кәферҙәрҙең етәкселәренә ҡар­шы һуғышығыҙ. Сөнки улар — вәғәҙәһеҙ кешеләр. Бәлки улар хыянаттан тыйылыр! (13) Вәғәҙәләрен боҙған (мөьминдәргә) Пәйғәмбәрҙе (йортонан) ҡыуып сығарырға теләгән һәм һеҙҙең менән башлап һуғышыусы бер ҡәүемгә ҡар­шы һуғышмаҫһығыҙмы ни? Әллә һеҙ уларҙан ҡурҡаһығыҙмы? Әгәр ысын мосолман икәнһегеҙ, белегеҙ, һеҙ уларҙан ҡурҡырға тейеш түгелһегеҙ, бәлки Аллаһтың язаһынан ҡурҡырға тейеш. (14) Улар менән һуғышығыҙ, һеҙҙең ҡулдарығыҙ менән Аллаһ уларға яза бирер; уларҙы хур итер, һеҙҙе еңеүсе ҡы­лыр, һеҙ — мөьминдәрҙең күңеленә дауа бирер. (15) Мөьминдәрҙең күңеленән ризаһыҙлыҡ нәфрәтен йыуар, Аллаһ тәүәккәл кешенең тәүбәһен ҡабул итер. Аллаһ — белеүсе һәм хикмәт эйәһеҙер. (16) Юҡһа, Жиһадта ҡатнашҡандарҙы Аллаһ белмәй, тип уйлайһығыҙмы? Аллаһтан, уның Рәсүленән, хаҡ мөьминдәрҙән башҡаны серҙәш итмәгәндәрҙе белмәй һәм уларҙы Аллаһ ташлап ҡалдырасаҡ, тип уйлайһығыҙмы? Һеҙҙең ҡылғандарығыҙ тураһында Аллаһ хәбәрҙар. (17) Аллаһтан башҡа тәңре эҙләүселәр үҙҙәренең кәфер булғанлы­ғына үҙҙәре шаһитлыҡ иткәнгә күрә, Аллаһтың йорто — мәсетте торғоҙорға йөрөүҙәренең файҙаһы теймәҫ. Уларҙың бөтөн был эштәре заяға китер, һәм улар мәңгегә ут эсендә ҡаласаҡ.

18. Аллаһҡа иман килтергәндәр, Әхирәт көнөнә инанған­дар, намаҙ ҡалдырмағандар, зәкәт биргәндәр һәм Аллаһтан башҡа берәүҙән дә ҡурҡмағандар ғына мәсет ҡорҙорорға тейеш. Уларҙың тура юлда буласағына өмөт бар.

19. (Әй, мөшриктәр!) һеҙ хажиларға һыу биреп тороуҙы, Мәсжид-и Харамды төҙөткәнегеҙҙе, Әхирәт көнөнә иман килтереп, Аллаһ юлында Жиһадта һуғышҡан мосолмандар­ҙың ҡылған ғәмәле менән тигеҙ, тип уйлайһығыҙмы? Хаҡтыр, Аллаһ ҡатында улар бер тигеҙ түгел. Аллаһ залим халыҡтарҙы тура юлға күндермәҫ.

20. Иман килтереп, һижрәт иткәндәр, Аллаһ юлында малдары менән, йәндәре менән Жиһадта ҡатнашҡандар дәрәжә яғынан Аллаһ ҡаршыһында бик тә өҫтөндәр. Киләсәктә ҡотолоусылар шулар булыр. 21. Раббы уларҙы рәхмәте, риза­лығы менән, эсендә бөтмәҫ-төкәнмәҫ ниғмәттәр булған йәннәте менән ҡыуандырыр. (22) Улар шунда мәңгегә ҡаласаҡ. Шик юҡ, Аллаһ ҡатында ҙур бүләктәр бар.

23. Әй, иманлы кешеләр! Әгәр аталарығыҙ, ҡәрҙәштәре­геҙ кәферлекте имандан артыҡ күрһәләр, уларҙы дуҫ итмә­геҙ. Уларҙы дуҫ иткән кеше үҙе залим булыр.

24. Әйт һин:

— Әгәр аталарығыҙ, улдарығыҙ, ҡәрҙәштәрегеҙ, ҡатын­дарығыҙ, яҡын туғандарығыҙ, йыйған байлығығыҙ, туҡтап ҡалыуынан ҡурҡҡан сауҙағыҙ, ҡәнәғәтләндергән йорттарығыҙ һеҙгә Аллаһтан һәм уның Рәсүленән, Аллаһ юлындағы Жиһадтан дә ҡәҙерлерәк икән, Аллаһтың хөкөмөн көтөгөҙ. Аллаһ боҙоҡ кешеләр тоҡомон тура юлға сығармаҫ.

(«Мөхөммәд Рәсүлүллаһ (с.г.с.) Мәккәне яулап алғандан һуң, ун ике мең кешелек ғәскәре менән Таифтәге Һәүәзин һәм Саҡиф ҡәбилә­ләренә ҡаршы китте. Ислам ғәскәренең, күплеген күреп, ҡайһы бер мосолман һуғышсылары: был ғәскәр бер ҡасан да еңеләсәк түгел, тинеләр. Һәм тәкәменәннеп киттеләр. Хөнәйен үҙәненә еткәс, улар мөшриктәрҙең әҙ һанлы төркөмө менән осрашты. Мосолмандар ҡаушап ҡалды. Килаһе аят шул ваҡиғаға ишара яһай». Садретдин Ғүмүш тәфсиренән.)

25. Әйе, Аллаһ байтаҡ урындарҙа һәм Хөнәйен һуғышында ла һеҙгә ярҙам итте. Күп һанлы ғәскәр булыуығыҙ менән маһайҙығыҙ. Ләкин һеҙҙең күп булыуығыҙ файҙа килтермәне. Киң ялан һеҙгә тарайҙы (дошмандар ҡаты ҡыҫа башлағас), һеҙ боролоп ҡасырға мәжбүр булдығыҙ.

26. Һуңынан Аллаһ Рәсүленә һәм мөьминдәргә тыныс­лыҡ килтерҙе, һеҙҙең күҙгә күренмәй торған ғәскәрҙәр (фәрештәләр) төшөрҙө лә, кәферҙәрҙе язаланы. Кәферҙәр өсөн бына шундай ғазап.

27. Аллаһ тәүбә иткәндәрҙең тәүбәһен ҡабул итә. Аллаһ ярлыҡаусы, ғәфү итә белеүсеҙер.

28. Әй, иманлы кешеләр! Мөшриктәр — яманлыҡтың үҙеҙер. Шуға күрә, был йылдан һуң улар Мәсжед-и Харам янына килмәһендәр. Фәҡирлектән ҡурҡһағыҙ, Аллаһ ихты­яр итһә, һеҙҙе үҙ мәрхәмәте менән байытасаҡ. Шик юҡ, Аллаһтың ғилеме сикһеҙ, Ул хикмәт эйәһе.





Поделиться с друзьями:


Дата добавления: 2017-04-03; Мы поможем в написании ваших работ!; просмотров: 332 | Нарушение авторских прав


Поиск на сайте:

Лучшие изречения:

Надо любить жизнь больше, чем смысл жизни. © Федор Достоевский
==> читать все изречения...

2298 - | 1985 -


© 2015-2024 lektsii.org - Контакты - Последнее добавление

Ген: 0.011 с.