Лекции.Орг


Поиск:




Тартҡылышҡан арала Сәриәнең күҙлеге төшөп китә.




 

Алик. Сәриә? Был һинме әллә, Сәриә?

Сәриә. Ә һеҙ… һеҙ кем? Мине ҡайҙан беләһегеҙ?

Алик. Нисек белмәй, ти… Бер ауыл балалары бит. Йә әле, хәтерлә… Мин мәктәпте тамамлағанда һин бәләкәй генә ҡыҙсыҡ инең, ә хәҙер…

Сәриә. Таныным… таныным… Һеҙ бит Алик ағай. Алик ағай… (Илап ебәрә)

Алик. Ни булды, Сәриә? Ниңә илайһың?

Сәриә. Һеҙ ишетмәнегеҙме ни? Әсәйем үлде (Илай).

Алик. Тыныслан Сәриә. Күҙ йәштәре менән генә үлгәндәрҙе кире ҡайтарып булмай шул.

Сәриә. Гөлдәй һылыу сибәр әсәкәйем өс ай эсендә кипте, һүрелде. Ҡәһәр һуҡҡан сир! (Илай)

Алик. Ә ҡалала нимә эшләйһең?

Сәриә. Бәхет эҙләп килгән инем.

Алик. Таптыңмы һуң?

Сәриә. Ҡала мине йымылдашып янған уттары, буй етмәҫлек бейек йорттары, аҙым һайын урынлашҡан киоскылары менән, төрлө зауыҡлы кейем-һалымы, тәмле-татлы ризыҡтары менән ҡаршы алһа ла, алыҫтан баҙлаған күҙҙәре боҙ кеүек һалҡын, ҡараштары туң булды.

Алик. Дөрөҫ, ҡала һиңә бажа түгел, кеҫәңдә елдәр уйнамаһа ғына ифрат йомарт ул.

Сәриә. Әсәйем йыйып ҡалдырған барлы-юҡлы аҡсаны ла беренсе көндә үк вокзалда һыпырҙылар. Бәхетһеҙгә ел ҡаршы шул.

Алик. Нисек?

Сәриә. Ҡайҙа барырға тип аптырап торғанда, бер сиған ҡатыны килеп эргәмә ултырҙы. Һөйләшеп киттек. Ул миңә: “Эй, балаҡайым, һеҙҙе сихырлағандар, әсәйең сихырҙан үлгән, һине лә сихырлағандар,” – тине.

Алик. Ышандыңмы?

Сәриә. Ҡулъяулыҡҡа аҡсаңды һал, өшкөрәм тине. Ҡулъяулыҡты тегеләй ҙә былай ҙа өйрөлдөрөп, әллә ниҙәр уҡынып, миңә кире тотторҙо, тик бер сәғәттән һуң ғына ҡарарһың тине.

Алик. Эх, һин, йүләр, кемгә ышанғанһың, улар бит аҙым һайын кешеләрҙе алдайҙар.

Сәриә. Алдандым. Шунан илап ултырғанда бер ҡатын килеп, минең хәлемә инеп, өйөнә алып ҡайтты.

Алик. Һаҡ бул, Сәриә. Бер алданғанһың бит, тағы алданып ҡуйма.

Сәриә. Шулай тиһеңме?

Алик. Ҙур ҡала, һин әйтмешләй, әкиәт донъяһы. Тик әкиәттә лә мәскәй әбейҙәр, Иргәйел ҡарттар, тағы-тағы әллә кемдәр бар.

Сәриә. Юҡ, юҡ, Динара апай ундайҙарҙан түгел. Бына ошо кофточканы, ошо түфлиемде ул бүләк итте.

Алик. Ә бында нисек килеп эләктең?

Сәриә. Бындамы?

 

Исмәғәзим инә.

Алик. Һаумыһығыҙ, олатай.

Исмәғәзим. Һин теге ЖЭУ-ҙан инде. Тағы аҡса дауларға килдеңме?

Алик. Юҡ, олатай. Ишегең насар ябыла бит, шуны йүнәтеп ҡуяйым тигән инем.

Исмәғәзим. Буштың атаһы үлгән тигән инеләр… изге бәндәләр ҙә бар икән.

Алик. Өләсәйем әйтә торған ине, етемдәргә күпме ярҙам итһәң, шул хәтлем сауап алырһың ти. Һин дә яңғыҙһың бит, бабаҡай, сауабы тейер.

Исмәғәзим. Сауабы тейер, балаҡайым, тейер. Кисә генә яңғыҙ инем, хәҙер яңғыҙ түгелмен, ейәнсәрем табылды.

Сәриә. Олатай, дарыу ашарға ваҡытың еткән түгелме?

Исмәғәзим. Оло кешенең хәтере, рәхмәт, балаҡайым, рәхмәт.

 

Кухняға инә.

 

Алик. Ниндәй ейәнсәре тураһында һөйләне ул?

Сәриә. Ишекте икенсе ваҡыт йүнәтерһең әле, хәҙер бабайға ял итеп алырға кәрәк, ауырыу бит ул, ауырыу.

Алик. Мин күрше йортта ғына йәшәйем, ЖЭУ-ҙа эшләйем, бүлмә бирҙеләр.

Сәриә. Һин бәхетле.

Алик. Хуш Сәриә, бер-беребеҙҙе юғалтмайыҡ.

Сәриә. Ярай, ярай. Алик ағай, тик мине бында күргәнеңде бер кемгә лә өндәшмә. Үтенеп һорайым.

Алик. Оялаһыңмы? Ә эштең ояты юҡ. Мин үҙем сантехник. Ярай, Сәриәкәй, хуш.

 

Алик сыға. Сәриә әйберҙәрен йыя башлай. Исмәғәзим инә.

Исмәғәзим. Һин ҡайҙа йыйындың, балам.

Сәриә. Ҡайтырға булдым.

Исмәғәзим. Ниңә улай бик ҡабалан… Хушлашмай, нитмәй…

Сәриә. Мине юғалтҡандарҙыр.

Исмәғәзим. Балаҡайым, ашыҡма әле. Һин килгәндән бирле өйөмдә генә түгел, күңелемдә лә ҡоштар һайрай. Һүнеп барған йәнемә көс, быҫҡып ҡына янған йөрәгемә дәрт бирҙең. Мин бит һиңә сит кеше түгел. Әллә әсәйеңдән берәй хәбәр алдыңмы? Ниңә өндәшмәйһең, балаҡайым. Әйт күңелеңдәген… йәшермәй әйт… Мин күнермен… сөнки мин ғәйепле… ғәйепле… (Бабай һыҡтай).

Сәриә. Олатай, тыныслан.

 

Сәриә нимә эшләргә лә белмәй, бабайҙың күҙ йәштәрен һөртә, баштарын һыйпай.

Исмәғәзим. Әллә үпкәләнеңме миңә, балам.

Сәриә. Юҡ, олатай, юҡ (Үкһеп илап ебәрә).

Исмәғәзим. Улайһа…

Сәриә. Эш унда түгел! Мин… (Йүгереп сыға)

 

Вәғизә инә.

Вәғизә. Нимә булды?

Исмәғәзим. Бер нимә лә булманы.

Вәғизә. Как бер нимә лә булмаһын. Ен кеүек аҡ-ҡараны күрмәй йүгереп төшөп китте. Саҡ мине бәреп йыҡманы.

Исмәғәзим. Кемде әйтәһең?

Вәғизә. Как кемде? Сәриәне.

Исмәғәзим. Ай, аллам! Йәштәр бит улар! Йүгерәләр инде, йүгерәләр!

Вәғизә. Йәшермә, бабай, мин бит һине үтәнән-үтә күрәм. Ә был сумаҙандар? Аңлашылды.

Исмәғәзим. Нимә аңлашылды?

Вәғизә. Сумаҙандарын подъездға бырғатыр кәрәк!

Исмәғәзим. Ни эшләйһең һин, Вәғизә? Туҡта!

Вәғизә. Ярҙам итәм.

Исмәғәзим. Эх, Вәғизә, Вәғизә… Ул ҡайтам тей…

Вәғизә. Ҡайтһын! Ана бара юлы! Мин уға ышанып етмәйем. Ул һинең ейәнсәрең түгел.

Исмәғәзим. Ул минең ейәнсәрем!

Вәғизә. Ышанмайһыңмы? (Кәрт сығара) Яҡыныраҡ кил, бына ҡара! Һин трефовый король, ә ул червовая дама. Һеҙ хәбәрләшәһегеҙ. Әһә күрәһеңме ҡарға валет, тимәк хәбәрҙәрегеҙ – буш!

Исмәғәзим. Нисек инде буш?

Вәғизә. Әгәр ҙә ҡарға валет янына десятка ҡарға, ҡарға туз төшһә, ул һинең ейәнсәрең булыр ине. Йә, ышандыңмы инде?

Исмәғәзим. Ышанмайым. (Сумаҙандарҙы алып икенсе бүлмәгә үтә)

Вәғизә. Эх, ҡарт тиле, ҡарт тиле. Нисек һине ышандырырға?

 

Вәғизә сыға.

Исмәғәзим. Аңламаҫһың кешене… шатлығымды уртаҡлашаһы урынға… кәрттәрен тотоп килгән. Әллә Вәғизә беҙҙең араны бутай микән?

 

Ыям инә.

Ҡыям. Мөмкинме, Исмәғәзим бабай?

Исмәғәзим. Үт, үт Ҡыяметдин.

Ҡыям. Бөтә подъезд шау-гөр килә, Исмәғәзим бабай ейәнсәрен тапҡан тип.

Исмәғәзим. Миңә лә бәхет йылмайғанына һаман ышанып етмәйем.

Ҡыям. Һинең өсөн шатмын, ҡартлас. (Китергә ыңғайлай)

Исмәғәзим. Туҡта әле Ҡыяметдин, һин берәй ергә йыйындыңмы әллә?

Ҡыям. Китергә булдым мин, Исмәғәзим бабай.

Исмәғәзим. Ҡайҙа?

Ҡыям. Себергә.

Исмәғәзим. Оҙон аҡса артынан инде.

Ҡыям. Юҡ. Бөтөнләйгә китәм.

Исмәғәзим. Ә ҡатының, балаң?

Ҡыям. Характерҙар менән килешмәнек. Ә балаға килгәндә…

Исмәғәзим. Рафиға насар ҡатын түгел.

Ҡыям. Беләм. Үҙем ғәйепле.

Исмәғәзим. Шулай булғас, таяҡты уртаһынан һындырырға ашыҡма.

Ҡыям. Мин бит теге көндә һиңә әҙерәк өйҙә шау-шыу баҫылғансы йәшәп торорға тип килгән инем… Уныһы ла барып сыҡманы… Китәм инде…

Исмәғәзим. Китергә ашыҡма. Барыһын да яҡшылап уйла. Үкенерһең… Йылдар үткән һайын ул үкенеү йөрәгеңде тағы ла һыҙлатыр. Минең дә бына тигән ғаиләм, яратҡан ҡатыным, ҡурсаҡтай матур ҡыҙым бар ине. Ул көн шундай матур башланған ине. Һабан туйы ине. 3 йәшлек бәләкәйебеҙҙе лә алдыҡ. Сәлимәкәйем йырлап беренсе урын алды. Мин һайғауға менеп ошо гармунды алдым. Ошондай бүләктәр булғас, йыумайынса булмай бит инде. Дуҫтар менән арыу ғына төшөрөлдө. Ҡайтырға сыҡҡанда, Сәлимәкәй менән һүҙгә килештек. Бала менән тракторға ултырмайым, йәйәү ҡайтам тей. Көсләп тигәндәй тракторға ултырттым. Тик… үкенесе ғүмерлек булды.

Ҡыям. Нимә булды һуң?

Исмәғәзим. Ҡайтып килгәндә трактор түңкәрелде.

Ҡыям. Ә үҙегеҙ?

Исмәғәзим. Бер аҙ иҫһеҫ ятҡандан һуң, бала илаған тауышҡа күҙҙәремде астым. Бәләкәсем ҡысҡырып илай, тирә-яҡҡа күҙ һалдым, ә Сәлимә юҡ. Башымдан ҡан аға, торайым тиһәм, аяҡҡа баҫып булмай. Трактор күперҙән осҡан, йылғала ята. Ул арала кешеләр йыйылды. Китте ғауға, китте илаш. Сәлимәкәйемде кемдер күтәреп йылғанан алып сыҡты. Бик ауыр хәлдә ине, күкрәге иҙелгән, башы йәнселгән. Минең эргәгә һалдылар. Күҙҙәрен асып: “Эх, һин, ни эшләнең?” – тип әйттергә теләгән шикелле, бер ҡараны ла күҙҙәрен йомдо.

Ҡыям. Дә-ә-ә-ә…

Исмәғәзим. Ғүмер буйы уның моңһоу ҡарашы күҙ алдымда тора, тынғы бирмәй минең күңелемә.

Ҡыям. Ә үҙеңдең хәлең нисек ине?

Исмәғәзим. Больнисҡа алып киттеләр, ә унан һуң ултырттылар. Бәләкәсем ҡарт ҡәйнәм ҡулында ҡалды. Төрмәнән ҡайтҡанда улар икеһе лә юҡ ине.

Ҡыям. Ҡайҙа булғандар?

Исмәғәзим. Ҡәйнәм үлгәс, ҡыҙымды детдомға тапшырғандар. Бар детдомды эҙләп сыҡтым, тик ҡыҙымдың эҙенә төшә алманым. Юғалттым мин уны, юғалттым. Наҙлап, ҡәҙерләп үҫтерә алманым бәләкәсемде. (Илай) Әсәһен, йән һөйгәнемде һәләк иттем, үҙ ҡулдарым менән.

Ҡыям. Өҙгөләнмә инде, тыныслан. Эҙләнеүҙәрең бушҡа китмәгән бит, ейәнсәрең табылды. Ҡыҙың менән дә осрашырһың. Тыныслан, ҡартлас!

Исмәғәзим. Ғәфү итер микән мине Сәлимәкәйем. Әгәр ғәфү итһә, тыныс күңел менән китер инем…

Ҡыям. Уныһы тағы ҡайҙа?

Исмәғәзим. Ҡарттарға хәҙер бер генә юл инде, уныһы ла - әхирәткә.

Ҡыям. Ҡуй, юҡты һөйләп ултырма.

Исмәғәзим. Бар ышанысым – Сәриә ине. Ул ғына һуҙыр кеүек ине беҙҙең осрашыр ебәк ептәрҙе балаҡайым менән.

 





Поделиться с друзьями:


Дата добавления: 2017-02-24; Мы поможем в написании ваших работ!; просмотров: 403 | Нарушение авторских прав


Поиск на сайте:

Лучшие изречения:

Студент всегда отчаянный романтик! Хоть может сдать на двойку романтизм. © Эдуард А. Асадов
==> читать все изречения...

1461 - | 1263 -


© 2015-2024 lektsii.org - Контакты - Последнее добавление

Ген: 0.007 с.